Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Другие методич. материалы / Уҡытыусының ҡулланылған эш алымынан: "Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар һәм методтар".
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Иностранные языки

Уҡытыусының ҡулланылған эш алымынан: "Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар һәм методтар".

библиотека
материалов

Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло

алымдар һәм методтар.

  Йәш быуында юғары кешелеклек сифаттары, иманлылыҡ, шәфҡәтлелек һыҙаттары тәрбиәләүҙә мәктәптә уҡытыла торған фәндәр системаһында әҙәбиәт үҙенсәлекле һәм айырыуса әһәмиәтле урынды алып тора. Әҙәбиәт тормош ваҡиғаларын, кешеләр характерын образдар аша сағылдырып кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны, үҙ- ара мөнәсәбәте, уй- хистәре, донъяға ҡарашы хаҡында белем бирә.

Уҡытыу процессында әҙәбиәт уҡытыусыһынан йәш быуында яңыса фекерләү, үҙ- ара мөнәсәбәттә, хеҙмәттә юғары мәҙәниәтле булыу,намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек әхләк сифаттары тәрбиәләүгә иғтибар биреү талап ителә.

Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүҙә әҙәби әҫәрҙең роле ҙур. Хәҙерге техника прогрессы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың танып белеү, үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыуға ынтылыу һәләтлектәрен үҫтереү бурысын ҡуя.Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙәбиәт дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп төрлө саралар менән тығыҙ бәйләү, ижади эҙләнеү эштәре ойоштороу, төрлөләндереү, ҡала,ауыл, республика яңылыҡтары, халҡының тормошо менән бәйләү мөһим тип иҫәпләйем. Әҙәбиәт дәрестәрен мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтар менән бәйләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра. Шулау уҡ өйрәнелгән әҫәрҙе башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән бәйләп, сағыштырып уҡытыу әһәмиәтле.

Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, төрлө отошло алымдар, методтар ҡулланыу уҡытыусының үҙенән тора. Һәр уҡытыусы үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡараһа, балаларҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятып була.Бер нисә алымға ғына туҡталып китәһем килә. Ул иң тәбиғи алымдарҙың береһе- ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу,фекерләүен байытыу, әхләк тәрбиәһе биреү яғынан отошло. Дәрестән тыш бик күп саралар үткәрергә була. Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары бына инде нисә йыл ҡала һәм ауыл китапханаһы менән тығыҙ берлектә эшләй. Яҙыусыларҙың юбилей кисәләре мәктәптә генә түгел, ә ҡала кимәлендә үткәрелә. Был уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, улар яҙыусының әҫәрҙәрен үҙ аллы ла өйрәнәләр, сөнки кисәләр ваҡытында викторина үткәрелә. Викторина үткәреү яҙыусының ижадын яҡшы белгән уҡыусыларҙы билдәләп китергә мөмкинселек бирә. Шулай уҡ теге йәки был яҙыусының әҫәрен өйрәнгәндә уҡыусылар менән инсценировкалау алымын ҡулланыу отошло. Уҡыусылар был эш төрөн бик яраталар, бигерәк тә 1-9-сы синыф уҡыусылары актив ҡатнаша.

Мәҫәлән, Мостай Кәримдең ижадын өйрәнгәндә малайҙарҙың һөйләшеүҙәре, уйындары, “кем ыҙмаһы иң бейек” икәнен билдәләүҙәре, ҡалаға ҡалас ашарға барыуҙары тасуирланған өҙөктәрҙе яратып инсценировкалайҙар. Шулай уҡ авторҙың “Беҙҙең өйҙөң йәме”, З.Бишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәренән дә бер нисә өҙөктө инсценировкалап синыфташтары алдында сығыш яһанылар. Был эштә ата-әсәләр ҙә ярҙам итә. Улар уҡыусыларға кейем әҙерләшә, осрашыуҙарға, кисәләргә киләләр. Дәрестә балаларға әҫәрҙең автобиографик булыуын да әйтеп китеү кәрәк.Әҫәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларҙы тасуири, эмоциональ уҡырға өйрәтеү мөһим. Улар дөрөҫ, матур итеп уҡығанда ғына иптәштәре алдында сығыш яһай алалар. Әҙәбиәт дәресен хис- тойғо менән уҡытҡанда ғына уҡыусыларҙа яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятып була.

Мөмкин тиклем яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреү ҙә уҡыусыларға ыңғай тәьҫир итә.Ҡ. Аралбаев, Ә. Әминев, Х. Тапаҡов, А.Игебаев, Т.Йосопов һ.б. менән осрашыуҙар уҡыусылар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Кластан тыш уҡыу дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн “Ағиҙел” журналын ҡулланыу оло ярҙам күрһәтә. Журналда бөгөнгө көн проблемаһын, яңылыҡтарын, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күтәреп сыҡҡан әҫәрҙәр бик күп баҫылды, баҫыла. Р.Ураҙғоловтың “Рәнйеш”, Н.Мусиндың “Ҡала себене”, Т.Ғиниәтуллиндың “Ил тупрағы”,Р.Шәкүрҙең “Скрипка моңо”,З.Низамединовтың “Утыҙ йыл уҙғас”,Ә.Әминевтың “Турат” һ.б. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, аталар һәм балалар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар кеүек темалар “Йәшлек”, Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары һәм газеталарында күтәрелеп сыға. Ошо әҫәрҙәр буйынса һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр үткәрергә мөмкин. Тәрбиәүи яҡтан был бик әһәмиәтле.

Башҡорт теле кабинетында периодик матбуғат баҫмалары төпләнмәләре булһа бик яҡшы, сөнки уҡыусылар тәнәфес ваҡытында, дәрестән һуң да улар менән таныша ала. Бик күп уҡыусылар ҡайһы бер журналдарҙы өйҙәренә лә алып ҡайтып ата-әсәләре менән уҡыйҙар. Дәрескә килгәс тәьҫораттары менән уртаҡлашалар. Ағиҙел ҡалаһында ҡыуаныслы ваҡиға- “Аҡ ҡала” исемле башҡорт телендә газета сығарыла башланы. Айына бер тапҡыр сығарылған был газетала уҡыусылар ижадына бик күп урын бирелә. Мәктәптә был газетаға яҙылыу йолаға әйләнде. Һәр һанында тиерлек беҙҙең мәктәп уҡыусыларының ижади емештәре баҫылып тора. Ата –әсәләре, уҡытыусылары, ҡалабыҙҙа йәшәгән билдәле кешеләре, тыуған ҡалабыҙ тураһында әҫәрҙәр , шулай уҡ тәрбиәүи темаға әкиәттәр ҙә яҙа улар. Ошо әҫәрҙәрҙе беҙ дәрестән һуң да, синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә лә уҡып, анализлап сығабыҙ.

Шулай уҡ уҡыусылар менән ғилми- эҙләнеү эштәре алып барыу уларҙы өҫтәлмә рәүештә тарихи белешмәләр, энциклопедиялар һәм башҡа төрлө ғилми китаптарҙы өйрәнергә, уҡырға ылыҡтыра. Бына бер нисә йыл инде шәжәрәне өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәре башҡарыла. Ул эштәр араһында мәктәп, ҡала, республика буйынса урындар алыусылар ҙа бар.

Дәрестән тыш үткәрелгән сараларҙа элетрон- дәреслектәр,видеояҙмалар ҡулланыу бик уңайлы. Теге йәки был яҙыусының, шағирҙың тауышын, уның ижади кисәһенән, пьесаларынан өҙөктәр ҡарау, йырҙарын тыңлау үткәрелгән сараларҙы йәнләндереп ебәрә.

Алда әйтеп кителгән алымдар, методтар уҡыусыларҙы әҙәби әҫәрҙе уҡырға, яҙыусы ижады менән ташышырға этәргес көс булып тора. “Башҡорт әҙәбиәте һәр саҡ ил хәлдәре, халыҡ яҙмышы тураһындағы борсолоу, бөгөнгө һәм киләсәк хаҡында хәстәрлек менән йәшәне…Әҙәбиәтһеҙ заман- тарих төпкөлдәрендә мәңгелеккә эҙһеҙ юғалған заман ул”-тине Р. Бикбаев Башҡортостан яҙыусыларының дөйөм йыйылышында.

Ысынлап та әҙәбиәттең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә, йәш быуындың күңелендә боронғоларҙан килгән әҙәп ҡағиҙәләрен нығытыу һәм үҫтереүҙә роле ҙур. Һәр яҡлап үҫешкән, тәрбиәле шәхес тәрбиәләү өсөн, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу, уҡыу теләге уятыу беҙҙән, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыларынан тора.

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Ф.Ш.Сынбулатова.Балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү. //Башҡортостан уҡытыусыһы,2008,№ҡ.-23-25 б.

 

 Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Түбәнге Таһир төп дөйөм белем биреү мәктәбе 


Краткое описание документа:

     Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүҙә әҙәби әҫәрҙең роле ҙур. Хәҙерге техника прогрессы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың танып белеү, үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыуға ынтылыу һәләтлектәрен үҫтереү бурысын ҡуя.Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙәбиәт дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп төрлө саралар менән тығыҙ бәйләү, ижади эҙләнеү эштәре ойоштороу, төрлөләндереү, ҡала,ауыл, республика яңылыҡтары, халҡының тормошо менән бәйләү мөһим тип иҫәпләйем. Әҙәбиәт дәрестәрен мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтар менән бәйләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра. Шулай уҡ өйрәнелгән әҫәрҙе башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән бәйләп, сағыштырып уҡытыу әһәмиәтле.     

 

Автор
Дата добавления 05.02.2015
Раздел Иностранные языки
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров454
Номер материала 367848
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх