Инфоурок Другое ПрезентацииУрок по башкирской литературе на тему: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә…» Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү.

8 М А Р Т---Ә Н И Л Ә Р Б Ә Й Р Ә М Е «Цветик-семицветик» средняя группа

Файл будет скачан в форматах:

  • pdf
  • docx
630
3
13.01.2025
«Инфоурок»

Материал разработан автором:

Муслимова Гульназ Равилевна

Учитель

Вот и настали первые весенние дни, а вместе с ними приближается прекрасный праздник всех женщин - 8 Марта. Мы поздравляем всех мам, бабушек и желаем им весёлого настроения, теплых солнечных лучей, счастливых улыбок. Встречайте наших детей.

Краткое описание методической разработки

Вот и настали первые весенние дни, а вместе с ними приближается прекрасный праздник всех женщин - 8 Марта. Мы поздравляем всех мам, бабушек и желаем им весёлого настроения, теплых солнечных лучей, счастливых улыбок. Встречайте наших детей.

Урок по башкирской литературе на тему: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә…» Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү.

Скачать материал

Тема:  «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

          үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү.

 

Маҡсат: 1. Текст өҫтөндә эшләү күнекмәләрен камиллаштырыу: хис-тойғоһон интонация ярҙамында күрһәтеп, тасуири уҡырға өйрәтеү. 2. Күҙәтеүсәнлек, логик фекерләү һәм хәтерҙе үҫтереү. 3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, изгелек эшләү теләген уятыу.

 

Йыһазландырыу: Шағир Ә. Атнабаевтың портреты, китаптары, проектор, компьютер, слайд.

 

Дәрес барышы.

I Ойоштороу мәле. Психологик инеш.

- Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар? Ошондай матур көндә һеҙҙе күреүемә сикһеҙ шатмын. Көндө сағыу ҡояш, ағасты япраҡ, кешене яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Ошо урында мәшһүр “Урал батыр” эпосын иҫкә төшөрәйек:

Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

II Маҡсатҡа сығыу. Ҡәҙерле уҡыусыларым, мин һеҙҙе изгелекле кеше булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Шуға ла бөгөнгө дәрестең дивизы итеп ошо аманатты алдым

 “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!”

Сөнки кешенең ғүмере лә йылдар менән иҫәпләнмәй, ә Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған эҙ менән иҫәпләнә. Беҙ дәрестә “Нимә  ул яҡшылыҡ? Кешенең яҡшы күңелле булыуы менән тәбиғәт араһында  ниндәй уртаҡлыҡ бар?” тигән һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ, яҡташыбыҙ Әнғәм Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғыры менән танышырбыҙ.

III Маҡсатты хәл итеү. “Инсерт”

Ә. Атнабаев тураһындағы мәғлүмәтте уҡыйыҡ, иғтибарлы булығыҙ, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар булыр, уларҙы билдәләп барырһығыҙ. (Таратма материалдарҙан уҡыу).

(Экранда автор портреты)

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,

Таҙартырға тыуҙым,

Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан,

Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә

Тик гүзәлдән,

                            ныҡтан,

                                            яҡшынан.

Ошондай оло маҡсатын тормошҡа ашырырға омтолоп, ошо ихлас уй-хиҫтәрен кешеләргә лә еткерергә ниәтләп, “Йөрәк менән һөйләшеү” исемле шиғырҙар йыйынтығы менән 50-се йылдарҙа әҙәбиәткә килеп ингән яҡташыбыҙ Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев  1928 йылдың  23 февралендә Тәтешле районының Күрҙем ауылында донъяға килгән. Ошонда уның бала сағы уҙған, кескәй генә тәпәй эҙҙәре ҡара ергә мисәтләнеп ҡалған, йырҙар йырлап, ҡыҙҙар күҙләп йәшлеге уҙған.

Яҙмышыма үпкәләмәйем һис

Бөтәһен дә ауыҙ иттерҙе:

Шатлығын да теләгәнсә бирҙе,

Күҙ йәшен дә байтаҡ түктерҙе.

 Шағирға тыуған ауылының һәр киҫәге яҡын һәм ғәзиз. Уның өсөн туҙаны ла ҡәҙерле, һауаһы ла хаҫ шифалы дарыу. Сабый сағында кесерткәндәренән сағылып илаған тыуған яғы, йөрәгендә һөйөү сатҡылары яралғас, шағир өсөн шиғриәт шишмәһенә, мәңге һүрелмәҫ илһам сығанағына әйләнә. Әнғәм Атнабаевтың башланғыс осор поэзияһында уҡ сейәле тау, йүкә урмандары, йәшеллеккә төрөнгән болондары, йәмле йәйҙәре, елбәҙәк ҡарлы-буранлы ҡыштары менән тыуған ер образы – үҙебеҙҙең Тәтешле яҡтары күҙ алдына килеп баҫа.

“Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

Үҙемдеке бында бөтәһе лә…” – тип яҙа әҙип.

Шуға ла осраған һәр ҡаршылыҡтарҙы ла йөрәгенә яҡын ҡабул итә.

(Мәҡәләне уҡығандан һуң таҡталағы таблица тултырыла, авторҙың китаптары тәҡдим ителә)

                V  (миңә билдәле)

+  (яңылыҡ)

 

 

 

 

 

 

 

IV. Кластер төҙөү. (Яҡшылыҡ һүҙенә иғтибар иттереү)

-Ә һеҙ яҡшылыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

 

тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

 

изгелек

 

 

яҡшылыҡ

 

миһырбанлыҡ

 

 

мәрхәмәтлелек

          

 

 

шәфҡәтлелек

       

 

V.  ”Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғыры менән танышыу.

  1. Тасуири уҡыу.

  2.  Һүҙлек эше

  сатыр –  еҫе көндәрҙә ышыҡланыу өсөн ҡоролма

  секерәйеп – бөкөрәйеп, бәләкәйләнеп ҡалған

  черт – ен, мифологик йән эйәһе

  тиргәшеү - әрләшеү, талашыу мәғәнһендәге һүҙ

 3. Әңғәмә

- Әҫәрҙе нисә өлөшкә бүлеп була? (Өс өлөшкә: Әри буйы - аҡ ҡайынлыҡ.  Юҡҡа сыҡҡан ҡайындар. Шағирҙың нәфрәте.)

- Әри буйында үҫкән аҡ ҡайындарҙы автор ниндәй һүҙҙәр менән тасуирлай? (Йәшел тәлгәшле, шатлыҡ өләшә, сытыр ҡорҙолар, йырлап торҙолар, авторҙы көтөп торғандар.)

- Тик автор ҡайындарҙы табамы? Ҡайындарһыҙ ҡалған Әри буйын автор нисек һүрәтләй? (Йәшел япраҡтар ҙа, еләк өҫтөнә төшкән ысыҡ та, йырҙар ҙа, сатыр ҙа юҡ. Һуғыш ҡырындағы ҡәберлектәй  төпһәләр, һыҙғырышып иҫкән елдәр)

- Шағирҙың нәфрәтен сағылдырған һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Тотоп киҫер инем.)

- Ни өсөн ул әрнеүле һорау менән ауылдаштарына, дуҫтарына, туғандарына өндәшә? (Сөнки ул аҡ ҡайындарҙы ла, ауылдаштары, туғандары, дуҫтары кеүек күреп, һағынып ҡайтҡан була.)

- “Мин йырларға бөгөн тейеш инем,

   Тиргәшелде, буғай, түҙмәнем”. Ошо юлдарҙың мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Һығымта: Эйе, шағир тыуған еренең үҙенә генә хаҫ гүзәллеген күрә, шуға ла осораған ҡаршылыҡтарҙы ла йөрәгенә яҡын ҡабул итә. Донъяны матурлауҙы. Уны төрлө бысраҡтарҙан таҙартыуҙы Ә. Атнабаев тап тыуған еренән башлай. Уға Тәтешленең һәр бөртөк үләне, һәр йылға-шишмәһе, юл аҫтында ултырған һәр ҡайын ҡыҙы яҡын. Шулар яҙмышы өсөн бик борсола шағир йөрәге. Шуға ла Әри буйында вәхшиләрсә киҫелгән аҡ ҡайындар өсөн тиргәшмәй булдыра алмай.

4. Лирик әҫәргә анализ яһау. (Уҡыусыларға анализ планы таратыла).

+ Әҫәрҙең идеяһы ниндәй? (Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа. Тәбиғәтте һаҡларға. Уны төрлө бысраҡтарҙан таҙартырға.

+ Образдар. Лирик герой – шағир үҙе, ҡайын, ҡайынды киҫеүселәр.

-   Уларҙың ҡайһыһы һеҙгә оҡшаманы? (Ҡайынды киҫеүселәр).

-   Ни өсөн? (Тәбиғәт дошмандары, яуз, мәрхәмәтһеҙ, ғәмһеҙ.)

- Шул яуыҙҙы хөкөм итәйек, тәнҡит утында яндырайыҡ.

(Экрандан  ҡобайыр юлдарын бергәләп уҡыу)

Бер тигәс тә ни яман?

Баш осомда алһыу ҡояш

Нур һипмәһә - шул яман!

Ике тигәс тә ни яман?

Ике ҡулын ҡаушырып,

Изгелек ҡылмаһаң – шул яман.

Өс тигәс тә ни яман?

Өйрәк бәпкәләрен ҡыйып,

Ояһын боҙһаң – шул яман.

Дүрт тигәс тә ни яман?

Үсекләшеп, яманлашып

Дуҫһыҙ ҡалһаң – шул яман.

Биш тигәс тә ни яман?

Тәбиғәттең йәмен боҙоп,

Яуыҙлыҡ ҡылһаң – шул яман.

 

VI. Өйгә эш.  1. Яҡшылыҡ тураһында ҡобайырҙы дауам итеп яҙып килегеҙ. 2. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнегеҙ. Һүрәт төшөрөгөҙ.

VII. Синквейн төҙөү.

Рефлексия.

- Беҙ нимә хаҡында һөйләштек?

- Яҡшы күңелле булыуы менән тәбиғәт араһында  ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Һығымта: Кешенең яҡшы күңеле изге нурҙар тыуҙыра. Был нурҙар күңел аша, кешенең ҡарашы аша тирә-йүнгә тарала. Тәбиғәттә булған бар нәмәне нурлай, матурлай. Ә күңеле һәйбәт кеше шат йырҙар йырлай, ҡоштар уға ҡушыла. Ул һәр гүзәллеккә һоҡлана, таң атыуын, эңергә шәфәҡ һыҙылыуын күҙәтә, шишмә тауышына ҡолаҡ һала...

 

   Яҡшылыҡ

Нурлы, матур

Һоҡлана, күҙәтә, биҙәй

Яҡшылыҡ – йәшәү маҡсаты.

Мәңгелек.

 

VIII. Йомғаҡлау. Кешенең  гүмере лә йылдар менән иҫәпләнмәй, ә Ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған эҙ менән иҫәпләнә.

IX. Баһалау.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһының

Тәтешле районы муниципаль районының

Яңғыҙ-Нарат ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең

муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

«Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

          үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

(Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?”

шиғырын өйрәнеү.)

 

 

                                 

                                                                            Төҙөнө: Башҡорт теле һәм              әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәсәнова Лариза Жорабек ҡыҙы төҙөнө.

 

 

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Ялгыз-Нарат

муниципального района Татышлинский район РБ

 

 

 

 

 

 

«Бөтә нимә бында ғәзиз миңә,

                   үҙемдеке бында бөтәһе лә…»

(Изучение стихотворения А. Атнабаева “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” )

 

 

 

 

 

 

                          

                            Составила: Хасанова Лариза Жорабековна

учитель башкирского языка и литературы

                                                                                 МБОУ СОШ с. Ялгыз-Нарат

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирской литературе на тему: «Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә…» Ә. Атнабаевтың “Аҡ ҡайындар ҡайҙа булғандар?” шиғырын өйрәнеү."
Смотреть ещё 5 938 курсов

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 348 978 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 21.09.2015 934
    • DOCX 77.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хасанова Лариза Жорабековна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хасанова Лариза Жорабековна
    Хасанова Лариза Жорабековна

    учитель башкирского языка и литературы, истории

    • На сайте: 9 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 20828
    • Всего материалов: 10

    Об авторе

    Категория/ученая степень: Высшая категория
    Место работы: МБОУ СОШ с.Ялгыз-Нарат
    Меня зовут Хасанова Лариза Жорабековна. Работаю в МБОУ СОШ с. Ялгыз-Нарат МР Татышлинский район Респ. Башкортостан учителем родного башкирского языка и литературы. Образование высшее. Стаж работы 28 лет. Имею высшую категорию. Очень люблю свою работу. Люблю читать художественные книги писателей Башкортостана. Интересуюсь историй родного края. Участвую в конкурсах, НПК и олимпиадах.

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 327 164 материалы из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Онлайн-обучение музыке в подростковом возрасте

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Логопедическая диагностика и коррекция нарушений письменной речи

4 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека

Мини-курс

Современные технологии и инструменты маркетинга в цифровой среде

3 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
Смотреть ещё 5 938 курсов