Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Урок по теме "Руские слова с тюркской основой."

Урок по теме "Руские слова с тюркской основой."


библиотека
материалов

Хәйерле көн!

Мин- башҡорт гимназияһының 10 а класы уҡыусыһы Нуриева Камилә. Эшемдең темаһы Төрки сығанаҡлы рус һүҙҙәре. Был тема менән мин 9-сы кластан уҡ ҡыҙыҡһынам. Дәрестә уҡытыусыбыҙ ошо темаға миҫалдар килтергәс, аҙаҡ һәр һүҙҙе үҙем тикшерә башланым.

Бик боронғо телебеҙ сағылышы булған һүҙҙәрҙе беҙ бөгөн рус теленә әйләнгән лексик ҡатламда ла күрәбеҙ. Рус лингвистарынан Н.А. Баскаков, Радлов, Фасмер һәм башҡалар рус теле лексикаһының килеп сығышын тикшергәндә, үҙҙәре үк бик күп рус һүҙҙәренең килеп сығышын төрки телдәр нигеҙендә таба. Әммә улар әле тикшерелмәгән. Тап ошо проблема беҙҙең «Төрки сығанаҡлы рус һүҙҙәре» темаһының актуаллеген билдәләй. (икенсенән был тема миңә айырыуса ҡыҙыҡ, сөнки минең өләсәйемдең әсәһе (прабабушка) рус милләтенән булған).

Маҡсаты: рус теле лексик берәмектәрендә төрки телдәрҙең законлыҡтарын табыу һәм уларҙы һүрәтләү.

Бурыстары:

- лексиканы төрки телдәрҙең милли-мәҙәни аспектында анализлау;

-төрки сығанаҡлы рус лексикаһын төрки телдәр каритинаһы һәм мәҙәниәте реалиялары нигеҙендә өйрәнеү.



ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Тикшеренеү эшендә төрки сығанаҡлы ҡайһы бер лексиканың бөгөн рус әҙәбиәтендә һәм халҡы араһында үҙ булып киткәндәренә түбәндәгеләрҙе керетәбеҙ.

Иң киң таралғаны, хәҙер барыбыҙға ла билдәле һүҙ-карандаш. Ул ҡара таштан эшләнгән. Ҡара таш – русса карандаш булып киткән.

Молоко. Һөттө беҙгә нимә бирә? Һыйыр, ат, дөйә, кәзә. Был хайуандарҙы уртаҡ мал тигән һүҙ менән атайбыҙ. Ә око-ул һөттөң төҫө – аҡ. Килеп сыға- мал ағы. Беҙҙә һөт аҙыҡтарын мал ағы тип атау бар. Творог та, ҡаймаҡ та.

Брат. Ағай, абый, абзый тип беҙ бер атанан тыуғандарға әйтәбеҙ. Шулай итеп, бер ата- бер атанан тыуғандар быуаттар һуҙымында рус теленә яраҡлашып, брат булып ҡалған.

Туман-томан. Был һүҙҙе беҙ башҡортса ла, татарса ла томан тип йөрөтәбеҙ. Радлов иҫәпләүе буйынса, ул һүҙ рус теленә киреһенсә төрки телдәрҙән кергән. Мунса мейесендә утын янып бөткәс, томалайбыҙ. Томалау –ул ҡыҙған ташҡа эҫе һыу һалыу.Шул саҡта тирә-яҡта бер ни күренмәй, мунса томалана.

Кучер- Бер урындан икенсе урынға күсереп ҡуйған кеше: кучер-күсер (башҡортса), ә татарса ул күчер.

Ураган – өйөрмә- вихрь. Өйөрөлтөү, уратыу – Порывситое круговое движение ветра. Был һүҙгә килгәндә асыҡ ҡына күренеп тора – ураган ул, тимәк, ураған.

Казарма - ерҙе ҡаҙып эшләнгән урын. Ҡаҙарма-казарма.

Сибирь – Север. Башҡорт телендә Себер тип яңғырай. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, элек-электән хужаларға ҡаршы төшкәндәрҙе иң һыуыҡ ергә урман эштәрендә ҡулланыр өсөн Себергә (в Сибирь) ебәргәндәр. Икенсе төрлө - һөргөнгә оҙатҡандар. Татарса әйткәндә себергәннәр. Шунан килеп сыҡҡан инде ул Сибирь һүҙе.

Һөргөн, рус телендә каторга тип атала. Аңлашылып ҡына тора: ярамаған кешеләрҙе Себергә ҡатырға, ҡатып туңырға йәки ҡатып үлергә ебәргәндәр. Шунан рус телендәге каторга һүҙе тороп ҡалған. Дөрөҫөрәге, ҡатырға төрки һүҙе каторгаға әйләнгән.

Тағы бер нисә һүҙ: аласыҡ (лачуга), географик атамаларҙан Печора (бисура), Енисей (Йән-әсәй), Киев (Кейәү), Сырдаръя (Һырлы даръя),Дон (Тын),Тоцк(Тук йылғаһы).(Полынь половецкого поля-Мурат Аджи).

Ошоларҙың араһынан тик башҡорт халҡына ғына ҡағылышлылары ғына ла бар. Улар тарихи башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан Силәбе өлкәһендәге ҡалалар: Касли ҡалаһы (кәҫле), Сатка ҡалаһы (һатылған ҡала), Катав-Ивановск (Катав ул ҡатай тигән башҡорт ырыуы (Балаҡатай районы ла бар), алдына рус үҙенең Иванын ғына өҫтәгән), Сим (Эҫем йылғаһы, ҡалаһы).

Артабанғы миҫал шулай уҡ тик башҡорттарға ғына ҡағылышлы. Беҙҙең ата-бабалар элек-электән Мәскәү менән алыш-биреш иткән. Рус дәүләтенең һәр һуғышында үҙ аты, үҙ кейеме, үҙ аҙығы менән ҡатнашҡан кеүек ҙур, оло ҡала булараҡ Мәскәүҙә ата-бабаларыбыҙ кучер булып та, үҙ аттары менән башҡаса ла хеҙмәт иткән. Аттарын үҙҙәре ҡараған, арбаһын да үҙҙәре яһаған, ат дағалатыр урындары ла булған. Бөгөнгө данлыҡлы АРБАТ урамы (арба-ат), Таганка (даға) майҙаны. Был мәғлүмәт тарихи яҡтан иҫбатланған.

Шулай итеп, төрки телле халыҡтарҙың тормошо, көнкүреше һ.б. асыҡ сағылдырылған лексик берәмектәр быуаттар һуҙымында рус лексикаһына әйләнгән. Уларҙы эҙләйек, табайыҡ.












Только до конца зимы! Скидка 60% для педагогов на ДИПЛОМЫ от Столичного учебного центра!

Курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации от 1 400 руб.
Для выбора курса воспользуйтесь удобным поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВЫ).

Московские документы для аттестации: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДБ-074168

Похожие материалы



Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 60% скидки (только до конца зимы) при обучении на курсах профессиональной переподготовки (124 курса на выбор).

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG