Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по теме "М. Карим" (11 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок по теме "М. Карим" (11 класс)

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ Мостай Карим.docx

библиотека
материалов

hello_html_43fb6208.gifhello_html_m7692109e.gif

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының 155 – се лицейы муниципаль


Өфө-2013

Мостай Кәрим һәм уның ғаиләһе

(11класс уҡыусылары өсөн)

Башҡарҙы: Мирхәйҙәрова Гөлнара Рифҡәт ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы





Мостай Кәрим, ысын исеме  Мостафа Сафа улы Кәримов

(1919 йылдың  20 октябрь  2005 йылдың 21 сентябрь) — күренекле  башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры.



KarimM.jpg



Тема: Мостай Кәрим һәм уның ғаиләһе..

Маҡсат:

  • Бөйөк әҙәбиәт вәкиле Мостай Кәримдең ғаилә ағзалары менән таныштырыу;

  • Әхләки һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Коммуникатив һәләттәрен үҫтереү;

  • Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • Ата-әсәләргә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

  • Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең портреты;

  • М.Кәримдең ғаилә ағзаларының фотолары;

  • Һорауҙар яҙылған карточкалар;

  • интерактив таҡта, магнитафон, видеояҙма.



Фонетик – артикуляцион күнегеү.

Ҡайын япрағы тураһында.

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.


( Шул уҡ ваҡытта әкрен генә ҡурай моңо яңғырай. Башҡортостан картаһы эленгән. “ Башҡортостан төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтелә.)

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Бөгөн беҙ дәрестә Мостай Кәримдең тормош юлы һәм уның ғаиләһе менән танышыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ әле өйгә эште тикшереп үтәйек.

-Өйгә эшкә нимә бирелгән ине?

-Өйҙә Мостай Кәримдең биографияһын уҡып килергә ине.

Хәҙер мин һеҙгә һорауҙар яҙылған карточкалар таратып бирәм. Шул һорауҙарға яуап бирә алһағыҙ, тимәк һеҙ өй эшен үтәгәнһегеҙ.

  1. М.Кәрим ниндәй районда тыуған? (Шишмә районы Келәш ауылы)

  2. М.Кәрим нисәнсе йылда тыуған? (1919)

  3. Шағирҙың тәүге шиғыры нисәнсе йылда баҫыла?(1935)

  4. Шағирҙың тәүге китабы?(1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды”тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы.)

  5. Икенсе китабы нисек атала?(1941йылда -“Яҙғы тауыштар” шиғырҙар йыйынтығы.)

  6. М.Кәрим ниндәй уҡыу йорттарын тамамлай? (1935-1937 - Өфө педагогия рабфагында һәм 1937-1941; БДПИ-ла уҡый)

  7. М.Кәрим ҡайҙарҙа эшләй?

(1951-Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе һәм шул уҡ йылда РСФСР Яҙыусылар берлеге идараһында;1962 йылға тиклем Яҙыусылар союзы һәм шул уҡ йылда РСФСР Яҙыусылар союзының секретары; 1955-1980 йылдарҙа РСФСР Верховный Советы депутаты; БАССР Верховный Советы депутаты һ.б.)

  1. Уға нисәнсе йылда халыҡ шағиры тигән исем бирелде?(1963йылда)

  2. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең ниндәй наградалары бар?

  • 1967 й. – С.Юлаев исемендәге премия,

  • 1967,1979 йылдарҙа 2 Ленин ордены,

  • К.С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы ”Ай тотолған төндә әҫәре өсөн,

  • 1972 й.- СССР Дәүләт премияһы “Йылдар эҙенән”тигән китабы өсөн,

  • 1978 й. Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломы,

  • 1979 й. Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем,

  • 1984 й. Ленин премияһы “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ташлама утты, прометей” әҫәрҙәре өсөн,

  • 1992 й –Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы тигән исем,

  • II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре),

  • III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле),

  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия.

Слайдттан күрһәтеү.

pict10pict11 pict12 pict13

  1. М. Кәрим нисәнсе йылда вафат булды һәм ҡайҙа ерләнгән?

  1. дың 21 сентябрендә Өфөләге Мосолмандар зыяратында ерләнгән.)

  1. М.Кәримгә яңыраҡ ҡына ҡайҙа һәйкәл асылды?

(2013 й. Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим урамы)

Яңы тема:

Слайдтан фотолар күрһәтелә, яңы теманың исеме асыҡлана. Дәфтәрҙәргә числоны һәм теманы яҙабыҙ.

  • Бөгөн беҙ ни өсөн фото рәсемдәр ҡарайбыҙ әле? Һеҙ был фотоларҙа берәй таныш кешеләрҙе күрәһегеҙме?

  • Яуаптар тыңланыла.

(Уҡытыусы һүҙе) Ысынлап та, был фотоларҙағы кешеләр - Мостай Кәримдең ғаиләһе. Ҡарағыҙ әле уҡыусылар, ниндәй бәхетле ғаиләне күрәбеҙ. Был фотоларҙа 4 быуын кешеләре: М.Кәримдең әсәһе, туғандары, ҡатыны, балалары, ейәндәре. (Уҡытыусы татыу ғаиләләр хаҡында әңгәмә алып бара).

Мостай Кәрим ҡатыны Рауза менән 1941 йылда өйләнешәләр, тик улаҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай һуғыш башлана. Мостафа ағай һуғышҡа китә. Рауза апай ауылға ҡайтып китә, һуғыш йылдарында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, клуб сәхнәләрендә лә йыш ҡына сығыш яһай. 1942 йылдың 10 ғинуарында Илгиз улдары донъяға килә. Хәҙерге көндә Илгиз яҙыусы, тәржемәсе булып эшләй. Ул М. Кәримдең бик күп китаптарын рус теленә тәржемә итте. Ошо көндәрҙә Илгиз Кәримов атаһының әҫәрҙәр йыйынтығын бер нисә томға йыйнап сығарырға әҙерләнеп йөрөй. Был йыйынтыҡтың беренсе томына атаһының 1934-1969 йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре тупланасаҡ. Илгиздең улы Тимербулат(яҙыусылар берлеге ағзаһы)(слайдтан күрһәтеү). Икенсе балалары – Әлфиә 1951 йылда донъяға килә. Ул Өфө дәүләт авиация институты доценты, инглиз теле уҡытып йөрөй. Уның улы Булат (слайдтан күрһәтеү.)

http://www.gasrb.ru/i_eventsf/b_40.jpg

  • Уҡытыусы:

  • Әлфиә Мостафа ҡыҙы әсәһе хаҡында ниндәйерәк йылы, һөйөү һүҙҙәре әйтә икән, әйҙәгеҙ әле, хәтерләүҙәренән өҙөк уҡып китәйек : (интерактив таҡтанан күҙәтеп барыу)

Әсәйем сибәрлеге, яуаплылығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, отҡорлоғо, талапсанлығы менән көслө булды. Эште һәр ваҡыт еренә еткереп эшләне. Берәү алдында ла ебеп төшмәне, Президентмы ул, ябай кешеме – һәммәһе менән тигеҙ аралашты. Һүҙсән булманы, кешене тыңларға яратты. Әйткән һүҙенә, башлаған эшенә, һөйгән йәренә, Ватанына тоғро була белде. Әсәйем ниндәй генә һөнәргә тотонмаһын, бөтәһен дә бер ҡыйынһыҙлыҡ менән башҡарҙы. Хатта, беҙ музыка мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, беҙҙе тикшереп барыр өсөн, пианинола ла уйнарға өйрәнде, заманса ритмдарҙы һәм хәрәкәттәрҙе лә өйрәнде. Атайым Ҡытайҙан халат өсөн материал алып ҡайтҡас, тегергә лә өйрәнде. Өй һалһаҡ та, фатирҙа ремонт эшләһәк тә ул төп етәксе булды. Ҡулынан бөтә эш килде. Атайымды депутат итеп һайлағас, уның өлгөрмәгән эштәрен үҙенең өҫтөнә алды. Ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт йылы ҡарашы менән ҡаршы алды”.

  • Сибәр

  • Ябай холоҡло

  • Яуаплы

  • Талапсан

  • Көслө

  • Тырыш

  • Эшсән

  • Ҡунаҡсыл

  • Ярҙамсыл

  • Тоғро һ.б.



Ә хәҙер, ғаиләнең күп ауырлыҡтарын етәкләп барған әсә кешегә ҡыҙы күҙлегенән характеристика бирәйек (уҡыусылар таҡтала һәм дәфтәрҙәрендә яҙа баралар). Мәҫәлән:




























Мостай Кәримдең ғаиләләге ролен асыу өсөн ҡыҙы Әлфиәнең хәтерләүҙәренән тағы бер өҙөк уҡып китәйек. (интерактив таҡтанан уҡыу).

Беҙ уның янында йәшәгәнебеҙ менән бәхетлебеҙ. Ул шундай асыҡ күңелле, ябай, халыҡсан, ярҙамсыл булды. Сөнки кем генә ярҙам һорап килмәһен, береһен дә ул кире бороп сығарманы. Бөтәһенә лә бөтә күңелен биреп ярҙамлашты, кәрәк саҡта кәңәшен дә бирҙе. Кешеләрҙе аңлай, ғәфү итә, хөрмәтләй белде. Ул шундай тәбиғилеге менән айырылып торҙо башҡаларҙан. Бөйөк кешеләр, ғалимдар, йәмғиәт эшмәкәрҙәре менән ул ябай телдә улар менән бер рәттән тороп аралаша алды. Сөнки, ул кешелә була торған бөтә ыңғай сифаттарға ла эйә ине. Бер вағытта ла кешеләрҙе йәшенә ҡарап айырып ҡараманы. Башлаған эшен еренә еткереп эшләне. Беҙҙең өсөн дә яҡшы атай булды. Аҙ ғына булған буш ваҡытын да беҙҙең өсөн, балалры өсөн бүлә ине. Беҙҙең кәйефебеҙҙе бер ҡараштан аңланы, ярҙам итергә, аралашырға яратты. Рус, инглиз телдәрен яҡшы белде”.

Мостай Кәримдең йәмғиәттәге һәм ғайләләге роленә характеристика биреп үтәйек: (таҡтала һәм дәфтәрҙәрендә яҙа баралар)





Мостай Кәрим



  • Яҡшы атай

  • Ғаилә башлығы

  • Ихлас күңелле

  • Ярҙамсыл

  • Халыҡсан

  • Талапсан

  • Алсаҡ

  • Кәңәшсе

  • Дәүләт эшмәкәре

  • Халыҡ шағиры

  • Прозаик

  • Драматург

  • Публисист

  • Сәнғәт эшмәкәре 

  • Академик

  • Һуғыш ветераны



















(Уҡытыусы һүҙе, һорауҙар аша әңгәмә алып барыла.)

М.Кәримгә арналған иҫтәлекле урындар (уҡыусылар яуабы, уҡытыусы слайдтан күрһәтә бара):

http://www.ufacity.info/upload/iblock/578/01.jpg

https://encrypted-tbn2.gstatic.com/images?q=tbn:ANd9GcQFuNO2KJ7kyNYz3DdBsLlB2gZLRAnZBiWZweqAeRAf9THRmyoPyg

Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән. Тыуған яғында тыуған мәктәбе уның исемен йөрөтә. 2013 йылдың 10 отябрендә ҡуланан(бронза) бөйөк шағирыбыҙға һәйкәл асылды. Ул үҙе 40 йыл буйына йәшәгән М. Кәрим урамында (элекке Социалистик урамы) урынлашҡан. Мостай Кәрим йәшәгән йортта мемориаль таҡта асылған.

Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

  • Пьесалары: «Айгөл иле»,

«Ҡыҙ урлау»,

«Ай тотолған төндә»,

«Салауат. Өн ҡатыш ете төш»,

«Ташлама утты, Прометей



Иң билдәле әҫәрҙәрен атау.



  • Шиғыр йыйынтыҡтары:

«Ҡара һыуҙар» «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар»







  • Повестары:

«Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған»,

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».







































Мостай Кәримдең ижады күп телдәргә тәржемә ителеп бөтә донъя күләмендә киң таралды. Шағирҙың исеме бер рәттән Р. Ғамзатов,

Ч. Айтматовтар кеүек үк күп илдәргә билдәле.

Башҡорт әҙибе М. Кәримдең китаптары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, тажик, латыш, төрөкмән, литва, балҡар, вьетнам, бавар һ.б. телдәргә тәржемә телгән һәм төрлө милләт балалары рәхәтләнеп үҙ телдәрендә уҡый.

Дәрескә рефлексия
- Уҡыусылар, беҙ бөгөн Мостай Кәримдең тормошо һәм ғаиләләге роле менән таныштыҡ, шағирҙың тормошҡа, ижадҡа, халыҡҡа, ғаиләһенә булған һөйөүе хаҡында белем тупланыҡ. Бөгөнгө дәрес һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар тыуҙырҙы

Оҡшаһа - йәшел карточкаларҙы, ә оҡшамаһа – һары карточкаларҙы күтәрегеҙ.

Әйҙәгеҙ әле бергәләп белемдәрҙе тикшереп үтәйек;( әкрен генә М.Кәрим һүҙҙәренә магнитофондан йыр тыңлана.)
1.М.Кәримдең ҡатынының исеме нисек?
2. М.Кәримдең нисә балаһы бар?
3 М.Кәримдең балалары ниндәй һөнәр кешеләре?

4.Уға арналған иҫтәлекле урындар?

5.М.Кәримдең ниндәй шиғырҙарын, поэмаларын, повестарын, драмаларын беләһегеҙ?
6.М.Кәримдең әҫәрҙәре ниндәй телдәргә тәржемә ителгән?
5.Уға арналған иҫтәлекле урындар?
Баһалау.
Өйгә эш.
- Уҡыусылар, киләһе дәрескә “Минең ғаиләмдә – һөнәр кешеләре” тигән темаға бәләкәй генә инша йә эссе яҙырға. М.Кәримдең шиғырын уҡып уҡытыусы дәресте тамамлап ҡуя.

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм —

Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.

Боҙолошоу — сирек әжәл.

Әжәл менән һынашмағыҙ.



Араларға ышанмағыҙ,

Ваҡыттарға таянмағыҙ.

Айырылышыу — ярты әжәл.

Әжәл менән шаярмағыҙ.



Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа,

Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ.

Һөйөү һүнһә, кеше үлә.

Әжәлдәрҙән саралар юҡ.

Илаһи йәнле әҙәмдәр генә үҙҙәренең һөйөүҙәре менән һоҡлана алалыр ул...

Дәрес тамам. Сығырға мөмкин. Һау булығыҙ!



Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Тикеев Д.С. һ.б.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте,11класс, Өфө-2007

  • Һирәк осрай торған күренеш (Мостай Кәрим) // Аралбай, Ҡ. Хәтеремдең тере ҡуҙҙары: Иҫтәлектәр, бағышлауҙар, ижади портреттар, әҙәби күҙәтеүҙәр, халыҡ ижадына, сәнғәткәҡағылышлы яҙмалар / Ҡ. Аралбай .- Өфө: Китап, 2007.- Б.31.


  • Кәрим, М. Тормошо һәм ижады. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 80 йәш тулыуға арнала/Төҙоуселәре Ҡ. Аралбай, Ғ.Ғәлимова, И. Кинйәбулатов.- Өфө: Китап, 2000.- 240 б.


  • Әсәрзәр. 5 томда. 5-се том: Истәлектәр, мәҡәләләр, телмәрзәр, әнгамалар. - Өфө: Китап, 1999.- 592 бит.


  • Һинме миңә моңдаш, минме һиңә, Әй ҡөҙрәтле Ғаләм ?! (Мостай Кәрим, Тамара Ғәниева) // Мырҙабаева, Ф.Р. Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары… Публицистик мәҡәләләр, интервьюлар, әңгәмәләр / Ф.Р. Мырҙабаева .- Өфө: Китап, 2005.- Б.240



  • Интернет селтәренән һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан фотолар.










Автор
Дата добавления 27.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров306
Номер материала ДВ-202398
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх