Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку на тему "Сәбәп хәле"(8 класс)

Урок по башкирскому языку на тему "Сәбәп хәле"(8 класс)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров дәреслеге буйынса 8-се класта үткәрелгән дәрес өлгөһө,



Тема. Сәбәп хәле.

Маҡсат. Сәбәп хәле тураһында төшөнсә биреү, алған белемде тәрәнәйтеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү; уҡыусыларҙ а белем алыуға ынтылыш, телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Проектлау таблицаһы, карточкалар, схемалар.


Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. Дәрестең маҡсаты менән танышыу.

  2. Үтелгәнде ҡабатлау.

Проектлау таблицаһы ярҙамында һөйләм киҫәктәрен, уларҙың һорауҙарын, ниндәй һүҙ төркөмдәренән килеүен асыҡлау.


Эйә


Хәбәр


Исем, алмаш, һан


ҡылым,һан,исем


Кем? Нимә?


Ни эшләр? Ни эшләй? Ни эшләгән?

Баш киҫәктәр

Һөйләм

Эйәрсән киҫәктәр


Килеш һорауҙары


рәүеш


урын


ниндәй?ҡайһы?


Исем,һан алмаш,


Сифат,һан, алмаш


ваҡыт


маҡсат



Тултырыусы


Аныҡслаусы

хәл


Һөйләм киҫәктәрен ғаилә менән бәйләп иҫкә төшөрөү. Һөйләмдең атаһы – хәбәр, әсәһе - эйә, ҡыҙҙары – аныҡлаусы, улдары – тултырыусы. Был ғаиләнең хәле нисек? Улар нисек йәшәйҙәр? Татыу, тыныс, күңелле, бер береһен аңлап, хөрмәт итеп.

Слайдта яҙылған мәҡәлде уҡыу.

Татыу ғаилә – ил күрке.

Мәҡәлдең мәғәнәһен асыҡлау; тыныс, татыу ғаилә ҡороу тураһында әңғәмә ойоштороу





3.Яңы материал. Сәбәп хәле.

Таҡтаға яҙылған һөйләмде тикшереп, сәбәп хәле тураһында төшөнсә биреү.

Нилектән?

Эшләгәндән кеше үлмәй.

Мәҡәлдең мәғәнәһен асыҡлау. Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү.

Эш-хәлдең үтәлеү йәки үтәлмәү сәбәбен белдереп, ни өсөн? ниңә? нилектән? ни сәбәпле? һорауҙарына яуап булып килгән хәлдәр сәбәп хәле тип атала.


- 38- се күнегеү, һөйләмдәрҙә сәбәп хәлдәрен табырға, ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен асыҡларға. Уҡыусылар сиратлап таҡтаға сығып эшләйҙәр. Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итәләр.


һүҙлек эше: ҡыҙғаныу – жалеть, үкереү – реветь, ярһыу – разъяриться, ҡыуаныс – радость,сүгеү– приседать, тын быуыла – дыхание прихватило.

һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙыу, телдән һөйләмдәр уйлатыу.

4.Нығытыу.

а. Карточкалар менән эш.

һөйләмдәрҙе күсереп яырға, хәлдең төрҙәрен билдәләргә, ике һөйләмгә синтаксис анализ яһарга.

Самолёт юғары оса. Өләсәйем ашыҡмай ғына атлай. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Сәлим ҡалаға уҡырға китте. Ағайым ҙур ҡыуынан ҡысҡырып ебәрҙе. Көн кискә йылытып китте.

б. Дөрөҫ схеманы күрһәт.\ Рәттәр араһында ярыш\.

- һәр уҡыусыға ниндәйҙер бер һөйләмдең схемаһы таратып бирелә.

Мәҫәлән, Урын хәле – аныңлаусы – эйә - хәбәр.

Уҡытыусы ниндәйҙер бер һөйләмде уҡый, ә был һөйләмдең төҙөлөшөнә тап килгән схема кемдә, шул уҡыусы ҡулын күтәрә һәм схеманы уҡып ишеттерә. Эш аҙағында еңеүсе рәт билдәләнә.


5.Йомғаҡлау.

Сәбәп хәле ниндәй һорауға яуап була? Сәбәп хәле булған һөйләмдәр уйлатыу.


6. Уҡыусыларҙың эшен баһалау.


7. Өйгә эш.

Уҡылған әҫәрҙәрҙән урын , ваҡыт, сәбәп хәлдәре булған һөйләмдәр табып яҙыр1а.


Автор
Дата добавления 14.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров182
Номер материала ДВ-451344
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх