Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”

библиотека
материалов

ТЕМА: Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”


Маҡсат: 1) шиғырҙың идея - тематик йөкмәткеһен асыу; 2) уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; 3) анализ яһау юлы менән уҡыусыларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: Рауил Бикбаевтың портреты, китаптарының күргәҙмәһе, Башҡортостан картаһы, Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән рәсемдәр, эпиграф, магнитафон таҫмаһы.

Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты

Һуң түгелдер әле, һуң түгел…

(Р.Бикбаев)


Дәрес барышы.


I. Ойоштороу мәле.


II. Яңы тема.


1. Инеш өлөш.


Уҡытыусы:

  • Хәҙер уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән йыр тыңлап алабыҙ. Иғтибар менән генә тыңлағыҙ әле, был йырҙа нимә тураһында һүҙ бара икән? (Р.Бикбаевтың һүҙҙәренә Т.Шәрипов көйөнә яҙылған йыр яңғырай). Нимә тураһында һүҙ бара?

Уҡыусы:

  • Уҙған, бөгөнгө һәм киләсәк көн тураһында.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ. Тағы нимә тураһында?

Уҡыусы:

  • Автор беҙҙе бөгөнгөнө онотмаҫҡа, хәҙергенең ҡәҙерен белергә, тыуған ерҙе һаҡларға саҡыра.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ. Автор намыҫыбыҙға тап төшөрмәй, тыуған ерҙе һаҡлап ҡала алһаҡ киләсәгебеҙ хәйерле булыр ти. Ә ниндәй йыр һуң был? Һеҙгә танышмы? Ишеткәнегеҙ бармы?

Уҡыусы:

  • Юҡ.

Уҡытыусы:

  • Был йыр бик һирәк йырлана. Рауил Бикбаев һүҙҙәре Тәлғәт Шәрипов көйө “Бөгөнгөнөң ҡәҙере” тип атала.


2. Яҙыусы тураһында ҡыҫҡаса белешмә.


Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, ә кем һуң ул Р.Бикбаев?

Уҡыусы:

  • Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Уҡытыусы:

  • Эйе. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры. Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покров районында Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ул ете йыллыҡ мәктәпте, Өфөләге Башҡорт Дәүләт университетының филалогия факультетын тамамлай. Артабан уҡыуын асперантурала дауам итә. Уның ныҡлап ижад итә башлауы ошо асперантура йылдарына тура килә. Бына уның ижадынан күргәҙмә бар. (Уның китаптары, буклеттары тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтәм).


3.Түбән синыфта үткән әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү.


Уҡытыусы:

  • Ә һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Уҡыусы:

  • Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһын.

Уҡытыусы:

  • Эйе, дөрөҫ. Тағы?

Уҡыусы:

  • Игенсе ҡулдары” шиғыры.

Уҡытыусы:

  • Эйе, уҡыусылар. Һеҙ уның алтынсы синыфта “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһынан өҙөк, быйыл “Игенсе ҡулдары” шиғыры менән танышып киткәйнегеҙ, хатта ятлап та киттегеҙ. Йәгеҙ әле, ҡайһығыҙҙың иҫендә ҡалған?

Уҡыусы:

  • Һыу төбөнә батҡан ағас

Ағыулы бер мина һымаҡ.

Йылғалағы теректекте шартлатасаҡ.

Уҡытыусы:

  • Афарин, тағы кем иҫенә төшөрҙө?

Уҡыусы:

  • Балыҡтар тонсоҡҡан һыуҙа

Ылымыҡ сәскә атасаҡ.

Шулмы кәрәк һиңә, кеше?

Ошоғамы ирешер өсөн

Барлыҡ эшең?

Яңы һыуһаҡлағыс төҙөйбөҙ тип,

Төҙөйбөҙ бит ағыу һаҡлағыс,

Иштуғанға ҡушылып,

Күпме ауыл

Күҙгә ҡарай бөгөн, саң ҡағып.

Уҡытыусы:

  • Бына, уҡыусылар, уның түбән синыфтарҙағы әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп киттек. Ул үҙенең ижадында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаһын күтәрә. Шағир Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф түгел. Шунлыҡтан бөгөнгө дәрестең Эпиграфы итеп ошо поэманың юлдарын алдым.

Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты

Һуң түгелдер әле, һуң түгел…

(Р.Бикбаев)


  1. Тыуған яҡ тәбиғәтен һүрәтләгән картиналарҙы ҡарап китеү.


Уҡытыусы:

  • Эйе, ысынлап та, тыуған еребеҙҙең матурлығы беҙҙең ҡулда. Һеҙҙең алдығыҙҙа беҙҙең тәбиғәтебеҙҙе һүрәтләгән күренештәр. (Таҡталағы картиналарҙы ҡарау, ҡайһы ерҙәр икәнлеген әйтеп үтеү). Эйе, уҡыусылар, был матурлыҡҡа беҙ хужа, ләкин уны һаҡлай ғына белергә кәрәк. Уҡыусылар, юҡҡа ғына быйылғы йылды ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итмәгәндәр. Ысынлап та, беҙҙең тирә-яҡ мөхит яҡлауға мохтаж. Һауаларыбыҙ, йылғаларыбыҙҙың бысраныуы – бөгөнгө көндөң ҙур проблемаһы. Яландарыбыҙҙа сәскәләр, күбәләктәр юғала, йылғаларыбыҙҙа балыҡтар кәмей, урмандар киҫелә һәм шағир күңеле шуға әрней, һыҡтай һәм уның бөгөн беҙ танышасаҡ “Башҡортостан бында башлана” шиғыры ла ошо проблемаға ҡағылмай үтмәй.

Ә хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрегеҙҙе асығыҙ ҙа бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.


5. Шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу.


а) һүҙлек эше.

б) күнегеү эшләү.

Уҡытыусы:

  • Ә хәҙер мин шиғырҙы тағы бер тапҡыр уҡыйым. Һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм шағир шиғырҙы ни өсөн “Башҡортостан бында башлана” тип атаған икән тигән һорауға яуап та эҙләп ултырығыҙ. Йәгеҙ инде, кем нисек уйлай? Ни өсөн шағир шиғырҙы шулай атаған?

Уҡыусы:

  • Автор Башҡортостандың матурлығын һүрәтләй.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ. Тағы кем нисек уйлай?

Уҡыусы:

  • Башҡортостандың кешеләре киң күнелле.

Уҡытыусы:

  • Эйе, дөрөҫ. Р.Бикбаев был шиғырҙа республиканың матурлығын, байлығын, халҡының киң күңеллелеген һәм дуҫ йәшәүен ҙур оҫталыҡ менән һүрәтләй, уның ҡаян башланыуын ғәйәт ҙур киңлектә билдәләй. Башҡортостан кешеһе, ә был шиғырҙа автор үҙе, ҡайҙа булһа, Башҡортостан ана шунан башлана тигән мәғәнә һалған.


в) сылбырлап уҡыу.

г) шиғырға анализ яһау.


Уҡытыусы:

  • Ә хәҙер уйлағыҙ әле, автор Башҡортостан киңлектәрен ниндәй йылғалар менән сикләй һәм ни өсөн?

Уҡыусы:

  • Яйыҡ, Әй, Сөн йылғалары менән.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ, ә ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

Уҡыусы:

  • Сөнки был йылғалар Башҡортостанды сикләп аға.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ, уҡыусылар.


ғ) карта менән эш.

Уҡытыусы:

  • Ә хәҙер ошо йылғаларҙы картанан ҡарап үтәйек әле.Сөн йылғаһы Дүртөйлө районынан башлана ла Ағиҙелгә илтеп ҡоя. Ул көньяҡ-көнбатыштан сикләй. Әй йылғаһы Салауат районынан башлана ла Ҡариҙел йылғаһына ҡоя. Ул төньяҡтан сикләй. Урал йылғаһы (Яйыҡ) Урал тауының итәгенән башлана ла Орал диңгеҙенә илтеп ҡоя. Ул көнсығыш-көньяҡтан сикләп аға. Әйҙәгеҙ әле, шиғырҙан Башҡортостандың ошо сиктәрен күрһәткән юлдарҙы табып уҡыйыҡ.(Уҡыусылар ошо юлдарҙы табып уҡыйҙар).

Дөрөҫ, уҡыусылар. Ә хәҙер шиғырҙан:

Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!

Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым”

  • тигән юлдарҙы табығыҙ әле. Һеҙ ошо юлдарҙың мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусы:

  • Был юлдарҙа автор Башҡортостандың географик сиктәренән генә түгел, ә һәр бер кешенән башланғанын әйткән.

Уҡытыусы:

  • Дөрөҫ, уҡыусылар. Башҡортостан бында йәшәгән һәр бер кешенән башлана. Ә был шиғырҙың төп идеяһы ҡайһы юлдарҙа бирелә? (Уҡыусылар төп идеяһы бирелгән юлдарҙы табып уҡыйҙар).

Авторҙың “Башҡортостан бында башлана” шиғырында шағир башта тыуған еребеҙҙең ҙурлығын, сафлығын тасуирлай. Кемдәр генә ситтә йөрөп ҡайтмаһын, уларҙы Башҡортостан яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Республиканан әҙгә генә ситкә сығып киткән кешеләр ҙә уны һағынып өлгөрә. Ысынлап та, Башҡортостан даны бөтә Рәсәйгә, доньяға үҙенең ҙурлығы, байлығы, матурлығы менән таралған.Уның мәшһүр артистары һәм яҙыусылары, танылған ғалимдары сит ҡитғаларға киң билдәле. Ә башҡорт балы, ҡымыҙы һәм ҡурайы үҙе бер мөғжизә бит, уҡыусылар.

  1. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:

  • Шулай итеп, уҡыусылар, һеҙ был дәрестә нимәләр белдегеҙ? (Уҡыусылар үҙҙәренең белгәндәрен әйтеп бирәләр).

Беҙ һеҙҙең менән был дәрестә Р.Бикбаевтың ижады менән танышып, уның “Башҡортостан бында башлана” шиғырын уҡып үттек. Авторҙың һүҙҙәренән сығып шуны әйтәһе килә: тимәк Башҡортостан иң беренсе осраҡта, беҙҙең һәр беребеҙҙән башлана. Һәм ошо Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән һәр бер кеше уның тәбиғәтен, матурлығын, таҙалығын һаҡлаһа беҙҙең Башҡортостаныбыҙ тағы ла сәскә атыр тип ышанам.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, был дәресте Р.Бикбаевтың һүҙҙәренә яҙылған йыр менән башлап ебәрҙек, уның һүҙҙәренә яҙылған “Елдәр” тигән йыр менән бөтөрөп ҡуяйыҡ. (Күмәкләшеп “Елдәр” тигән йырҙы йырлайбыҙ).


  1. Балаларҙың белемдәрен баһалау.

  2. Өйгә эш. Шиғырҙы ятларға.



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров120
Номер материала ДБ-338360
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх