Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
3 часа назад

Абзелилова Лилия Ириковна

учитель башкирского языка и литературы

Россия МБОУ СОШ №70

Материалов: 14

Просмотров: 3647

Комментарии автора: 2

Комментарии автору: 1



Категории по интересам: Иностранный язык
Инфоурок / Сайты учителей / Абзелилова Лилия Ириковна

«Юлдаш» каналынан йыр ағыла. Юҡ, популяр эстрада йыры түгел, башҡорт халыҡ йыры «Буранбай». Йыр ағыла, уға ҡурай моңо ҡушыла. Йырсының тауышы ғәйрәтле, көслө.Үҙ телемдә яңғырағас, тағы ла яҡыныраҡ, моңлораҡ булып ишетелә. Башҡорт теле халҡым ғорурлығы, зиннәттән дә ҡиммәтлерәк байлыҡ. Әле яңғыраған йыр ата-бабаларҙың мираҫы. Йыр дауам итә... Моңло тауыш бер түбәнәйә, бер күтәрелә. Илаһи моң аҫтында тыуған илем тарихына ҡыҙыҡһыныуҙарым арта, туған телемә һөйөү тәрәнәйә бара. Йыр тымды. Тапшырыу дауам итә... Бына ошо ҡыҙыҡһыныуҙарым, һөйөүөм, ғорурланыуҙарым мине филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килде лә инде... Башҡорт булып тыуғанмын икән. Башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнергә һәм йәш быуынға еткерергә тейешмен. Хәҙер инде быуындарҙы бәйләп быуындарға, илемде тотҡан башҡорт телем, һүҙем, яратҡан эшем бар. Мин уҡытыусымын... Һәр бер һүҙем моңло йыр булып, Күңелдәргә хистәр ҡабыҙһа, Ғорурланып китәм, ҡыуанып Башҡорт телендә уҡыусым һөйләшһә. Мостай Кәримдең «Әйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым, Минән уңдымы икән бүтәндәр?» - тигән һүҙҙәренә эйәреп, “Уҡыусыларым! Һеҙҙән мин уңһам да, һеҙ уңдығыҙмы икән минән дә?» –тигән шиғри юлдар гел уйымда, төштәремә лә инә. Бирешмәҫкә, түҙергә, эҙләнергә тип тағы дәреслектәремде ҡулыма алам. Ҡапыл, Гамлеттың һүҙҙәре иҫемә төштө: «... булырғамы әллә булмаҫҡамы, бына бит һорау нимәлә». Ә мин был юлдарҙы үҙемсә үҙгәртеп, былай тип ҡабатлайым: «шыңшырғамы әллә шыңшымаҫҡамы...Бына һорау нимәлә». Мин башымды юғары күтәрепәйтәм: «шулай ҙа мин шыңшымам, бирешмәм, тырышырмын. Мин, уҡыусыларым, һеҙҙең менән һуңғы ҡыңғырауға тиклем...» К.Д. Ушинский: «Әгәр һеҙ һөнәрҙе уңышлы һайлап, уға бөтә күңелегеҙҙе һалһағыҙ, бәхет үҙе һеҙҙе эҙләп табасаҡ» тип яҙған бит. Мин дә әле үҙемде энә күҙендәй генә булһала бәхетле тип һанайым, сөнки туған телем орлоғон уҡыусыларым күңеленә һалам, уның серен асам, һәр дәресемде телебеҙҙе үҫтереүгә, матурлығын тойоуға бәйле маҡсат менән алып барам, сөнки яратҡан һөнәрем бар, уҡыусыларым, мине ҡабул иткән коллективым бар. Ә алда мине күпме эштәр, үрләйһе үрҙәр көтә... Һынатмайса үтһәм хеҙмәт юлын, Яҡты булыр ғүмер үргенәм. Шул саҡта ғына ғорурланып әйтә алырмын: Мин – уҡытыусы.

  • 11 материалов
Жәлил Кейекбаев ижадына бағышланған кисә

Иностранные языки
Конспекты 28.01.2015 Просмотров: 773 Комментариев: 0

Жәлил Кейекбаев (1911-1968) ХХ быуат башҡорт тел белемендә баһалап бөткөһөҙ оло мираң ҡалдырған, һәр береһе үҙ аллы ғилми мәктәп тыуҙырып, дөйөм төркиселек фәне үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән айырыуса ҡәҙерле бер нисә исем бар. Шул арҙаҡлы исемдәр араһында башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһының авторы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты профессор Н.К. Дмитриев менән йәнәш иң элек уның талантлы шәкерте, атаҡлы лингвист һәм яҙыусы Ж.Ғ. Кейекбаевты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. ...

Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы буйынса дәрес-хөкөм.

Иностранные языки
Конспекты 28.01.2015 Просмотров: 564 Комментариев: 0

Азат Абдуллин Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың июнендә Башҡортостандың Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул ошонда уҡ тәрбиә-уҡытыу эшендә ҡала. Һуңыраҡ, 1949-1953 йылдарҙа, Башҡорт дәүләт педагогия институнының тарих факультетында уҡый. Унан Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтына аспирантураға инә.Уҡыуын тамамлағас, ҡайтып, бер йыл Башҡорт дәүләт университетында эшләй ҙә кире Мәскәүгә китә, әҙәби ижад менән шөғөллә...

Рабочая программа по башкирскому языку, 5 класс

Иностранные языки
Рабочие программы 28.01.2015 Просмотров: 825 Комментариев: 0

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Аңлатма яҙыу. . Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө : Китап, 2010. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө 2006. М...


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх