Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку на тему "Н.Мусин."Косули"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок по башкирскому языку на тему "Н.Мусин."Косули"

библиотека
материалов

Тема урока: Нугман Мусин

Дәрес темаһы:Ноғман Мусин.Ҡоралайҙар.

Маҡсат: Н.Мусиндың биографияһын иҫкә төшөрөү;

әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау;

әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;

сифаттар8ы 6абатлау;

телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу;

тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: Н Мусиндың портреты, Башҡортостан картаһы, презентациялар, компьютер, дәреслектәр, һүҙлектәр.

Уҡыусыларҙың дәрескә әҙерлек эше:

1 уҡыусы Н.Мусиндың биографияһын һөйләргә әҙерләнә.

Бер нисә уҡыусы тәбиғәт тураһында сығыш әҙерләй.

Дәрес барышы.

  1. Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар!

  2. Маҡсатҡа сығыу:

А.А.Кузнецовтың “ Бөрйән айыу аулаусыһы” картинаһын ҡарау.

hello_html_64b751e9.png

Был картинала кем төшөрөлгән? Ул кемгә оҡшаған?

Эйе, был олатай 3е8 уҡыған әҫәрҙәге Әбделнәғим бабайға оҡшаған.

Әбделнәғим бабай - ул һунарсы. Ул ғүмеренең куп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен асмаған! Бөгөн беҙ дәрестә Әбделнәғим бабай менән булған тағы ла бер ваҡиғаға туҡталып үтәбеҙ. Ул- Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” әҫәре.

  1. Әҫәрҙең исемен уҡыйбыҙ “Ноғман Мусин.Ҡоралайҙар”.

hello_html_m117afa07.png

Уҡытыусы: Әйе. Шулай итеп беҙ бөгөн кейектәр, тәбиғәт, уларҙың матурлығы тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ноғман Мусиндың бик матур хикәйәһенә байҡау яһарбыҙ. Иң тәүҙә автор тураһында белгәндәрегеҙҙе иҫкә төшөрөрәйек.

Бала: Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Картанан Ишембай районын күрһәтәләр

Уҡытыусы: Әйе, уҡыусылар.Ноғман Мусин ул Урал тәбиғәтенә, урманға,ер биҙәгенә ғашиҡ кеше. Ул тыуған төйәген аңлай,һулышын тоя, мәңге төрләнгән төҫөн күрә белә.Тағы шуны ла өҫтәп әйтәһе килә.Беҙҙең яратҡан яҙыусыбыҙ, йәнлектәргә лә ғашиҡ ,шулай бит.Беҙ быны “ Ҡоралайҙар “хикәйәһен уҡығас тағы ла нығыраҡ аңлағанбыҙҙыр тип уйлайым.Уҡыусылар,ошо хикәйәне уҡығанда һеҙгә ниндәй ауыр һәм аңлашылмаған һүҙҙәр осораны.Һүзлек эше.

Урман күрке,йәме ул ниндәй йәнлек? Ашағандары –үлән,эскәндәре –таҙа һыу ул ниндәй йәнлек? Аяҡтары еҙ ҡурай кеүек нәфис, баштары ҡупшы, күҙҙәре сабый бала ҡарашы һымаҡ, бер уҫаллыҡ юҡ ул ниндәй йәнлек?

Балалар:Ҡоралай. hello_html_74d3712c.png

Был хайуанҡай — ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: “Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ”, — тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә — ҡарап туймаҫлыҡ. Уларҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо — 100 – 150, бейеклеге 65–100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманда йәшәй. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын үҙ итәләр, имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар. Был хайуандарҙың төп дошманы — бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә. Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11–13 йәшкәсә йәшәйҙәр.

Уҡытыуы: Тимәк, һеҙ, ошо сибәр йәнлек тураһында нимәләр белдегеҙ, нимәләр аңланығыҙ. барыһында бөгөн дәрестә һөйләргә тейешһегеҙ,һөйләштекме? Беҙ хәҙер һеҙҙең менән төркөмдәргә бүленеп эшләрбеҙ. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк Хикәйәне уҡығанда беҙ Ер-һыу атамаларын осраттыҡ. Зинһар өсөн, һанап китегеҙсе, ниндәй атамалар иҫегеҙҙә ҡалды?

Балалар:Ҡыҙҙар ташы,Йәнебәк һырты.

Уҡытыусы: Бик дөрөҫ әйттегеҙ.Һеҙҙе алда шундай эштәр көтә: 1 төркөм уҡыусылары Ҡыҙҙар ташында булған хәлде һөйләргә әҙерләнәһегеҙ.

2 төркөм Йәнебәк һыртында декабрь урталарында ниндәй ваҡиға булғанын һөйләрһегеҙ

3 төркөм Яҙғы ташҡындан һуң Йәнебәк һыртында Әбделнәғим бабайҙың ғәжәп-хайран ҡалған мәле. Ул аҡлан уртаһында нимә күрә?

Балалар әҙерләнә.Һәр төркөм Ҡыҙҙар ташында һәм Йәнебек һыртында булған ваҡиғаларҙы һөйләйҙәр.

Уҡытыусының баһалауы.

Уҡытыусы: Ә хәҙер әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып, текстан файҙаланып,ҡоралайҙың сифаттарын һанап китәйек .

Балалар текстан йәнлеккә бирелгән сифаттарҙы табалар,үҙ фекерҙәрен өҫтәп әйтәләр.

Уҡытыусы:Балалар иғтибар менән слайдҡа ҡарағыҙ ҙа әйтегеҙ,беҙ һеҙҙең менән ҡоралайҙың бөтә сифаттарын да һанап киттекме икән?

Балалар сағыштыралар. Баһа



hello_html_7caa1e4b.gif







Уҡытыусы: Хикәйәлә һеҙгә тағы ниндәй геройҙар осраны?

Балалар яуабы : Әбделнәғим бабай,Көтмөр.

Уҡытыусы:Кем ул Әбделнәғим бабай?

Балалар: Һунарсы

Уҡытыусы: Ул ниндәй сифаттарға хас? Һанап китәйек


Һәр бер төркөмгә схемалар таратып бирелә,балалар текст ҡулланып, Әбделнәғим бабайға хас сифаттар яҙалар.Бер бала таҡтала эшләй.


hello_html_m444ea9b0.gif







Уҡытыусы:Эште тамамланыҡ. Хәҙер бергәләп тикшереп үтәйек.Әбделнәғим бабай ниндәй кеше ул ?

Балаларҙың яуабы:Тыныс, ябай, кейектәрҙе ярата, серле, йор кеше, изге бәндә, яғымлы, ярҙамсы.

Был сифаттарҙы слайдтарҙа ҡарап , уҡыусылар үҙҙәре яҙған сифаттар менән тикшерәләр .Бергәләп уҡып,сағыштырып сығабыҙ һәм йомғаҡлайбыҙ.

hello_html_m22a97bd2.gif

Уҡытыусы: Балалар, әйтегеҙ әле, Әбделнәғим бабайҙың изге,мәрхәмәтле,кейектәрҙе яратыуын күрһәткән ниндәй ваҡиғаларҙы миҫал итеп килтерә алаһығыҙ?Кем дәреслектән уның тураһында уҡып ишеттерер?Текстан табып уҡыу.

Бала:Көтмөр исемле бик шәп этем бар ине. Айыу һунарына йөрөгәндә ,әллә нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙы үҙемде ...

Икенсе бала дауам итә: Эт Әбделнәғим бабайҙың ысын дуҫы, ярҙамсыһы һәм һаҡсыһы була. Әммә ул ҡоралайҙар ҡыуғанда , бейек ҡаянан сапҡан ваҡытта,ташҡа бәрелеп һәләк була.

Уҡытыусы: Эйе,бик дөрөҫ.Һәм ысынлап та Әбделнәғим бабай был хәтирәне бик борсолоп,ҡайғырып һөйләй.

Уҡытыусы: Хикәйә буйынса һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.Автор был әҫәре менән беҙгә,уҡыусыларға нимә әйтергә теләгән?Һеҙгә бигерәк тә кем оҡшаны? Ни өсөн? Яҙыусы тәбиғәтте нисек тасуирлай?Ә кейектәр тураһында ниндәй матур һүҙҙәр яҙған ул?Шулай итеп беҙ кейектәрҙе,йәнлектәрҙе,януарҙарҙы нисек һаҡларға тейешбеҙ?

Уҡытыусы: Беҙ үҙебеҙ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешбеҙ?

Балалар яуабы.

Схеманы ҡарау

hello_html_m1b386fa2.gif


Эйе уҡыусылар кешенең дә,кейектең дә һәр нәмәнең матуры була.Беҙ мәрхәмәтле ,изгелекле,игелекле булып йәшәргә тейешбеҙ!

Ҡоралайҙар”ҙағы йәнлектәрҙең, тәбиғәттең матурлығы беҙҙең дәресебеҙ ваҡыты эсенә һыйып бөтмәй,әлбиттә,хикәйәнең хикмәттәре,тылсымдары,мөғжизәләре күңелдәребеҙҙә үҙ урынын алһын,тәбиғәтебеҙҙең серлелеге менән, кейектәребеҙҙең сослоғо менән беҙҙең күңелебеҙҙә иҫтә ҡалһын!




Автор
Дата добавления 07.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров42
Номер материала ДБ-327965
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх