Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку на тему "Р.Гарипов "Яблоко.""

Урок по башкирскому языку на тему "Р.Гарипов "Яблоко.""



  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: Р.Гарипов. Алма.

Маҡсат: Р.Ғариповтың биографияһы менән танышыуҙы дауам итеү,уның шиғырҙарына байҡау яһау;

алма шиғыры менән таныштырыу,анализлау;

һүҙлек байлығын арттырыу,алған белемдәрен нығытыу,башҡорт теленә һөйөү уятыу;

хеҙмәткә,хеҙмәт кешеләренә хөрмәт,ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, дәреслек, һүҙлектәр, карточкалар

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

Артикуляцион күнегеү.

1 слайд

- Һаумы ,алтын ҡояшым!

-Һаумы,зәп-зәңгәр күгем!

-Иҫәнме һин елкәйем?

-Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!

-Уҡыусылар, беҙҙең бөгөнгө башҡорт теле дәресебеҙгә ҡунаҡтар килде.Улар һеҙҙең башҡорт телендә нисек матур, дөрөҫ итеп һөйләшеүегеҙҙе, һорауҙарға тулы яуап биреүегеҙҙе тыңларҙар һәм баһаларҙар.Һеҙ дәрескә әҙерме? (Уҡыусылар яуабы)

2слайд.(Р.Гариповтың портреты)

Уҡ. Уҡыусылар һеҙ был портретта кемде күрәһегеҙ?.Хәҙер тағы ла иғтибар менән ҡарағыҙ.Нимәләр күрәһегеҙ?

Яуап.Р.Ғарипов портреты һәм алма һүрәте.

Уҡ.Тимәк беҙ дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ ?

Яуап.Р.Гариповтың биографияһы менән танышабыҙ “Алма “исемле шиғырын уҡыйбыҙ.

Уҡ.Кем ул Р.Гарипов?

Яуап.Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы(Ике уҡыусы әҙерләнеп килә)

Рәми Ғарипов тураһында белешмә.Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тәүге бала булып донъяға килә.Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.1947-1950 йылдарҙа Өфөлә 9-сы гимназияла уҡый.Ул мәктәп хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.Рәми Ғарипов мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ шиғырҙар яҙа.Ул тура һүҙле ,телен,халҡын яратыусы,уның менән ғорурланыусы ,уның өсөн көрәшеусе шағир.

3слайд.Уҡ. Кем картанан Салауат районын күрһәтә?

Яуап.(Уҡыусылар картанан Салауат районын күрһәтәләр)

Уҡ.Кемдең Салауат районында булғаны бар.Тағы ниндәй батыр был районда тыуған?(яуап)

Уҡ.Уҡыусылар ,хәҙер иғтибар менән Рәми Ғариповтың портретына ҡарағыҙ , уйлағыҙ һәм әйтегеҙ.Шағир ниндәй сифаттарға хас.Уның йөҙөнә ҡарап нимә әйтергә була?

Яуап.Мөләйем,уйсан,матур,аҡыллы,зирәк,талапсан,бөҙрә сәсле,ҡара ҡуйы ҡашлы.

Уҡ.Шул тиклем шәп сифаттар һанап киттегеҙ.Ысынлап та ошо бөтә сифаттар Рәми Ғариповта барҙыр.Уның бит шиғырҙары ла шул тиклем йөрәккә үтәрлек.

4слайд.Хәҙер тағы ла иғтибар менән һүрәттәргә ҡарағыҙ.Нимәләр күрәһегеҙ?

Яуап.Р.Ғарипов портреты ҡоштар һүрәттәре

Уҡ.Тимәк беҙ дәрестә тағы нимәләр эшләйәсәкбеҙ ?

Яуап.Ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡ.Дөрөҫ уҡыусылар беҙ бөгөн .Р.Гариповтың тормош юлына байҡау яһаныҡ,уның ҡоштар тураһында бер-нисә шиғырын иҫкә төшөрөп , Алма исемле шиғыры менән танышып,тәржемә итеп анализ яһарбыҙ.Ә хәҙер иғтибар менән һүрәттәргә ҡарағыҙ.Ниндәй ҡоштарҙы күрәһегеҙ?

Яуап. Ҡыҙылтүштәр,турғайҙар,торналар,кәкүктәр.

Уҡ.Дөрөҫ,уҡыусылар,тимәк Р.Ғарипов телен,халҡын,тыуған илен,тәбиғәтен бик ныҡ яратҡан.Әйҙәгеҙ ,уның бер –нисә шиғырына күҙ һалып үтәйек.Мин шиғыр юлын башлайым ,кемдер дауам итә.Һөйләштекме?

5 слайд

Әсәм теле миңә-сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

6 слайд

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Уҡ. Был шиғырында яҙыусы нимә әйтергә теләгән?

Яуап.Тел менән халыҡ тураһында.Телең булмаһа халҡыңда юҡ,-ти Рәми Ғарипов.

7 слайд.Уҡ.Йәйҙә үтеп китте ,ахыры,

Һауалай бит торналар.

Алып китһә ,килтерерҙәр

Тағы таяҡ –тырмалар.

8 слайд.Афәт кенә килтермәгеҙ,

Һау булығыҙ ,торналар!..

Был шиғырҙың исем ?

Яуап(Торналар)

Уҡ.Шағир нимә әйтергә теләгән?

Яуап.Торналар йылы яҡҡа китәргә йыйынғандар.Эштәр бөткән,эш ҡоралдарын йыйып ҡуйырға ваҡыт еткән.Торналарға иҫән йөрөп,һау ҡайтырға,тик бәлә ,ҡайғы китермәҫкә өндәй Рәми Ғарипов.

Уҡ.Дөрөҫ.9 слайд Ә бында ниндәй ҡоштар?

Түшкенәһе менән көрттәр ярып

Ҡайтып төштө ҡантүш турғайҙар,

10 слайд.Һағыныуҙар шулай итәлер шул

Аҡман-токман тип тә тормайҙар

Яуап. Ҡантүш турғайҙар

Уҡ.Шағир нимә әйтергә теләгән?Кем аңланы?

Яуап.Ҡоштар ҙа буранына ,һыуығына ҡарамай,бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп үҙ тыуған иленә ҡайтыуҙары тураһында.

Уҡ.Тимәк беҙ ниндәй һығымта яһай алабыҙ?.Рәми Ғарипов ҡоштарҙы эшсән,ҡыйыу батыр итеп беҙгә еткерә.Һәм беҙ ҙә ҡоштар кеүек тырышып эшләргә һәм уҡырға тейешбеҙ.

11 слайд.(Алманан нурҙар һибелеп торған һәм һут ағып торған һүрәттәр)

Уҡ.Уҡыусылар нимәләр күрәһегеҙ?

Яуап.Эре алма.Һутлы алма.Нурлы алма.

Уҡ.Дөрөҫ.Беҙ бында һутлы,нурлы,тәмле алма күрәбеҙ.

12 слайд.Ә алма нисек беҙҙең өҫтәлгә килә?Алманы ашар өсөн көс түгәргә кәрәкме икән?

Яуап.Иң тәүҙә алма ағасын ултыртабыҙ,һыу һибәбеҙ,тәрбиәләйбеҙ,бөжәктәрҙән һаҡлайбыҙ.Көҙ еткәс уңыш йыябыҙ.

13 слайд.Бында емештәр баҡсаһы.Бында уңыш йыялар.Тимәк алма ашар өсөн генә лә күп көс һалырға кәрәк. Ә хәҙер Рәми Ғариповтың Алма исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ.Дәреслектәребеҙҙең 96-сы битен астыҡ.Иң тәүҙә һүҙлек эше эшләп алайыҡ.

14 слайд.Ҡояш нуры-лучи солнца

Ерҙең һуты-сок земли

Тынғы белмәй-не знать покоя

Янып-көйөп- болеть душой,горевать,страдать

Ҡара тир-пот

Ҡулдарыңа алма(ҡылым)-не бери на руки

Йәм-красота

Тәм-вкус

Харам-незаработанный

15 слайд.Уҡ.Ә хәҙер иғтибар менән уҡыйбыҙ.Мин уҡый башлайым.Һеҙ дауам и тәрһегеҙ.(Уҡытыусы уҡый,уҡыусылар дауам итә)

Уҡ.Кем аңланы?1 куплетты тәржемә итәбеҙ.

2,3-сө куплеттарҙы тәржемә итәбеҙ.

Уҡ.Шағир нимә әйтергә теләгән?

Яуап.Кешеләрҙе тырышып эшләргә өндәгән.

Уҡ.Тағы ниндәй яуаптар бар?

Яуап.1-се бала.Кем эшләмәй ,шул ашамай,-мәҡәлен әйтергә була.

2-се бала. Алманы ҡояш нуры менән сағыштыра.

3-сө-бала .Алманы ерҙең һуты менән сағыштыра

4-се бала. Алманы кешенең тире йәки кешенең көсө менән сағыштыра.

5-се бала. Әгәр тырышып, ҡояш һымаҡ тынғы белмәй эшләмәһәң,көс түкмәһәң,был алманың тәмен белмәҫһең.-ти Рәми Ғарипов.

Уҡ.Тимәк шағир кешеләрҙе нисек йәшәргә саҡыра?

Яуап.Алма харам булмаһын өсөн,урлашмаҫҡа ҡуша,үҙеңә көс түгеп,ҡара тир тамыҙып эшләргә ҡуша.

Уҡ.Бик дөрөҫ,уҡыусылар.Тимәк был шиғырға ниндәй мәҡәлдәр тап килә?

Яуап.Эше барҙың-ашы бар.(Дело в руках-и хлеб в устах.)

Эшләмәгән ашамай(Кто не работает,тот не ест)Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

16 Слайд .Мәҡәлдәр уҡыу.

Уҡ.(Йомғаҡлау)Тимәк беҙ бөгөн нимәләр эшләнек.

Яуап.Р.Ғариповтың тормош юлын белдек,уның шиғырҙарын иҫкә төшөрҙөк,”Алма” исемле шиғырын уҡыныҡ,тәржемә иттек,яңы һүҙҙәр белдек.мәҡәлдәр уҡыныҡ.

Уҡ.Ниндәй һығымта яһарға була.

Яуап.1-се бала.Ҡояш кеүек тынғы белмәй эшләргә.

2-се бала.Кеше эшен минеке тип әйтмәҫкә.

3-сө бала.Йәшелсә-емештәрҙе үҙеңә үҫтерергә.

Уҡ.Дөрөҫ,уҡыусылар.Һеҙ шиғырҙы аңланығыҙ.

17 слайд.Өй эше.1.Рәми Ғариповтың шиғырына таянып,мәҡәлдәр ҡулланып “Кеше эшенең емешен, ҡулдарыңа һин алма” тигән темаға бәләкәй генә инша яҙып ҡарағыҙ.

2.Нурҙар һибеп,һуттары ағып торған төрлө-төрлө алма һүрәттәре төшөрөргә.

3.Р.Ғариповтың” Алма” шиғырын тасури уҡырға.

Баһалау.







Автор
Дата добавления 22.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров37
Номер материала ДБ-379092
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх