Инфоурок Другое КонспектыВечер памяти, посвященной 105-ой годовщине З.Биишевой

Вечер памяти, посвященной 105-ой годовщине З.Биишевой

Скачать материал

                           Зәйнәб Биишеваның тыуыуына -  105 йыл.

(Музыка яңғырай, ике алып барыусы сыға)

Б. : Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн!

     Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар!

       Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн

       Йөкләп барған ирҙәр, уландар!

Ик.: Хәйерле көн  һеҙгә, сос ҡатындар –

        Донъя күрке – изге әсәләр!

        Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,

        Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!

Б.: Беҙ бөгөн был залда ил әсәһе, халыҡ ғорурлығы булған Зәйнәб апай Биишеваның тыуыуына – 105 йыл булыу айҡанлы йыйылғанбыҙ.Барыһын да иғтибар менән тыңлап ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ, сөнки кисәбеҙҙең аҙағында “Иң иғтибарлы уҡыусы” тигән  викторина үткәреләсәк.

Ик.: Балалар, ә кем һуң ул З. Биишева? Һеҙ уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?(Залдан яуап бирәләр)

Б.: Дөрөҫ, афарин, ә хәҙер инде һүҙҙе 8синыф уҡыусыһы Йомағужина Лилиәгә бирәйек.(Лилиә биографияһын һөйләй)

Ик. :Рәхмәт. Уҡыусылар, ә З.Биишеваның ниндәй әҫәрҙәрен һеҙ уҡынығыҙ?Ниндәй китаптарын беләһегеҙ?

Б.: Ә ниндәй шарттарҙа уға үҫергә тура килә?Уның бала сағы тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалған?

Ик.: Эйе,бик ауыр һәм ҡыҙғаныс була уның бала сағы һәм тормошо, ләкин ул бирешмәй, алға үрләй һәм бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Б.: 1990 йылда Башҡотостандың халыҡ яҙыусыһы исеме иң беренсе уға бирелә.

 Ик.: 1968 йылда С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты була.

  Б.:Үҙенең әҙәбиәткә индергән мираҫы, хеҙмәте өсөн өс тапҡыр “Почет  билдәһе миҙалы” менән бүләкләнә.

Ик :Бик күп эшләй  арымай - талмай Зәйнәб апай. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның “Йәшәү – хеҙмәт” шиғырын тәғдим итәбеҙ. (9 синыф уҡыусыһы Мусина Регина яттан һөйләй .)

Бер.: Бәләкәй генә сағынан алып  уҫал үгәй әсә ҡулында үҫә Зәйнәб Биишева, бик һағына  ул үҙ әсәһенең наҙлы ҡарашын, йомшаҡ ҡулдарын...

Ик. : Әсәй тураһында яҙған шиғырын 8 синыф уҡыусыһы Гүзәл Зыяитдинова һөйләй.

Б.: Әҙәбиәт өлкәһендә генә түгел, башҡорт теле үҫешендә лә тәрән эҙ ҡалдырған Зәйнәб апай. Балалар өсөн “Йәнле хәрефтәр “исемле дәреслек ижад итә, башҡорт теленең матурлығына, байлығына һоҡланып, “Башҡорт теле”шиғырын яҙа.Уның был шиғырын  аудиояҙманан тыңлап үтәйек.

Ик.: Бөгөнгө көндә З.Биишеваның исеме мәңгеләштерелгән. Бәлки һеҙҙең арағыҙҙа был турала белеүселәр барҙыр? Нимәләр эшләнгән был айҡанлы?

Б.:  Тыуған ауылында З.Биишева исемендәге йорт- музей эшләй.

Ик. : Мораҡ ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе, үҙәк урамы, Мораҡ төп белем биреү мәктәбе уның исемен йөрөтә, бында З.Биишеваның бюсты эшләнгән, ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған.

Б.: З.Биишева исемендәге район  әҙәби премияһы булдырылған. Ул иң беренсе Мортаза Рәхимовҡа бирелә.

Ик.: Өфөлә йәшәгән өйөндә мемориаль таҡта асылған һәм музей эшләй.

Б.:Өфө урамы  уның исемен йөрөтә.

Ик.: Ә хә ҙер инде белгәндәребеҙҙе нығытыу өсөн “Иң иғтибарлы уҡыусы”викторинаһы.(Алып барыусылар берешәр һорау уҡыйҙар)

Ал.б.:Мин белмәйем: ҡәнәғәтме ерем?

           Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?

           Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип,

            Әйтә алмаҫ хатта дошманым.

Ал.б.: Эйе, З.Биишеваның исеме , хеҙмәте онотолмаҫ мираҫ булып  мәңге һаҡланыр беҙҙең күңелдәрҙә.Ошоноң менән кисәбеҙ тамам, Барығыҙға ла ҙур рәхмәт !

 

          

 

 

 


 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Вечер памяти, посвященной 105-ой годовщине З.Биишевой"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 407 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.04.2016 642
    • DOCX 14 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гибадуллина Зиля Римовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гибадуллина Зиля Римовна
    Гибадуллина Зиля Римовна
    • На сайте: 8 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5665
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой