Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Урок по башкирскому языку на тему "Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр" (5-се класс өсөн)

Урок по башкирскому языку на тему "Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр" (5-се класс өсөн)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Дәрес өлгөһө

Тема : Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр 5 класс

(Дәрес компьютер технологияһын ҡулланып, үҫтереүсе уҡытыу, проект проблемалы уҡытыу системаһына нигеҙләнеп ойошторолдо.)

Маҡсат:

Уҡыусыларға яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында төшөнсә биреү, уларҙың яҙылышын аңлатыу;

бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу;

Башҡортостанда йәшәгән милләт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: китаптар, һүҙлектәр, компьютер, презентация материалдары, теманы аңлатыуға ҡоролған таблицалар, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, темаға яраҡлы карточкалар, буклеттар, таҡта, аҡбур.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Ултырығыҙ!

II. Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙ дәрескә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?

((1-се слайд) Экранда өс төрлө маска сығарыла: аптырау, илау, йылмайыу)

Ҡайһы маскаға һеҙҙең кәйефегеҙ тура килә?

Уҡыусылар: Йылмайыу (( 2-се слайд) Экранда йылмайыу маскаһы сыға).

Уҡытыусы: Яҡшы. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, барыбыҙ ҙа шат, күтәренке күңел менән дәресте башлайбыҙ.

III. Уҡыу мәсьәләһен булдырыу.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, тағы ла таҡтаға ҡарайбыҙ, унда нимәләр яҙылған? Улар менән нимә эшләйек?

Уҡыусылар: Тиҙәйткестәр. Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнәйек. ((3-сө слайд) Уҡыусылар тиҙәйткестәрҙе әйтәләр, тел шымарталар.)

IV. Мотивация булдырыу.

Уҡытыусы: Дәресебеҙҙең девизы итеп татар һәм башҡорт халҡының бөйөк шағиры Ғ. Туҡайҙың матур һүҙҙәрен алдым. Әйҙәгеҙ, бергәләп уҡыйыҡ:

Ҙур бәхеттәр ең һыҙғанып эшләгәндән генә килә”

(4-се слайд. Бергәләп уҡыу).

Ә был һүҙҙәр ниндәй кешеләргә ҡағыла?

Уҡыусылар: Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән.

Уҡытыусы: Ә һеҙ уны нисек аңлайһығыҙ? Тырышлыҡ нимәгә килтерә?

Уҡыусылар: Тырыш кеше яҡшы уҡый, бөтә эшен еренә еткереп башҡара, эшләй, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә.

Уҡытыусы: Бик яҡшы, тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ. Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ?

Уҡыусылар: 1-се алым – мин нәмәне белмәйем,

2-се алым – белем алыу ысулын үҙем табам.

V. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Уҡытыусы: Афариндар! Малайҙар, ҡыҙҙар, ә һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы?

Уҡыусылар: Эйе, беҙ уйнарға яратабыҙ.

Уҡытыусы: Ниндәй уйындар күберәк уйнайһығыҙ?

Уҡыусылар: (5-се слайд) “Йәшенмәк”, “Баҫтырышмаҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, компьютер уйындары, өҫтәл уйындары, төрлө спорт уйындары: баскетбол, волейбол, футбол, хоккей уйнау, саңғы, сана шыуыу.

Уҡытыусы: Бик яҡшы. Ә бына 2014 йылда беҙҙең илдә, бөтә донъяны шаулатып, ниндәй уйындар тамамланды әле?

Уҡыусылар: Сочиҙа XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары үтте. Унда 88 илдән көс һынашырға килгән спортсылар 98 комплект миҙал өсөн бәйге майҙанында ярышты.

Уҡытыусы: Афарин! Ә был уйындарҙа беҙҙең Башҡортостаныбыҙ спортсылары ҡатнаштымы?

Уҡыусылар: Рәсәй йыйылма командаһы составында республикабыҙҙан 12 спортсмен ҡатнашты. (6-сы слайд)

Уҡытыусы: Шулай, әйҙә, уларҙы ҡарап китәйек.

Бына улар – Башҡортостан намыҫын яҡлаусылар.

Уҡытыусы: Ә улар ниндәй уңыштарға өлгәштеләр?

Уҡыусылар: Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина биатлон буйынса 2 тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булды, ә шорт-трексылар Семен Елистратов һәм Руслан Захаров алтын миҙал яуланылар. (7-се слайд)

Уҡытыусы: Бик яҡшы. Ә Беҙҙең Рәсәй дөйөм ярышта нисәнсе урынға сыҡты һәм күпме миҙал яуланы?

Уҡыусылар: Сочиҙа барған олимпиадала Рәсәй командаһы 1-се урынға сыҡты. Бөтәһе 33 миҙал (13 алтын, 11 көмөш, 9 баҡыр) яуланы!

(8-се слайд)

Уҡытыусы: Эйе, беҙҙең өсөн был ҙур ҡыуаныс, ғорурлыҡ. Ә ниндәй яңы төр ярыштар өҫтәлде?

Уҡыусылар:Бобслей, шорт-трек, сноуборд (9-сы слайд).

Уҡытыусы: Уҡыусылар, бына әле беҙ һеҙҙең менән һеҙ уйнаған уйындарҙы, олимпия уйындарын иҫкә төшөрҙөк.

Ә өләсәйҙәрегеҙ бала саҡта ниндәй ҡыҙыҡлы уйындар уйнаған?

Уҡыусылар: “Ҡул биреш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”,“Күмер йөҙөк”, “Аҡ ҡалас”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Өйрәк атыш ”, “Йәшенмәк”, “Лапта”. “Наза”, “Косилка, млотилка”, “Марш” уйындары (10-сы слайд).

Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ. Балалар уйындары бөтә халыҡта ла бар. Улар күп төрлө. Дөйөм әйткәндә, беҙ уларҙы нисек атайбыҙ?

Уҡыусылар: Милли уйындар.

Уҡытыусы: Ә һеҙ ниндәй байрамдар беләһегеҙ?

Уҡыусылар: “Науруз”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Сөмбөлә”, “Кәкүк сәйе”, “Йәйге Нардуған”, “Ҡышҡы Нардуған” , “Һабантуй” (11-се слайд)

Уҡытыусы: Һеҙгә иң оҡшаған байрам?

Уҡыусылар: Һабантуй.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, улайһа, һабантуй үткәреп алайыҡ. Ризаһығыҙмы?

Уҡыусылар: Эйе, беҙ риза.

Уҡытыусы : Башта асыҡлап китәйек, Был байрам ҡасан үткәрелә?

Уҡыусылар: Һабантуй йәй генә була. Эш бөткәс, сәсеү тамамланғас.

Уҡытыусы: Ә хәҙер бит ҡыш көнө, беҙҙең бер ниндәй ҙә эш бөтмәгән, нисек һабантуй үткәрәбеҙ? Ярай, ҡайғырып китмәгеҙ, бөгөнгө байрам йәйге һабантуйҙы лайыҡлы ҡаршылау өсөн, белемдәрҙе үҫтереү һабантуйы булһын. Ризаһығыҙмы? Ә һабантуй ниндәй кешеләрҙең хеҙмәтенә арнала?

Уҡыусылар:Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән.

Уҡытыусы: Ә тырыш, хеҙмәт һөйөүсән кешеләргә ниндәй сифаттар хас? Быны беҙ һеҙҙең менән дәрес барышында асыҡларбыҙ һәм ошо һорау аҫтында элеп барып, бергәләп “Хеҙмәт һөйөүсән кешегә хас сифаттар” тигән проек төҙөрбөҙ. Һәр бер ярыш төрөндә хеҙмәт һөйөүсән кешенең сифаттарын асыр өсөн бик иғтибарлы булығыҙ!

Уҡыусылар, ә һабантуйҙа ниндәй уйындар уйнағандар (уҡыусылар һанай)?

(12-се слайд)

C:\Users\user\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.Word\CCI17052015_0003.jpg


Уҡытыусы: Дөрөҫ. Һабантуйҙа әллә күпме ярыш төрҙәре үткәрелгән. Ваҡыт тар булыу сәбәпле, беҙ уларҙың бөтә төрҙәрен дә ала алмайбыҙ. Бөгөнгө һабантуйҙың программаһы менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ.

(13-сө слайд)

C:\Users\user\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.Word\CCI17052015_0004.jpg

Уҡытыусы: Һабантуйҙар ауылдар араһында ярыш алып барған. Был байрамда иң ҙур бүләк нимә булған ?

Уҡыусы: Һарыҡ (14-се слайд).

Уҡытыусы: Беҙҙең һарыҡ юҡ инде. Ярай, ҡайғырып китмәгеҙ, һабантуй булғас, бүләкһеҙ булмай, бөгөнгө ярышта иң шәп, иң актив уҡыусыларға үҙебеҙҙең райондың “Европа-Азия” туристик-этнография комплексының матур буклеттары биреләсәк.

Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙгә һабантуйҙы башлар алдынан уның темаһын асыҡларға кәрәк. Экранда нимә күрәһегеҙ?

Уҡыусылыр: Шиғыр.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, шиғырҙы бергәләп уҡыйыҡ (хор менәән уҡыу).

(15-се слайд)

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ. (Г. Юнысова)

Уҡытыусы: Был шиғри юлдар нимәгә бағышланған?

Уҡыусылар: Башҡортостанға, Тыуған илебеҙгә.

Уҡытыусы: Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ?

Зирәктәр: Башҡортостаныбыҙ тураһында

Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар, Башҡортостандың тәбиғәте иҫ китмәле гүзәл, матур, ә бит беҙҙең һабантуйыбыҙ ҙа тәбиғәт ҡосағында үтә, шуға ла тыуған еребеҙ тураһында һөйләшмәйенсә булмай.

Әйҙәгеҙ, хәҙер Башҡортостаныбыҙ тураһында нимә белгәнегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Мин һеҙгә тест һорауҙары тәҡдим итәм. Уның менән ни эшләргә кәрәк?

Уғыусылар: Дөрөҫ яуапты табырға кәрәк.

Уҡытыусы: Бик яҡшы (16-сы слайд).

Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?

а) Себер

б) Урал

Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?

а) Һаҡмар

б) Ағиҙел

в) Эҫем

Башҡортостан Президенты кем?

а) Медведев

б) Хәмитов

(Уҡыусылар Башҡортостан, Урал, Өфө, Ағиҙел, Хәмитов тигән һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙалар.)

Уҡытыусы: Ошо яҙылған исемдәрҙе ҡысҡырып уҡыйыҡ һәм был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итәйек. Уларҙы нисек яҙҙыҡ?

Зирәктәр: Баш хәреф менән.

Уҡытыусы: Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала?

Отҡорҙар: Яңғыҙлыҡ исемдәр.

Уҡытыусы: Башҡортостан нимә исеме? Урал нимә исеме? Өфө нимә? Ағиҙел нимә? Хәмитов кем? Хәҙер Башҡортостан тураһына ил тип яҙайыҡ…

(Уҡыусылар һүҙҙәрҙең яуаптарын таҡтаға яҙалар : ил, тау, ҡала, йылға, президент.) (17-се слайд)


C:\Users\user\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.Word\CCI17052015_0007.jpg



Уҡытыусы: Икенсе юлдағы исемдәрҙе нисек яҙҙыҡ?

Уҡыусылар: Бәләкәй йәки юл хәрефе менән.

Уҡытыусы: Бындай исемдәр нимә тип йөрөтөлә?

Уҡыусылар: Уртаҡлыҡ исемдәр.

Уҡытыусы: Тимәк, бөгөнгө һабантуйҙа беҙ һеҙҙең менән дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

Уҡыусылар: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр һәм уларҙың яҙылышы тураһында белемде үҫтереп, Башҡортостанда йәшәгән милләт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, тәбиғәте тураһында күберәк белербеҙ.

Уҡытыусы: Афарин! Дәфтәрҙәрҙе астыҡ бөгөнгө теманы һәм числоны яҙығыҙ?

Уҡытыусы: Ә хәҙер дәрестең темаһын аңлар өсөн һабантуйҙың ярыштарын башлайыҡ. Бының өсөн беҙгә ике аймаҡҡа бүленергә кәрәк буласаҡ.

Уҡыусылар: Әйҙәгеҙ, “Отҡорҙар” аймағы,“Зирәктәр”аймағы булһын.


Уҡытыусы: Бик яҡшы. Беренсе ярыш төрө-Уҡ атыш
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ (18-се слайд)

229-сы күнегеүҙән уҡ менән һүҙҙәр атып алыш. «Отҡорҙар» аймағы географик атамаға ҡараған , ә «Зирәктәр» ял йорттарының, шифаханаларҙың атамаларына ҡараған һүҙҙәрҙе сәпкә тейҙерә. (Уҡыусылар үҙ аллы эшләй.)

Отҡорҙар: географик атамаға ҡараған исемдәр: Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрле, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Ямантау, Ирәмәл (19-сы слайд).

Уҡытыусы: Афарин, был ниндәй һүҙҙәр, яҙылыштары тураһында нимә әйтерһегеҙ?

Отҡорҙар: Был географик атаманы белдергән яңғыҙлыҡ исемдәр, улар ҙур хәреф менән яҙыла.

Зирәктәр: шифаханаларҙың исемдәре: “Йоматау”, “Янғантау”, “Красноусольск”, “Яҡтыкүл”, “Шафран”, “Чехов” (20-се слайд).

Уҡытыусы: Зирәктәр, былар ниндәй һүҙҙәр, атамаларҙың яҙылышына иғтибар иттегеҙме?

Отҡорҙар: Былар шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәр, улар тырнаҡ эсенә алып яҙыла.

Уҡытыусы: Тағы ла нимәләрҙең исемдәре тырнаҡ эсенә алып яҙыла?

Отҡорҙар: Китаптар, журналдар, газеталар, картиналарҙың, киноларҙың, спектаклдәрҙең, колхоз – совхоздарҙың исемдәре

Уҡытыусы: Афарин! Бик мәргәнһегеҙ, уҡты сәпкә тейҙерҙегеҙ!


Беренсе төр ярыш тамамланды, хәҙер ял минуттары - “Тылсымлы ҡоҙоҡ” уйыны. (Ике силәк ҡуйыла: бер силәктә ь билдәһе, икенсе силәктә ъ билдәһе яҙылған.) Балалар, ярыша торғас арығанһығыҙҙыр, һыуһағанһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ, ҡоҙоҡ һыуы эсеп алайыҡ. Әгәр силәкте дөрөҫ төшөрһәгеҙ,ҡоҙоҡ һыу бирер, һыуһынығыҙ ҡанғансы һыу эсерһегеҙ, әгәр яңылышһағыҙ ҡоҙоҡ асылмаҫ та. Ниндәй силәкте алырһығыҙ? Ошо уйынға ниндәй һорау ҡуйырға була?

Уҡыусылар: Ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләре - ь,ъ ҡайһы осраҡта яҙыла?


(21-се слайд)

C:\Users\user\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.Word\CCI17052015_0007.jpg


Уҡытыусы: һеҙҙең тырышлығығыҙ булмаһа, һеҙ был эштәрҙе үтәй алмаҫ инегеҙ. Беҙҙең ниндәй сифатыбыҙ өҫтөнлөк итте?

Уҡыусылар: ТЫРЫШЛЫҠ.

Уҡытыусы: Был һүҙ ҙә хеҙмәт һөйөүсән кешенең бер сифаты. (“Хеҙмәт һөйөүсән кешенең” проектын тулыландырыу)

Уҡытыусы: Хәҙер ике аймаҡҡа ла ике төрлө эш тәҡдим ителә. Һеҙ уны ҡарап сығаһығыҙ ҙа уның менән ни эшләргә кәрәклеген әйтәһегеҙ. Ошо эштә тырышып эшләп, уңғанлығығыҙҙы күрһәтәһегеҙ (эштәр таратып бирелә, нимәләр эшләргә кәрәклеге асыҡлана).

Уҡыусылар: Иғтибар менән уҡып, ҡобайырҙың нисек асыҡларға, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе әйтеп, яҙылышын аңлатып, ҡобайырҙы артабан дауам итергә

Отҡорҙар” аймағы (22- се слайд)


Ҡобайырҙың исеме?

Бөтә һүҙҙәр ҙә аңлашыла







Аңлашылмаған

һүҙҙәр бар







?

Уралтау нимәләргә бай?


Ҡобайыр менән

килешәм (килешмәйем),

үҙемдең вариантым бар

- +

Бөгөнгө темаға ярашлы һүҙҙәр бармы?

Ай,Уралым,Уралым,






Сыңыр-сыңыр сыңраған






Йылҡыһы күп Уралтау.






Мөңөр-мөңөр мөңрәгән






Һыйыры күп Уралтау.






Һаба-һаба ҡымыҙы,






Ғыж-ғыж килгән ҡурайы,






Сың-сың килгән ҡумыҙы,






Йыр йырлатҡан Уралтау







Һүҙлек эше:

Сыңыр-сыңыр сыңрау – нежно ржать

йылҡы – конь, лошадь

мөңрәү – мычать, мычание

һаба – кожаный сосуд для хранения кумыса

ҡымыҙ – кумыс

ғыж-ғыж – подражание звуку курая

ҡумыҙ – комуз, варган (губной щипковый музыкальный инструмент), ағас ҡумыҙ – деревянный комуз


(Отҡорҙарҙың ҡобайырҙы тасуири уҡыуы, шунан һораҙарға яуап биреүе, ә Зирәктәрҙең отҡорҙарҙың яуаптарын баһалауы.

Уҡытыусы: Зирәктәр, һеҙ уларҙың яуаптарына ниндәй баһа ҡуйырһығыҙ? Улар бик яҡшы яуап бирҙеләр, тип уйлаһағыҙ, ҡыҙыл төҫтәге түңәрәктәрҙе, уртаса тиһәгеҙ – һары түңәрәктәр, ә уларҙың эштәре менән риза булмаһағыҙ, йәшел түңәрәктәр күтәрегеҙ.

(Зирәктәр Отҡорҙарҙың яуабын баһалай.)

Уҡытыусы: Афарин, ә хәҙер инде ҡалаҡҡа һалынған йомортҡаны ватмайынса Уралтау башына мендерергә кәрәк. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән хәрефтәрҙән уртаҡлыҡ исемдәр төҙөйөк ((23-сө слайд) баш, ҡорт, ос, ҡор, шар, башҡорт, ҡаш, торт, башаҡ, ҡош, таш, ат)

(Аймаҡтар алмашлап әйтә, ҡайһы аймаҡ һүҙ әйтеүҙән туҡтай шул еңелеүсе була. Еңеүсе аймаҡты билдәләп китеү.)

Уҡытыусы: Бик яҡшы, ике аймаҡ та бик уңған булып сыҡты, шулай булғас, тауға менер өсөн кешегә иң кәрәкле сифат ул?

Уҡыусылар: СӘЛӘМӘТЛЕК.

Шулай уҡ был һүҙ ҙә хеҙмәт һөйөүсән кешенең бер сифаты (таҡтаға эленә).


Уҡытыусы: Артабанғы ярыш төрө – тоҡ менән һуғышыу.

Уңыш башы – түҙемдә (терпение)

Тоҡ менән һуғышҡанда һеҙ үҙегеҙҙең бүрәнәлә оҫта хәрәкәт итә алыуығыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Хәҙер һүҙ зирәктәргә. Улар үҙҙәренең эшен яҡлай, ә отҡорҙар баһаларҙар. Был бирелгән текста ниндәй эштәр үтәргә кәрәк ине?

Зирәктәр: Был һөйләмдәрҙә төп һәм тәбиғәт кешегә нимә бирә икәнлеген асыҡларға.

(24-слайд) Туған тәбиғәт кешегә барын да биргән: ерен һыуын, аҙыҡ түлеген, кейем һалымын, бөтә кәрәк ярағын. Шуға туған әсәләй ғәзиз һәм үҙ ул туған тәбиғәт. (Ғ. Хөсәйенов)

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, башта матур итеп уҡып күһәтегеҙ, шунан төп һүҙҙе әйтерһегеҙ.

Зирәктәр” аймағы: Төп һүҙ – тәбиғәт!

Уҡытыусы: Был һүҙҙе таҡтаға яҙып ҡуяйыҡ та, тәбиғәт беҙгә нимә бирә икән? “Тәбиғәт” һүҙенең моделен төҙөйөк.

(Таҡта янында эш: кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, йыр-моң һ.б)

Уҡытыусы: Был ниндәй исемдәр булды? Ниндәй юл менән яһалғандар?

Зирәктәр: Уртаҡлыҡ исемдәр. Парлау юлы менән һыҙыҡса аша яҙылалар.

Уҡытыусы: Отҡорҙар, әйҙәгеҙ, уларҙың эштәрен баһалап китәйек.

(Отҡорҙар баһа ҡуя.)

Уҡытыусы: Хәҙер еңеүсе аймаҡты билдәләргә ваҡыт етте. Тоҡ менән һуғышыу уйыны.

Ошо бирелгән һүҙҙәрҙе алып, яңғыҙлыҡ исемдәр яһайыҡ ((25-се слайд) таҡта янында эш).

Оло Эйек

Кесе Көйөргәҙе

Яңы Мунса

Үрге Һаҙ

Бәләкәй Учалы

Уҡытыусы: Был исемдәр нисек яҙылды?

Уҡыусылар: Был юл менән яһалған яңғыҙлыҡ исемдәр икеһе лә ҙур хәреф менән яҙыла.

Уҡытыусы: Бөтәгеҙ ҙә бик шәп икәнһегеҙ. Ошондай ер-һыу атамаларын белеү, өйрәнеү ул -Тыуған илде һөйөү, ә тыуған илгә һөйөү ул ?

Уҡыусылар: ПАТРИОТЛЫҠ .

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, был һүҙ менән дә хеҙмәт һөйөүсән кешенең проектын тулыландырайыҡ.

  • Ниндәй һабантуй ат сабышһыҙ була? Аты барҙың – ҡанаты бар. (26-сы слайд)

Уҡытыусы: Ә хәҙер бында ҡайһы аймаҡтың алдан килеүен билдәләрбеҙ.

Ике аймаҡҡа ла һүҙҙәр теҙелмәһе бирелгән. Иғтибар менән ҡарайбыҙ, нимә эшләргә кәрәк? (27-се слайд)

Уҡыусылар: Уларҙан бер һөйләм төҙөп яҙырға кәрәк

Зирәктәр”

Отҡорҙар”

Милли спорт, ҡоролған,

күпселектә, кешеләрҙә,

таныштырҙы, рух ныҡлығы,тәрбиәләүгә,

уйындар, һәм.

Беҙҙең, килгән, илселәрҙе, илебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәре, халҡыбыҙҙың, милли уйындары,сит илдән,менән.

(Эшләп бөткәс, эш тикшерелә, )

Уҡытыусы: Зирәктәргә һүҙ (Зирәктәр үҙҙәренең һөйләмен уҡый).

Дөрөҫ, әйҙәгеҙ асыҡлап китәйек милли спорт һәм уйындар кешеләрҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләй?

Уҡыусылар: РУХ НЫҠЛЫҒЫ

Был сифат та хеҙмәт һөйөүсән кешене матурлап торһон. Ә хәҙер “Отҡорҙар” ға һүҙ.

(Отҡорҙар үҙҙәренең һөйләмдәрен уҡый, уртаҡлыҡ исемдәрен һанап бирә).

Уҡытыусы: Афарин, ике аймаҡ та бик шәп булып сыҡты. Әйҙәгеҙ, алған белемдәребеҙҙе йомғаҡлап китәйек.

Бирелгән эштең дөрөҫ яуабын табығыҙ. Һәр төркөм исемдәргә дөйөм атама табығыҙ (28-се слайд).

1.Урал тауы, Оло Эйек йылғаһы, Ҡарағайлы күле,

Шишмә районы,Ҡунаҡбай ауылы, Сибай ҡалаһы -

2. Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәми Ғарипов -

3. “Аманат” , “Йәшлек”, “Өс таған” -

4. Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе, Бөйөк Ватан һуғышы -

5. Алғыр, Аҡтырнаҡ, Ҡашҡар –

(Дөрөҫ яуаптарын уҡыусылар слайд аша тикшерәләр)

Уҡытыусы: Шулай итеп, яңғыҙлыҡ исемдәр тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәбеҙ?

Уҡыусылар: Яңғыҙлыҡ исемдәр тип, айырым предметтарҙың атамаларына әйтәләр. Улар ҙур хәреф менән яҙылалар.

VI. Рефлексия

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һабантуй йомғаҡлауға ла бара. Ниндәй эштәр башҡарҙыҡ? Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Уҡыусылар: Эйе, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында белдек, уларҙың яҙылышын күҙәттек, тиҙәйткесәр әйттек, һабантуйҙа ярыштыҡ, таблица менән эшләнек, һөйләмдәр төҙөнөк, бер-беребеҙҙең эшен баһаланыҡ, бик күп мәҡәлдәр ҙә өйрәндек.

Уҡытыусы: Афарин! Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана ала, бөтәһен дә аңлаған, йәшел түңәрәк, кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һары түңәрәк, кемгә бөгөн бик ауыр булған,теманы аңламаған, ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ. (Уҡыусылар үҙ-үҙҙәрен баһалай.)

Бигерәк шәп уҡыусылар булдығыҙ, ә хәҙер хеҙмәт һөйөүсән кешенең тағы ла бер матур сифатын билдәләп китәйек.

Уҡыусылар: Ул – ОТҠОРЛОҠ

VII. Йомғаҡлау

Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙең тырышлығығыҙҙы күрһәтеп, хеҙмәт һөйөүсән кешенең бөтә сифаттарын да таптығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы һанайыҡ та уҡыйыҡ. Ниндәй матур һүҙ килеп сыҡты икән?

(29--сы слайд)

C:\Users\user\AppData\Local\Microsoft\Windows\Temporary Internet Files\Content.Word\CCI18052015_0002.jpg

Уҡыусылар: Спорт.

Уҡытыусы: Эйе, беҙҙең һабантуй ҙа шул спорт уйындары түгелме? Һеҙ бик тырыштығыҙ, киләсәктә туған телегеҙҙең моңон һаҡлаусылар, тел байлығын үҫтереүселәр булып ҡалырһығыҙ. Һеҙ хеҙмәте яратаһығыҙ! Ә хеҙмәтте яратҡан кеше бәхетле була. Ғ. Туҡай ҙа бит ”Ҙур бәхеттәр ең һыҙғанып эшләгәндән генә килә”, - тип тик кә генә әйтмәгән. Хеҙмәт һөйөүсе кешенең сифаттарын да таптығыҙ, һеҙ уны үҙегеҙҙең эшегеҙ аша күрһәттегеҙ. Ошо сифаттарҙы бер ҡасан да үҙегеҙҙән ебәрмәгеҙ, бөтәгеҙгә лә һабантуй бүләктәре.

(Уҡыусылар дәрестә иң яҡшы эшләгән уҡыусыны билдәләй һәм һабантуйҙың иң ҙур бүләген тапшыра.) Хеҙмәтегеҙгә күрә емеше!




Автор
Дата добавления 06.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров239
Номер материала ДВ-310581
Получить свидетельство о публикации


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх