Тема.
Фразеологизмдар.
Дәрес барышы
-Һаумыһығыҙ
уҡыусар. Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы «Фразеолгизмдар»
-Дәфтәрҙәре
астыҡ һәм бөгөнгө чилосны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ
Алтынсы апрель
Класс эше
Фразеологизмдар
-
Фразеологизмдар һүҙе һеҙгә танышмы? Рус
теленән үттегеҙме? Фразеологизм тип нимәне әйтәләр?
Ожегов
һүҙлегендә былай тип әйтелгән:
1. “Фразеология
совокупность устойчивых оборотов речи и выражений, свойственных данному языку.
2. Красивые,
напыщенные фразы, скрывающие бедность и лживость содержания.
(Фразеологизм или
фразеологическая единица- устойчивое по составу и структуре, лексически
неделимое и целостное по значению словосочетание или предложение.)
Рус теленән
үткәндәрҙе иҫкә төшөрҙөк.
I.
Проблемалы һорау ҡуйыу.
Беҙҙең китапта фразеологизмды
нисек аңлатҡандар? 46-сы битте асығыҙ. Үҙ алдығыҙға уҡып сығығыҙ.
II.
Яңы тема аңлатыу.
1. Фразеологизм
ул – нығынған һүҙбәйләнеш тип яҙылған. Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайбыҙ. Бына ике
һүҙбәйләнеш: аш һалыу һәм күҙ һалыу.
Беренсе
һүҙбәйләнештә аш һүҙен башҡа һүҙ менән алмаштырып буламы?
(икмәк һалыу,
шәкәр һалыу, ит һалыу)
Һығымта беренсе
һүҙбәйләнештәге аш һүҙен икенсе һүҙ менән алмаштырып була, мәғәнәһе
үҙгәрмәй. Улар бер-береһенә ирекле.
Ирекле
һүҙбәйләнештәр составына ингән һүҙҙәр үҙҙәренең төп мәғәнәһен һаҡлай, айырым
төшөнсә белдерә. Ә күҙ һалыу нимәне аңлата?(ҡарау)
Күҙ
һүҙен башҡа һүҙ менән алмаштырһаҡ, шул уҡ
ҡарау мәғәнәһе ҡаламы?( Һаҡланмай, мәғәнәһе аңлашылмай)
Был һүҙбәйләнештәге
һүҙҙәрҙе алмаштырып булмай, сөнки улар бер-береһенә бәйләнгән, нығынған. Улар –
нығынған һүҙбәйләнештәр.
Нығынған
һүҙбәйләнештәрҙең һөйләмдә, телмәрҙә роле ниндәй?
2. Дәфтәрҙә
эш.(нығынған һүҙбәйләнештәр уҡыла, дәфтәрҙәргә яҙыла). Ошо таблицаны
дәфтәрҙәргә күсереп яҙығыҙ!!!!!!
баш ватыу
|
уйлау
|
түбәһе күккә тейеү
|
шатланыу
|
ҡара уй
|
яуыз ниәт
|
ең һыҙғанып
|
тырышып
|
ҡуян йөрәк
|
ҡурҡаҡ
|
ауыҙы ҡолағына еткән
|
шат
|
Нығытыу
(закрепление темы)
Бирелгән
нығынған һүҙбәйләнештәр нисә һүҙҙән тора?(2-3)
Улар
араһында башҡа һүҙҙәр ҡуйһаҡ, мәғәнәһе һаҡланамы?(юҡ)
Нығынған
һүҙбәйләнештәр телмәр ағышында барлыҡҡа килә аламы?(Юҡ, улар телдәрҙә әҙер
килеш ҡулланыла)
Өй-эше.
Бирелгән фразеолгизмдарҙы рус теленә тәржемә итегеҙ. (выполняем в тетради)
Кәкре
ҡайынға терәтеү – ……….
Танау
күтәреү – ……..
Һыуҙы
иләк менән ташыу – …………….
Биш
бармағым кеүек беләм - …………..
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.