Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок пр произведению Д.Булякова "Раненая книга"

Урок пр произведению Д.Булякова "Раненая книга"


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Маҡсат.

1.Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын тәрәнерәк өйрәнеү, уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләү, тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү, фразеологизмдар тураһында мәғлүмәт биреү.

2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3.Халыҡ яҙмышы хаҡында әңгәмәләшеү, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, экран йәки интерактив таҡта, ноутбук , Д. Бүләковтың портреты, китаптар күргәҙмәһе, фотоһүрәттәр, 5 - се класс дәреслеге (В.И.Хажин, Ә Х.Вилданов), һүҙлектәр.

Эпиграф: “Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине”.

Р. Бикбаев




Дәрес барышы:

Дәрес этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусының эшмәкәрлеге

I.Ойоштороу мәле.

Психологик кәйеф шарттарыбулдырыу.

Иҫәнләшеү.

-Һаумыһығыҙ,балалар!



Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе дәрескә әҙерләйек. Төҙ ултырҙыҡ, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйҙыҡ.Уҡыусылар, мин бөгөнгө дәрескә Ҡатнашыу билдәләре алып килдем. Һеҙ дөрөҫ, матур яуап биргән һайын ошоларҙы алырһығыҙ. Дәрес аҙағында күпме йыйылыуына ҡарап, мин һеҙгә баһа ҡуйырмын. Һөйләштекме?


-Һаумыһығыҙ!

Һаумы, дуҫтарым!(бер-береһенә ҡарап йылмаялар, хәйерле көн теләйҙәр ).

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине, телем!

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем!




II.Артикуляцион

күнегеү.





Уҡыусылар, әйҙәгеҙ,тиҙәйткесте ҡабатлап, телдәрҙе шымартып алайыҡ. 





Кәк-күк-кәк-күк – саҡыра кәкүк,

Кәк-күк-кәк-күк – ниндәй аяҙ күк.

Рүк-рүк-рүк-рүк – туҡтама берүк,

Үек-үек – донъябыҙ ожмах кеүек! 

III.«Уңыш» ситуацияһын тыуҙырыу.






















Экранда фотолар күрһәтелә.

-Балалар, был фотоларҙа кемдәрҙе күрәһегеҙ? Таныйһығыҙмы?





-Эйе, афариндар. Улар беҙҙең яҡташ шағирҙарыбыҙ.



Шулай уҡ, Нөгөш һыуын эсеп үҫкән тағы ла бер яҙыусыбыҙ бар. Уның тураһында Р. Бикбаев:

Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине”-тип яҙҙы.


Уҡыусыларҙың яуаптары.

-Беҙҙең Һәргәй ауылынан Ғәлим Дәүләди.

-Әбет ауылынан Фәнил Күзбәков һәм Ғәли Ильясов.

-Еректән – шағирә Мәрйәм Күсмәева, Түбәнгеташтан-Сәлмән Яҡупов.


















IV.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу


-Уҡыусылар, кем тураһында һүҙ бара икән? Әлеге юлдар кемгә арналғанын белгегеҙ киләлер. Был юлдар Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән яҡташ яҙыусыбыҙ Динис Бүләков тураһында. (Портретын күрһәтәм).



Уҡыусылар Динис Бүләковтың портретын, китаптарын ҡарайҙар. Яҙыусы тураһында белгәндәрен һөйләйҙәр.



Ул балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. Ҡайһылары менән танышһығыҙ?

- Афариндар.

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Яралы китап” әҫәрендәге матур кешеләр менән танышасаҡбыҙ, һәм шулай уҡ синонимдарҙы ла иҫкә төшөрөп китербеҙ.






-“Эҫе ҡар”. Беҙ Смаҡ ауылында ошо әҫәр буйынса ҡуйылған спектакль ҡараныҡ.

-“Күстәнәс”;

-Һәйкәл”, “Һыңар саңғы” …








V.Һүҙлек эше.

- Иң тәүҙә бөгөнгө эш барышында кәрәкле һүҙҙәр менән танышып үтәйек.

кәмһетеү – унижать

уйһыулыҡ – түбән урын; лощина

тоҫҡау – төҙәү; прицеливаться

яуғир – һуғышсы; воин

тиҫтер – одногодок

көнләшеү – завидовать

ҡуҡырайыу - возгордиться

әмәл – сара; мера, способ

ғәрсел – совестливый.

- Әлеге һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарайык әле.

- Ошо һүҙҙәрргә тексты уҡыганда иғтибар итерһегеҙ.






1.Һүҙҙәрҙе эстән уҡыу.

2.Хор менән уҡыу.

3.Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү ярҙамында асыҡлау.

VI.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1.Проблемалы һорау ҡуйыу.

-Балалар, Динис Бүләков был хикәйәһендә һеҙгә нимә әйтергә уйлаған?

- Әсләмгә уның өләсәһе тураһында Мәжиттең әйткәндәре менән килешәһегеҙме?

 - Уҡыусылар, һеҙҙең ҡайһыларығыҙҙың яҡындары һуғышта ҡатнашҡан?

 - Һеҙ улар тураһында нимә беләһегеҙ?



Хикәйәне уҡығанда ошо һорауҙарға яуаптар уйлап ултырығыҙ.

Әҫәрҙе бергәләп уҡыу (уҡытыусы башлай)

2.Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.

- Д. Бүләков үҙенең геройҙарының донъяһына уҡыусыны һәр ваҡыт тиерлек тәбиғәт аша алып инә. Шул урынды әҫәрҙән табығыҙ.

- Ауыл атамаһына иғтибар итәйек (Йәтимәк). Ни өсөн шулай тип атала?

-Динис Бүләков Йәтимәк ауылын нисек һүрәтләй? Тексты файҙаланып, ауылды һүрәтләп яҙығыҙ.



- Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ,әҫәрҙең төп темаһы ниндәй?


а)Фәғилә апай йыйылышта нимә тип белдерә? Шул урынды текстан уҡып ишеттерегеҙ.







б)Фәғилә апайҙың батырлығы нисек һүрәтләнә? Ауыл Советына килгән хаттан өҙөк уҡып китәйек.













-Уҡыусылар, ошо юлдарҙы уҡығас, әҫәрҙең ни өсөн “Яралы китап” тип аталғанын төшөндөгөҙмө ?
























Уҡыусылар сиратлап дауам итәләр.







Өҙөктө табып, уҡып ишеттерәләр.

-Йәтимәктә һуғышҡа тиклем 35 кенә өй булған. Ауыл бөтөүгә барғандыр бәлкем, шул етемлеккә ишара булғандыр.



Уҡыусылар дәфтәрҙәренә яҙалар.







-Әҫәрҙең төп темаһы – һуғыш.







-Ҡайғырмағыҙ, дошман менән һуғышҡа утыҙ бишенсе өйҙән дә кеше барасаҡ! Утыҙ бишенсе өй ҙә дошманға ҡаршы һуғышасаҡ! Мин хәрби комиссариаттан рөхсәт алып ҡайттым. Ҡыҫҡа ваҡытлы медсестралар курсына барам. Аҙаҡ – яуға…



-Фәғилә менән беҙ бергә хеҙмәт иттек… Ҡыйыу санитарка булды ул. Иң ҡаты яуҙарҙа ла ҡурҡып ҡалмай торғайны. Бик күп совет яуғирҙарын һуғыш яланынан алып сыҡты башҡорт ҡыҙы. Улар, яңынан сафҡа баҫып, аҙаҡ әллә күпме ҡаһарманлыҡтар күрһәтте. Шулай булғас, Фәғилә лә – ысын мәғәнәһендә ҡаһарман! Тик бер фашист пуляһы уның ғүмерен өҙҙө… Уның ҡарауы, командирҙы ҡотҡарҙы. Бына иҫтәлеккә уның тоҡсайында йөрөгән берҙән – бер китапты һалам. Уның ғүмерен киҫкән фашист пуляһы ошо китапты ла тишеп үткән…”



-Эйе, сумкалағы “Ҡорос нисек сыныҡты?” китабы ла тишкеләнгән, яраланған.




Ял минуты.

Бер-ике, эйеләйек,

Бер – ике, үҫәйек,

Бер – ике, тыпырлайыҡ,

Бер –ике, ултырайыҡ.


(бөйөрҙәргә таянып, алға эйеләләр)

(аяҡ остарында күтәреләләр)

(тыпырлайҙар)

(ултыралар)

VII.Үтелгәнде ҡабатлау,

нығытыу.

Хикәйә буйынса «Синонимдар » темаһын ҡабатлау.

-Балалар,таҡтала хикәйәнән өҙөк бирелгән. Һуғышҡа бәйле бирелгән һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең синонимдарын табып яҙығыҙ.

Синонимдар тураһында иҫкә төшөрөү,тәҡдим ителгән өҙөктө хикәйәнән табып,ҡысҡырып уҡып күрһәтеү.

(индивидуаль рәүештә яуап бирәләр, һуңынан дәфтәргә яҙалар).


VIII.Яңы грамматик материал өҫтөндә эш.

Фразеологизмдар (нығынған һүҙбәйләнештәр) тураһында мәғлүмәт биреү.

-Уҡыусылар, телебеҙҙә бер һүҙ итеп ҡаралған һүҙбәйләнештәр бар. Улар телмәрҙең тәьҫирен көсәйтә.

Таҡтаға иғтибар итегеҙ әле.

Бындай һүҙбәйләнештәрҙе нығынған һүҙбәйләнештәр йәки фразеологизмдар тип йөрөтәләр.

Хикәйәнән фразеологизмдарҙы табайыҡ һәм мәғәнәләрен яҙайыҡ.

Үтеп сыҡҡыһыҙ урман –ағастар ҡуйы булып үҫкән урман

Донъя ҡуйыу- вафат булыу, үлеү.

Ҡәбер тынлығы - тыныс

Ауыр кисереү - ҡайғырыу

Теш ҡыҫып түҙеү - үҙеңде түҙергә мәжбүр итеү

Бармаҡ менән генә һанарлыҡ-бик аҙ

Бер тотам ҡалмай- һис айырылмай, эйәреп йөрөгән кешегә әйтелә

Рус телендә ошо уҡ мәғәнәне ниндәй һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ярҙамында биреп була?











Ауыҙына һыу ҡапҡан-өндәшмәү

Табанын ялтыратҡан-ҡасҡан

Кәкре ҡайынға терәтеү-алдау



Дәфтәрҙә эшләйҙәр.





















-скрепя зубы; пересчитать по пальцам; ходить по пятам; мертвая тишина, глубокая тишина; отдать Богу душу.

IX.Рефлексив анализ.

Йомғаҡлау.

Дәрестә алған белемдәрен тикшереү.

-Уҡыусылар, бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

-Динис Бүләков тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп китегеҙ.

Яралы китап хикәйәһен уҡыр алдынан бирелгән проблемалы һорауҙарға яуаптар тыңлау.

- Уҡыусылар, әҫәр һеҙгә оҡшанымы?











- Мәжит менә Әсләмгә характеристика бирәйек әле…











-Балалар, Динис Бүләков был хикәйәлә һеҙгә нимә әйтергә уйлаған?





-Эйе, уҡыусылар, ошо матур тормошто беҙгә бүләк иткән ветерандарыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйек.

Уҡыусылар һәр береһе үҙҙәренең фекерҙәрен әйтәләр.



Балаларҙың яуаптары.



Проблемалы һорауҙарға яуап биреү.





-Эйе, Фәғилә әбейҙең батырлығы тураһында уҡығанда минең күҙемә йәштәр килде.

- Был хикәйәне уҡығанда башҡорт халҡының батырлығы һоҡландырҙы.



а) Әсләм – тыйнаҡ; әҙәпле;

б) Мәжит – маҡтансыҡ; уйламай һөйләй,маһайырға ярата. Әммә һуңынан ул үҙенең дөрөҫ уйламағанын аңлай.



-Динис Бүләков беҙгә Тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡларҙай шәхес булып үҫергә, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә.


X.Өйгә эш.

-Ололарҙан һорашып, туғандарығыҙ, таныштарығыҙ араһында һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, йә ир-егеттәр тураһында кескәй хикәйә яҙырға.

Көндәлектәргә яҙып ҡуйыу.

XI.Баһалау.

-Уҡыусылар, ә хәҙер инде һәркем үҙенең Ҡатнашыу билдәләрен һанай. Шуларға ҡарап билдә ҡуябыҙ.

Уҡытыусы һәр уҡыусыға, нисә билдә йыйыуына ҡарап, журналға һәм көндәлегенә билдә ҡуя.








57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 05.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров108
Номер материала ДВ-308122
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх