ЭССЕ

Эссе

Мин- уҡытыусы

Бөгөндән көҙ ергә аяҡ баҫты:

Алтын япраҡ теҙә юлдарға.

Шау-гөр килеп уҡыусылар атлай,

Сәскә гөлләмәһе ҡулдарҙа.

Шул сәскәләр һәр сентябрь һайын

Күңел тәҙрәләремде ҡағалыр

Ни тиһәң дә, минең тамырзарҙа

Уҡытыусы ҡаны ағалыр.

Флера Тарханова

1977 йыл. Миңә 6-сы йәш.Сентябрҙең иң беренсе көнө. Түбән Ҡарамалы мәктәбендә белем байрамы. Сәсәк гөлләмәһе тотоп мин дә ошо белем йортона йүнәлдем. Төп-төҙ сафтарға теҙелгән, шат йылмайып уҡыусылар баҫып тора. Уҡытыусы апа: «Һин әле кескенә, йәшең етмәй, киләһе йылда килерһең,»- тип бик тиҙ уҡырға инеү хыялымды юҡҡа сығарҙы. (Мәктәптә уҡығанда уның Дәүләтхужина Нәркизә апа булыуын белдем).

Икенсе йылды тағы ла ошо хәл ҡабатланды.

1979 йыл. 1сентябрь. Әсәйемде етәкләп ,урам тултырып, сәсәк гөлләмәһе тотоп барған уҡыусылар ағымына ҡушылып, мин дә мәктәпкә киттем. Хәҙер инде уҡырға инергә йәшен тултырған бала булып.

Ғилем юлы шаҡтай ҡатмарлы булды. Уҡытыусыларҙың үткәргән дәрестәре, уларға ҡарата йылдар буйы йыйылып, үрелеп килғән һөйөү, хөрмәт мине уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ иткәндер ҙә. Шуға күрә лә мәктәпте тамамлағас, юлдар мине Бәләбәй педагогия училещеһына алып килде. Яңы белем үрҙәрен яулауҙар башланды... Дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

Сәсенә аҡ бант таҡҡан, ап-аҡ алъяпҡыс кейгән ҡыҙсыҡ бөгөн инде, етерлек белем алған, дипломлы белгес буларак шул уҡ мәктәптең буҫағаһында баҫып тора. Мин -Уҡытыусы! Тулҡынландырғыс миҙгелдәр...

«Һөнәрле кеше- ҡораллы кеше» тиҙәр бит. Хыялым тормошҡа ашты. Тыуған мәктәп. Таныш уҡытыусыларым. Ҙур тормош юлына сығарған, йәнен ярып бирергә торған, ихлас күңелле, үҙеңде уҡытҡан уҡытыусылар менән, уларҙың һәр ваҡыт ярҙамдарын тойоп, улар менән йәнәшә эшләү бәхете тейҙе миңә. Ул йылдарҙың һәр минуты, сәғәте ҡәҙерле. Ни ҡыҙғаныс, хәҙер инде уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең арала юҡ. Тел уҡытыусыһы булып китеүемдә оло маяҡ, этәргес булган Заһируллина Фәниә апа. Ул урта кластарҙа татар теле һәм әҙәбиәте уҡытты. Уның һөйләгән әҫәрҙәре бөгөн дә ҡолағымда яңғырай. Хәҙер ҙә әҙәби китаптарҙы уҡырға, уларҙы уҡыусыларыма еткерергә тырышам. Белгес буларак эшкә ҡайтҡас, ышаныслы ҡараштары менән, мине беренсе каршы алған кеше- мәктәп директоры- Ҡадиров Ринат Хәмит улы ине. Тәрән белемле булыуы өҫтөнә, ябайлыҡ, талапсанлыҡ кеүек сифаттары, төҫ-ҡиәфәтендә сағылған зыялылыҡ, ҡысҡаса ғына әйткәндә уның образы һәр ваҡыт минең хеҙмәт юлында бер маяҡ булып балҡып юл күрһәтеп бара. Ауыл халҡы менән бергә беҙ уларҙы һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә генә төшөрә алабыҙ хәҙер.

Кешелерҙе, тормошто, уҡыусыларҙы яратырға мин үҙебеҙҙең ауыл уҡытыусыларынан өйрәндем һәм хәҙер ҙә дауам итәм. Уларҙың әйткән һүҙҙәре, теләктәре ғүмер юлын тайпылыуһыҙ үтергә ярҙам итә. Бының өсөн бик ҙур рәхмәт уларға.

Бөгөнғө көндә ышанып әйтә алам: уҡыусылар күңеленә асҡыс таба алдым кеүек. «Апа,апа!»-тиеп, эҙгә баҫып , күпме бала йөрөй алдымда. Ә мин ,үҙ сиратымда, береһе лә игтибарҙан мәхрүм ҡалмаһын тип, барыһын да күҙ уңайында тоторға тырышам. Ә уларҙың ышаныслы, өмөт тулы мөлдөрәмә күҙҙәре, ҡараштары! Улар шундай яратып, ышанып ҡарайҙар.Ә ышанысты аҡларға кәрәк.

Эйе, уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын бик яҡшы аңлайым. Уны йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә.

Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 23 йыл үтеп тә киткән. Уҡыусыларымдың белем кимәле, район һәм республика олимпиадаларында һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулауы, - ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алғанмын.

Мин – уҡытыусы. Минең уҡыусыларға күсергән назым, күңел йылым, миһербанлылығым, биргән белемдәрем юҡҡа сыкмаһын ине. Һәр баланың күңелендә урын алып, уларға донъяла үҙ урындарын табырға, ҙур тырышлыҡ мен ән йәшәргә, ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, дәрәжәләргә ирешергә ярҙам итһен ине. Бөгөнгө көндө иң ҙур бәхет- ул үҙемдең уҡыусыларымдың абруйлы булыуын күреү.Уларҙың барлыҡ ғәмәлдәрен тикшереп, яҡшыһын ямандан айырып күрһәтеү һәм ялғыш юлдан һаҡлап ҡалыу өсөн дә , мин-уҡытыусы яуаплы.

Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Бик күп йылдар класс етәксеһе вазифаһын да башҡарам. Һәр ваҡыт уҡыусыларым менән осрашып торабыҙ.Уларҙың тормошта үҙ урындарын табыуҙарына һөйөнәм. Урамдан үтеп барғанда: «Апа, һаумыһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?»- тип ҡаршы сыҡһалар ,шунан да ҡыуаныслыраҡ нимә бар

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.