Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку на "Йондоҙло сәғәт. Башҡортостан - гүзәл тыуған илем"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок по башкирскому языку на "Йондоҙло сәғәт. Башҡортостан - гүзәл тыуған илем"

библиотека
материалов

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар!

Һәр табынды башлағанда хужалар был йыйындың ни өсөн йыйылыуын һәм кемдәр ҡатнашыуын аңлатып китә. Беҙ ҙә был йоланы боҙмайыҡ. Беҙ һеҙҙең менән һөйөклө Башҡортостаныбыҙға арналған интелектуаль уйынға йыйылдыҡ. Уйнда ҡатнашыусы уҡыусылар: Турманидзе Диана, Шакирйәнова Гөлназ, Шигапова Элина, Хөснөтдинов Алмаз, Чигарков Савва, Хисамова Анна. Уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ. Уйын булғас, жюри ағзалары ла була. Бөгөнгө уйынды баһалаусылар:

Бәйгене башлар алдынан уйын тәртибе менән танышырға кәрәк:

  • Һәр уйнаусы алдында һандар яҙылған табличкалар, ручкалар һәм ҡағыҙ биттәре ята. Улар барыһы ла уйында кәрәк буласаҡ.

  • Уйын 4 турҙан тора. Һәр турҙа бер нисә һорауҙар, биремдәр була.

  • 2 турҙа уйнаусылар табличкалар менән эшләй. Яуап биргәндә кәрәкле табличканы күтәрергә кәрәк.

  • Һәр дөрөҫ яуап өсөн ҡатнашыусыларға йондоҙ бирелә.

Уйындың тәртибе менән таныштыҡ, һеҙгә барығыҙға ла зирәк, отҡор, тапҡыр булырға теләйем. Был уйында берегеҙгә лә күңелһеҙ булмаҫ тип уйлайым, ә тик яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алырһығыҙ тип уйлайым. Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Уйынды башлайбыҙ.

  1. Тур.

Балалар, беренсе турҙа беҙ төрлө темаға арналған һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ иң аҙ йондоҙ алған уҡыусы уйындан сыға. Иң башта Башҡортостандың ҡоштары һәм хайуандары тураһындағы йомаҡтарға яуап бирәбеҙ.

  1. Энәһе бар, ебе юҡ

  2. Аҡ кейем кейгән
    Ҡолағы ергә тейгән

  3. Ниндәй ҡош яҙ килеүен хәбәр итә

  4. Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,
    Ҡыланды ла юғалды

  5. Йәйен урманда батша,

Ҡышын ҡарҙан да аҫта.

Һеҙҙең алда ҡош һәм кейектәрҙең һүрәттәре бирелгән. Иғтибар, һорау! Ә хәҙер дөрөҫ яуап. Кемдең яуабы дөрөҫ, йондоҙ бирәм.

Башҡортостандың күлдәре һәм йылғалары

  • Башҡортостандың иң ҙур күлдәре?

  • Ҡош исеме менән аталған күл?

  • Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы?

  • Был йылғаның исеме элек Солман тип аталған.



  1. Асылыкүл

  2. Яҡтыкүл

  3. Ҡандракүл

  4. Аҡҡош күле

  5. Ағиҙел

  6. Танып

  7. Һаҡмар

Башҡортостандың тауҙары.

  1. Башҡортостандың иң ҙур тауҙары?

  2. Ниндәй тауҙар йыйылмаһы Европа менән Азияны айыра?

  3. Ниндәй тауҙың тәржемәһе “плохой” һүҙенән алынған?

Шифаханалар, ял йорттары

  1. Ниндәй шифахана йылға исемен йөрөтә?

  2. Ниндәй шифахана ағас исемен йөрөтә?

  3. Был шифаханала эҫе пар һәм Ҡурғаҙаҡ минераль һыуы менән дауалайҙар, тауҙан пар сыҡҡан өсөн “горящая гора” тип исемләгәндәр.

  4. Башҡортостанда йәшәгән рус яҙыусының исемен йөрөткән шифахана.

Шуның менән берерсе турыбыҙ тамам, жюри ағзалары һеҙҙең йондоҙҙарығыҙҙы һанай, ә беҙ әҙерәк кенә ял итеп алайыҡ. Һеҙҙең алда 8-се класс уҡыусыһы Сәйетғәлиева Йәмилә “Башҡортостан тыуған ерем” йыры менән сығыш яһай.

Рәхмәт, Йәмилә. Һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Бөгөнгө уйында ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙгә беҙҙең ҡыҙҙыр уйында ҡатнашҡан өсөн бүләктәр бирә. Һау булығыҙ.

Уйыныбыҙҙы дауам итәбеҙ, 2-се турҙы башлайбыҙ. Икенсе турҙа һеҙҙең алға хәрефтәр бирелә. Һеҙ ошо хәрефтәрҙе ҡулланып һүҙҙәр төҙөргә тейешһегеҙ. Кем оҙонораҡ һүҙ төҙөй, йондоҙ һәм бүләк ала, ә кем иң ҡыҫҡа һүҙ төҙөй уйындан сыға һәм беҙҙең менән хушлаша.

А, о, ҡ, у, ъ, р, т, м, ы, н, ө, к

Шулай итеп 2-се турҙы башлайбыҙ, һүҙҙәр төҙөргә биш минут ваҡыт бирәм, ваҡыт үткәс ручкаларығыҙҙы өҫтәлдәргә ҡуяһығыҙ.

Беҙҙең уйнаусылар һүҙҙәр төҙөгәндә тамашасылар, ҡунаҡтар менән уйнап алабыҙ. Һеҙҙең алда кроссворд бирелгән, унда беҙҙә йәшәүсе ҡоштар һәм йәнлек исемдәре йәшеренгән. Йомаҡтарға яуап биреп һүҙ килеп сығырға тейеш, иң актив һәм дөрөҫ яуап биргәндәргә бүләктәр бирәм.

  1. Һике өҫтөндә һимеҙәк. (бесәй)

  2. Ана бара Алып,

Ҡолаҡтарын һабып (айыу)

  1. Йәй ҙә, ҡыш та

Йөрөй йәшел кейем кейеп (шыршы)

4.Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шәш ҡолаҡ (ҡуян)

5.Түңәрәк кенә ҡыҙыл йорт

Эсе тулы ҡорт (помидор)

6. Ялан ерҙә энәле йомғаҡ (терпе)

7. Ҡат-ҡат тунлы,

Ҡарыш буйлы (кәбеҫтә)

  1. Иртән менә, кисен төшә (ҡояш)

  2. Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ (әтәс)

  3. Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,
    Ҡыланды ла юғалды (төлкө)

  4. Ҡыҙарып беште, ергә төштө (алма)

  5. Ер аҫтында ерән ат,

Уның тиреһе ете ҡат

Һуйырһың, тунарһың –

Тунағанда иларһың (һуған)



Ваҡыт үтте, ручкаларҙы өҫтәлдәргә ҡуяһығыҙ. Һүҙҙәрҙе тыңлайыҡ. Һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. Рәхәмәт, уйнаған өсөн, ҡыҙҙар ҡатнашҡан өсөн бүләк тапшыра. Һау бул.

Уйында дауам итәбеҙ һәм 3-сө турҙы башлайбыҙ.

Беренсе тема Ҡалалар һәм райондар

  1. Башҡортостандың баш ҡалаһы?

  2. Ниндәй райондың исеме ҡош исемен йөрөтә?

  3. Ниндәй район Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә?

  4. Ниндәй ҡала йылға исеменән алынған?

Икенсе тема Башҡортостандың күренекле кешеләре.

  1. Башҡортостандың халыҡ шағиры, уның исемен Өфөләге йәштәр театры йөрөтә?

  2. Бөйөк Ватан һуғышында үҙенең кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплаған батыр, Өфөлә уға бағышлап һәйкәл ҡуйылған?

  3. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе профессиональ яҙыусы, халыҡ дошманы ҡатыны?

  4. Данлыҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артискаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артискаһы

Шуның менән 3 тур тамам, йондоҙҙарҙы һанайыҡ.

Рәхмәт ҡатнашҡаның өсөн, һиңә ҡыҙҙар уйында уйнаған өсөн бүләк тапшыра.

Бына беҙ уйындың һуңғы турына, финалға еттек. Был турҙа һеҙгә оҙон һүҙ бирелә, һеҙгә ошо һүҙҙәге хәрефтәрҙе файҙаланып мөмкин тиклеп күберәк һүҙҙәр төҙөргө кәрәк. Бының өсөн һеҙгә 5 минут ваҡыт бирелә. Кем иң һуңғы һүҙҙе әйтә, шул еңеүсе була. Бына ул һүҙ.

Ә беҙгә Йәмилә “Рәхмәтлемен Хоҙайыма” исемле йырын башҡара. Рәхмәт, Йәмилә. Ваҡытыбыҙ үтте, ручкаларҙы ҡуйығыҙ.

Беҙҙең еңеүсе бар, ул... Ә һиңә уйында ҡатнашҡан өсөн ҙур рәхмәт һәм бәләкәс кенә бүләк. Бына инде һинең йондоҙло сәғәтең етте, һүҙ һиңә бирелә. Нимә әйтерһең?

Шуның менән бөгөнгө уйыныбыҙ тамам. Килгәнегеҙ, тыңлап, ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ.












Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 14.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров293
Номер материала ДВ-156150
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх