Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок -разработка по башкирскому(гос)языку "Ҡыш"

Урок -разработка по башкирскому(гос)языку "Ҡыш"


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

hello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifhello_html_m2a7690f7.gifВолга буйы Федераль округы А.В.Доставалов исемендәге

Башҡорт кадет корпусы







Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



Ғәләүетдинова Эльмира Минихан ҡыҙының

Башҡорт (дәүләт )теленән

дәрес өлгөһө

Тема:Ҡыш.Ҡылым.

(6 класс)









Ишимбай-2015



  1. Класс:6

  2. Предмет: башҡорт дәүләт теле, III линия.

  3. Дәреслек: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  1. Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең уҡыусылары өсөн дәреслек.

  • Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар\ Автор-төҙөүселәре: М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова.- Өфө: “Китап”, 2003. – 52 бит.

  • Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең класс өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.- Өфө: Китап, 2003. – 112 бит

  • Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. – 96 бит.

  • Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм студентар өсөн ҡул. – Өфө: Китап, 2008. -152 бит.

  • З.А. Хадыева, М.С.Давлетшина. Башкирский язык-государственный язык. Рабочая тетрадь.- Уфа. Мир печати, 2010.-138 с.

  • Үҫтереүсе уҡытыу технологияһы элементтары менән төҙөлгән дәрес

  1. Тема: Ҡыш. Ҡылым.

  2. Маҡсат:

  • Ҡыш миҙгеле, уның билдәләре менән таныштырыу.

  • Һүҙлек байлығын арттырыу,үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү.

  • Ҡылымдарҙы телмәрҙә ҡулланыуҙы нығытыу.

  • Уҡыусыларҙың хәтерен, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү.

  • Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

  1. Һүҙлек һүҙҙәр:

Һулыш-

Һиҙеп алды-

Тауыш-

Һирәк-

Йоҡоға талған-

Һыймай-

выжлай-

  1. Йыһазландырыу: дәреслектәр, мультимедиа проекторы, карточкалар, картиналар, эш дәфтәрҙәре,Һүҙлектәр

  2. Дәрес барышы:

Психологик комфорт тыуҙырыу(дәрес алдынан уҡыусыларҙың кәйефен күтәреү,эшкә өндәү-ҡыш тураһында йыр тыңлау)

- Ойоштороу моменты

  • Һаумыһығыҙ, балалар!

  • Һаумыһығыҙ!

  • Мин Ғәләүетдинова Эльмира Минихан ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бөгөнгө дәресте мин алып барасаҡмын, һеҙҙең менән дәрес барышында танышырбыҙ.

  • Бөгөн класта кем дежур?

  • Класта кем юҡ?

  • Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Ниндәй миҙгел? Һауа торошо ниндәй? Ҡар яуамы?(Яуаптар)

  • Яҡшы, дәресте дауам итәйек .

  1. Фонетик күнегеү. (слайд)

"Ҡ" , ошо хәрефкә һүҙҙәр әйттереү.

  1. Артикуляцион күнегеү. (слайд)hello_html_7aaf8dec.jpg







Ҡар яуа

Мамыҡ ҡар яуа,

Шундай саф һауа.

Саналар һөйрәп,

Беҙ киттек тауға...(маҡсатҡа сығыу

Саналар оса,

Ҡаршы ел выжлай.

Ә шатлыҡ беҙҙең

Күкрәккә һыймай.


  • Уҡытыусы уҡый;

  • үҙ аллы уҡыу;

  • хор менән уҡыу;

  • 1-2 уҡыусының уҡыуы.

  • Уҡыусылар, шиғыр нимә тураһында?

  • Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Текстағы яуа, киттек, оса, һыймай һүҙҙәренә иғтибар итәйек әле, ниндәй һүҙҙәр ул?

  • Дөрөҫ, шулай уҡ дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡылымдарҙы ла ҡабатлап үтәрбеҙ.

  1. Төп өлөш.

  2. Маҡсатты әйтеү

- Уҡыусылар, дәрестә яңы һүҙҙәр менән танышабыҙ, текст өҫтөндә һәм күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ.

- Кем дә кем дәрестә әүҙем ҡатнаша, шул ҡар бөртөктәрен аласаҡ. Әүҙем ҡатнашып һәм ҡар бөртөктәрен күберәк йыйған уҡыусы, еңеүсе буласаҡ һәм юғары баһа аласаҡ.

Дәфтәрҙе астыҡ, датаны,теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

Һүҙлек эше: (слайд)

Һулыш- дыхание

Һиҙеп алды- почуяли

Тауыш- звук

Һирәк- редко

Йоҡоға талған- уснул

Һыймай- не лезет

  • Хор менән уҡыу;

  • Уҡытыусы русса уҡый, балалар тәржемә итә.

  • Һүҙлек һүҙҙәре менән һүҙбәйләнеш төҙөү.

  • Йөкмәткене ҡабул итеү.Уҡыу күнекмәләре

- Ә хәҙер текст менән танышайыҡ.

- Уҡытыусы тексты уҡый, балалар үҙ аллы уҡый, сылбырлап уҡытыу,тәржемә итеү бергәләп

- Һорауҙарға яуап:

Ниндәй ҡыш килеп етте?

Ҡыштың һалҡын һулышын нимәләр һиҙеп алды?

Нимәләр тауышы урманда һирәк ишетелә?

Видео

  1. Ял минуты (слайд)



Беҙ, ҡарҙар, осабыҙ,

Ян-яҡҡа китәбеҙ.

Төшәбеҙ тигәндә

Ел менән осабыҙ.

C:\Users\учитель\Pictures\images.jpg











  1. Грамматик эш.

Ә хәҙер ҡылымдарҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.

- Текстан ҡылымдарҙы табығыҙ һәм уларҙың ниндәй һорауға яуап биргәнен әйтегеҙ. Һөйләмдә ҡайһы урында тора ул?

  • Әйҙәгеҙ әле, ошо схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ.Слайд.















ҡылым
















исем



ҡыш











Мәҫәлән, Ҡыш ҡар яуа.

Нимә? Ҡар-эйә, яуа-нимә эшләй?(эш дәфтәрҙәренә яҙа барыу)

Уйын"Уйлап тап!"

  • Уҡыусылар, таҡтаға ҡарайыҡ әле. Унда һүрәт йәшерелгән. Һеҙгә уны белергә кәрәк.

  • Ә нисек уны белергә? Дөрөҫ, һорауҙар ярҙамында.

  • Һеҙ һорауҙар бирәһегеҙ, мин эйе йәки юҡ тип яуап бирәм.

  • Дөрөҫ, бында ҡуян йәшерелгән.

C:\Users\учитель\Pictures\images (1).jpg

- Ҡарағыҙ әле, ҡуян нимә эшләй?

  • Башҡортостанда ҡыш ниндәй була?

  • Ҡоштар һәм йәнлектәр ҡышын нисек ем таба?

  • Уларға ҡар аҫтынан ашарға табыуы бик ҡыйын.

  • Уларға беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ?

  • Дөрөҫ, тағараҡтар эшләргә, ем һалырға кәрәк.

- Ә ниндәй ҡоштарға һәм йәнлектәргә ярҙам кәрәк?

Төркөмдә эш

- Уҡыусылар, миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Ошо конвертта ҡоштар һәм хайуандар һүрәте. Улар буталған. Һеҙҙгә уларҙы ике төркөмгә айырырға. Беренсе төркөм- беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙы, ә икенселәре - йәнлектәрҙе билдәләй. ( слайд)

-- Йәнлектәр нисек ҡышлайҙар?

  • Ҡоштар нисек аҙыҡ табалар?

  • Ҡоштарға, йәнлектәргә ҡышын нисек ярҙам итеп була?(яуаптар)

  1. Йомғаҡлау(тест)

  1. Ниндәй ҡар яуа?

а) ап-аҡ

б) ҡара

в) алһыу

  1. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар?

а) аҡҡош

б) күгәрсен

в) һандуғас

  1. Ҡыш урмандарҙа нимәнең тауыштары ишетелмәй?

а) ҡоштарҙың

б) кешеләрҙең

в) машиналарҙың

  1. Ҡылымдар бирелгән юлды билдәләгеҙ.

а) ҡоштар, ҡар, йәнлектәр

б) яуа, етте, ишетелә

в) ап-аҡ, буранлы, һыуыҡ


VIII. Өйгә эш.

  1. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.

  2. Тексты тасуири уҡырға

  3. Ҡыш темаһына 5 йомаҡ яҙып килтерергә.

  1. Рефлексия. (карточкаларҙы таратып биреү)

hello_html_6f052e20.png

IX.Дәресте йомғаҡлау.Баһа.

-Уҡыусылар, дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ, афарин! Киләсәктә лә актив булығыҙ, белем алырға ынтылығыҙ.Бөгөнгө дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!


57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 14.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров270
Номер материала ДВ-156365
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх