Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Урок по башкирскому языку на тему "Башҡорт теленең функциональ стилдәре" (8–се класс өсөн)

Урок по башкирскому языку на тему "Башҡорт теленең функциональ стилдәре" (8–се класс өсөн)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

hello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifДәрес, кластан тыш сара өлгөләре


Дәрес өлгөһө



Тема: Башҡорт теленең функциональ стилдәре. (8–се класс өсөн)


Маҡсат: Функциональ стилдәр, тел – һүрәтләү саралары тураһындағы төшөнсәләрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау, алған белемдәрҙе системалаштырыу, һығымталар яһау.

Лексик темаһы: Башҡорт музыка ҡоралдары.

Дәрестең эпиграфы: «Стиль ул- кеше үҙе». (Ж.Бюффон)

Йыһазландырыу: компьютер, слайдтар, таблицалар, карточкалар, китаптар күргәҙмәһе,ҡурай, “Дидактик материал” китабы (8-9- сы класс уҡыусылары өсөн).



ДӘРЕС БАРЫШЫ:

I. Психологик инеш.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар, бөтәбеҙҙә хәҙер күҙҙәребеҙҙе тышҡа йүнәлтәбеҙ. Көн шундай матур! Көн матур булған һымаҡ, дәресебеҙҙең темаһы ла бик матур һәм бик кәрәкле. Беҙ бөгөн дәрестә «Башҡорт теленең функциональ стилдәре» тигән темаһын, тел – һүрәтләү саралары тураһындағы төшөнсәләрҙе ҡабатлап, йомғаҡлап, алған белемебеҙҙе системалаштырып, һығымталар яһарбыҙ. Ошо тема буйынса бик күп өҫтәлмә китаптар менән эшләнек. Мин уларҙы тағы ла һеҙгә күрһәтеп китәм.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

(Башҡорт теленең стилдәре тураһындағы китаптар, журналдар күрһәтелә). Һеҙ уларҙың исемдәре, авторҙарын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, беҙгә киләсәктә кәрәк булыр. Ошо китаптарҙан бөгөнгө тема буйынса бик күп мәғлүмәттәр тупланыҡ, бай материал үҙләштерҙек, төплө белем алдыҡ.

-Шул белем һәр кемгә лә мотлаҡ кәрәкме икән?

әрәк булғанда ни өсөн кәрәк?

Ошо һорауға бергәләп яуап эҙләрбеҙ.

III. Дәрестең маҡсатын билдәләү. Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау. Актуалләштереү. Шулай уҡ дәресебеҙҙең лексик материалы нигеҙендә башҡорт музыка ҡоралдарына ҡылыҡһырлама бирербеҙ, уларҙы танырға өйрәнербеҙ.

Дәресебеҙҙең эпиграфы: «Стиль ул – кеше үҙе», - тигән Ж. Бюффон (Кем ул? Француз ғалимы 1707 – 1788 йылдарҙа йәшәгән, тәбиғәт фәне белгесе). Ни өсөн дәресебеҙгә ошондай эпиграф алынған, уныһын да дәрес аҙағында асыҡларбыҙ.

2. Һүҙлек өҫтөндә эш.

Уҡытыусы:Уҡыусылар, төп темаға күсер алдынан дәрестә ҡулланыласаҡ яңы һүҙҙәр менән танышып үтәйек, уларҙың мәғәнәләрен асыҡлайыҡ, синонимдаш һүҙҙәрен табайыҡ. Был һүҙҙәрҙең синонимдаш һүҙҙәрен һеҙгә таратам. (һеҙ уларҙы таҡталағы һүҙҙәрҙең ҡаршыһына ҡуйығыҙ.

МОҢ - хисле, күңелде елкендергес көй

АҺӘҢ - килешле, яғымлы, матур көй

НӘФИС - матур

ТӘБИҒИ - яһалма түгел

ҠЫУ - кипкән,

САЯ - ҡыйыу

3. Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.

(Числоны, теманы яҙғандан һуң, һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә яҙыу)

Уҡытыусы: һорауҙар ярҙамында төп теманы ҡабатлайбыҙ.

1) Телдә стилдәр нилектән килеп сыҡҡан?

2) Нимә ул стиль?

3) Нимә ул стилистика?

4) Тел белемендә булған стилистикаларҙы һанағыҙ.

5) Тел стилистикаһы ниндәй стилдәрҙе өйрәнә һуң?

6) Функциональ стиль тип нимәгә әйтәләр?

7) Функциональ стилдәрҙе һанағыҙ. (Уҡыусылар яуап бирә).

4. Слайдтар аша таблица күрһәтеү.

Функциональ стилдәр









айырмаһы дөйөм моменттары

? ?

Уҡытыусы: Таҡтаға ҡарайбыҙ, ни өсөн мин ошондай таблица эшләп, һорауҙар ҡуйғанмын? Нимәләрҙе асыҡларға кәрәк?

Уҡыусы: Функциональ стилдәрҙең айырмаһын, дөйөм яҡтарын асыҡларға кәрәк.

Уҡытыусы: Эйе, ә быны һеҙ төрлө стилдәге текстар менән эшләгәндән һуң асыҡлай барырһығыҙ һәм дәрес аҙағында әйтерһегеҙ.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. 5. Төркөмдәргә бүлеү.

Уҡытыусы: Беҙҙең дәрестә 5 төркөм эшләйәсәк. Һәр береһе төрлө функциональ стилгә ҡараған текстар менән эшләй, уларҙың ниндәй стилгә ҡарағанлығын билдәләй, маҡсатын, үҙенсәлектәрен асыҡлай. Эш төрҙәре йәрәбә буйынса алына. Тексты уҡығандан һуң, стилен билдәләгәс, һәр төркөм шул стилдең исемен килеп ала. (Балалар алдан әҙерләнгән стилдең исемдәрен килеп ала). Күренеп торһон: ҡайһы төркөм ниндәй стиль менән эшләй. Беҙҙең дәрестә (балалар бергәләп әйтә)

  • Йәнле һөйләү стиле

  • Матур әҙәбиәт стиле

  • Фәнни стиль

  • Рәсми стиль

  • Публицистик стиль төркөмдәре эшләйәсәк

IV. Уҡыу мәсьәләһенеү сиселеше. Ғәмәли эштәр

- Хәҙер, уҡыусылар, текстарҙы тағы бер тапҡыр иғтибар менән уҡып сығығыҙ ҙа уның лексик темаһын билдәләгеҙ.

Уҡыусылар: Ҡурай.

(Магнитофондан ҡурай көйө ебәреү, көй аҫтында ҡурай тураһында әңгәмәләшеү).

Уҡытыусы: Уҡыусылар, эш башлар алдынан, әйҙәгеҙ, ҡурай тураһында һөйләшеп алайыҡ.Ҡурай һүрәтен ҡайҙа йыш күрәбеҙ?

Уҡыусы: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында һәм флагында.

Уҡытыусы: Ҡурайҙың ете тажы нимә аңлата?

Уҡыусы: Ҡурайҙың ете тажы – ул ете ырыу.

Уҡытыусы: Изге төйәгебеҙ Урал күгендә балҡып торған ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?

Уҡыусы: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Йомабай Иҫәнбаев.

Уҡытыусы: Ә беҙҙең райондан сыҡҡан яҡташ – ҡурайсыларҙан кемде беләһегеҙ?

Уҡыусы: Йырсы, ҡурайсы, яҙыусы М. Ямалетдинов, А. Солтанов.

Уҡытыусы: Ҡурай тураһында яҙыусылар ниндәй әҫәрҙәр яҙған?

Уҡыусы: Ш. Бабич «Ҡурайҡайға», Р. Ғарипов «Ҡурай», А. Игебаев «Ҡурайым»

Уҡытыусы: Эйе, башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы ҡурайҙы һеҙ беләһегеҙ. Бына ул ҡурай (ҡурайҙы күрһәтә һәм бер уҡыусы уйнап күрһәтә). Ҡурай – ул берҙәмлек, татыулыҡ символы. Һеҙ ҙә шулай татыу, берҙәм булығыҙ. Халыҡ мәҡәле лә бит ошо һүҙҙәрҙә раҫлай: «Берҙәмлектә – хәрәкәт, тарҡаулыҡта – һәләкәт». Ә хәҙер алдығыҙҙағы эшкә күсәбеҙ, һеҙгә текст менән эшләр өсөн 3 минут бирелә.

6. Текстар өҫтөндә эш

1.) Уҡытыусы: Иң беренсе һүҙ «Матур әҙәбиәт стиле» төркөмөнә бирелә. Ҡалғандар ҙа «Дидактик материал» китабынан 96-сы күнегеүҙе таба. Был төркөм менән бергәләп эшләйһегеҙ, уларҙың эшен күҙәтәһегеҙ, баһалайһығыҙ. Башта һүҙлек өҫтөндә эш үткәрәбеҙ:

  • Ҡыуыш – шалаш

  • Убылыу – провалиться

  • Күҙҙән яҙҙы – юғалды

  • Гиҙеү - путешествовать

Уҡытыусы: Шунан текстың төп фекерен, уйын, темаһын әйтергә тейешһегеҙ.

Уҡыусы: Р. Ғарипов «Ҡурай» шиғырында ҡурайҙы ил һаҡлар ҡорал, тел һаҡлар халыҡ итеп һынландыра. Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡларға саҡыра.

Уҡытыусы: Был шиғыр ниндәй стилдә яҙылған?

Уҡыусы:Матур әҙәбиәт стиле менән яҙылған, тип уйлайым. Сөнки был шиғырҙа ҡурай образы аша уҡыусыларҙың тойғоһона, уйҙарына йоғонто яһала. Был стиль шиғыр жанры менән ижад ителгән, унда бик күп тел – һүрәтләү саралары ҡулланыла.

  • (Бөтә тел – һүрәтләү саралары һанап сығыла).

Уҡытыусы: Матур әҙәбиәт стиле менән яҙылғанлығын иҫбатланылармы?

Уҡыусылар: Иҫбатланылар.

Уҡытыусы: Улар эшләгән стиль буйынса һорауҙар бирегеҙ (уҡыусылар һорау бирә).

2.) Уҡытыусы: Хәҙер һүҙҙе «Рәсми стиль» төркөмөнә бирәбеҙ. Бөтәбеҙҙә «Дидактик материал» дан алынған текст буйынса эшләйбеҙ. 96 – сы күнегеү, №2, 187 – се бит.

  • Тексты башта уҡып сығабыҙ, һүҙлек өҫтөндә эшләйбеҙ:

Өҫкө аңҡау – верхнее небо

Әһәмиәт – значение

Иңбаш – плечо

Баш бармаҡ – большой палец

Һуҡ бармаҡ – указательный палец

Сығанаҡ бармаҡ – безымянный палец

Уҡыусы: әсми стиль икәнлеген иҫбатлай).

- Был текст, беҙҙең уйыбыҙса, рәсми стиль, сөнки авторҙың төп фекере, уйы: кешеләрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү, йәғни ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү буйынса ҡулланма ҡағиҙәләрен (инструкция) бирә. Стилдең һөйләү формаһы – монолог, хис - тойғо биреүсе саралар юҡ, тик ҡәтғи телмәрҙән генә тора.

(Рәсми стиль икәнлеген иҫбатлау өсөн бөтә тел – һүрәтләү саралары һанап сығыла).

(Улар иҫбатлап бөткәс, уларҙың стиле буйынса уҡыусылар һорау бирә, яуаптарын баһалай).

3.) Уҡытыусы: Эште дауам итәбеҙ, һүҙҙе «Публицистик стиль» төркөмө уҡыусыларына бирәбеҙ. Уларҙың тексын тыңлайбыҙ Ш. Бабич «Ҡурайҡайға».

Һүҙлек өҫтөндә эшләйбеҙ:

Ҡайнар тойғо – горячее чувство

Йәйләү – летняя стоянка

Ҡыр, сәхрә – поле

Уҡыусы: (иҫбатлай). Беҙҙең уйыбыҙса, был әҫәр шиғыр юлы менән яҙылғас, уны матур әҙәбиәт стиле тип ҡарарға була, ләкин Ш. Бабич әҙәби жанрында публицистик стилдең элементтарын оҫта үргән. Ш. Бабичтың үҙенә генә хас стилдә ярылып ята. Был шиғырҙа доминант стилдән тыш, яҙыусының үҙ стиле, халыҡ йыры стиле күҙгә ташлана. Яҙыусының төп фекере: был шиғырҙа башҡорт халҡының тарихы һәм рухи донъяһы ҡурай моңо ярҙамында күҙ алдына баҫтырыла. Ҡурай үткән ҡайғыларҙы, ҡайнар тойғоларҙы, шатлыҡтарҙы йырлар моң шишмәһен хәтерләтә.

Был шиғыр публицистик стилдә яҙылған. Шағирҙың маҡсаты: уҡыусыларға, тыңлаусыларға тәьҫир итеү. Стиль һыҙаттары: тойғоло телмәр, юғары патетика.

ҫбатлап бөтөрөү маҡсатында тел – һүрәтләү сараларын табалар.)

ҡыусылар һорау бирә, яуаптарын баһалай).

Уҡытыусы: Публицистик стиль тураһында һөйләгәндә көнүҙәк темаларға арналған үткер мәҡәләләр, билдәле һәм билдәһеҙ шәхестәр тураһында яҙған беҙҙең яҡташыбыҙ яҙыусы, рәссам, эҙәрмән, тарихсы, публицист Р. Насыровты иҫкә төшөрмәй булмай. Һуңғы 10 йыл эсендә авторҙың очерк – мәҡәләләрҙән торған 5 йыйынтығы баҫылып сыға. Һуңғы китаптары «Отчий дом», «Ете һыу башы».

(Портреты, китаптары видеомагнитофон аша күрһәтелә).

4.) Уҡытыусы: Ә хәҙер һүҙ «Фәнни стиль» төркөмөнә бирелә. Улар «Дидактик материал» дан 188 – се биттәге № 4 эште башҡаралар.

Иң башта һүҙлек эше башҡарыла:


Сатыр – крона

Ҡырлы – граненый

Үҙәк башы - ложбина

Уҡыусы: Был текстың төп фекере: ҡурайҙың биологик үҙенсәлектәрен асыу. Был текст фәнни стиль менән яҙылған, сөнки яҙыусы ҡурай тураһында хәбәр итә, ҡурайҙы аңлата, тасуирлай. Фәнни стилдең фәнни популяр стиле, сөнки беҙҙең өсөн был текст еңел һәм аңлайышлы тел һәм һөйләмдәр менән яҙылған.

Формаһы – монолог, жанры – фәнни мәҡәлә.

Һүҙҙәр үҙенең төп мәғәнәһендә ҡулланыла, фекерҙе логик эҙмә – эҙлекле биреүгә ныҡлы иғтибар бирелә.

(Тел һүрәтләү сараларын табалар).

ҡыусылар һорау бирә, яуаптарын баһалай).

5.) Уҡытыусы: Һүҙҙе «Йәнле һөйләү стиле» төркөмө ала. Улар үҙҙәренең карточкаһы буйынса тексты уҡып күрһәтәһәм иҫбатлай.

Уҡыусы: Был текст йәнле һөйләү стиленә ҡарай, сөнки маҡсаты – аралашыу, формаһы – диалог.

Темаһы :Ҡурай.

(Тел – һүрәтләү сараларын табалар, уҡыусылар һорау бирә, яуаптарҙы баһалай).

7.) А. Йәғәфәрованың «Ҡурай» әкиәтенән өҙөк сәхнәләштереү.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙ ҡурай уның ҡайҙан килеп сығыуы тураһында бик күп легендалар ишеткәнегеҙ бар, хәҙер һеҙҙең иптәштәрегеҙ уның бер вариантын сәхнәләштереп күрһәтә. Иғтибар менән ҡарап ултырығыҙ, стилен билдәләгеҙ. Был эш башҡарылған арала 2 уҡыусы дәрес барышында ҡуйылған таблица менән эшләй.

(Өҙөк сәхнәләштерелә).

Уҡыусы: Был осраҡта йәнле һөйләү стиле менән матур әҙәбиәт стиле бергә үрелеүен күрәбеҙ. Сөнки был А. Йәғәфәрованың «Ҡурай» әкиәтенән алынған өҙөк, уны матур әҙәбиәт стиле, тип ҡарарға була, ләкин йәнле һөйләү стиленә хас бөтә үҙенсәлектәр ҙә күренә. Йәғни матур әҙәбиәт стиле йәнле һөйләү стиле менән бергә йәшәй ала. Был ике стилдең бергә бирелеүе әҫәрҙең уҡыусыға йоғонтоһон көсәйтә. Ике стилдең үҙенсәлектәре телмәрҙе байыта, уның йөкмәткеһенә тәьҫир итә.

V. Рефлекция.

Таблица менән эшләү

(диапроектор аша күрһәтелә)

Ике уҡыусы стилдәрҙең айырмаһын, дөйөм моменттарын асыҡлай.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, күҙәтелгән текстар бөтәһе лә ниндәй темаға арналған?

Уҡыусы: Ҡурай.

Уҡытыусы: Эйе, ә улар ни яғы менән айырылалар инде?

Уҡыусы: Һәр текстың үҙ ҡулланыу маҡсаты бар, һәр береһе айырым тыңлаусыға тәғәйенләнгән.

Уҡытыусы: Ни өсөн был текстар төрлө стилдә бирелгән?

Уҡыусы: Тыңлаусының иғтибарын йәлеп итер, һөйләүсегә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн.

Уҡытыусы: Функциональ стилдәрҙе өйрәнергә, һәр береһендә яҙа алыу кәрәкме?

Уҡыусы: Культуралы, белемле кеше үҙ фекерен һәр стилдә аңлата белергә тейеш. Киләсәктә был беҙгә мотлаҡ кәрәк буласаҡ.

8. «Үҙ йөҙөңдө тап» уйыны.

(Һәр төркөм үҙенә тура килгән таблицаны таба, стилдең исемен ҡуя).

Уҡытыусы: Функциональ стилдәр темаһын яҡшы үҙләштергәнһегеҙ, бөтә төркөмдәр ҙә һәйбәт эшләне, ә хәҙер өйгә эште яҙып алығыҙ. «Теле кәкре – теленән тартһаң, һикерә» (ҡумыҙ»).

Йомаҡтың яуабын табығыҙ һәм ошо һүҙҙе төрлө стилдәрҙә сағылдырып, текст төҙөгөҙ.



VI. Темаларҙы нығытыу маҡсатында тест үткәреү.

VI. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы: «Стиль – ул кеше үҙе». Әгәр ҙә беҙ художестволы фекерләһәк, матур әҙәбиәт стиле; ижтимағи – сәйәси фекерләһәк, фәнни стиль барлыҡҡа килә. Стилдәр кешеһеҙ йәшәй алмай. «Стиль ул – һәр кешенең уны башҡаларҙан айыра торған ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге лә тейергә була. Эйе, стиль ул – күп мәғәнәле һүҙ…»



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 13.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров535
Номер материала ДВ-335022
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх