Инфоурок Другое Другие методич. материалыУҡыусы иншаһының темаһы: «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!».

Уҡыусы иншаһының темаһы: «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!».

Скачать материал

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет ойошмаһы

Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

Иншаның темаһы: «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!».

                                   

 

Башҡарыусы:  10 класс уҡыусыһы

Байракаева Сөмбөл Хәкимйән ҡыҙы.

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙы.

                             

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                              2012 йыл

                 Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!

                                                              Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер.

                                                                                    Башҡорт халыҡ мәҡәле 

       Эйе, быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын. Тамырҙар… Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығышым ҡайҙан? Таһир ауылына нигеҙ һалыусылар, Ғилмияза тауын, тирә-яҡтың гүзәл тәбиғәтен тәү тапҡыр төйәк иткән ата-бабаларыбыҙ кемдәр? Ошо турала миңә уйланырға, тарихты күҙ алдына килтерергә кәрәктер.

 Ата-бабам эҙен юллап, сумам тарихтарға.

Ырыу ҡаны тарта мине төрлө тарафтарҙан.

Һәр исеме-телле, түлле, ерле шәжәрәмдең,

 Ғазап, хафа, ҡомар, оран ҡайнай ҡараштарҙа!

                Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

                Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

                Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

                Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!..

                Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,

                Бөгөнөмдә -  киләсәгем, балаларым.

                Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

                Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!

      Борон, башҡорттоң яҙылмаған шундай ҡануны йәшәгән: ирмен тигән ир-егет ата-бабаһының кәмендә ете быуынын, ырыуының шәжәрә ебен, халҡының ҡобайырын, йыр-моңон белергә тейеш булған. Беҙҙең халҡыбыҙ борон-борондан матур, ҡупшы кейенергә яратҡан. Бесәнгә төшөр алдынан байҙар, үҙҙәренең бесәнлектәрендә майҙан асып, йыйын йыйғандар. Иң матур кейемдәрен кейгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡыҙҙар, йәш килендәр һәм еңгәләр ҡулдарында салғы уйнатып, бакуйға төшкәндәр. Һелтәгәндә сыңлаған тәңкәләр салғы йырына ҡушылған. Иң күркәм кейенгән ҡатын-ҡыҙға тәңкәләр бүләк иткәндәр.

Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,

     Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?

                            Киләсәккә айыҡ ҡарар

                            Үҙ тарихын белгән яттан!

Ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙымын,

Тамғабыҙ булыр даға.

Ораныбыҙ беҙҙең тәңре,

Ҡошом булыр ҡарсыға.

Башҡортостан – тыуған илем,

                        Баймағым күркәм яғым.

                        Ошо матур күркәм ерҙә

                        Үтә минең бала сағым.

Яҡташым Хөсәйен Ҡунаҡбай

Таһирыма дан өҫтәй.

Ә Сәләх Кулибайҙы

Кемдәр генә һуң белмәй?

                           Борон-борон заманда,

                           Урманда ла, яланда,

                           Гөл сәскәле аҡланда

                           Йәшәгән, ти, шат халыҡ.

Һунар иткән, балыҡ тотҡан,

Көтөү-көтөү йылҡы көткән.

Бейә һауып ҡымыҙ бешкән,

Йүкә һуйып, арҡан ишкән.

                          Йөрөшкән ҡунаҡҡа,

                          Алыҫҡа һәм йыраҡҡа.

                          Барлыҡ ырыу дуҫ йәшәгән,

                          Тыуған ерен яҡлаған.

       Нәҫел ағасы көслө, ҡеүәтле, тармаҡлы, тармаҡтары суҡ ботаҡлы булһын өсөн тарихи хәтерҙең, традиция- ларҙың, йолаларҙың һаҡланыуы, йәшәүе мотлаҡ.

     Мин дә үҙемдең шәжәрәмде өйрәнгәндә ата-бабала-рымдың ни тиклем эшсән, үҙ тыуған яғына тоғро

булып йәшәгәндәренә инандым.  Иҫ белгәндә өләсәйҙәрем иҫән ине. Улар үҙенең зат-ырыуын ғына түгел, ә ауылдыҡын да энәһенән-ебенә тиклем тикшереп, хатта кемдәр менән аралашырға, уйнарға кәңәш бирә ине. Шулай итеп, мин үҙ тамырҙарымды йәштән белеп үҫтем.

         Элек-электән минең ата-бабаларым һунарсылыҡ, малсылыҡ  менән шөғөлләнгәндәр. Атайымдың атаһы Хәмитйән олатай ҙа, уның атаһы Йомағужа ла һунарсылыҡ иткәндәр. «Олатайың бүре, төлкө атып алып ҡайта торғайны», - тип иҫләй атайым. Йәйләүҙәрҙә өйөр-өйөр малдары, аттары йөрөгән. Хәҙерге көндә лә минең атайым да, Алмас ағайым да уларҙың был кәсептәрен дауам итәләр. Мин шундай ата-бабаларым менән ғорурланам.

       Ваҡыт даръяһы аға ла аға, ләкин Таһир ауылы, уның халҡы замана дауылдарына бирешмәй, үҙ йөҙөн юғалтмай, рухын һаҡлап, донъяла йәшәүен дауам иткән. Күпме быуын алмашынған был ерҙә. Ләкин быуындар сылбыры өҙөлмәгән. Сөнки улар нәҫелдең тарихи китабы - шәжәрәлә яҙыла барған. Нәҫел тарихы ауыл тарихы менән үрелеп  килгән. Шәжәрә, иң ҡәҙерле аманат-ҡомартҡы итеп һаҡланған.

      Беҙ, бөгөнгө быуын йәштәре, атай-олатайҙар кеүек үҙ тамырҙарыбыҙҙы, туғанлыҡ тарихын беләйек тиһәк, һәр беребеҙ эҙләнергә, өйрәнергә, шәжәрә ағасын төҙөүҙе дауам итергә тейешбеҙ.

      Ваҡыт үткән һайын ергә яңынан-яңы быуындар килә. Тормош дауам итә. Итһен әйҙә! Тик быуындар сылбыры ғына өҙөлмәһен! Ул беҙҙән - киләсәк быуындарҙан тора. «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», «Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән - нәсәпһеҙ», - тигән боронғолар.

       Беҙ ҙә үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмай, үҙебеҙҙең нәҫелебеҙгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлап, туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр, игелекле лә, холоҡло ла, нәҫел-нәсәпле лә булып йәшәргә, ата-бабаларыбыҙ быуаттар төпкөлөнән һаҡлап килгән хазиналарыбыҙ - телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм башҡа ынйыларыбыҙҙы һаҡлап, киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ.

                         Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм,

                         Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

                          Күкрәк киреп, олон тарбайтҡанда,

                         Йәшәргә лә әле, йәшәргә!

                   

                         

 

 

 

                      Байраҡаевтар шәжәрәһе.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Уҡыусы иншаһының темаһы: «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!»."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по работе с молодежью

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер.

                                                                                                                                                                                                                                              Башҡорт халыҡ мәҡәле

 

       Эйе, быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын. Тамырҙар… Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр?

      Борон, башҡорттоң яҙылмаған шундай ҡануны йәшәгән: ирмен тигән ир-егет ата-бабаһының кәмендә ете быуынын, ырыуының шәжәрә ебен, халҡының ҡобайырын, йыр-моңон белергә тейеш булған. Беҙҙең халҡыбыҙ борон-борондан матур, ҡупшы кейенергә яратҡан. Бесәнгә төшөр алдынан байҙар, үҙҙәренең бесәнлектәрендә майҙан асып, йыйын йыйғандар. Иң матур кейемдәрен кейгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡыҙҙар, йәш килендәр һәм еңгәләр ҡулдарында салғы уйнатып, бакуйға төшкәндәр. Һелтәгәндә сыңлаған тәңкәләр салғы йырына ҡушылған. Иң күркәм кейенгән ҡатын-ҡыҙға тәңкәләр бүләк иткәндәр.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 522 материала в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.02.2015 852
    • DOCX 53 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Байракаева Гулькай Радиковна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Байракаева Гулькай Радиковна
    Байракаева Гулькай Радиковна
    • На сайте: 9 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7789
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 19 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов

Мини-курс

Налогообложение и компенсация потерь: предотвращение ошибок и снижение рисков

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Специальная реабилитация: помощь детям с особыми потребностями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе