Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по произведению Мустая Карима"Үлмәсбай"

Урок по произведению Мустая Карима"Үлмәсбай"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема. «Үлмәҫбай» поэмаһын йомғаҡлау дәрес.

Маҡсат: поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү нигеҙендә белемдәрҙе системалаштырыу, нығытыу, әхлаки- эстетик тәрбиә биреү, әҫәрҙең үҙенҫәлеген аҫыҡлау; башҡорт егеттәренә хас ҡыюлыҡ миҫалында уҡыусыларҙа Тыуған илгә, халыҡҡа һөйөү хистәре тәрбиәләү; цитаталы план төҙөргә һәм поэмаға анализ яһарға өйрәтеү; поэманың халыҡсанлығын асыҡлау.

Йыһазландырыу: М. Кәрим портреты, китаптары, магнитофон яҙмаһы, «Үлмәҫбай» поэмаһы яҙылған фонохрестоматия пластинкаһы, интерактив таҡта,схемалар, карточкалар.


Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

  2. Дәфтәргә число, көн исемен яҙыу, дәрестең темаһын, маҡсатын уҡыусыларға еткереү.

  3. 1 уҡыусы Мостай Кәримдең биографияһын ҡыҫкаса һөйләй.

  4. Уҡытыусы.Яҙыусының һуғыш осоро ижады менән таныштыра .

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М. Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыураҡ асылды. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир- һалдат яуғирҙарҙың уй- тойғоларын һүрәтләүгә өлгәште. Һуғышҡа китер алдынан «Мин фронтка китәм, иптәштәр!» шиғырын яҙа. Был шиғыр иңенә шинель һалған совет кешеләренең ил алдында поэтик анты булып яңғыраны. Атаһы эйәрләгән аҡбуҙатҡа атланған, әсә биргән ҡылысты тотҡан һалдат- егет шулай ти:

Ышан ,атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был кылысты әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанына.

Ата- әсәнең улына фатихаһы һәм үтенесе- бойроғо, улының яуап анты рәүешендә, һүрәтләнгән оҙатыу йолаһы шиғырҙа халыҡ ижадындағыса, киң дөйөмләштереү юғарылығына еткерелә. Шуға күрә ата-әсәнең әйткән һүҙе, улан анты ил ҡушҡаны, ир-егеттәр анты булып ҡабул ителә. Ни өсөн улан һуғышҡа китә һуң?

Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн-

Йыр өсөн һәм тыуған яҙ өсөн,

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

V. «Мин фронтка китәм иптәштәр!» шиғырын 1 уҡыусы яттан һөйләй (йәки аудиояҙмала тыңлау)

Уҡытыусы. Шулай итеп, М.Кәрим үҙ шиғырҙарында хәтәр йылдарҙа ла илебеҙ кешеләренең рухи ныҡлығын, еңеүгә ышанысын үҙенсә бер йылылыҡ менән тасуирлай.

VI. М. Кәримдең һуғыш йылдарында яҙған әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү.

1 уҡыусы «Декабрь йыры» поэмаһы тураһында ҡыҫҡаса һөйләй, 2 уҡыусы «Башҡорт халҡына яуап хаты» тураһында әйтеп үтә.

VII. «Үлмәҫбай» поэмаһынан өҙөк тыңлау.

VIII. Уҡытыусы.Үлмәҫбай”поэмаһы тураһында мәғлүмәт бирә.

Поэма 1942- 1944 йылдарҙа яҙыла. Был поэмала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет кешеләренең батырлығы хикәйә ителә. Әҫәрҙең халыҡсан, ябай һәм образлы теле, юғары художестволы эшләнеше менән “Үлмәҫбай”поэмаһы шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел, бәлки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә башҡорт совет әҙәбиәте өсөн дә күренекле бер әҫәр булып танылды. Ни өсөн М. Кәримдә был поэманы яҙыу теләге барлыҡҡа килә һуң ?

Беҙгә билдәле: әҙиптең Ватан һуғышы фронттарында булыуы, 1942 йылда Муром ҡалаһында хәрби училищены тамамлап, артиллерия дивизияһына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнеүе, 1942 йылдың август айында дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғышҡанда уның ҡаты яраланып, 7 ай буйы госпиталдә ятҡанда 1942 йылда шағир «Үлмәҫбай» поэмаһының тәүге ике бүлеген яҙа. Поэманың һуңғы бүлектәре 1944 йылда Украинала яҙыла.

IX. Йөкмәтке буйынса эш. Һорауҙарға яуаптар.

1)Ниндәй әҫәр поэма тип атала ?

2) Ни өсөн автор поэмаһын “Үлмәҫбай”тип атаған ?

3) Поэманың төп геройы кем?

4) Поэма нисә бүлектән тора, улар нисек атала?

5) Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы шағир үҙ геройы исеменән һәйләтә. Ни өсөн?

6) Поэманың жанр үҙенсәлеге нимәлә?

X. Таҡтала эш. ( Интерактив таҡтала мәҡәлдәр бирелә). Ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһылары Үлмәҫбай образының характерын аса.

(Дәфтәргә һандар менән генә яҙып алырға. Мәҫәлән: 1,3,5,7,8,10)

  1. Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.

  2. Китап- белем шишмәһе.

  3. Сәсән егет- дау күрке.

  4. Кешене хеҙмәт биҙәй.

  5. Данлы егет ил өсөн үлер.

  6. Тел- белем асҡысы.

  7. Батыр яуҙа беленә.

  8. Ватанһыҙ кеше- урманһыҙ һандуғас.

  9. Күп тыңла, аҙ һөйлә.

10.Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлер.

XI. «Кем күберәк!» уйыны тәҡдим ителә. Бирем: 2 рәт араһында ярыш ойошторола, берәр уҡысы таҡтаға сығып геройҙарға хас сифаттарҙы яҙа баралар, 5 минут ваҡыт эсендә. Әҫәрҙәге ыңгай образдарға хас сифаттарҙы табыу.

I рәт

II рәт

Үлмәҫбай

Теребай

шат күңелле

кыйыу

тәүәккәл

шаян

хәйләкәр

ныҡыш

мәрәкә яратыусы

йылдам

тапҡыр һүҙле

бай телле

ябай телле

тапҡыр һүҙле

тыйнаҡ холоҡло

шуҡ

шаян

көслө

батыр

етеҙ

булдыҡлы

------------

егәрле

------------------


( Эш бөткәс, еңеүсе билдәләнә . Был осраҡта 1-се рәт уҡыусылары еңеүсе булдылар)

XII.Дәфтәрҙә эш. Цитаталы план төҙөү.

  1. Урал батыр тоҡомонан-

Үлмәҫбай атлы егет.

2. Һунарсы минең ырыуым,

Һунарсы ата –бабам.

3. Һәр эштә йылдамлыҡ кәрәк,

Ваҡыт яғы самалы.

4. Йәнәшә сығып китәбеҙ,

Бик эре сирттерәбеҙ.

  1. Һөйләгәндең тамсыһы ла

Әкиәт түгел ,туған.

6. Һөйләп бирҙем Теребайға

Мәсьәләнең елеген.

  1. Бер мәлде дүрт епте тарттыҡ-

Көл булып осто табын.

8. Алмалары алһыуланып,

Балланып бешкән ине...

  1. Күп тә үтмәй килеп сыҡты

«Әкиәт батырҙары»

  1. Йоҙроҡ тиһәң, Теребайҙа

Суҡмарҙан яманыраҡ.

10.Урманды үткәс, үҙебеҙ

Арғымаҡтарға мендек...

XII. Фекерләү өсөн һорау. Поэманың халыҡсанлығы нимәлә? Укыусылар яуабы.

1 уҡыусы.М. Кәрим халыҡ ижадына хас булған гипербола, фантастик элементтар кулланып яҙа.Был алым әсәрҙең сюжетын мауыҡтырғыс итеү өсөн генә түгел, бәлки һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың героик характерын асығыраҡ итеп биреү өсөн, Совет һалдаттарының героизмының әкиәт батырҙарының эштәренә тиң булырлыҡ икәнлеген күрһәтеү өсөн дә . Ысынбарлыҡта был һүрәтләнгән ваҡиғалар оҫрарҙай реаль хәлдәр икәнен раҫлай автор.

2 уҡыусы. М. Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдары аша башҡорт халҡының характер үҙенсәлектәрен күрһәтә. Шуның менән бергә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, һуғышсан традицияларға ла туҡталып китә, сөнки ул үҙе лә совет һалдаты булараҡ, фронт тормошон бик яҡшы белгән. Был поэмаһы менән

М. Кәрим башҡорт һәм совет һалдаттарына өндәшә кеүек: «Урал батыр һәм Салауаттар кеүек ҡыю булығыҙ, башҡорт тоҡомонан икәнегеҙҙе онотмағыҙ!”- тип.

3 уҡыусы. Поэманың халыҡсанлығы уның ябай тел, халыҡсан тел менән яҙылыуында ла. Автор бик күп мәкәл- әйтемдәр, фразеологизмдар, тапҡыр һүҙҙәр ҡулланып ижад иткән. Мәҫәлән: «тел асҡысы-теләге”, «ғәҙәт-ҡылыҡтың энеһе», «беребеҙ- күҙ, беребеҙ- ҡаш”, “тәүге һунар”, “беренсе туй”, “гәп һатыу», “беҙ ҙә көл-күмер”һ.б.

Уҡытыусы.Поэманың халыҡсанлығы, минеңсә, шиғыр төҙөлөшө менән дә тығыҙ бәйле. Уҡыусылар, һеҙ инде шиғыр төзөлөшө тураһында күп нимәләрҙе беләһегеҙ. Әйҙәгеҙ, хәзер поэманың ниҫәле үлсәм менән яҙылғанын тикшереп үтәйек. Бының өсөн һеҙгә поэманан 4 юллыҡ строфалар яҙылған карточкалар таратыла. Һеҙ был строфаларҙы тикшереп, үлсәмен, асыҡ-ябыҡ ижектәрҙе табығыҙ, рифмалашҡан һүҙҙәрҙең астына һыҙығыҙ.

XIV. Карточкалар менән эш.

Мәҫәлән.

Алмалар алһыуланып /7/

Балланып бешкән ине/7/

Баҫыуҙарҙа, тулкынланып/8/

Бойҙай етешкән ине./7/

XV. Һығымта яһау.

Дөрөҫ поэманың ритмикаһы 8-7 үлсәмгә ҡараған. Шуға был поэма еңел укыла, сөнки 7-7,7-8,8-8,8-7-ле үлсәм менән яҙылған әҫәрҙәр халыҡ поэзияһындағы йыр ритмикаһына, ҡобайырҙарға үтә яҡын тора. Шуға ла поэманың күп строфалары йыр кеүек яңғырайҙар. Поэманың халыҡсанлығы ошонда ла, тип әйтеп була.

XVI. Үлмәҫбай кеүек образды һеҙ ниндәй рус языусыһының ниндәй әҫәрендә күрҙегеҙ?

Яуап. М. Кәримдең Үлмәҫбай образы рус совет әҙәбиәтендә А.Твардовскийҙың рядовой Василий Теркины «Василий Теркин”поэмаһындағы образ менән тап килә. В. Теркин образында рус халҡы характеры аҫыҡ сағылыш тапһа, Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының характер үҙенҫәлектәре кәүҙәләндерелгән. Был әҫәрҙе һеҙ уҡынығыҙ, әйҙәгеҙ таблица формаһында сағыштырыу ойошторабыҙ, уҡыусыларҙың белемдәренә таянып.






Авторы

Яҙылыу ваҡыты

Әҫәр исеме

Төп образдар

Образ

үҙенсәлеге

1.А. 1.А.Твардовский

1942

Василий Теркин

Василий Теркин

Рус халҡы характеры сағылышы

2. М. Кәрим

1942-1944

Үлмәҫбай

Үлмәҫбай һәм Теребай

Башҡорт халҡының характер –үҙенсәлектәре , геройҙарҙың исемдәре үк әйтеп тора: халыҡтың батырлығы һәм үлемһеҙлеге тураһында


XVII. Өйгә эш: дәрестә һөйләгәндәрҙән сығып, поэмаға ҡарата һүрәт төшөрөү, уның буйынса һөйләргә әҙерләнеү.

XVIII. Уҡыусылар эшен баһалау, дәресте йомғаҡлау.
























Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. Совет Башкортостаны яҙыусылары. М. Ғәйнуллин. Ғ. Хөсәйенов .Өфө 1988

  2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 5 том. Өфө 1993

  3. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте.Ғ. Хөсәйенов. Р. Байымов. Өфө 2000

  4. Мостай Кәрим . К.Аралбай. Ғ. Ғәлимова. И. Кинйәбулатов. Өфө. 2000

  5. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров. Өфө-2002

  6. Ай тотолған төндә. Өфө 1965.

  7. В.Псәнчин. М. Кәрим-һүҙ оҫтаһы.Өфө.1972

  8. Ғ. Хөсәйенов. Халык шағиры Мостай Кәрим. Өфө. 1965.

  9. Пьесалар. Өфө.1963

10 Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте 11 синыф өсөн дәреслек.Өфө 2007





























Башкортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Шүлгән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы







«Үлмәҫбай» поэмаһын йомғаҡлау дәрес.

















Төҙөүсеһе:

Тәтешле районы

Шүлгән урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Усманова Гөлфирә

Марат ҡыҙы


Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 26.09.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров631
Номер материала ДВ-010843
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх