5-се синыфтың башҡорт төркөмөнә дәрес планы.Дәреслек
авторҙары:В.И.Хажин,Ә.Х.Вилданов.Өфө,”Китап”2005.
Тема:Әнүр Вахитов “Аҡһаҡал
аманаты”.
Маҡсат:автор тураһында
белешмә биреү,әҫәрҙең йөкмәткеһенә төшөндөрөү,тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу,һүҙлек
запастарын,һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.
Күргәҙмәлелек:авторҙың
портреты,шәжәрәләр төшөрөлгән плакаттар,”Аманат”журналдары.
Дәрес
барышы:1) ойоштороу.2)Эмоциональ комфорт тыуҙырыу.3) яҙыусы тураһында:Әнүр хисмәт улы
( 1932-1984) Ғафури районының Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.Башҡорт
дәүләт педагогия институтында уҡый.Әҙәбиәт белгесе,тәнҡитсе,филология фәндәре
кандидаты була.Тәүге китабы “Салауат к үпере”,2-сеһе” Ҡайын суҡтары”тип атала.
Һүҙлек
эше үткәреү:тарих,йәдкәр,әүлиә,дәғүә,түрә,фатиха,ҡалтағай-саңғы,хәнйәр,шаһит.
“Аҡһаҡал
“һүҙе аңлашыламы?Кем ул аҡһаҡал?Ә нимә ул аманат? Ошо һүҙҙәрҙең аңлатмаһын
биреү.
Аҡһаҡал-Ҡүпте күргән,күпте белгән хөрмәтле оло
кеше.Мәҫәлән:ырыу аҡһаҡалы.Аҡһаҡалдар йыйыны.
Аманат-1)Һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә.Аманат итеп
һаҡлау.2)Әйтеп ҡалдырылған һүҙ,үтәлергә тейеш васыят.Аманат итеп әйтеү.
Нимә
ул шәжәрә?Һеҙ үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе нисә быуынға тиклем беләһегеҙ?
Шәжәрә-билдәле бер нәҫел-ырыуҙың килеп сығышын,таралышын
күрһәткән генеологик яҙма.Ырыу шәжәрәһе.шәжәрәне төҙөү.
(
шәжәрәләр ҡарау)
-
Ни өсөн күп шәжәрәләр ағас кеүек эшләнгән?Ул нимәне аңлата?
Шәжәрә
ғәрәп телендә “ағас”тигән һүҙ.Ағастың тамырҙары- үткән
тормошто,олоно-бөгөнгөнө,ботаҡтары-киләсәкте аңлата.
ял
итеп алыу,физкультминут үткәреү.
Килештәрҙе
иҫкә төшөрөү.Таҡталааманат,шәжәрә
һүҙҙәрен килештә үҙгәртеү.
төп
өлөш:әҫәрҙе уҡыу,йөкмәткеһенә төшөндөрөү.
Маҡсатты
билдәләтеү.Уҡыусылар
төп маҡсатты әйтәләр.Үҙем һорауҙар ҡуям:
-
Хәсән аҡһаҡал ниндәй ҡаһарманлыҡ эшләй? Ул ниндәй аманат ҡалдыра?
-
Аҡһаҡал ауыл шәжәрәһен өндәшмәҫ,сыҙамлы егеткә бирә. Ни өсөн?
-
Кем ул Әлимбай?
Әҫәрҙе
абзацлап уҡытыу.Аңлатмалар биреп барыу.
Әҫәрҙең
йөкмәткеһе өҫтөндә эш.Үрҙәге һорауҙарға яуап алыу.
-Хикәйәлә
ауыл халҡы менән Әлимбай араһындағы көрәш тик шәжәрә әсән генә барамы?
-Әҫәрҙәге
ваҡиғалар ҡайһы осорҙа бара? Башҡорт халҡының шул замандағы тормошо тураһында
һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
-
Әхмәҙулла бабайҙы һеҙ нисек күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙ? Һеҙҙең ауылда ундай
бабай ҙар бармы?
-
Хәсән аҡһаҡал тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?
Шәжәрәнең
әһәмиәте тураһында әңгәмә ойоштороу.
дәресте
йомғаҡлау:
Шәжәрәләр
төҙөү кәрәкме? Ни әсән? Улар башҡорт халҡының тарихында ниндәй роль уйнаған?
Хәсән аҡһаҡалдан беҙ ниндәй өлгө алырға тейешбеҙ?
Әҫәргә,дәрескә
йомғаҡ яһау.
Уҡыусыларҙы
баһалау.
Өйгә
эш:ғаилә
шәжәрәһен төҙөргә,әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.