Инфоурок Другое Другие методич. материалыВыступление на педагогическом совете "Применение новых технологий на уроке баш. языка"

Выступление на педагогическом совете "Применение новых технологий на уроке баш. языка"

Скачать материал

Салауат ҡалаһы 8-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәсәнова Зәлиә Фәнил ҡыҙының эше

Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу  алымдары 

      Башҡорт теле уҡытыусыһы туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылып тора.   Уҡытыусы  алдан күрә белеүсе, юл ярыусы, әйҙәүсе шәхес. Уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороу- башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң мөһиме.  Бер төрлө, төҫһөҙ дәрестәр үткәреп кенә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш та, ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләп булмай.

   Шулай ҙа бөгөнгө  йәш быуын заман талаптарына яуап бирерлек булырға тейеш. В.А.Сухомлинский: «Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхләҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон»,- тигән.  Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн  яңы алымдар ҡулланырға тырышам.

         Балалар дәрестә өйрәнәһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе күрһәтеүсе -  ул уҡытыу процесын проектлау технологияһы.

    Проектлау технологияһы - педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Билдәле бер тема буйынса бөтә информацияны бер схемала (һыҙмала, логик мәғәнә моделендә) бер ергә туплап биреү уның төп үҙенсәлеген тәшкил итә.

   Проект – уҡытыу материалының төп асылын, үҙенсәлектәрен алдан күҙаллау, билдәләп ҡуйыу. Эш процесстарын да, һөҙөмтәләрен дә алдан уҡытыусы билдәләй ала.

    Логик мәғәнә моделе – өйрәнеләһе материалдың бөтә үҙенсәлектәре, был үҙенсәлектәр координата уҡтарына бер урынға туплап, йыйып күрһәтә торған схема-конспект.

    Төйөндәр – координата уҡтарында теманың һәр мәғәнә билдәләрен ҡуя торған урын.

     Координата – ниндәй ҙә булһа объекттың (предметтың, эштең) пространстволағы торошон, урынын билдәләй торған төшөнсә. Ул һыҙыҡ, уҡ формаһында була. Уның уҡтарында теманың үҙенсәлектәре күрһәтелә.

Мәҫәлән: «Исем» темаһын өйрәнгәндә, уның һорауҙары, мәғәнәләре, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, килеш, һан, зат категориялары, яһалышы, телмәрҙә ҡулланышы бер ергә (схемаға, һүрәткә ) туплана. Был алымды ни өсөн ҡулланыу отошло һуң?

Белем биреүҙе проектлау технологияһының иң мөһим үҙенсәлектәре :

       I.            Грамматик, йәки әҙәби материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай.

    II.            Уҡыу материалын бер урында блоклап биреү һәм аңлатыу уны өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә.

 III.             Тәҡдим ителгән проект  ( схема-конспект ) уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй. Уҡыусы проекта бирелгән информация менән ошо тема буйынса дәреслектәге материалды сағыштырып өйрәнә; фәнни-тикшеренеү эшенә тотона.

IV.            Проектты файҙаланып,уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә: теманың билдәләре, үҙенсәлектәре буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуаптар таба, үҙ белемен, кәрәк булған осраҡта, бер-береһенең белемдәрен телдән тикшерә, яҙма эштәрен алмаштырып ҡарай ала.

   V.            Проектлау алымы менән эшләүҙең үҙенә генә хас эҙмә-эҙлелеге бар. Традицион методикала уҡытыусы яңы материалды аңлата, нығытыу күнегеүҙәре эшләтә, өйгә эш бирә. Шулай итеп уҡыусы өйрәнәләһе материал менән өс тапҡыр осраша. Психолог, методистарҙың иҫбатлауынса, был ғына аҙ, уҡыусы өйрәнеләһе материал менән 7-8 тапҡыр осрашырға тейеш. Ошо алым менән эшләгәндә уҡыусы материал менән 9 тапҡыр осраша:

1.     Яңы материалды һөйләп аңлатыу.

2.     Материалды проектҡа таянып ҡыҫып һөйләп сығыу.

3.     Бер нисә уҡыусынан һөйләтеп ҡарау.

4.     Уҡыусыларға проект - схемалар таратып биреү һәм уны анализлау.

5.     Проект-схеманы махсус дәфтәргә күсереү.

6.     Дәреслектәге материалды уҡыу.

7.     Проект- схеманы дәреслектәге материал менән сағыштырыу.

8.     Нығытыу күнегкүҙәре эшләү.

9.     Уҡыусыларҙың таҡта янында проект-схема буйынса яуаптары.

    Проекттағы информация уҡыусы яңы тема өҫтөндә эшләгәндә лә, күнегеүҙәр башҡарғанда ла, телдән яуап биргәндә лә, өй эшен эшләгәндә лә, белемдәрҙе тикшереү ваҡытында ла уҡыусының күҙ алдында була. Кәрәк ваҡытта уҡыусы был һыҙмаларға мөрәжәғәт итә, тейешле информацияны хәтеренә төшөрә ала, тәүге осорҙа дәрестә тема буйынса яуап биргәндә лә файҙалана.

   Артабан мин дәрестәремдә төркөмләп эшләү алымын да  ҡулланам. Уның асылы кластағы уҡыусыларҙы бер нисә төркөмгә бүлеп, һәр төркөмгә консультант һайлауҙан һәм артабан бирелгән эште төрөмдәрҙең үҙ аллы башҡарыуынан тора.

    Консультанттар – уҡыу алдынғылары. Уларҙың белеме алдан тикшерелә һәм уҡытыусы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы иптәштәренә һорауҙар әҙерләнә. *орауҙар уҡытыусы менән уҡыусылар бергәләп билдәләнгән дәрес маҡсаттарынан һәм төп һорауҙарҙан сығып төҙөлөргә тейеш. Консультаттар уйларға бер нисә минут ваҡыт бирә һәм төркөмдәр сиратлап үҙ яуаптарын еткерә. Эштә һәр уҡыусының ҡатнашыуы мөһим. Уҡыусы  яуап биргәндә, башҡалар уның яуабын тулыландыра ала. Һуңынан төркөм менән бергә дөйөм һығымта яһала. Дәресте йомғаҡлағанда консультанттар төркөмдәргә, ә һәр төркөм үҙ эшенә анализ яһай һәм баһалай. Аҙаҡ уҡытыусының баһаһы.

 

 
Төркөмләп эшләү схемаһы

 

 

 

 

 

 


     

 

     Төркөмләп эшләү алымын ҡулланғанда, дәрестә кәрәкле психологик атмосфера булһа, иң ҡыйыуһыҙ, оялсан, материалды аңлап бөтмәгән уҡыусы ла үҙен ышаныслы тотасаҡ. Үҙ эшенән  ҡәнәғәт булыу, шатлыҡ хисе балала ғорурлыҡ , үҙ һәләтен баһалауҙа ышаныс тыуҙыра, дәрестәрҙә тағы ла күберәк өйрәнеү, белеү теләге уята. Бындай эштәрҙән һуң бала тағы ла етеҙерәк фекерләй башлай.

Дәрестәрҙә ҡулланған тағы бер алым- коллектив уҡытыу алымы.

        Коллектив уҡытыу – уҡытыу процесын динамик парҙар төҙөп, аралашыу юлы.  Коллектив менән эшләгәндә тексты өлөшләп эшкәртеү бик файҙалы. Ниндәй генә әҫәр булмаһын, башта тексты бер нисә өлөшкә бүлеп, өйрәтеү маршруты төҙөргә кәрәк. Маршрут төҙөлгәс артабан эштәр түбәндәгесә ойошторола. Бер парта артында ултырыусы ике уҡыусы текстың тәүге өлөшөн бергәләп өйрәнә. Береһе тексты ярты тауыш менән уҡый, икенсеһе күҙәтеп бара. Һуңынан  береһе текстың йөкмәткеһен һөйләй, ә икенсеһе уны тулыландыра бара. Аҙаҡ бергәләп тәүге өлөшкә исем бирәләр һәм план төҙөйҙәр. Өлөшкә исем биргәндә, пландың пунктарын билдәләгәндә уҡыусылар араһында еңелсә бәхәс тыуырға ла мөмкин. Был уҡыусыларҙың фекерләү процесын әүҙемләштерә, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү күнекмәләрен булдыра. Уҡыусылар тәүге өлөштөң исемен, планын дәфтәрҙәренә күсереп алалар ҙа айырылашалар. Һәр кем текстың артабанғы өлөшөн эшкәртеү өсөн үҙенә яңы пар таба.

Ҡатнашыусылар:                -уҡыусы,               -уҡытыусы,  -и   - ижади төркөм.

 

Динамик парҙар эше

 

 

 

 

 


     

    контроль                индивидуаль рәүштә ярҙам

      Яңы парҙа уҡыусылар беренсе өлөштөң йөкмәткеһен ҡабатлайҙар, бер-береһенең планын сағыштыралар. Береһе тәүге өлөш буйынса күҙәтеү яһай, икенсеһе тыңлап, төҙәтеп, тулыландырып бара. Бынан һуң улар текстың өлөштәре өҫтөндә эшләйҙәр. Һуңғы өлөштө өйрәнеп бөткәс,уҡыусы уҡытыусыға үҙ эшенең тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Һәр бер уҡыусы үҙ фекерен әйтеп сығыш яһай, ә төркөм баһалай. Алып барыусы баһаларҙы уҡытыусыға еткерә, уҡытыусы уларҙы төркөм журналына теркәй һәм дәрескә дөйөм һыҙымта яһап йомғаҡлай. Баһа ҡуйғанда ошо картаны ҡулланырға мөмкин.

 

Дата

Тема, һорау

Контроль төркөмө

Баһа

Кем һораны?

#ултамға

 

 

 

 

 

 

     Был эш алымдары уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә күнектереү, индивидуаль эшләү мөмкинлектәрен булдырыу һәм уҡыусыларҙың үҙенең һәм иптәшенең эшенә баһа бирергә өйрәтеү өсөн бик уңайлы. Уҡыусыларҙың коллектив әкиәттәр төҙөү,  тезистар, проекттар төҙөү, яҙыусылар , шәхестәр менән осрашыу, ижади түңәрәктәр ойоштороу, фәнни-ғәмәли конференциаларҙа сығыш яһау, уҡыусыларҙың  сығыштарын баҫтырыуға булышлыҡ итеү- былар бөтәһе лә уҡытыу процесында эҙмә-эҙлекле алып барыла.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.     Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. –Өфө: Китап, 2011.

2.     Дәләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт телен дәүләт теле  итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. –Өфө: Китап, 2010.

3.     Дәләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт телен дәүләт теле  итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. –Өфө: Китап, 2011.

4.     Толомбаев Х.А.,  Алсынбаева Р.Р.. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Өфө, 2006.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Салауат ҡалаһы 8-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Хәсәнова Зәлиә Фәнил ҡыҙының эше

 

 

 

Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу  алымдары 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Выступление на педагогическом совете "Применение новых технологий на уроке баш. языка""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по гимнастике

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 659 991 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.10.2015 767
    • DOCX 88 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хасанова Залия Фаниловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хасанова Залия Фаниловна
    Хасанова Залия Фаниловна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2840
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Влияние внешних факторов на психологическое развитие личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы изучения творческих дисциплин: введение в пропедевтику дизайна и изобразительного искусства

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек

Мини-курс

Социальная и поведенческая психология

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 17 регионов