Инфоурок Классному руководителю Другие методич. материалыВыступление на РМО "Развитие творческого мышления на уроках башкирского языка"

Выступление на РМО "Развитие творческого мышления на уроках башкирского языка"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

 

 

 

 

 

 

Башҡорт теле дәрестәрендә ижади фекерләүҙе үҫтереү алымдары

 

 

 

 

 

 

Өфө районы Николаевка урта мәҡтәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы  Мәүлитбаева Мөнирә  Әлтәф  ҡыҙы

 

 

 

 

Өфө – 2016


 

Башҡорт халҡының юғары ҡаҙаныштарға бай үҙ тарихы, дин һәм тел  берҙәмлеге, үҙ мәҙәниәте, үҙ традициялары бар.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Суверенитеты башҡорт халҡының этник культураһын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен үҫтереү өсөн башҡорт телендә уҡытыу мөмкинлеге тыуҙырҙы. Кеше ҡайҙа ғына тыумаһын, ниндәй милләт кешеһе булмаһын - ул үҙенең тамырҙарын, тарихын, мәҙәниәтен белергә бурыслы. Ә тел иһә быларҙың барыһын да үҙ эсенә ала.

ФГОС талаптарына ярашлы башҡорт теле дәрестәрендә ижади фекерләү алымдарын ҡулланып уҡытыу актуаллеге уҡытыусылар алдына килеп баҫты. Был йәһәттән  мәктәптә  балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү өсөн үҫтереүсе уҡытыу теорияһын  уңышлы тип һанайым һәм  түбәндәге маҡсаттар  һәм бурыстарҙы ҡуям:

        

Маҡсат:

- башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙа ижади фекерләү алымдарын өйрәнеү.

Бурыстар :

    башҡорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәтеү һәм тергеҙеү;

    дәрестә, кластан тыш сараларҙа уҡыусының рухи үҫешенә йоғонто яһаған технология алымдарын ҡулланып, ФГОС талаптарына тулыһынса яуап бирерлеҡ заманса дәрес үтҡәреү;

    уҡыусыларҙа Тыуған илгә, телгә һәм тыуған халҡына мөхәббәт, хеҙмәтҡә ыңғай мөнәсәбәт, үҙ көсөңә ышаныу, дуҫлыҡ, берҙәмлек, халҡындың тарихына, үткәненә ғорурлыҡ уятыу;

    дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе психологик мөхит, мөмкинлектәр тыуҙырыу;

• уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү юлдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа ситуацияларҙа ҡулланыу.

 Белем биреү баланың ижади фекер йөрөтә алыу мөмкинлегенән cығып ойошторола. Был осраҡта ҡуйылған проблеманы шунда уҡ хәл итерҙәй уй-фекер тупланып етмәһә лә эҙләнеү аша, ситтән аҙ ғынa ярҙам булғанда, бала яңы белемде үҙаллы үҙләштерә ала. Ана шундай шарттар булғанда, баланың ижади фекер йөрөтөү, уйланыу һәләте асылғандан-асыла бара.

     Был система буйынса эшләгәндә дәрес структураһы ФГОС талаптарына ярашлы,традицион системанан ҡырҡа айырылғанын күрергә мөмкин. Дәрес этаптары : психологик мөхит булдырыу, уңыш ситуацияһы тыуҙырыу, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу, уҡыу мәсьәләһен хәл итеү, рефлексив анализ, баһалауҙан тора. Башҡорт теле дәресе балаларҙа яҡшы кәйеф тыуҙырыуҙан башлана. Бының өсөн күңелле шиғыр юлдары, шаян һүҙҙәр, haya торошона иғтибар итеп һоҡланыу белдереү, күңелле йыр йырлатып алыу етә. Йылмайып бep-бepeheн сәләмләү ҙә уҡыусыларҙың кәйефен күтәрә, ыңғай психологик атмосфера булдыра.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу этабы өй эшен, үтелгән материалды ҡабатлауға ҡоролған. Ошо эш баланың күңелен күтәрерҙәй яғымлы маҡтау hүҙҙәpe, берәй төрлө уйын уйнатып алыуҙан ғибәрәт. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу этабында традицион дәрестәрҙән айырмалы рәүештә уҡытыусы дәрестең темаһын үҙе әйтеп бирмәй, проблемалы hopayҙap, таҡталағы һүрәттәр, бәлки, һөйләмдәр, мәҡәлдәр аша балаларҙың үҙҙәренән әйттерә, тимәк, бала үҙенә - үҙе маҡсат ҡуя. "Таҡталағы яҙыуҙар, уҡытыусы өҫтәлендәге предметтарға ҡарап бөгөн нимә эшләрбеҙ дәрестә, әйтеп ҡарағыҙ әле,"- тип балаларҙы маҡсатка йүнәлтәбеҙ.

Үтеләсәк теманы асыҡлағас, ошо мәсьәләне нисегерәк хәл итергә икәнлеген дә уҡыусылар үҙҙәре хәл  итә: уҡырбыҙ, ҡағиҙә уйлап табырға кәрәк, күнегеүҙәр эшләп ҡapapғa тигән тәҡдимдәр әйтәләр. Эштәр төркөмләп, парлап ,төрлө формала башҡарылғанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин .

Уҡытыусы оҫта дирижер кеүек, эштең барышы менән етәкселек итә, проблемалы ситуацияларҙы көйләй, дөрөҫ йүнәлеш бирә, тикшерә.. Был этапта эш өйрәнелгән тема буйынса ҡағиҙә уйлап сығарыу, hығымта яһау менән йомғаҡлана.

Дәрес аҙағында класс алдына тағы ла hopay ҡуйыла: беҙ бөгөн нимәләр эшләнек? Ниндәй яңылыҡ астыҡ? Бала үҙенең эшенә анализ яһай, уйлана, һығымта эшләй.

Бahaны ла уҡыусыларҙың үҙҙәренән ҡуйҙыртыу, шуны дәлилләтеү балаларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Дәрестәрҙә бынан тыш баланың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, уларға hөнәp һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү мәсьәләләрен дә хәл  итергә кәрәк. Дәрестең hәp этабында һөйләү мәҙәниәтенә, һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итеү кәрәк .Был эш төрө бигерәк тә картиналар буйынса иншалар яҙғанда эшләнелә. Ярҙамсы һорауҙар ярҙамында уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү мотлаҡ.Текстағы синонимдар, антонимдар, фразеологизмдарҙы табып, мәғәнәһен асыҡлап, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү-һөйләү телмәренең үҫеүенә килтерә. Ә саҡ ҡына булһа ла телде белгән балаларға рифмалаш һүҙҙәрҙе эҙләп табыу шиғыр яҙыу теләге уята.

Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эшенә иғтибар итеү балаларҙа һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уның бәҫен, ҡәҙерен аңлауға ярҙам итә.

Дәрестәрҙә уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яhay, ролдәргә бүлеп уҡыу, әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү, шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлау, ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади Һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Мәктәптә арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош Һәм хеҙмәт юлын, яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеү hәp яҡлап отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә тыуған яғы, уның күренекле кешеләре менән ғорурланыу тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек сифаттар  тәрбиәләнә; өсөнсөнән, был  бай материал балаларға рухи - әхлаҡ тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итә.

 Тимәк,функциональ грамоталы шәхес тигәндә,беҙ тормошта килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға,ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл  итергә һәләтле,шул уҡ ваҡытта лайыҡлы кеше булып ҡала белгән эшмәкәр шәхесте күҙ уңында тотабыҙ.

Ижади фекерләүсе шәхес формалаштырыу маҡсатында, уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡоролған технологияларҙы ҡулланырға тырышам.Федераль дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы,яңы  белем һәм тәжрибә әҙер бирелмәй,балалар уларҙы үҙ аллы тикшеренеү процесында “асырға” тейеш.

Уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡоролған технологияларҙы ҡулланыу түбәндәгеләрҙе талап итә:

- балаларҙа танып-белеү мотивының(белергә,асыш яһарға,өйрәнергә теләк) һәм конкрет уҡыу маҡсатының булыуы.

-алынған белемде аңлы ҡулланыу маҡсатында уҡыусылар тарафынан эш-хәрәкәт ысулдарын табыу һәм үҙләштереү;

- уҡыусыларҙа үҙҙәренең эш-ҡылыҡтарын контролдә тотоу һәләтен формалаштырыу;

Билдәле булыуынса,дәрестә проблемалы ситуациялар тыуҙырыу дәрес структураһының бер өлөшө тип һанала.Шуға күрә уҡыусының

 ижади эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡоролған технологияларҙы ҡулланыуҙы проблемалы ситуациялар тыуҙырыу миҫалында ҡарап китәйек.

Дәрестә проблемалы уҡыуҙы ойоштороуҙың өс мөмкинлеге бар:

1) проблемалы ситуациялар тыуҙырыу;

2) темаға алып килеүсе диалог;

3) уҡытыусы тарафынан дәрес темаһын туранан-тура,әҙер килеш,мотивациялы алым ҡулланып,уҡыусыға еткереү.

Дәрестә проблемалы ситуацияһыҙ эшләп буламы? Дөрөҫ,дәрескә инеп,туранан-тура: «Бөгөн беҙ «Исем» һүҙ төркөмө хаҡында һөйләшәсәкбеҙ»,-тип әйтә алабыҙ. Ләкин дәрестең теманы иғлан итеүҙән башланыуы уҡыусыны мауыҡтыра, уйландыра алырмы, уҡыусыла танып-белеү эшмәкәрлеге уятырмы? Мин дәрестә

уҡыусыны эҙләнеү,тикшеренеү эшмәкәрлегенә этәрерҙәй,асыш  яһарға мәжбүр итерҙәй уҡыу ситуациялары  тыуҙырырға тырышам, сөнки бындай осраҡта  класта эшләнәсәк эшмәкәрлеккә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна,уҡыусыларҙың уҡыу бурыстарын билдәләй аламы-юҡмы икәнлеген дә аңларға мөмкин. Дәрестә конфликт-бәхәс, һайлау, ярашмаусанлыҡ, билдәһеҙлек, көтөлмәгәнлек кеүек ситуация төрҙәре ҡулланам.

Конфликт-бәхәс. 6-сы класс.(Аудиояҙмала ҡоштар һайрауы,тамсы тамыуы ишетелә,йылға аҡҡан тауыш яңғырай.)Яҙманы тыңлап бөткәс шундай һорау бирелә: ошо көйҙө тыңлағанда тәбиғәттең ниндәй миҙгеле күҙ алдығыҙға баҫа?

292-се күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бирәйек.

Ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация булараҡ был алым уҡыусы тарафынан  “бәхәстә дөрөҫлөк табыла” принцибын үҙләштереүгә ярҙам итә, “аргумент” һәм “контраргумент” менән эш итеүгә,бәхәсләшеү мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Һайлау ситуацияһы. 104-се күнегеүҙәге биремдәрҙе башҡарыу аша

“Синонимдар” темаһын үҙләштерәбеҙ.Һүҙҙәрҙе бирелгән өлгө буйынса төркөмдәргә йыйып,матур һүҙенең синонимына иғтибар итәйек. Ошо

синонимдар бер-береһен алыштырып килә аламы?Һылыу ҡыҙ, һылыу ҡайын, һылыу талдар һүрәттәрен эшләйбеҙ.Эшләнеп бөткәс, һылыу һыйыр төшөрөргә тәҡдим итеп,ни өсөн һылыу һыйыр тигән һүҙбәйләнеш булмауын аңлатабыҙ.Доминанта булып матур һүҙе тора,был һүҙ һәр осраҡта ла ҡулланыла,синонимик рәткә ингән башҡа һүҙҙәрҙе алыштырып килә,ә синонимик рәттәге  башҡа һүҙҙәр бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланыла алмай. Ҡалғандарының ҡулланылыш даирәһе тарыраҡ,зифа һыйыр,гүзәл машина,һылыу йорт тип әйтеп булмай. Һайлау ситуацияһы баланың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Ярашмаусанлыҡ ситуацияһы.

Түбәндәге нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен бер һүҙ менән әйтергә:

Балтаһы һыуға төшкәндәй-кәйефһеҙ,күңелһеҙ;

Һалҡын ҡанлы-тыныс;

Борсаҡты эре сиртеү-маҡтаныу;

Кеше йәнле-кешелекле.

Был эште башҡарғанда нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен, уларҙың һөйләмдәге ролен белеү мөһимлеге  асыҡлана.Ғәҙәти эш сик-

тәренә  “һыйып бөтмәйенсә» был ысул уҡыусының ижади фекерләү

даирәһен,хыял офоҡтарын киңәйтә,кинәйәләп һөйләү һәләтен үҫтерә.

Билдәһеҙлек ситуацияһы.

Уҡыусыларға төрлө һүҙҙәр яҙылған карточкалар таратыла.

 

1.Ал,ҡыҙыл,һары,күк.

2.Миләүшә,Гөлсәсәк,Лилиә,Нәркәс.

3.Яланда,ҡырҙа,баҡсала үҫә.

Миҫалдар ярҙамында сәскәләр тураһында һүҙ барғанлығын ғына билдәләп ҡалмайбыҙ,исем һүҙ төркөмөн дә ҡабатлайбыҙ,уға хас грамматик үҙенсәлектәрҙе билдәләйбеҙ,ҡайһы бер ҡыҙҙар исемдәренең сәскә атамаларынан алыныуын билдәләйбеҙ.

Мәғлүмәттең тулы һәм аныҡ булмауы сәбәпле,яуап теүәл һәм конкрет булмай,йәғни мәсьәләне бер төрлө генә хәл итеү мөмкинлеге юҡ. Бындай алым уҡыусыны был ситуациянан сығыуҙың бер нисә, вариантлы юлдарын эҙләргә мәжбүр итә,предмет-ара бәйләнеш булдыра.

Көтөлмәгәнлек ситуацияһы.

Уҡыусыны текст уҡыуҙан туҡтатып,унда һөйләнелгән ваҡиғалар ағышын фараз итергә саҡырыу.(Әгәр һеҙ Оморҙаҡ урынында ҡалһағыҙ,тауҙан нисек төшөр инегеҙ?)

Был ситуация парадоксаль булыуы менән ғәжәпләнеү тойғоһо уята,уҡыусыны тормоштағы ҡөтөлмәгән осраҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә.

Шулай итеп,дәрестә конфликт-бәхәс, һайлау, ярашмаусанлыҡ, билдәһеҙлек, көтөлмәгәнлек кеүек  проблемалы ситуациялар тыуҙырыу белемде  сифатлы үҙләштереүҙе тәьмин итә,интеллект ҡеүәһен һәм ижади фекерләү һәләттәрен үҫтереүгә,әүҙем шәхес тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

ФГОС талаптарына ярашлы башҡорт теле дәрестәрендә ижади фекерләү алымдарын ҡулланып уҡытыу актуаллеге уҡытыусылар алдына килеп баҫты. Был йәһәттән  мәктәптә  балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү өсөн үҫтереүсе уҡытыу теорияһын  уңышлы тип һанайым һәм  түбәндәге маҡсаттар  һәм бурыстарҙы ҡуям:

        

Маҡсат:

- башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙа ижади фекерләү алымдарын өйрәнеү.

Бурыстар :

    башҡорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәтеү һәм тергеҙеү;

    дәрестә, кластан тыш сараларҙа уҡыусының рухи үҫешенә йоғонто яһаған технология алымдарын ҡулланып, ФГОС талаптарына тулыһынса яуап бирерлеҡ заманса дәрес үтҡәреү;

    уҡыусыларҙа Тыуған илгә, телгә һәм тыуған халҡына мөхәббәт, хеҙмәтҡә ыңғай мөнәсәбәт, үҙ көсөңә ышаныу, дуҫлыҡ, берҙәмлек, халҡындың тарихына, үткәненә ғорурлыҡ уятыу;

    дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе психологик мөхит, мөмкинлектәр тыуҙырыу;

• уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү юлдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа ситуацияларҙа ҡулланыу.

 Белем биреү баланың ижади фекер йөрөтә алыу мөмкинлегенән cығып ойошторола. Был осраҡта ҡуйылған проблеманы шунда уҡ хәл итерҙәй уй-фекер тупланып етмәһә лә эҙләнеү аша, ситтән аҙ ғынa ярҙам булғанда, бала яңы белемде үҙаллы үҙләштерә ала. Ана шундай шарттар булғанда, баланың ижади фекер йөрөтөү, уйланыу һәләте асылғандан-асыла бара.

     Был система буйынса эшләгәндә дәрес структураһы ФГОС талаптарына ярашлы,традицион системанан ҡырҡа айырылғанын күрергә мөмкин. Дәрес этаптары : психологик мөхит булдырыу, уңыш ситуацияһы тыуҙырыу, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу, уҡыу мәсьәләһен хәл итеү, рефлексив анализ, баһалауҙан тора. Башҡорт теле дәресе балаларҙа яҡшы кәйеф тыуҙырыуҙан башлана. Бының өсөн күңелле шиғыр юлдары, шаян һүҙҙәр, haya торошона иғтибар итеп һоҡланыу белдереү, күңелле йыр йырлатып алыу етә. Йылмайып бep-бepeheн сәләмләү ҙә уҡыусыларҙың кәйефен күтәрә, ыңғай психологик атмосфера булдыра.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу этабы өй эшен, үтелгән материалды ҡабатлауға ҡоролған. Ошо эш баланың күңелен күтәрерҙәй яғымлы маҡтау hүҙҙәpe, берәй төрлө уйын уйнатып алыуҙан ғибәрәт. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу этабында традицион дәрестәрҙән айырмалы рәүештә уҡытыусы дәрестең темаһын үҙе әйтеп бирмәй, проблемалы hopayҙap, таҡталағы һүрәттәр, бәлки, һөйләмдәр, мәҡәлдәр аша балаларҙың үҙҙәренән әйттерә, тимәк, бала үҙенә - үҙе маҡсат ҡуя. "Таҡталағы яҙыуҙар, уҡытыусы өҫтәлендәге предметтарға ҡарап бөгөн нимә эшләрбеҙ дәрестә, әйтеп ҡарағыҙ әле,"- тип балаларҙы маҡсатка йүнәлтәбеҙ.

Үтеләсәк теманы асыҡлағас, ошо мәсьәләне нисегерәк хәл итергә икәнлеген дә уҡыусылар үҙҙәре хәл  итә: уҡырбыҙ, ҡағиҙә уйлап табырға кәрәк, күнегеүҙәр эшләп ҡapapғa тигән тәҡдимдәр әйтәләр. Эштәр төркөмләп, парлап ,төрлө формала башҡарылғанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин .

Уҡытыусы оҫта дирижер кеүек, эштең барышы менән етәкселек итә, проблемалы ситуацияларҙы көйләй, дөрөҫ йүнәлеш бирә, тикшерә.. Был этапта эш өйрәнелгән тема буйынса ҡағиҙә уйлап сығарыу, hығымта яһау менән йомғаҡлана.

Дәрес аҙағында класс алдына тағы ла hopay ҡуйыла: беҙ бөгөн нимәләр эшләнек? Ниндәй яңылыҡ астыҡ? Бала үҙенең эшенә анализ яһай, уйлана, һығымта эшләй.

Бahaны ла уҡыусыларҙың үҙҙәренән ҡуйҙыртыу, шуны дәлилләтеү балаларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Дәрестәрҙә бынан тыш баланың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, уларға hөнәp һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү мәсьәләләрен дә хәл  итергә кәрәк. Дәрестең hәp этабында һөйләү мәҙәниәтенә, һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итеү кәрәк .Был эш төрө бигерәк тә картиналар буйынса иншалар яҙғанда эшләнелә. Ярҙамсы һорауҙар ярҙамында уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү мотлаҡ.Текстағы синонимдар, антонимдар, фразеологизмдарҙы табып, мәғәнәһен асыҡлап, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү-һөйләү телмәренең үҫеүенә килтерә. Ә саҡ ҡына булһа ла телде белгән балаларға рифмалаш һүҙҙәрҙе эҙләп табыу шиғыр яҙыу теләге уята.

Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эшенә иғтибар итеү балаларҙа һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уның бәҫен, ҡәҙерен аңлауға ярҙам итә.

Дәрестәрҙә уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яhay, ролдәргә бүлеп уҡыу, әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү, шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлау, ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади Һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Мәктәптә арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош Һәм хеҙмәт юлын, яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеү hәp яҡлап отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә тыуған яғы, уның күренекле кешеләре менән ғорурланыу тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек сифаттар  тәрбиәләнә; өсөнсөнән, был  бай материал балаларға рухи - әхлаҡ тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итә. Дүртенсенән, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашҡанда балалар әңгәмәләшеү серҙәренә өйрәнә. Ошо осрашыуҙар тәьҫирендә төрлө жанрҙарҙа ижади эштәр яҙҙырырға мөмкинлек тыуа, балалар йыр, шиғыр, хикәйә, әкиәт ижад итә. Уҡыусылар данлыҡлы яҡташтар тураҺында материалдар йыйып рефераттар, альбомдарэшләй.

Шулай уҡ дәрестәрҙә ижади һөйләү алымы ла уңышлы. Бер ни тиклем эш һөҙөмтәләренә лә ҡағылып китеү кәрәктер.

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары  районда үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Мәҫәлән,2013-2014 уҡыу йылында ике уҡыусым район күләмендәге олимпиадала еңеү яуланы (Нархова Полина-7 класс, Килдейәрова Марина-9 класс).

2014-2015 уҡыу йылында Шәрипова Анжела(10-сы класс уҡыусыһы)еңеүсе булды.

2015-2016 уҡыу йылында 11-се класс уҡыусыһы Шәрипова Анжела район күләмендә 2-се урын яуланы. Һәр йыл һайын Николаевка  мәктәбе уҡыусылары Урал батыр эпосы буйынса үткәрелгән конкурстарҙа уңышлы ҡатнаша. Үткән уҡыу йылында Полякова Елена (5-се класс уҡыусыһы,) эпосты яттан һөйләү буйынса 2-се урын яуланы,быйылғы уҡыу йылында ла ул уңышлы сығыш яһаны.

Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусылар киләсәктә Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр hәм тормошта үҙ юлдарын табырҙар.

Бөгөнгө заман шарттарына ярашлы рәүештә мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәренең  йөкмәткеһе, формалары үҙгәрҙе. Беҙ ҙә дәрестәрҙә яңы алымдар, интернет технологиялар,электрон дәреслектәрҙе киң ҡулланабыҙ,интернет селтәрендәге инфо-дәрес сайтында тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ,алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен өйрәнәбеҙ,төрлө курстарҙа,семинарҙарҙа фекер алышып,үҙебеҙҙең профессиональ оҫталыҡты үҫтереп, ижади эшләргә

тырышабыҙ.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Выступление на РМО "Развитие творческого мышления на уроках башкирского языка""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Ректор

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 848 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 17.09.2016 623
    • DOCX 34.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мавлетбаева Мунира Альтафовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мавлетбаева Мунира Альтафовна
    Мавлетбаева Мунира Альтафовна
    • На сайте: 7 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8085
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 124 человека из 43 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Тьюторское сопровождение в образовательных организациях

Тьютор

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 769 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 842 человека

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 126 человек

Курс повышения квалификации

Разговоры о важном: организация и обеспечение внеурочной деятельности

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 778 человек из 73 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 991 человек

Мини-курс

Методические навыки и эффективность обучения школьников на уроках литературы

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии карьерного роста и развития

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Организация образовательного процесса в современном вузе

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе