Быуындар
сылбыры өҙөлмәһен.
Алып барыусы 1.
-Һаумыһығыҙ ҡан-ҡәрҙәштәр, имандаштар!
Ҡайнар сәләм,рухташтар,
Фекерҙәштәр,серҙәштәр.
Ҡайнар сәләм ерҙәштәр!
А.Б.2.
-Оло байрам бөгөн беҙҙә,
Ырыуҙаштар йыйыла-
Ата- бабалар мираҫы-
Шәжәрә байрамына.
А.Б.1.
-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөтәгеҙҙе лә ошо оло
байрам , шәжәрә байрамы менән ҡотлайбыҙ! Тарихтың шәжәрәһен өйрәнеүгә халыҡты
йәлеп итеү маҡсатында 2006 йылдың 10 майынан Башҡортостан Республикаһы
хөкүмәте “ Шәжәрә байрамдарын ойоштороу тураһында” ҡарар ҡабул итте. Ошоға
нигеҙләнеп был байрам беҙҙә лә билдәләнеп килә.
А.Б.2.
- Ғаилә бәхете- ил бәхете, ти халыҡ. Был
исә,ғаиләбеҙҙең
Сәләмәт ныҡлығы, ырыу-нәҫелебеҙҙең абруйы тигән
һүҙ.Киләсәгебеҙҙе беҙ бөгөнгө ғаилә мөнәсәбәттәре аша үҙебеҙ төҙөйбөҙ.к
иләсәгебеҙгә нигеҙ һалына.
А.Б.1.
- Һәр ата- ана үҙ балаһының тәртипле, әҙәпле, сәләмәт
булып үҫеүен теләй. Халҡыбыҙ был теләкте үҙенең мәҡәл- әйтемдәрендә сағылдыра
килгән: “Ата-әсә теләге утҡа- һыуға батырмаҫ”, “ Алтын ҡанат –атаң бар, көмөш
садаҡ -әсәң бар”, “ Атаңды башыңда тот, әсәңде усыңда тот”, тип балаларҙы
ата-әсәләре мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәгәндәр.
(Йыр “Тыуған ауылым”)
А.Б.2.
-“Атаңдан алып, ете быуыныңды бел”, ти халыҡ, әүәл оло
йәштәгеләр:”Кем нәҫеле?”- тип һорашыр булғандар. Ете быуынын әйтеп биргәс кенә
уны Иҫәпкә алғандар.
А.Б.1
-Ә хәҙер һүҙ үҙенең ырыу ағасы (шәжәрәһе) менән
-тыныштырыу өсөн _________ бирелә.
А.Б.2.
- Ғорур һүҙ әйт һораһалар,
Ҡайһы ырыу, ҡайһы заттан?
Киләсәккә айыҡ ҡарар
Үҙ тарихын белгән яттан!
А.Б.1
- Бер-береңә тоғролоҡҡа
Бөгөн анттар бирегеҙ!
Күршеләрҙе күрегеҙ!
Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.
А.Б.2.
- Ил хәлдәрен белегеҙ,
Туғандарҙы күрегеҙ.
Кипмәһен ырыу ағасы-
Тере һыуҙар һибегеҙ!
( татар халыҡ бейеүе)
- Үҙенең шәжәрәһе менән таныштырыу өсөн _____ бирелә.
А.Б.1.
Ырыу ағасы ҡоромаҫ,
Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.
Рәхим итегеҙ, туғандар
Шәжәрә байрамына!
А.Б.2.
-Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,
Үткәнде байҡа ғына.
Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ
Шәжәрә байрамында!
А.Б.1
-Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!
Онотолмаһын үткәнең!
Бел һин, ераҡ бабаларың
Нисек донъя көткәнен!
А.Б. 2
- Шәжәрәне ғүмер буйы
Һаҡлаған тыуған йортом:
Беҙ бурыслы һиңә, ауылым,
Яңауылым- баш йортом!
( башҡорт халыҡ бейеүе)
А.б.1.
- Шәжәрә -ул бөйөк, изге йортоң,
Тейешһең һин уға ҡайтырға.
Унда һине туғаның да, ер ҙә,
Йән дә, ҡан да тейеш тартырға.
Ә хәҙер ырыу ағасы менән таныштырыу өсөн һүҙ ______
бирелә.
А.Б.2.
- Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар килә. Тормош
дауам итә, итһен! Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән,, беҙҙән
тора. “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тигән боронғолар.
(Йыр 7 класс уҡыусыһы Алмаз Раянов)
А.Б.1
-Ҡәҙерле балалар, тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ,үҙегеҙҙең
нәҫелегеҙгә генә хас булған ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға
кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.
(Сәхнәгә балалар сыға)
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Әсәй менән атай кәрәк.
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Яҡты, йылы өй кәрәк.
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Бишек йырҙары кәрәк.
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Мәңге йәшәр тел кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Тыуған-үҫкән ил кәрәк.
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Мәңге имен ил кәрәк.
-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
-Быуын ныҡлығы кәрәк.
- ________ үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып китер.
А.Б.2.
- Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерербеҙ,
Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.
Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,
Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.
А.Б.1.
- “Илен белмәгән- игелекһеҙ. Хаҡын белмәгән- холоҡһоҙ,
Нәҫелен белмәгән –нәҫәпһеҙ”, -ти халыҡ, беҙ игелекле лә, нәҫел-нәсәпле лә булып
йәшәһәк ине.
А.Б.2.
- Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәп киреп олон тарбайтканда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда,
Йәшәргә лә әле йәшәргә!.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.