Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по теме Птицы-крылатые друзья
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок по теме Птицы-крылатые друзья

библиотека
материалов

ТЕМА: Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

Маҡсат: - ҡоштар тураһында алынған белемде нығытыу;

- мәҡәләнең йөкмәктеһен үҙләштереү;

телмәр күнекмәләрен үҫтереү;

- тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ҡоштар донъяһында матурлыҡты күрә белеү һәм уларҙы һаҡларға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: дәреслек,ҡояш һәм ҡоштар һүрәттәре, ағас, тағараҡ,Ф.Туғыҙбаеваның портреты, “Аҡбуҙат” журналы, сыйырсыҡ ояһы, “Башҡортса өйрәнәйек” мультимедия электрон дәреслеге,видеояҙма, карточкалар,«Тәбиғәттә ҡоштар тауышы» фонограммаһы.

Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-Һаумыһығыҙ!

Психологик минутлыҡ.

Һаумы, ҡояш!

Эй шатлыҡлы бөгөнгө иртәләр,

Ҡояш нурын һибә көлтәләп.

Һаумы, ҡояш! Һаумы, яҡты көн!

Йырсы ҡоштар – наҙлы иркәләр!


Уҡыусылар, ә хәҙер бер – берегеҙгә ҡарап,был һүрәттәге көләс ҡояш һымаҡ йылмайығыҙ.

2. Фонетик – артикуляцион күнегеүҙәр.


Тын алыу күнекмәләре:

Тышта ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ ошо таҙа ҡышҡы саф һауаны танау менән тәрән һулап сығарабыҙ.






2. Артикуляцион күнегеүҙәр.


а) Компьютер ярҙамында башҡорт өндәрен ҡабатлау;

ә,ө, ҡ,ғ,ҫ,һ,ү,ң.

б) Ижектәр әйтеү;

ла-лә, ма-мә, ка-кә,ро-рө, то-тө.

Телтөҙәткес;

Тә-тә-тә - ултырабыҙ дәрестә

Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса

Ый-ый-ый-уҡыусы шиғыр уҡый

Ыш-ыш-ыш- беҙ шундай тырыш.

Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе тағы ла шымартып алайыҡ әле.

Бишле билдә, биш ле билдә,

Бишле билдә бик шәп шул

Бишкә уҡып, гел тырышып,

Бишле генә алам шул сто два вос

а) Компьютер ярҙамында башҡорт өндәрен ҡабатлау.

б) Бер тында ҡабатларға: ә -ө - ү - э – и, а - о - ы – у , гғ – кҡ –хһ – сҫ –зҙ – нң.

Һуҙынҡыларҙың әйтелешен рус теле менән сағыштырыу: о – оло, олатай, о – Оля, а – алма, атай,, а – Алла.


Дә - дә - дә - һөйләшәм башҡорт телендә,

Дә - дә - дә - яҙам башҡорт телендә.

3. Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунактар килде. Беҙ үҙебеҙ менән диалогтар ярҙамында таныштырайыҡ әле.

4. Яңы теманы үҙләштереү. Инеш әңгәмә.

- Уҡыусылар, кем яҙ миҙгелен ярата?

-Ә ни өсөн яҙ оҡшай?

-( Ҡояш ҡөндән – көн нығыраҡ йылыта.Яҙ бөтә донъя йәнләнә.Өй баштарынан тамсылар тама. Юлдарҙа, тауҙарҙа ҡар ирей.Йылғаларҙа боҙҙар китә. Беҙгә йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайталар.)Һуңғы һөйләмде күсереп яҙыу, баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләү. “Ҡоштар” һүҙен килештәр менән үҙгәртеү.

Уҡытыусы. Яҙ тәбиғәт йыш үҙгәрә. Халыҡ әйтмешләй тәбиғәт етегә төрләнә. Ә һеҙҙең йырсы ҡоштар һайрауын тыңлайһығыҙ киләме?

«Тәбиғәттә ҡоштар тауышы» фонограммаһы уйнай, кинәт кенә “өҙөлә” моң.

Ике малай килеп инә. Ҡулдарына береһе рогатка тотҡан.

-Ура! Ура! Мин тейҙерҙем. Ха – ха – ха.

-Быныһын мин атам!

1 – се малай: Ярамай, атмағыҙ!

Рәнйетмәгеҙ ҡоштарҙы!

Улар ҙур ҡыйынлыҡ менән

Сыҡты һыуыҡ ҡыштарҙы.

Улар кескенә булһа ла

Ҙур файҙа килтерәләр.

Ағастарҙы серетеүсе

Ҡорттарҙы бөтөрәләр.

2 – се малай: Йырҙары, ә моңдары

Бигерәк тәьҫир итә.

Күңелдәребеҙ күтәреп

Үҙенә әсир итә.

1 – се ҡыҙ: Ҡолға ҡәҙәр буйҙары,

Аҡылдары бер иле.

Бирегеҙ, уҡтарығыҙ!

Ике дуҫ, йүләр – тиле.


2-се ҡыҙ: Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!

Ҡыш килһә, асыға

Бойоға күгәрсен.

Беснәк тә елкенеп

Ем эҙләй күрәһең.

Уларға шаярып

Атмағыҙ йәйәнән

Һаҡлағыҙ уларҙы

Үлемдән, бәләнән!


Уҡытыусы: Мин һеҙҙең менән ғорурланам, уҡыусылар! Оят түгелме һеҙгә, ҙур малайҙар! Уҡтар эшләп, ваҡытығыҙҙы әрәм иткәнсе, ошо ярҙамға мохтаж ҡошсоҡтарға күстәнәс ҡуйһағыҙ, улар нисек шатланыр ине. Бына инде, ҡоштар ҙа һайрауҙарынан туҡтанылар, әйҙәгеҙ, йыр йырлап күңелдәрен күтәрәйек. (Йыр «Һандуғас»).

Балалар, бөгөнгө дәрестең темаһы: «Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ». Дәрестең маҡсаты: ...

Уҡыусылар! Ә хәҙер 196-сы күнегеүҙәге көләмәсте ролдәргә бүлеп уҡыйбыҙ.

Һорауҙарға яуап биреү.

-Ҡоштарҙы малай таный аламы?

-Ҡоштарҙың исемдәрен иҫкә төшөрәйек әле. “Башҡортса өйрәнәйек” мультимедия электрон дәреслеге ярҙамында ҡабатлау.

Урман ҡоштары араһында ниндәй ҡоштар бар?

-Йылы яҡҡа китеүсе ҡоштар, ҡышлаусы ҡоштар.

(Таҡтала ҡоштар һүрәттәре. Ошо ҡоштар араһынан ҡышлаусы ҡоштарҙы ғына эҙләп табығыҙ һәм уларҙы бына ошо ағасҡа “осороп” ебәрегеҙ. Кем ярҙам итер?).

-Бик яҡшы. Тимәк, ҡышлаусы ҡоштарға ниндәй ҡоштар инә икән?

-Сәүкә (галка), һайыҫҡан (сорока),ҡыҙылтүш (снегирь),

ҡарабаш турғай (синица), күгәрсен (голубь),һуйыр (глухарь), ҡор (тетерев), өкө (сова),тумыртҡа (дятел).Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай.Ә ҡышларға йылы яҡҡа китеүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?

-Һандуғас(соловей), ҡарлуғас(ласточка), ала ҡарға(ворона), торна(журавль), кәкүк(кукушка), сыйырсыҡ(скворец),аҡҡош(лебедь).

5. Ял минуты. Йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙы оҙатып ҡалайыҡ:

«Ҡоштар китә, ҡоштар китә

Улар осалар бейек.

Беҙ уларға ҡул болғайбыҙ,

Яҙға килегеҙ тейеп».

6. Әңгәмә.

-Ни өсөн был ҡоштарҙы ҡышлаусы ҡоштар тигәндәр?

-Улар йылы яҡҡа китмәйҙәр.

-Ә ни өсөн йылы яҡҡа китмәйҙәр?

-Һыуыҡҡа сыҙамлылар, ҡыш аҙыҡ таба алалар.

-Ә ҡышлаусы ҡоштарға нимә ҡурҡыныс: һыуыҡмы, аслыҡмы?

-Аслыҡ.

-Улар нимә ашап көн күрәләр?

-Орлоҡтар, йәшеренеп ҡалған бөжәктәр, ҡойолған япраҡтар урынында ҡалған бөрөләр менән туҡланалар.

-Ҡоштарҙың йәне бармы?

-Эйе.

-Уларҙы йәберләргә яраймы?

ҡ,сөнки ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ.


Абдулхаҡ Игебаевтың “ Күктә осор ҡош булһын,”- тигән шиғырының фонояҙмаһын тыңлау һәм видео ҡарау.


Беҙҙең Баженов ауылында ниндәй ҡоштар күргәнегеҙ бар?

Уҡыусы. Мин ауылыбыҙҙа күргән ҡоштар тураһында презентация әҙерләнем.( Компьютер ярҙамында таныштыра)

-Ҡарағыҙ әле, был нимә ул?

-Сыйырсыҡ ояһы.

-Әйе, сыйырсыҡ ояһы. Унда йәшәгән сыйырсыҡ үҙе көньяҡҡа китер алдынан һеҙгә йомаҡтар әйтеп ҡалдырғайны. Әйҙәгеҙ, яуабын уйлашайыҡ әле бергәләп.


7. Йомаҡтар сисеү. (АСО системаһын ҡулланыу:төркөмдәрҙә эш.)

1.Тыуған яҡҡа бик тоғро ҡош,

Ҡайҙа ҡына ул тормай.

Күктә, ерҙә, хатта өйҙә

Кинәнеп уйнай... (турғай).

2. Йыр – моңдарға күмә ерҙе,

Илаһи мәл – таң тыуғас.

Тәбиғәткә сикһеҙ ғашиҡ,

Һоҡланғыс ҡош... (Һандуғас)

3.«Ҡар ҙа ҡар» тип осоп йөрөй,

Ҡысҡыра юҡҡа – барға.

Үҙе уғры, үҙе яһил

Исеме уның...(ҡарға)

4. Ағас башы туҡылдыҡ,

Туҡый – туҡый туҡ булдыҡ. (Тумыртҡа)

5. Көндөҙ йоҡлай, кис олой. (Өкө).

6. Ҡолға башында йорто,

Эсендә тора йырсы. (Сыйырсыҡ).


-Ә һеҙҙең был оялағы сыйырсыҡты күрәһегеҙ киләме? Ләкин уны күрер өсөн беҙгә тиҙәйткесте дөрөҫ, тиҙ әйтерғә кәрәк.

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ ояңдан осоп,сыҡ!

(Видеояҙма ҡарау.)

8. Ф.Туғыҙбаева һандуғас һәм Искәндәр тураһында бик матур хикәйә яҙған.Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1950 йылдың1ғинуарында Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған.1990 йылдан беҙ яратып уҡыған “ Аҡбуҙат “ журналының баш мөхәррире булып эшләй.Балалар өсөн яҙылған “Шаҡмаҡлы дәфтәр” , “Яңы күлдәк” хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары, “Ялан сәскәләре” шиғырҙар йыйынтығы авторы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Искәндәрҙе кем уятты?”хикәйәһендә һандуғас һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр ҙә алып килгән.

Һүҙлек эше. Һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү.


Яғымлы - ласковый

Тулҡын - волна

Бер кем дә - никто

Күктән – по небу

Уятты - разбудил

Тирбәлдерә - колеблет

Матурлыҡ – красота

Ерҙән – по земле.

Хикәйәне тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү.

Китаптағы һорауҙарға яуап биреү.

-Ҡоштар кешегә, тәбиғәткә ниндәй файҙа килтерәләр?

-Улар зарарлы бөжәктәрҙе, ҡорттарҙы ашайҙар.Уңышты арттыралар.Донъяға матурлыҡ өҫтәйҙәр.

- Ә Һеҙ, ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ?

-Иҫке ояларын төҙәтәбеҙ, яңы оялар яһайбыҙ, ашарға ем, орлоҡ, икмәк валсығы, ярма һибәбеҙ.

өрөҫ, уҡыусылар, ысынлап та, ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Беҙ дуҫтарыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Сөнки ҡоштарҙың ҡайһы төрө йылдан – йыл кәмей бара. Башҡортостанда ла кайһы төр ҡоштар бик аҙ ҡалған. Уларҙың ҡайһылары «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Яковлева Алена интернетта гиҙеп,был ҡоштар тураһында бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр белде.Уға был эшендә өлкән синыф уҡыусыһы Ғүмәров Тимур ярҙам итте.Хәҙер Алена

Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ҡоштар һәм үҙе төҙөгән сканворды менән таныштырасаҡ.


Бөркөт – орёл;

Ҡарсыға – ястреб;

Ыласын – сокол;

Ҡарағош – стервятник;

Шоңҡар – кречет;

Төйлөгән – коршун.


-Ял итеү:уйын «Осто – осто».


9. Ребус сисеү: Ҡалған эшкә ҡар яуа.

(Һүрәт буйынса эш.) Эйе, балалар, бөгөнгө эште иртәгә ҡалдырырға ярамай. Ҡоштарға ла бөгөн ярҙам итәйек. Парталарҙа ятҡан карточкаларға иғтибар итегеҙ.


-Әгәр һин ҡоштарҙың ояларын туҙҙырмаһаң, балаларын алмаһаң, уларҙы үлтермәһәң – яҡшы! Әгәр шул уҡ эштәрҙе эшләүҙән башҡаларҙы тыйһаң – бик яҡшы! Әгәр инде һин ҡоштарға оялар ҙа эшләп ҡуйһаң – афарин.(Матур яҙыу минуты.Тексты күсереп яҙыу.)


10. Йомғаҡлау.

Һеҙ был дәрестә нимәләр менән таныштығыҙ?

-“Башҡортса өйрәнәйек” мультимедия электрон дәреслеге ярҙамында ҡоштар тураһында белгәндәрҙе ҡабатланыҡ,интернетта гиҙеп “ Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ҡоштар тураһында белдек, Ф.Туғыҙбаеваның “ Искәндәрҙе кем уятты” хикәйәһе менән таныштыҡ,уйын уйнаныҡ,видеофильм ҡараныҡ.


Уҡытыусы: Беҙҙең бөгөнгө дәрес фәһемле булды.Иң мөһиме: ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ икәнен аңланыҡ.Оҙаҡламай ҡоштар ҙа ҡайта башлар. Беҙгә уларҙы ҡаршы алырға әҙерләнергә кәрәк. Бик матур оялар, тағараҡтар эшләгәнһегеҙ, ҙур рәхмәт. Ҡоштарға ярҙам итеүҙе халыҡ айырыуса маҡтаулы эш тип иҫәпләғән. Әгәр һәр – беребеҙ үҙе йәшәгән ерендә ҡоштарға ярҙам итһә, шулай уҡ бөтә ауылдар, райондар, илдәр тәбиғәтте һаҡлау өсөн көрәш башлаһа, беҙ Кешелек донъяһын, Еребеҙҙе оло фажиғәнән ҡотҡарып ҡалырбыҙ.


Балалар! Һеҙ тәбиғәттең ысын дуҫтары булып үҫерһегеҙ тип ышанам. Бөгөн үҙегеҙ эшләгән ояларҙы, тағараҡтарҙы мәктәп, өй эргәһендә ағастарға элерһегеҙ.


Баһалау. Кемдәр дәрестә яҡшы эшләгән, хәҙер уларҙың парталарына ҡоштар килеп ҡунасаҡ.

Өйгә эш: - «һандуғас» һүҙенән һүҙҙәр төҙөү. (Ағас…)

-Яңы һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә күсереп яҙырға һәм ятларға.








Бәләбәй районы

Баженов урта мәктәбенең

башҡорт теле уҡытыусыһы

Бикҡужина З. М.



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 07.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров243
Номер материала ДВ-131618
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх