Инфоурок Другое Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку в 6 классе «Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле»

Урок по башкирскому языку в 6 классе «Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле»

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

«Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле» 

 темаһына урыҫ  мәктәбенең VI   класында башҡорт теле дәресе

 

 

 

 

 

Төҙөнө: Собханғол урта мәктәбенең

башҡорт теле уҡытыусыһы

Шәйхуллина Лилиә Рәмзи ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Маҡсаттар:  Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү,  диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә  һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  тәбиғәтте, һыу  ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән   һүрәттәр, айырым һөйләмдәр яҙылған плакаттар, Башҡортостан картаһы, карточкалар.

Дәрес барышы:

     I. Ойоштороу мәле.

№аумы3ы4ы6 уҡыусылар!  Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ.

Алтын ҡояш, һаумы!

Зәңгәр һауа, һаумы!

Шаян елкәй, һаумы!

Кескәй имән, һаумы!

Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

Ултырығыҙ.

Артикуляцион күнегеүҙәр. 

Таҡтаға һүҙҙәр һәм тиҙәйткестәр яҙылған.

Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.

тәбиғәт           ҙур             балыҡ       Нөгөш         күл                киң

йылға              таҙа            Ыйыҡ        бөгөн          сүп                минең

туғай               оҙон           бысраҡ      көн              күп               беҙҙең

Ағиҙел            яҙ                 ҡош           төйәк          Йүрүҙән       иң ҙур                                             

Тиҙәйткестәр уҡыу.

а) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

б) Йәмле йәйҙә йәйләүҙә,

     Йәмле йәшел болонда,

     Йәйрәп йөрөй елә-елә

     Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.

III. Өйгә эште тикшереү.

          Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү.  (  93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән  тексты  2 уҡыусы һөйләй.)

 Текст буйынса  һорауҙарға яуап биреү.

 -  Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?

 - Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?

 Таҡтаға  һандары  төшөрөп ҡалдырылған һөйләм  яҙылған  плакат эләм.

Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн   һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.

      Ерҙә ҡағыҙ ... йыл серей,  быяла ... йыл ята,  полиэтилен бөтөнләй серемәй.

Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр.

IV. Маҡсатты әйтеү.

Бөгөн беҙ  ним2 тура3ында 30йл2ш2с2кбе6?(Башҡортостан йылғалары, күлдәре тураһында  һөйләшербе6)  Тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк?  Бергәләп ошо  һорауға  яуап бирергә тырышып ҡарарбыҙ. 

V.  Яңы  материал.

1) Дәфтәрҙә числоны, теманы, һауа торошон яҙыу.

 - Бөгөн көн ниндәй?  (Бер уҡыусы таҡтала һауа торошон яҙа.)

Һүҙлек эше. Таҡтаға плакат эленә.

     Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

һаҡла – береги

ҡалдырма – не оставляй

бысратма – не сори, не загрязняй

таҙарт – чисти, убирай

ташлама – не бросай

юғала – исчезает

3) Әңгәмә.

        - Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ! (Таҡталағы Башҡортостан тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәрҙе ҡарайбыҙ.)

Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын,  бигерәк тә  йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын  һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...  

Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә.)

 Башҡортостан картаһы менән эшләү.

- Башҡортостан  ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.

Карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе  табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.

        - Беҙҙең  ауыл янында ниндәй йылғалар аға?

          - )с2н, Туймазинка.  (Картанан  йылғалар6ы табабыҙ.)

-  )с2н йылғаһы ниндәй?  Уның һыуы таҙамы?  )с2н тәрәнме?  Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.

    )с2н йылғаһы матур, таҙа һыулы. Ул тар, тәрән булмаған йылға. )с2н тә ҙур түгел.  Был йылғалар балыҡҡа бай.

 - Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )

            - Балыҡтар ниндәй һыу ярата?  Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?

            - Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.

  - Эйе,    Ерҙәге бөтә тереклек дә өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле  нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе  таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән.  Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла   ҙур-ҙур  океандар һәм  диңгеҙҙәр   бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?

          - Тоҙло.

         - Ысынлап та,  диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар  бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк. 

  Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы  ҡайһылай һаҡларға була? 

 Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында   әңгәмә ҡорабыҙ.  Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә

        Ә хәҙер  әйтелгән фекерҙәребеҙҙе  йомғаҡлап,  яҙып ҡуяйыҡ.

Таҡтаға беркетелгән карточкаларҙа тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән.  Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.  

        Походҡа барғанда ... (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ

 һәм башҡа сүп-сарҙы  урманда ҡалдырма)!

       Йылғаларҙы  ... (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).

- Дөрөҫ,  уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау –  бөтә кешенең  бурысы. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе,  сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.       

   Ял минуты.  

    5) Дәреслек менән эшләү. 96-сы бит, 243-сө күнегеү. Тексты уҡыу, бергәләп тәржемә итеү.

   6) Викторина һорауҙарына  яуап биреү.

1)   Башҡортостандағы иң  ҙур күл? ( Асылыкүл.)

2)  Башҡортостан йылғалары исемдәрен әйтегеҙ.

3)  Башҡортостандағы иң оҙон йылға? ( Ағиҙел.)

4) Ағиҙел йылғаһының урыҫса исеме?  (Белая.)

5)  Диңгеҙ һыуы ниндәй? (Тоҙло.)

6)   Нефть һыуҙы бысратамы? (Эйе, бысрата.)

7)  Йылға балыҡтары исемдәрен әйтегеҙ.

8) Башҡортостанда  нисә  заповедник  бар?  Ниндәй заповедниктар?  (Өсәү. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал.)

         - Афарин.

VI. Өйгә эш биреү.

- Һүҙҙәрҙе  ҡабатлағыҙ.

- Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөгөҙ

!ҙегеҙ төшөргән һүрәт  буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.

VII.  Йомғаҡлау.

-  Балалар, тәбиғәтте  һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ? 

  Уҡыусылар  дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.

 Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.

Таҡтаға һөйләмдәр  яҙылған плакат эләм.

Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

      Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа -  һауа,

 йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.

       Ә кешегә тыуған ил кәрәк!

  Алдағы  дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

«Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле»   темаһына

урыҫ  мәктәбенең VI   класында башҡорт теле дәресе                   

 

Маҡсаттар:  Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү,  диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә  һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  тәбиғәтте, һыу  ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән   һүрәттәр, айырым һөйләмдәр яҙылған плакаттар, Башҡортостан картаһы, карточкалар.

 

Дәрес барышы

     I. Ойоштороу мәле.

-  Уҡыусылар!  Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ.

Алтын ҡояш, һаумы!

                   Зәңгәр һауа, һаумы!           

Шаян елкәй, һаумы!

                   Кескәй имән, һаумы!

                   Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -

         Сәләмләйем һеҙҙе лә.

Ултырығыҙ.

II.               Артикуляцион күнегеүҙәр. 

Таҡтаға һүҙҙәр һәм тиҙәйткестәр яҙылған.

1)    Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.

тәбиғәт           ҙур             балыҡ       Нөгөш         күл                киң

йылға              таҙа            Ыйыҡ        бөгөн          сүп                минең

туғай               оҙон           бысраҡ      көн              күп               беҙҙең

Ағиҙел            яҙ                 ҡош           төйәк          Йүрүҙән       иң ҙур                                              

2)    Тиҙәйткестәр уҡыу.

а) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

б) Йәмле йәйҙә йәйләүҙә,

     Йәмле йәшел болонда,

     Йәйрәп йөрөй елә-елә

     Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.

III. Өйгә эште тикшереү.

      Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү.  (  93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән  тексты  2 уҡыусы һөйләй.)

 Текст буйынса  һорауҙарға яуап биреү.

 -  Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?

 - Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?

 Таҡтаға  һандары  төшөрөп ҡалдырылған һөйләм  яҙылған  плакат эләм.

Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн   һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.

      Ерҙә ҡағыҙ ... йыл серей,  быяла ... йыл ята,  полиэтилен бөтөнләй серемәй.

Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр.

IV. Маҡсатты әйтеү.

Бөгөн беҙ Башҡортостан йылғалары, күлдәре тураһында  һөйләшербеҙ.  Тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк?  Бергәләп ошо  һорауға  яуап бирергә тырышып ҡарарбыҙ. 

V.  Яңы  материал.

1) Дәфтәрҙә числоны, теманы, һауа торошон яҙыу.

 - Бөгөн көн ниндәй?  (Бер уҡыусы таҡтала һауа торошон яҙа.)

3)    Һүҙлек эше. Таҡтаға плакат эленә.

     Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

 

һаҡла – береги

ҡалдырма – не оставляй

бысратма – не сори, не загрязняй

таҙарт – чисти, убирай

ташлама – не бросай

юғала – исчезает

3) Әңгәмә.

        - Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ! (Таҡталағы Башҡортостан тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәрҙе ҡарайбыҙ.)

Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын,  бигерәк тә  йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын  һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...  

Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә.)

4)     Башҡортостан картаһы менән эшләү.

- Башҡортостан  ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.

Карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе  табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.

     - Беҙҙең  ауыл янында ниндәй йылғалар аға?

          - Ыйыҡ, Нөгөш.  (Картанан Ыйыҡ йылғаһын табабыҙ.)

          - Уҡыусылар, Башҡортостанда Нөгөш тип аталған тағы бер ҙурыраҡ йылға бар икән. (Картанан   Нөгөш йылғаһын күрһәтәм.) 

- Ыйыҡ йылғаһы ниндәй?  Уның һыуы таҙамы?  Ыйыҡ тәрәнме?  Ә Нөгөш?

Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.

    Ыйыҡ йылғаһы матур, таҙа һыулы. Ул тар, тәрән булмаған йылға. Нөгөш тә ҙур түгел.  Был йылғалар балыҡҡа бай.

 - Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )

            - Балыҡтар ниндәй һыу ярата?  Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?

            - Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.

  - Эйе,    Ерҙәге бөтә тереклек дә өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле  нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе  таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән.  Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла   ҙур-ҙур  океандар һәм  диңгеҙҙәр   бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?

          - Тоҙло.

         - Ысынлап та,  диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар  бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк. 

  Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы  ҡайһылай һаҡларға була? 

 Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында   әңгәмә ҡорабыҙ.  Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә.

         Ә хәҙер  әйтелгән фекерҙәребеҙҙе  йомғаҡлап,  яҙып ҡуяйыҡ.

Таҡтаға беркетелгән карточкаларҙа тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән.  Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.  

         Походҡа барғанда ... (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ

 һәм башҡа сүп-сарҙы  урманда ҡалдырма)!

       Йылғаларҙы  ... (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).

- Дөрөҫ,  уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау –  бөтә кешенең  бурысы. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе,  сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.       

   Ял минуты.  

    5) Дәреслек менән эшләү. 96-сы бит, 243-сө күнегеү. Тексты уҡыу, бергәләп тәржемә итеү.

   6) Викторина һорауҙарына  яуап биреү.

1)   Башҡортостандағы иң  ҙур күл? ( Асылыкүл.)

2)  Башҡортостан йылғалары исемдәрен әйтегеҙ.

3)  Башҡортостандағы иң оҙон йылға? ( Ағиҙел.)

4) Ағиҙел йылғаһының урыҫса исеме?  (Белая.)

5)  Диңгеҙ һыуы ниндәй? (Тоҙло.)

6)   Нефть һыуҙы бысратамы? (Эйе, бысрата.)

7)  Йылға балыҡтары исемдәрен әйтегеҙ.

8) Башҡортостанда  нисә  заповедник  бар?  Ниндәй заповедниктар?  (Өсәү. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал.)

         - Афарин.

 

VI. Өйгә эш биреү.

- Һүҙҙәрҙе  ҡабатлағыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөгөҙ, киләһе дәрескә үҙегеҙ төшөргән һүрәт  буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.

VII.  Йомғаҡлау.

-  Балалар, тәбиғәтте  һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ? 

  Уҡыусылар  дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.

 Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.

Таҡтаға һөйләмдәр  яҙылған плакат эләм.

Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

 

      Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа -  һауа,

 йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.

       Ә кешегә тыуған ил кәрәк!

 

  Алдағы  дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

 

VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку в 6 классе «Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле»"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по гимнастике

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Дәрестең маҡсаттары; уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү. Был дәрес алтынсыф кластарҙа уҡытҡан уҡытыусыларға бик кәрәкле.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 517 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.09.2018 501
    • DOCX 27.3 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шайхуллина Лилия Рамзиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шайхуллина Лилия Рамзиевна
    Шайхуллина Лилия Рамзиевна
    • На сайте: 5 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1110
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Мини-курс

Методология проектного менеджмента и стратегического планирования в инвестициях

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Технологии в онлайн-обучении

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Мини-курс

Аспекты эмоционального благополучия и влияния социальных ролей на психологическое состояние

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе