Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Арыҫлан Мөбәрәков
2 слайд
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ артисы, актёр, режиссёр, драматург
3 слайд
1908 йылдың 15 декабрендә Белорет районының Асы ауылында тыуған.
Бәләкәйҙән етем ҡала. Ун ике йәшенән Сермән ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағас, һәләтле үҫмер Башҡорт сәнғәт техникумына В. Мортазин-Иманскийҙың актер, режиссер, клуб инструкторы һөнәрҙәре класына уҡырға инә.
4 слайд
Уның Урал бөркөтөнә хас тәбиғи ғәйрәте уны күберәк героик образдар ижад итеүгә тарта.
Был йүнәлеш уның бөтә ижади биографияһына хас. Ул ҡырҡ йыллыҡ сәхнә ғүмерендә ике йөҙләп образ ижад итә.
5 слайд
Башта иһә был үҙенсәлек Арыҫлан Мөбәрәков һынландырған Шатморат («Ҡарлуғас», Б. Бикбай), Айсыуаҡ («Таңсулпан», Ҡ. Даян), Салауат («Салауат», Б. Бикбай), Ҡарағол («Ҡарағол», Д. Юлтый) образдарында асыҡ сағыла.
6 слайд
7 слайд
Борис Годунов, Отелло, Федор Протасов, Войницкий ролдәрен башҡарыуы актерлыҡ данын бермә-бер арттырҙы. Йәш гвардиясы Олег Кошевой, комдив Шайморатов, Тимербулат Яппаров («Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев) һәм башҡа антифашистик пьесалар геройҙары Арыҫлан Мөбәрәковты башҡорт милли сәхнәһенең трагик актеры итеп танытты.
8 слайд
Салауат роле уның актерлыҡ шөһрәтен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе.
9 слайд
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
10 слайд
Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта таҡтаташ асылды.
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
6 625 797 материалов в базе
Настоящий материал опубликован пользователем Зайнуллина Гульназ Вазиховна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Курс профессиональной переподготовки
600 ч.
Мини-курс
4 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.