Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Вечер встречи выпускников на тему"Мәктәп йылдарына мәктәп юлдары аша"

Вечер встречи выпускников на тему"Мәктәп йылдарына мәктәп юлдары аша"

Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy


СВИДЕТЕЛЬСТВО СРАЗУ ПОСЛЕ ПРОСМОТРА ВЕБИНАРА

Вебинар «Подростковая лень: причины, способы борьбы»

Просмотр и заказ свидетельств доступен только до 22 января! На свидетельстве будет указано 2 академических часа и данные о наличии образовательной лицензии у организатора, что поможет Вам качественно пополнить собственное портфолио для аттестации.

Получить свидетельство за вебинар - https://infourok.ru/webinar/65.html

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Мәктәп йылдарына мәктәп юлдары аша...

Шәмбе кис. Күңел күтәренке, кәйеф шәп, сөнки мин мәктәпкә китеп барам. Көнө лә бит уның хәтәр йылы!

Бына мәктәп ишеген асып индем. Халыҡ байтаҡ йыйылған. Ә мәктәп фойеһында килгән ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ҡаршы ала. Бер уҡыусы кенәгәгә ҡунаҡтарҙың исем-шәрифтәрен теркәп ҡуя ла өҫкө ҡатҡа оҙата...

Мәктәп йылдарындағы йырҙар яңғыраған яҡҡа мин дә юл тотам. Баҡтиһәң, был бит тамаша залы... Матур биҙәлгән зал байрамса төҫ алып тора. 1966, 1976, 1986, 1996, 2006 һәм быйылғы 2016 йылғы сығарылыш синыфы уҡыусыларына арналған стендтар ҙа эшләнгән. Мәктәп кабинеттары ла буш түгел. Унда һабаҡташтар йыйылышып шау-гөр килешә. Кемдер сығыш яһарға әҙерләнә. Кемдер иҫтәлектәрен һөйләп, класташтарын хайран ҡалдыра. Ғөмүмән, мәктәп бөгөн ҙур ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала...

... Яңы күлдә ҙур мәктәп бар

Балалар уҡыр өсөн.

Көндә йөрөп шунда улар

Арттыра белем көсөн..,

тигән юлдар уҡытыусылар коллективы һәм 11-се класс уҡыусылары тарафынан яңғыраны. Шулай мәктәп гимны менән башланып китте көтөп алынған ҙур сара. Әйтергә кәрәк, был сараны ойоштороуҙа уҡытыусылар бөтә көстәрен һала. Музыкаль яҡтан Бикмөхәмәтов Наил Ғәбиҙулла улы, Ситдыҡов Хәким Хашим улы, Бакеева Зәлиә Наил ҡыҙы тәьмин итһә, ә программа тулыһынса йыл да йәш уҡытыусылар көсө менән төҙөп алып барыла. Быйыл да минең йәштәш коллегаларым бик етди әҙерләнделәр. Алып барыусы коллегаларымдың береһе Әлиә Пухова һүҙҙе мәктәп директорына бирҙе. Хәйерле кис, ауылдаштар, яҡташтар, - тип башлап ебәрҙе һүҙен Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы. 40 эште 40 яҡҡа ташлап, йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе мәктәптә күреүебеҙгә бик шатбыҙ... Артабан ул мәктәп яңылыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән таныштырып үтте. Һәм йомғаҡлап шулай тине: - Әйтергә кәрәк, Яңы Күл мәктәбе уҡыусылары бар яҡлап та һәләтле. Сара барышында күрерһегеҙ әле, - тип серле генә йылмайҙы.

Ауыл урамдары буйлап

Йүгерә бала сағым.

Бергә үҫкән дуҫ-иштәрҙе

Һағынып ҡайттым тағын,

тигән шиғри юлдар менән 50 йыл элек Яңы Күл мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙы көслө алҡыштарға күмеп, сәхнә түренә күтәрелеүҙәрен һоранылар. Танышыу ниәте менән Әлиә Руслан ҡыҙы микрофонды ҡунаҡтарҙың береһенә бирҙе. Марс Хөрмәтович Ғафаров булам, тип башлап ебәрҙе телмәрен бер ағай. Мин БДУ-ның тарих факультетын тамамлағас, Нуриман районының Байгилде лицейына эшкә урынлаштым. Унда бер йыл тәжрибә туплап, 1974 йылда Яңы Күлгә юл тоттом. Ул ваҡытта йәш белгестәрҙең күбеһе ошо мәктәптә эш башланы. Үҙем спорт менән шөғөлләнергә ярата инем. Уҡыусыларымды ла шундай рухта тәрбиәләргә тырыштым, тине Марс ағай. Көҙ етһә, уҡыу уҡыу булмай торғайны. Колхоз баҫыуында эш ҡайнар ине. Өлкән быуын уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларыма рәхмәт әйтәм. Улар менән эшләү бик күңелле булды. Ә уҡыусы булараҡ, оло рәхмәтемде математика уҡытыусыһы Уразметова Сәғиҙә Мансуровнаға юллайым. Ул йәне-тәне менән бирелеп эшләгән уҡытыусыларҙың береһе, тине телмәрен тамамлап. Әйтергә кәрәк, Марс Хөрмәтович байтаҡ йылдар ошо мәктәптә директоры вазифаһын да башҡарған.... Артабан һүҙҙе Мәхмүзә Калимулла ҡыҙы Ғәйнуллина алды. Замандаштарым, һаумыһығыҙ. Бала сағыбыҙ менән осрашырға тип тағы бер йыйылдыҡ әле. 50 йыл һиҙелмәй үтте лә китте, ә шулай ҙа күңел менән беҙ йәшбеҙ. Ана шул йәшлек хәтирәләрен һеҙгә лә һөйләйем әле, тине Мәхмүзә апай. Күл ауыл мәктәбе элек-электән үк көслө мәктәптәрҙән һанала. Был мәктәптә, хатта, райондың төрлө ауылдарынан йөрөп уҡынылар. Әтнәш, Первомайскиҙан узкоколейкаға ултырып сығалар, ә аҙаҡ район үҙәгенән Күл ауылға юл тоталар ине. Заманалар ҙа еңел булманы, ә шулай ҙа уҡырға теләк уҡыусыларҙа бер ҡасан да һүрелмәне. Ана шул уҡырға ынтылышы булған уҡыусылар тураһында химия уҡытыусыһы Рәлиф Шакирьян улы Шакирьянов: “Мин ВУЗды бөтөп, Яңы Күлгә юлланма (направление) менән килдем. Эшләү дәүеремдә көслө һәм уҡыуға ынтылышлы уҡыусыларҙы Яңы Күлдә генә күрҙем,” – тине һәм минең осрашыуға ҡайтасағымы белеп, күптин-күп сәләмдәрен ебәрҙе. Ошо форсаттан файҙаланып, ғаиләбеҙ исемдән уҡытыусыбыҙ Сәғиҙә Мансуровнаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм иҫтәлеккә мамыҡ шәл бүләк итәбеҙ, тип апалы-һеңлеле Мәхмүзә һәм Динара Калимулла ҡыҙҙары Сәғиҙә апайҙың иңенә йылы шәл яптылар. Мәхмүзә Калимулла ҡыҙы Ғәйнуллина Нурлы һәм иманлы райондың Яңы Күл ауылы шәхесе булыуы менән ғорурлана. Был хаҡта үҙе яҙған шиғри юлдар дәлилләй:

Күл ауылда тыуып үҫтем,

Ә бала-саҡ артта ҡалған.

Өфөлә йәшәйем мин хәҙер.

Ауылды һағынам һаман.

Ата йортона ҡайтҡан саҡта

Үтәм матур күл буйҙарын.

Ҡамыштар ҙа сәләмләйҙәр,

Йылмайған кеүек тауы.

Өйгә ҡайтҡас, шишмәләрҙең

Һыуын эсәм. Эй тәмле!

Ауылым матур. Халҡым күркәм.

Ә урамым бигерәк йәмле.

Тауҙарына барамын да

Ҡайындарға ҡушылып йырлайым.

Өфөгә ҡайтҡас тағы ла

Күл ауылын уйлайым...

Ошо ерҙең һыуын эскән, һауаһын һулаған ҡыҙ бөгөнгө көндә юғары исемгә эйә, ул – медицина фәндәре докторы, атҡаҙанған фән эшмәкәре. Мәхмүзә апай телмәр аҙағында уҡыусыларға ла теләктәрен еткерҙе. Уҡығыҙ, тырышығыҙ, ялҡауланмағыҙ, бөгөнгө эште иртәгәһенә ҡалдырмағыҙ, бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Тик шул саҡта ғына уңыштарға өлгәшеп була, тине. Динара Калимулла ҡыҙы ла ошо теләктәргә ҡушылып, һүҙен дауам итте. Мин, - тине Динара апай, - БДУ-ның химия факультетын тамамланым. Химия уҡытыусыһы һөнәрен һайлауҙа миңә Рәлиф Шакирьян улы этәргес көс булып торҙо. Һайлаған һөнәремә тоғро ҡалып, 40 йылдан ашыу Яңы Күл мәктәбендә эшләгән уҡытыусымын. Уҡытыусы һөнәре Хоҙайҙан, ә башҡа һөнәрҙәр уҡытыусынан бирелә, тигән фекер менән килешәм. 11-селәргә мөрәжәғәт итеп, шуны әйтке килә: күңелегеҙгә ятҡан һөнәр һайларға тырышығыҙ.... 50 йыллыҡ осрашыуға тип Силәбе өлкәһенән ҡайтҡан Гәрәева Сәйҙә апай ҙа үҙе ижад иткән шиғри юлдар менән тамашаны сәләмләне:

Әллә яңылыш, әллә яҙмыш...

Сит ерҙәргә таралдыҡ.

Ошо мәктәптең бала саҡта

Оялып ишеген астым.

Фатихалар, белем алып,

Сит яҡтарға мин остом.

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...

Ҡалдым сит-ят ерҙәрҙә.

Һирәк кенә мин ҡайтамын

Тыуып үҫкән ерҙәргә.

Мәктәп ишектәрен асам,

Бәлки, әле танырҙар.

Тыуған яҡта, тыуған ерҙә

Ҡала минең тамырҙар.

Хәл-хәбәрҙәр ишетелмәй,

Белмәйем, дуҫтар, ҡайҙа һеҙ?

Әллә инде ваҡыт етмәй

Һирәк кенә ҡайтаһығыҙ.

Онотманыҡ, онотмаҫбыҙ

Мәктәп ҡыңғырауҙарын.

Үтәйек әле, дуҫтар,

Йырлашып, ауылым урамдарын.

Өфөнән ҡайтҡан Вәлиева Флүрә апай ҙа иң изге теләктәрен еткерҙе. Йомғаҡлап шулай тине:

... Булманым мин яҙыусы

Яҙырға мемуарҙар.

Булдым бары тик ябай эшсе.

Служащая мин булам.

Уҡығанда булдым тәртипле уҡыусы.

Бала саҡта булдым пионер.

Хәҙер инде күптән пенсионер....

50 йыл элек мәктәпте тамамлаған ҡунаҡтарыбыҙҙы музыкаль күстәнәсе менән “Еҙ үксә” бейеү конкурсы еңеүсеһе Аида Сәүбәнова сәләмләне.

... 1976 йылғы сығарылыш синыфы уҡыусыларын һәм уларҙы уҡытҡан уҡытыусыларҙы сәләмләйбеҙ, - тип кисәне дауам итте киләһе алып барыусы Гүзәл Хәлилова. 40 йыл элек мәктәпте тамамлаусылар хаҡында шулай тиелде: 1966 йылда 1-се синыфҡа 75 бала уҡырға килә. 10-сы синыфты 78 уҡыусы тамамлай. Һүҙҙе уларҙы байтаҡ йылдар уҡытҡан апайҙары Флүзә Фәиз ҡыҙы Тимерғазина дауам итте:1975 йылда БДПИ һуң Яңы Күл мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә килдем. Класс шул тиклем теремек ине. Мине йәш белгес булараҡ, бәлки, һынап ҡарамаҡсы булғандарҙыр. Ә шулай ҙа түҙҙем, һынатманым. Ваҡыт үтеү менән бер-беребеҙгә өйрәнеп өлгөргән инек инде, тип йомғаҡланы... Динара Калимовна иһә былай хәтерләй: 1974 йылда миңә 9-сы класс бирҙеләр. Әйтергә кәрәк, был класс менән миңә эшләүе күңелле була торғайны, тиеү менән, Марс Хөрмәтович та хуплап шулай тине: ҡыҙыҡ хәлдәр йыш булғыланы. Ә шулай ҙа ошо мәл, бәлки, егеттәргә һабаҡ та булғандыр. Минең класта 20 артыҡ уҡыусы була ине. Кластың яртыһы Нимесләр ауылынан. Көҙ етһә, туҡтауһыҙ колхоз эше. Картуф сығарырға тип баҫыуға ебәрҙеләр беҙҙе. Ә баҫыу тигәндәре Нимесләр ауылына яҡын ғына. Ошо ауыл егеттәре хәйләкәр булмаҡсылар ине лә бит, ҡасып ҡайтып киткән булалар ҙа ул, ә мин мотоциклыма ултырып арттарынан сабыр инем. Ҡайҙа барһындар, миңә эйәреп килергә мәжбүр булалар ине. Эйе, был класс әле лә булһа шаянлығын юғалтмаған, күрәһең... Һәр береһе сәхнәлә телмәр тотто, тамаша иҫе-аҡылы китеп тыңлап ултырҙы. Солтанов Рәүф Мөхәммәт улы ғына ни тора. Көлә-көлә тыңланыҡ беҙ уны. Нимесләр мәктәбендә 30 йыл уҡытыусы булып эшләгән Рәүф ағай үҙе уҡыусы сағында дәрестән йыш ҡасып ҡайтыр булған. Шуҡ булһам да, дәрестә тауыш күтәргән бер уҡытыусы булманы, тип хәтерләй. 5-се класта ғашиҡ булғайным, һаман да янам, тип шаяртҡан булды ла баянын алып, класташтарына матур йыр бүләк итте. Йырҙан һуң Галиуллин Минислам Сафуан улы һүҙ тотто. Себер яҡтарында эшләп йөрөгән ағай 10-сы класҡа күсәлмәгәнмен икән тип ҡурҡыныс төштәр күреп уянған саҡтарым байтаҡ, тигән булды. Гайсина Әлфира Зиннур ҡыҙы матур телмәр әҙерләгән ине. Ҡыҫҡаһы шул: һәр 10 йыл һайын осрашыуға саҡырыу ҡағыҙын көтөп ала. Бына бөгөн дә ҡанатланып, тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Яңы Күлемә ҡайттым, ти ул. Әлфира апай бер йыл мәктәптә эшләгән, ике район мәғариф бүлегендә баш бухгалтер булған, ә бөгөнгө көндә иһә федераль ҡаҙнасылыҡ өлкәһендә өлкән ҡаҙнасы. 11-селәргә еткергән теләге лә бик фәһемле яңғыраны уның: уҡыусылар, үҙегеҙҙе төрлө яҡтан асырға тырышығыҙ. Һәләтегеҙҙе күрһәтә белегеҙ. Тормошта ла мәктәптә уҡыған фәндәр бик кәрәк булыр ул, уларҙы файҙаға ҡулланығыҙ, тине лә үҙенең бер ҡыҙыҡ миҫалын килтерҙе: бер ғаилә магазинда гәлсәр һауыт һайлай, ҡайһыһын алырға белмәй былар. һөйләшкәндәрен тыңлап торҙом да эргәләренә ярҙам итеү ниәте менән килеп баҫтым. Гәлсәр һайлағанда уның эстәлегенә иғтибар итергә кәрәк тип һүҙ башланым,ти Әлфирә апай. Ҡурғаш (Плюмбум) күп булған гәлсәр һауытты шикләнмәй алырға була тигәс, был ғаилә ҡайҙан шундай мәғлүмәтле булыуым менән ҡыҙыҡһына башланы. Һәм шунда ғорурланып, Яңы Күл мәктәбенең химия уҡытыусыһына рәхмәтлемен, тип яуапланым ти Әлфирә апай. Математиканан сығарылыш имтиханын тапшырған билеттың һорауын да яттан һөйләп ишеттерҙе, инглиз телен дә телгә алды. Бына исмаһам хәтер тип тыңлап ултырҙым мин уны... Алыҫ Көнсығышта оҙаҡ йылдар эшләгән, бөгөнгө көндә Иглино район үҙәгенең мәктәбендә математика уҡытыусыһы Һаҙыева Зәфиә Ғәлинур ҡыҙы иһә пионерҙар слетын, транспоранттар тотоп демонстрацияларҙа ҡатнашҡан саҡтарҙы иҫкә төшөрҙө. 11-селәр йотлоғоп тыңлағандарына күҙ һалам. Эйе, уҡыусыларҙың күбеһе зәңгәр экрандарҙа ғына күреп беләләр Зәфиә апа һөйләгәндәрҙе. Хәҙер замана башҡа, заң башҡа бит. Шуны иҫтән сығармағыҙ, тине Зәфиә апай, атай-әсәй биргән тәрбиәнән тыш, уҡытыусы тәрбиәһе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡытыусыларығыҙға рәхмәтле була белергә кәрәк... Киләһе ҡунағыбыҙ ҙа 30 йылдан ашыу Себер яҡтарында ғүмер итеп, бөгөнгө көндә Яңы Күлдә йәшәүсе Венера Вәлиева тәрбиә темаһына баҫым яһап һөйләне. Ата-әсәйҙәрегеҙ йөҙөнә бер үк ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, тәртипле булығыҙ, тип теләктәр теләне... Өфөнән ҡайтҡанда ла, Өфөгә киткәндә лә һәр ваҡыт ошо яңы мәктәпкә ҡарап һоҡланып үтәм, - ти Галина Мәүлиҙә апай. Уның һүҙен ҡеүәтләп Флүрә Саҙриева шулай тине: мәктәбегеҙ яңы, яҡты, заманса йыһазландырылан. Уҡыуҙың ҡәҙерен белеп, ваҡытығыҙҙы файҙаға ғына үткәреп йәшәргә насип итһен. Ә Романова Лилиә Саяф ҡыҙы, Әхтәмйәнова Зөһрә Мәғәфүр ҡыҙы һәм Мөхәмәтйәнов Ғабдулхай иһә, класташтары һәм үҙҙәренең исеменән ул йылдарҙа уҡытҡан уҡытыусыларына оло рәхмәт һүҙҙәрен юлланы. Был сығарылыш синыфы уҡыусылары буш ҡул килмәгәндәр. Мәктәпкә “Чемпион” магазинына сертификат бүләк итеп, “Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ” йырын йырлап, тағы ла тамаша күңеленә дәрт өҫтәп залға төшөп үҙ урындарына юл тоттолар. Афарин! Ә үҙ сиратында, мәктәп уҡытыусыһы Зәлиә Бакиева етәкселегендә әҙерләнгән дәртле бейеүҙе “Еҙ үксә” бейеү конкурсы еңеүселәре, 5-се класс уҡыусылары бүләк итте.

Ҡайтам әле тыуған ауылыма,

Йәшлеккә ҡайтам әле.

Шау-гөр килеп уҡыған саҡтарҙы

Иҫкә төшөрөп үтәм әле...

Шундай шиғри юлдар менән киләһе сығарылышты сәләмләргә ваҡыт етте. Алина Мозафарова мөләйем йылмайып, бынан 30 йыл элек мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын сәхнәгә саҡырҙы. Беренсе уҡытыусыларының хәтерендә нисек һаҡланды икән был сығарылыш? Арыҫланова Гөлсирә Ниғмәтулла ҡыҙы былай тине: 1975 йылда 44 бала уҡырға килде. Беҙ Яҡупова Мәхтимә Сәғәҙи ҡыҙы менән был балаларҙы ҡаршы алдыҡ. Төрлө экскурсияларға йөрөп, ауыл тәбиғәтен өйрәнер инек. Ҡышын Терпе тауында саңғы шыуырға ярата инек. Күҙ асып йомғансы башланғыс синыфты тамамлағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Балаларға өйрәнеп кенә өлгөрәһең, Мәхтимә апайығыҙ менән һеҙҙе үҙ оябыҙҙан осорорға ваҡыт үтә лә тиҙ килә лә етә. Элек, бәлки, уҡыуы ла ауыр булмағандыр. Хәҙер бит, өләсәй булараҡ әйтәм, мәктәпкә килә торған бала алфавитын да, иҫәп-хисабын да өйҙә белеп килергә тейеш. Ә элгәре А хәрефенән Я хәрефенә тиклем беҙ өйрәтер инек... Артабан инде башланғыс синыфтан һуң уларҙы Вәлитова Мәрйәм Ғәлимйән ҡыҙы менән Ситдыҡова Венера Ғабдулхай ҡыҙы етәкләй. Ояһында ҡанат нығытып, оло юлға сығып киткән ҡошсоҡтарым йәнә осраштылар. Ҡыуанысымдың сиге юҡ, тип сәләмләне уҡыусыларын Мәрйәм апай. Мин әле лә булһа һеҙҙең турала йыш һорашып торам. Һеҙҙең менән үткәрелгән дәрестәр ҙә иҫкә төшә ҡай саҡ. Дәрестәремдең бер минуты ла әрәм булмай ине. Һәр дәресемде уйлап төҙөр инем, шунда ғына уҡыусы теманы дөрөҫ үҙләштерә ала. Уҡыуын ҡалдырған бер бала булһа, дәрестән һуң өйөнә йүгерәм, хәл-әхүәлен һорашам. Ул әле рәхәт, кәрәҙ телефонды алдың да шылтыраттың. Сараларҙы күңелле ойоштора инек. Беҙҙең класта баянсы ла, йырсы ла, бейеүсе лә булды, тине Мәрйәм апай. Был турала беҙ һуңынан беләсәкбеҙ. Ә әлегә алып барыусы Алина Миҙхәт ҡыҙы ҡунаҡтар менән танышып сығырға теләк белдерҙе һәм тәүгеләрҙән булып һүҙҙе Сабирьян Хәжәт улы Нуриманов башланы. Бөгөнгө көндә Павловкала йәшәй, шунда эшләй. Баянда ла шәп өҙҙөрә, матур йырлай. Шәйхлисламов Ринат Шәйҙулла улы иһә Себер яҡтарында ғүмер иткән, полиция хеҙмәткәре. 11-селәргә әйткән теләге шул булды: ауырлыҡтар аҙым һайын, әммә ҡурҡып ҡалмағыҙ. Маҡсат ҡуйылған икән, шуны ашырырға ынтылығыҙ... Әбүшахмина Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы ла бик фәһемле һүҙҙәр әйтте: мәктәпте тамамлағас, өс йыл буйына медицина университеты ишеген тапаным. Класташым Ринат әйтеүенсә, маҡсат ҡуйғайным, ниһайәт, 4-се йылды тормошҡа ашырҙым, уҡырға керҙем. Инде 20 йыл балалар табибы булып эшләйем. Эшемә тоғро ҡалыу нигеҙендә, фатирлы ла булдым. Шуның өсөн, балаҡайҙар, тырышып уҡығыҙ, бирешмәгеҙ. Һеҙҙән дә яҡшылар бар тип уйламағыҙ, һеҙ үҙегеҙ яҡшыларҙың яҡшылары. Тормош иптәшемде алыҫтан эҙләмәнем, класташым Хәйруллин Илдар Нәсибулла улы менән ғаилә ҡорҙоҡ. Инде беҙҙең мәктәпте тамамлағанға 30 йыл, балаларыбыҙ үҫә. Ғүмер ағышына ҡарайым да, инәйем яҙған китабын уҡыйым кеүек... Беҙҙе осраштырған өсөн, мәктәп администрацияһына рәхмәт. Шуны әйтер инем: башҡа райондарҙа осрашыу кисәһе ябай үтә, ә Яңы Күлдә тәрбиәүи йүнәлештә төҙөлгән был осрашыу сараһы 11-селәргә киләсәктә дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә... Артабан һүҙҙе минең коллегам Наилә апай алды. Баҡтиһәң, Наилә Закуан ҡыҙы мәктәптә 27 йыл уҡыта икән. Шуның 15 йылы башланғыс кластарҙа үткән. Уҡытыусы булыуым менән бәхетлемен, сөнки минең юлды дауам итеүсе үҙемдең уҡыусыларым хәҙер Башҡортостандың төрлө райондарында уҡытып йөрөйҙәр. Мине уҡытҡан уҡытыусыларға ла рәхмәт, ныҡ һеңдереп уҡытҡанһығыҙ. Һеҙ биргән белем әле лә булһа файҙалы. Ә инде 11-сене тамамларға торған ете бөртөк, ете алтын, ете ынйыларыбыҙға тәүфиҡ теләр инем. Аҡыллы булығыҙ, балалар... Эйе, хәҙер интернет селтәрендәге уйындар аша баҡса үҫтерергә, мал аҫрарға, шулай аҡса эшләргә, ашарға бешерергә күнегеп бөтөп бара хәҙерге балалар. Оҙаҡламай мал-тыуарҙың нимә икәнен дә белмәй башламаһалар ярай ҙа бит, тип телмәрен дауам итте биш бала әсәһе Юлдашева Гүзәлиә Рәис ҡыҙы. Әсәйемә бәләкәйҙән үк фермаға мал ҡарашырға, һыйыр һауырға йөрөй инем. Йоҡом да туймағандыр инде, күрәһең. Дәрестә серем итеп алған саҡтар ҙа булды. Шул мәлдә уҡытыусы апай: “Йоҡлаһын, уятмағыҙ, ул төнө буйы фермала мал ҡарашып арып бөткән. Бында булһа ла ял итеп алһын,” – тип йәлләй торған булған. Эйе, уҡытыусылар беҙҙе шелтәләп тә алғандыр, йәлләп тә ҡуйғандар инде. Ә шулай ҙа улар беҙҙе тәртипкә ултырттылар һәм төплө белем бирҙеләр. Тәртип тураһында һүҙ ҡуҙғалтҡас, Ғайсин Ирек Мәғзүм улының һүҙе иҫкә төштө. Яҙмыш еле мине ҡайҙарға ғына илтмәне. Балалар йортонда ла тәрбиәләнергә тура килде миңә. Ә шулай ҙа, минең Яңы Күл мәктәбендәге класташтарымдан да иң яҡындары, иң ҡәҙерлеләре булманы. Улар минең өсөн һәр саҡ терәк-таяныс булдылар... 30 йыл үтте лә китте. Ә бит был осрашыуға бер ҡайтҡаным булманы, үкенәм, тик ваҡытты ҡайтарып булмай шул хәҙер, тип көйөнөп алды Яҡупова Лилиә Ғәбдрәүф ҡыҙы. Рәхмәт класташтарыма, быйыл өгөтләп, мине был осрашыуға алып ҡайттылар. 11-селәргә лә шуны әйтер инем: бергә булығыҙ, берҙәм булығыҙ... Йыһаншина Гөлнара Сафуан ҡыҙы ла беренсе тапҡыр ошондай сарала ҡатнаша икән. Бөгөнгө көндә ул ауылда почтальон булып эшләй. Беҙҙе уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт әйтеп баш эйәм, тине... Күңеле менән һаман да йәш, дәрте ташып торған Ситдыҡова Зилиә Фанур ҡыҙы иһә 27 йыл буйына балалар баҡсаһында эшләй. 11-се кластың күбеһе минең тәрбиәләнеүселәрем, тип ғорурланып ҡуйҙы. Ысынлап та, Зилиә апа 27 йыл буйына күпме балаларҙы тәрбиәләп, мәктәптең башланғыс класына оҙатҡан тәрбиәсе... Мөхәмәтйәнов Илдар Зинур улы 1986 йылда мәктәпте тамамлау менән, армия сафын үткән, автотранспорт техникумында белем алған, БДУның юридик факультетында белемен камиллаштырып, оҙаҡ йылдар милиция хеҙмәткәре булып эшләй. Бөгөнгө көндә иһә хаҡлы ялда. Әлдә интернет селтәре бар, ти ул. Шуның аша йыраҡ араларҙы яҡынайтып, класташтар менән аралашып торабыҙ. Ҡыҫҡаһы, йәшәйһе килеп йәшәйбеҙ!

1986 йылғы сығарылыш синыфы уҡыусылары башҡорт теле кабинетына экран бүләк иттеләр. Дәрттәре ташып торған ағай-апайҙар күңелле кисәгә тағы йәм өҫтәргә тип музыкаль сәләмдәрен дә еткерергә булдылар. Нуриманов Сабирьян ҡулына баян алып уйнап ебәреүе булды, хатта залда ултырған ҡунаҡтар ҙа ҡушылып йырлай башланылар:

Яңы Күл ауылы ҡайҙа,

Бейек тау итәгендә.

Тауҙарын да һағынып ҡайтам,

Ситтәргә китәмен дә.

Яңы Күл тауҙары бейек,

Бейек булһа ла менәйек.

Тыуған яҡтың, һөйгән йәрҙең,

Дуҫтарҙың ҡәҙерен беләйек.

Кисә оҙаҡҡа һуҙылып китһә лә, ҡунаҡтарҙың йөҙөндә арыу-талыу һиҙелмәй ине әле. Һәр сығарылыштың сығышы үҙенсәлекле һәм фәһемле. Бына инде һүҙ 1996 йылғы сығарылышҡа ла бирелде. Хасанова Лилиә Ғаяз ҡыҙы матур шиғри юлдар менән ҡаршы алды һәм һүҙҙе тәүге уҡытыусылары Яҡупова Мәхтимә Сәғәҙи ҡыҙына бирҙе. Мәхтимә апай әйтеүенсә, 1-се класҡа 28 бала уҡырға килгән. 11-се класты 11 уҡыусы тамамлай. Оло юлға 11 ҡошсоҡто Тимерғазина Флүзә Фәиз ҡыҙы оҙата. Был уның беренсе сығарылыш синыфы...

Тәүгеләрҙән булып Яхин Айҙар Рәил улы һүҙ башланы. Ул авиация университетын тамамлап, Себер, Ҡаҙағстан яҡтарында эшләгән. Бөгөнгө көндә Өфөлә Башнефть өлкәһендә тырышып эшен дауам итә. Ғаилә башлығы Айҙар былай ти: мәктәп –ул ҡуласа икән. Ҡасан ғына үҙем уҡыусы инем, хәҙер үҙемдең балаларым менән бергә уҡыусымын. Балаларым мәктәптә уҡый башлағас ҡына уҡыуҙың ҡәҙерен аңлайһың икән ул. Ысынлап та, был сығарылыш күптән инде атай-әсәй булып, балалары менән яңынан мәктәп программаһын үҙләштерәләр. Мөфтәхетдинова Гүзәл Флүр ҡыҙы иһә Саҡмағош районында ғаиләһе менән йәшәй, өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Арыҫланова Альбина Салауат ҡыҙы һәм Ғәлиуллина Элмира Тимерйән ҡыҙы – Яңы Күлдә, Альбина биш балаға ғүмер биргән әсә. Үҙе әйтмешләй, бер йыл кондитер училещеһында уҡыным да 1998 йылда кейәүгә сыҡтым. Әлеге көндә Яңы Күл мәктәбенең ашханаһында эшләй. Элмира полиграфия училищеһын тамамлаған. Өс бала әсәһе. Рәхимов Илгиз Йәғәфәр улы армиянан һуң, төҙөлөш өлкәһен үҙ итеп, һаман шунда эшләп йөрөй. Нуриманова Әлмира Рәшит ҡыҙы, Сөнәғәтуллина Ләйсән Ғиззәт ҡыҙы, Хисаметдинова Зөлфиә Фәхретдин ҡыҙы Өфөлә йәшәйҙәр. Әлмира Өфө фанер комбинатында оператор булып эшләһә, Ләйсән иһә педагогия колледжын тамамлай, тик һатыу өлкәһен үҙ итә. Зөлфиә лә педагогия юлын һайлаған, әлегә бәләкәй бәпесе менән өйҙә ултыра. Мин, - ти ул, - 9-сы кластан һуң Өфөгә юлландым, күңелемә уҡытыусы профессияһы яҡын ине, шуны һайланым. 16 йыл Магнитогорск ҡалаһында ғаиләм менән йәшәнек, ә бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙға ҡайтып, фатир алдыҡ. Донъя тәгәрмәс кеүек тәгәрәй ҙә тәгәрәй, шуның өсөн һәр көндө ҡәҙерләп йәшәгеҙ, тигән өгөт бирҙе ул 11-селәргә. Был үтә лә күңелле сараға беренсе тапҡыр килеүем. 10 йылдан һуң тағы килергә яҙһын. Ә әлегә экранға иғтибар итегеҙ, тип тамаша иғтибарын шунда йүнәлтте. Баҡтиһәң, ул матур итеп уҡыу йылдарындағы класс менән төшкән фотоларҙан слайд эшләгән. Уҡытыусылар үҙҙәренең йәш саҡтағы фотоһүрәттәрен күреп, хайран ҡалып ултырҙылар. Был сығарылыш мәктәпкә спорт кәрәк-яраҡтары бүләк иттеләр... Ә мәктәптең Ситдыҡов Хәким Хашим улы етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле үҙ сиратында матур музыкаль сәләмдәрен юлланылар.

2006 йылғы сығарылыш синыфы ла фотоһүрәттәрҙән торған слайдтар менән башлап ебәрҙеләр үҙ сығыштарын. Әйтергә кәрәк, был класты мин яҡындан беләм, сөнки улар менән тәү башлап класс етәксеһе булыуҙың төрлө минуттарын татыған кешемен. 2003/2004 уҡыу йылында Илдар Рафаэль улы Низаметдинов менән берлектә 9-сы класты етәкләнек. Уның класында ҡыҙҙар күп ине, минекендә - егеттәр. Нимә тип әйтергә, класс етәксе булараҡ һынатманыҡ. Улар ҙа тырыш булдылар. Шул тырышлыҡтары араҡаһында бөгөнгө көндә бик матур һөнәр эйәләре булып йөрөйҙәр, мәҫәлән: Азат Гәрәев МВД өлкәһендә уҡыһа, Таһир Бәҙретдинов Өфөлә Калинин районының прокуратура өлкәһендә эшләй. Илнур Хәйруллин Нуриман районы үҙәгендә ер буйынса белгес булһа, Ринат Ғөбәйҙуллин, Айҙар Мирхәйҙәров ӨМЭБ (УМПО) эләй. Алһыу Хәлилова БДУның маркетинг факультетын тамамлап, бөгөнгө көндә Мәскәүҙә эшләй. Элвина Шарафетдинова район үҙәгендә бухгалтер. Диана Вәлиева Өфө мәктәптәренең береһендә уҡытыусы. Гөлназ Зәйнуллина Өфөләге Уралсиб банкында эшләй, әлеге көндә бәпес үҫтерә. Илгизә Күзәхматова тәфтишсе (следователь) ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Ә инде Әлиә Пухова Яңы Күл мәктәбендә уҡыта һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Әле лә булһа дәрттәре ташып торған ҡыҙҙар-егеттәрҙең баҫып торған ерҙәренән осҡон сәсеп торған кеүек. Шәп класс булды. Класс етәксеһе Илдар ағай уларға музыкаль күстәнәс тә әҙерләгән ине, ҡыҙҙар-егеттәр ҙә, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй мәктәпкә - проектор, уҡытҡан уҡытыусыларына магазинға сертификат һәм картиналар бүләк иттеләр... Ә бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр ковбойҙар бейеүе менән 2016 йылғы сығарылышты сәләмләнеләр.

Кисәбеҙ күңелле барһа ла, уның бит уйға һалырлыҡ, моңһоу яғы ла бар. Фани донъя менән хушлашып, арабыҙҙан китеп барған уҡыусылар, уҡытыусылар, класташтар байтаҡ. Уларҙың яҡты иҫтәлегенә тип бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Һәм улар иҫтәлегенә Наил Ғәбиҙулла улы Бикмөхәмәтов башҡарыуында йыр яңғыраны...

Шулай 2-3 ай буйына эҙерләнгән сара күҙ асып йомғансы үтте лә ките. Килгән ҡунаҡтарыбыҙ рәхмәт белдереп, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Уларҙың йөҙҙәрендәге шат йылмайыуҙары сабый баланыҡылай наҙлы, хисле. Байтаҡ йылдар буйына осраталмаған дуҫтарын күреп, рәхәтләнеп һөйләшеп, күңелле йәшлек саҡтарын иҫкә төшөрөп ултырыуҙары бер кинәнес кенә бит ул. Ә 11-се класс уҡыусыларына өлкән, уртаса һәм йәш быуын уҡытыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың әйткән һүҙҙәре һәм теләгән теләктәре алдағы тормоштарында дөрөҫ юл һайларға ярҙам итер, тип ышанырға ғына ҡала.

Автор: Яңы Күл мәктәбе уҡытыусыһы Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы.

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Автор
Дата добавления 02.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров41
Номер материала ДБ-229752
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх