Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Другие методич. материалы / Урок по родному башкирскому языку и литературе на тему "Һ. Дәүләтшинаның, Айбикә повесы"

Урок по родному башкирскому языку и литературе на тему "Һ. Дәүләтшинаның, Айбикә повесы"


  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:


Тема: Һәҙиә Дәүләтшинаның Айбикә повесында ҡатын- ҡыҙҙарҙың ауыр тормошо.

Маҡсат:

1)Ҡуйылған проблемалы һорауҙарға тулы итеп яуаптар бирергә.

2)Тарихи һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлата белергә.

3)Дуҫлыҡ һәм ярҙамсылыҡ мөнәсәбәттәрен нығытырға.

Йыһаҙландырыу: Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың портреттары, китаптар күргәҙмәһе, һүҙлектәр, компьютер.

Дәрес барышы: Хәйерле көн!Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Балалар, тыуған илебеҙҙең алтын ҡояшын, тыныс зәңгәр күген һәм ошо матур, сағыу көндә беҙҙең дәрескә килгән ҡунактарыбыҙҙы сәләмләп китәйек.

Фонетик күнегеү:

Һаумы, алтын ҡояшым!

Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!

Иҫәнме, һин, елкәйем?

Хәлдәрең нисек, еркәйем?

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

Хөрмәтле уҡытыусыларым,

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем, иҫәнлек- һаулыҡ теләйем!

Уҡытыусы:Уҡыусылар,бөгөн дәрестә беҙ Һ.Дәүләтшинаның «Айбикә» тигән повесы менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.

Дәрес аҙағында һәр берегеҙ дәресебеҙҙең темаһын уйлап, билдәләп ҡуйырға тейеш.

Өйгә эш итеп Һ.Дәүләтшинаның биографияһын өйрәнеп килергә ҡушылғайны. Рәхим итегеҙ!

(экранда Һ.Дәүләтшинаның тормошона бәйле фотоһүрәттәр күрһәтелә)

Биографияһын сылбырлап һөйләү. Мәҫәлән:

1-се бала :Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың

5 мартында элекке Һамар губернаһы Хәсән ауылында тыуған.

Хәсән ауылында мәктәптә белем ала. 1920 йылда, ун биш йәшлек

ҡыҙҙы Дингеҙбай аулына уҡытыусы итеп ебәрәләр.

2-се бала:1922 йылда Мәскәүгә күсеп китә. 1924 йылда Өфөлә

Башҡорт педагогия рабфагында уҡый.1932 йылда Мәскәүгә китап нәшриәттәре өсөн мөхәррирҙәр әҙерләү институтына уҡырға инә.

3-сө бала: 1935-1937 йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшина –Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. 1934 йылда ССС Р яҙыусыларының беренсе съезына делегат булып бара, унда М.Горький менән осраша. Сталин шәхес культы йылдарында репрессияға тартыла.

4-се бала:1942-1952 йылдарҙа «Ырғыҙ» романын яҙа.

1954 йылда Бөрө ҡалаһында йөрәк һәм үпкә ауырыуынан үлеп китә.

Уҡытыусы:

Уҡыусылар, Һ.Дәүләтшина ниндәй әҫәрҙәр яҙған? Нисәнсе йылдарҙа? Һорауҙарға яуап биреү.

Уҡытыусы: Эйе, башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, оло талант эйәһе Һәҙиә Дәүләтшина–милли әҙәбиәтебеҙ тарихында, рухиәтебеҙ күгендә айырыуса сағыу балҡыған йондарыбыҙҙың береһе. Шәхес культы, тоталитар режим дәүрендә нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы ауыр шарттарҙа михнәт һәм ғазап сигеп йәшәүгә дусар ителгән ҡайнар йөрәкле яҙыусы 20-се быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң юғары ҡаҙанаштарҙың береһе тип баһаланырҙай гүзәл әҫәр – «Ырғыҙ» романын ижад итә һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Ә 1930 йылда “ Айбикә” повесы “ Октябрь ” журналында баҫылып сыға. Һеҙгә ҡыҫҡартылып алған повесты өйҙә уҡып килергә ҡушылды. Әҫәр өҫтөндә эшләү. Бирелгән һорауҙарға повестан тейешле текстарҙы табып, яуаптар бирергә.

1 ”Айбикә” повесында ниндәй осор һүрәтләнә ?

2. Ни өсөн Һ.Дәүләтшина үҙенең төп геройына Айбикә тигән исемде ҡуша?

3. Айбикә ниндәй ғаиләлә, ниндәй шарттарҙа йәшәй?

4. Уҡыуға ҡарата ҡарт әсәһе менән атаһының ҡарашы?

5. Айбикә Ҡотлояр байҙың өйөнә нисек эләгә ?

6. Айбикә Ҡотлоярҙың өйөндә ниндәй шарттарҙа йәшәй?

7. Колхозлаштырыу осоронда Айбикәнең позицияһы ниндәй?

Уҡытыусы: Әңгәмә бик фәһемле үтте.

Физминиутка.

Ә хәҙер Айбикәнең характер һыҙаттарына хас булған аныҡлаусыларҙы уйлап яҙығыҙ.

Класс ике төркөмгә бүленә

1-се төркөм 2 –се төркөм

Айбикәнең Совет власы, колхозлаштырыу

революцияға тиклемге осоронда образы.

образы.

баҫылҡы ныҡышмалы

тыйнаҡ уҡымышлы

тыныс көслө ихтиярлы

тәүәкәлһеҙ ойоштороусы

ҡыйыуһыҙ үткер

хоҡуҡһыҙ бала ирекле, алдынғы ҡатын

Уҡытыусы: Шулай итеп, баҫылҡы, тыйнаҡ, хоҡуҡһыҙ баланан Айбикә ирекле яңы тормош төҙөүҙә иң актив башҡорт ҡатын-

ҡыҙҙарының береһе булып китә.

Артабан уҡыусылар Р.Шәкурҙең “Айбикә” повесы тураһында әйткән һүҙҙәрендә нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр яҙалар, бер-береһенең эштәрен баһалайҙар.

Күнегеү.

Айбикә’’ -к.лх.злаштырыу ос.р.нда яңы т.рм.ш т.ҙөүҙ. ал.ы сафҡа баҫҡан б.шҡ.рт ҡатын – ҡыҙҙ.рын.ң рухи үҫ.шен, күмәк, берҙәм хеҙм.тте, шул дәүер башҡорт ауыл.нд.ғы ижтимағи яң.рыу бар.шын, б.шҡ.рт халҡының торм.ш-к.нкүрешен тәрән һ.йөү һәм инаныу тойғ.һо менән поэтиклаштырыусы әҫәр Р.Шәкүр

Уҡытыусы: Балалар, повеста осраған иҫкергән һүҙҙәрҙе табып дәфтәргә күсерегеҙ, уларҙың мәғәнәһен аңлатма һүҙлек ярҙамында асыҡлағыҙ.

Мәҫәлән: ҡарындыҡ,ситек,ҡата,урындыҡ һ.б

Уҡытыусы:

Уҡыусылыр,бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?

Ниндәй күнегеүҙәр оҡшаны?

Яуаптарығыҙ менән ҡәнәғәт булдығыҙмы?

Дәрестең темаһын нисек итеп атар инегеҙ?


Уҡыусылар дәрестең темаһын үҙҙәре уйлап сығаралар.

Уҡытыусы: Эйе, башҡорт халҡының изге һәм саф күңелле, героик характерлы ҡыҙы, ысын-ысынында халыҡ яҙыусыһы Һ.Дәүләтшинаның йәне лә, йөрәк тибеше лә – уның һоҡландырғыс әҫәрҙәрендә, халыҡ тормошоноң һәм яҙмышының икһеҙ–сикһеҙ киңлектәрен айҡаған илһамлы “Ырғыҙ” романы һәм «Айбикә» повесында.

Уҡыусыларҙы баһалау.

Өйгә эш итеп Айбикә образын төшөрөп килергә.

Уҡытыусы:Дәрес өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!








Автор
Дата добавления 28.02.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров132
Номер материала ДВ-491807
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх