Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Урок по теме "Связь поколении"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Урок по теме "Связь поколении"

библиотека
материалов

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен.

Алып барыусы 1.

-Һаумыһығыҙ ҡан-ҡәрҙәштәр, имандаштар!

Ҡайнар сәләм,рухташтар,

Фекерҙәштәр,серҙәштәр.

Ҡайнар сәләм ерҙәштәр!

А.Б.2.

-Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла-

Ата- бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына.

А.Б.1.

-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөтәгеҙҙе лә ошо оло байрам , шәжәрә байрамы менән ҡотлайбыҙ! Тарихтың шәжәрәһен өйрәнеүгә халыҡты йәлеп итеү маҡсатында 2006 йылдың 10 майынан Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте “ Шәжәрә байрамдарын ойоштороу тураһында” ҡарар ҡабул итте. Ошоға нигеҙләнеп был байрам беҙҙә лә билдәләнеп килә.

А.Б.2.

- Ғаилә бәхете- ил бәхете, ти халыҡ. Был исә,ғаиләбеҙҙең

Сәләмәт ныҡлығы, ырыу-нәҫелебеҙҙең абруйы тигән һүҙ.Киләсәгебеҙҙе беҙ бөгөнгө ғаилә мөнәсәбәттәре аша үҙебеҙ төҙөйбөҙ.к иләсәгебеҙгә нигеҙ һалына.

А.Б.1.

- Һәр ата- ана үҙ балаһының тәртипле, әҙәпле, сәләмәт булып үҫеүен теләй. Халҡыбыҙ был теләкте үҙенең мәҡәл- әйтемдәрендә сағылдыра килгән: “Ата-әсә теләге утҡа- һыуға батырмаҫ”, “ Алтын ҡанат –атаң бар, көмөш садаҡ -әсәң бар”, “ Атаңды башыңда тот, әсәңде усыңда тот”, тип балаларҙы ата-әсәләре мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәгәндәр.

(Йыр “Тыуған ауылым”)

А.Б.2.

-“Атаңдан алып, ете быуыныңды бел”, ти халыҡ, әүәл оло йәштәгеләр:”Кем нәҫеле?”- тип һорашыр булғандар. Ете быуынын әйтеп биргәс кенә уны Иҫәпкә алғандар.

А.Б.1

-Ә хәҙер һүҙ үҙенең ырыу ағасы (шәжәрәһе) менән -тыныштырыу өсөн _________ бирелә.

А.Б.2.

- Ғорур һүҙ әйт һораһалар,

Ҡайһы ырыу, ҡайһы заттан?

Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан!

А.Б.1

- Бер-береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ!

Күршеләрҙе күрегеҙ!

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

А.Б.2.

- Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы күрегеҙ.

Кипмәһен ырыу ағасы-

Тере һыуҙар һибегеҙ!

( татар халыҡ бейеүе)

- Үҙенең шәжәрәһе менән таныштырыу өсөн _____ бирелә.

А.Б.1.

Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар

Шәжәрә байрамына!

А.Б.2.

-Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында!

А.Б.1

-Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Онотолмаһын үткәнең!

Бел һин, ераҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен!

А.Б. 2

- Шәжәрәне ғүмер буйы

Һаҡлаған тыуған йортом:

Беҙ бурыслы һиңә, ауылым,

Яңауылым- баш йортом!

( башҡорт халыҡ бейеүе)

А.б.1.

- Шәжәрә -ул бөйөк, изге йортоң,

Тейешһең һин уға ҡайтырға.

Унда һине туғаның да, ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға.

Ә хәҙер ырыу ағасы менән таныштырыу өсөн һүҙ ______ бирелә.

А.Б.2.

- Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар килә. Тормош дауам итә, итһен! Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән,, беҙҙән тора. “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тигән боронғолар.

(Йыр 7 класс уҡыусыһы Алмаз Раянов)

А.Б.1

-Ҡәҙерле балалар, тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ,үҙегеҙҙең нәҫелегеҙгә генә хас булған ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

(Сәхнәгә балалар сыға)

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Әсәй менән атай кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Яҡты, йылы өй кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Бишек йырҙары кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге йәшәр тел кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Тыуған-үҫкән ил кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге имен ил кәрәк.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Быуын ныҡлығы кәрәк.

- ________ үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып китер.

А.Б.2.

- Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерербеҙ,

Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.

Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,

Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.

А.Б.1.

- “Илен белмәгән- игелекһеҙ. Хаҡын белмәгән- холоҡһоҙ, Нәҫелен белмәгән –нәҫәпһеҙ”, -ти халыҡ, беҙ игелекле лә, нәҫел-нәсәпле лә булып йәшәһәк ине.

А.Б.2.

- Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәп киреп олон тарбайтканда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда,

Йәшәргә лә әле йәшәргә!.




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 24.01.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров134
Номер материала ДВ-374874
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх