Кластан тыш саралар
1. Командаларҙың бер-береһен сәләмләүе (исем) 2. Командаларға шағирҙың тормош юлы, ижады буйынса үҙ аллы эштәр. 1-се команда: 1.М.Кәрим ҡасан, ҡайҙа тыуған? 2. М.Кәрим еңеү көнөн ниндәй ҡалала ҡаршылай? 3. М.Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем нисәнсе йылда бирелә? 4. йыуырмын мин фашист ҡаны менән Илем күкрәгенең яраһын, Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым. Ниндәй әҫәрҙән өҙөк? 5. М.Кәримгә Г.-Х.Андерсен исемендәге халыҡ-ара премия нисәнсе йылда ниндәй китабы өсөн бирелә? 6. “Әсәй! Ҡуйсы Баймәт минән һорай, кәләш алғас, уны ни эшләтәһең, ти? Минме, минме, - уны ҡамсы менән ярам, тинем. Дөрөҫ әйткәнменме, әсәй?” Ниндәй әҫәрҙән өҙөк? 2- се команда: 1. М.Кәримдең тәүге китабы нисек атала? 2. М.Кәримдең тыуған ауылы эргәһендәге йылғаның исемен беләһегеҙме? 3. Төрөпкә. Ул да – Тыуған ил тамсыһы. Мин ҡыҙғанмаҫ инем, юғиһә- Ҡош телендәй хат һалмаған булһа Ирәндегем ҡыҙы Нәфисә. Өҙөк ниндәй шиғырҙан? 4. Дауам итегеҙ: Минең яҙғанды уҡығас, Әкиәт, тимә, ҡоҙа... Әҫәр нисек атала? 5. Азиянан Европаға йөк күтәреп иркен сығып йөрөгән кескәй генә мәхлүк. 6. Юлдағыларға шағир осорған ҡош. II эш. Телеграмма конкурсы. (М.Кәримгә арналған кисәгә килеүселәргә ҡотлау телеграммаһы яҙалар) III эш. М.Кәримде бер генә һөйләм менән ҡылыҡһырларға (охарактеризовать). IV эш. “Тел биҫтәһе” конкурсы. (“М” һәм “К” хәрефенә башланған һүҙҙәр менән оҙон һөйләм төҙөү.) V эш. Мин – һиңә, һин – миңә. Алып барыусының һорауҙарына яуаптар. Һәр команда бер минут эсендә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Дөрөҫ яуап берәр мәрәй менән баһалана. 1 –се командаға: 1. Мәхмүттең ҡушаматы. (йәйәүле.) 2. “Ҡара һыуҙар” поэмаһындағы илен һатҡан мәхлүк. (Яҡуп.) 3. “Айгөл иле” әҫәренең жанры.(драма.) 4. М.Кәрим тыуған район.(Шишмә.) 5. Кремлдә һәм Келәштә үҫкән ағас. (миләш.) 6. Диктаторға нимә бирергә? (ат.) 7. Йыл миҙгелдәренән башҡа тағы ниндәй миҙгелдәр таныш? (“Ғүмер миҙгелдәре” хикәйәләр китабы, “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле” шиғырҙар.) 8. Ғабдулла, Вәзир, Яҡуп ниндәй әҫәр геройҙары? (“Өс таған”.) 2- се командаға: 1. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә Кесе инәйҙең исеме. (Вазифа.) 2. “Ай тотолған төндә” әҫәренең жанры. (трагедия.) 3. Үлмәҫбайҙың дуҫы. (Теребай.) 4. М.Кәримгә Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем ҡасан бирелә? (1979.) 5. М.Кәримдең әҫәрҙәре ниндәй телдәргә тәржемә ителде? (рус, татар, грузин, ҡаҙаҡ, ҡумыҡ, молдаван, украин, үзбәк, эстон, төрөкмән, инглиз, латыш, әзербайжан, литва, ҡарағалпаҡ, яҡут, словак, венгр һ.б.) 6. “Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик” монографияһының авторы. (Ғ.Хөсәйенов.) 7. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы китергә белмәгән ҡыҙ. (Әлфиә.) 8. Айгөлдөң әсәһе йәщәгән ил. (Италия.) VI эш. М.Кәримдең “Уңдым” шиғырындағы “Минән уңды микән бүтәндәр?” тигән һорауға уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Залға һорауҙар һәм эштәр: 1. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан украин ҡыҙы. 2. “Иртәгә мин Ҡара Иомағолдоң түр башында буласаҡмын. Ә бөгөн миңә бары бер туҫтаҡ йылы һөт менән бер һыныҡ икмәк кенә бирҙеләр.” Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән? 3. “Өс таған” ҡайҙа төҙөлә? (Бөркөтлөлә.) 4. Любомир Зух ниндәй әҫәр геройы? (Ярлыҡау.) 5. “Мин - сит кеше. Автор миңә хатта исем дә биреп тормаған. “Сит кеше”тигән дә киткән. Әҙәмдәр бер-береһен эҙләп тапҡансы сит булалар йәки табышҡас, ситкә әйләнәләр. Һәр хәлдә мин сит кеше.” (“Айгөл иле” драмаһы.) 6. Ни өсөн Вәзирҙе “Өс таған”дан сығаралар? (көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлағаны өсөн.) 7. М.Кәримдең трагедияларын һанап сығығыҙ. (“Ташлама утты, Прометей”, “Салауат”, “Ай тотолған төндә”.) 8. Конкурс. Кем шәберәк атлай. Ике уҡыусы алға сыға һәм М.Кәримдең әҫәрҙәренең исемдәрен әйтәләр ҙә бер аҙым алға баҫалар. Кем күберәк әйтә, шул еңә. 9. М.Кәримдең тормошонан берәй ҡыҙыҡлы ваҡиға һөйләп ишеттерә аламы берегеҙ? (М.Кәримдең тыуасаҡ балаһы хаҡына тере ҡалған сағына барып әйләнәйек. Был хәл 1942 йылда була. М.К. артиллерияла элемтәселәр на4альнигы була. Дошман танкылары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.К. бик ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 19 йыл үткәс, (1961 йылда) М.К. был хаҡта “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып, уны радио, телевизорҙа уҡығандан һуң, М.К.-гә бик күп хаттар килә башлай. Барыһы ла Фомин исемле кешене эҙләй. Хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә Вл.Фомин балалар йортонан була. Кемдәрҙән хат килә, бөтәһенә лә яуап яҙа М.К. ҡыҙғаныс, кешеләрҙең өмөттәре аҡланмаған.)

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.