Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку "Птицы"

Урок по башкирскому языку "Птицы"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: Ҡоштар.

Маҡсат : ҡоштар тураһында алған белемде системаға һалыу,телмәр үҫтереү

өҫтөндәге эште дауам итеү,ҡоштарға, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тәбиғәт,ҡоштар һүрәттәре,ребустар.


Методик алымдар: шиғырҙар уҡыу,йомаҡтар ҡойоу,физкульт тәнәфес.



Дәрес барышы.


1.Ойоштороу мәле.

Иҫәнләшеү.

Иҫәнмеһегеҙ,балалар!

Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

Имен үтһен көнөбөҙ

Кәйефтәрегеҙ нисек?

Ҡояшлы иртә кеүек

Башҡорт теле-дәүләт телен.

Өйрәнергә тип килдек.


2.Фонетик –артикуляцион күнегеүҙәр.

а) Шар тултырып алайыҡ.

б)Мунса ташы нисек шажлай

пш-пш-пш

в)Тауыҡ,себештәрҙе, ҡаҙҙарҙы саҡырайыҡ әле.

Тип-тип-тип кет-кет-кет гели-гели-гели

г)Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға,ҡаға,

д)Ҡара ҡарға, ҡунған ҡарға

Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн,

Ҡарға йыйылған ҡарға.


3.Телдәрҙе шымарттыҡ, әйҙәгеҙ әле, кроссворд сисеп алайыҡ.

Һөйләмдәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп кроссвордҡа яҙыу.

1.Бөгөн холодно.

2.Көн облачно.

3.Бөгөн көн хороший.

4.Ночью ҡар яуҙы.

5.Көн прохладно була.

6.Снег яуҙы.

Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?Эйе, ҡоштар һүҙе.Тимәк бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡоштар тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.Бөгөнгө беҙҙең темабыҙ

Ҡоштар” тип атала.Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла.

4. Һүрәттәр ярҙамында ҡоштарҙы иҫкә төшөрөү.Исемдәрен әйтеү.

Күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштарҙы айырып сығыу.

Күгәрсен,турғай,тумыртҡа,ҡарға,ҡыҙылтүш,ҡарабаштурғай,ҡор,һуйыр

былар ҡышлаусы ҡоштар.

Сыйырсыҡ,ҡарлуғас,һандуғас,кәкүк,торна,аҡҡош,өйрәк күсмә ҡоштар.

Әңгәмә.

Балалар нимә ул “Ҡыҙыл китап”?

Ҡыҙыл китап”ҡа ниндәй ҡоштар индерелгән?

Уларҙы атырға яраймы?

5. Карточкалар менән эш.Карточкалағы һорауҙарға яуап биреп дәфтәрҙәргә

яҙыу.

Һандуғас (нисек?) һайрай.

Сыйырсыҡ (ниндәй?).

Ҡарға ( ни эшләй?).

Тумыртҡа ағасты (ни эшләтә?).

Күсмә ҡоштар (ҡайҙа?) китә.

6.Ҡоштар тураһында шиғырҙар уҡыу йәки һөйләү.

Кемдәр шиғырҙар белә йәгеҙ әле.Шиғырҙарҙы тыңлап үтеү.

7.Ял минуты.

а)Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ.

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

б)Ҡаҙҙар осто,осто,осто теҙелеп,

Остолар ҙа төштөләр.

Ултырҙылар,ял иттеләр.

Һәм тағы ла остолар,

Остолар,остолар,

Парта аҫтына боҫтолар.

8.Текст өҫтөндә эш:

Ҡара ҡарғалар беҙгә иң иртә килеүсе ҡоштар. Улар яҙҙы башлап ебәрәләр.Ҡоштар файҙалы.Улар емеш-еләккә,йәшелсәгә,картуфҡа,игендәргә зарар килтерә торған бөжәктәрҙе ашайҙар.Шуға күрә улар килгәнсе,уларҙың иҫке ояларын төҙәтәбеҙ,яңы ояларын яһайбәҙ.Ояларҙы ағас баштарына

ҡыйыҡҡа ҡуябыҙ.Беҙҙең мәктәптә Ҡоштар көнө үткәрелә.Ҡоштар- беҙҙең дуҫтарыбыҙ.


а)Тексты уҡып ишеттереү.

б)Һүҙлек эше:файҙалы,зарар,бөжәктәр,иҫке ояларын,ҡыйыҡҡа.

в)Үҙ аллы уҡыу.

г)Сылбырлы уҡыу.

д)Тәржемә итеү.

е)Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.

з)Һорауҙарға яуап биреү.

Һеҙ ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ?

Ҡоштарҙың файҙаһы нимәлә?

Ояларҙы ҡайҙа ҡуйырға кәрәк?

Мәктәптә ҡоштарға ҡағылышлы ниндәй байрамдар үткәрәһегеҙ?

9.Ҡоштар тураһында ребустар сисеү.

, С,

hello_html_43fec074.gif+ҒА hello_html_43fec074.gif+ЛУ hello_html_6c611a4f.jpghello_html_m4c667f9d.gif+СЫҠ


,

hello_html_772c5a6a.jpg+РӘК 15+ДУ hello_html_6c611a4f.jpghello_html_75017b04.png+ТҮШ


,

hello_html_m2fbba8af.jpghello_html_43fec074.gif+ҒА hello_html_37eafd1d.jpg




10.Дәресте йомғаҡлау.

Беҙ бөгөн ниндәй ҡоштар менән таныштыҡ?

Иң иртә килеүсе ҡоштар ҡайһылары?

Күсеп китеүсе ҡоштарҙы нисек атайбыҙ?

Ә беҙҙә ҡалыусылары нисек атала?

11.Тест һорауҙары.

1.Яҙҙы ниндәй ҡош ҡаршылай?

а)турғай

б)ҡара ҡарға

в)сәүкә

2.Скворец һүҙенең тәржемәһе.

а)һайыҫҡан

б)кәкүк

в)сыйырсыҡ

3.”Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ҡош исеме?

а)торна

б)ҡарға

в)һайыҫҡан

4.Һандуғас һүҙенең тәржемәһе.

а)дятел

б)кукушка

в)соловей

5.Йомаҡтың яуабын тап.

Көнө буйы туҡ та туҡ,

Ағастан ҡорт табып туҡ.

Ағасты йырған ҡортҡа

Иң ҙур дошман ……..

а)тумыртҡа

б)торна

в)ҡарабаш турғай

12.Билдәләр ҡуйыу.Өй эше берәй: ҡош һүрәтен төшөрөп килеү.




Автор
Дата добавления 11.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров25
Номер материала ДБ-254485
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх