Инфоурок Другое Научные работыВыступление на тему "Правописание башкирских фамилий с компонентом "мин" на русском языке"

Выступление на тему "Правописание башкирских фамилий с компонентом "мин" на русском языке"

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ

 № 9 УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

 

ҒИЛМИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ

 

 

 

 

 

 

«МИҢ» КОМПОНЕНТЛЫ БАШҠОРТ ФАМИЛИЯЛАРЫ һәм исемдәренең РУС ТЕЛЕНДӘ ДӨРӨҪ ЯҘЫЛЫШЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

          Башҡарҙы: 7 класс уҡыусыһы

                                                   Нәжметдинова Эльза

                                     Ғилми етәксеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы

                                                           БАЙБУЛАТОВА Г. Ғ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Нефтекама – 2018 й.

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

 

Инеш                                                                                                                  3

1     Кеше тормошонда исемдәр һәм фамилиялар                                               5

2     «Миң» компонентлы башҡорт фамилиялары һәм исемдәренең                       

    рус телендә дөрөҫ яҙылышы                                                                          8                                     

3    Йомғаҡлау                                                                                                        10

4    Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге                                                                    11

                                            

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ИНЕШ

 

Һәр замандың, һәр халыҡтың үҙ исемдәре бар. Ләкин бөтә замандарҙа, бөтә быуаттарҙа донъялағы бөтә ата-әсәләрҙең исемгә ҡарата  үҙгәрешһеҙ бер талабы, теләге йәшәп килә: уның балаһы оҙон ғүмерле, ныҡ, аҡыллы, эшлекле, белемле, изге күңелле, яҡшы холоҡло, матур һәм батыр булһын. Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур, мәғәнәһе менән күп төрлө. Балаға исемде уйлап, һайлап ҡушырға мөмкинлек бар.

Бөгөнгө заман кешеһенең исеме лә заманына торошло, яңғырашы, мәғәнәһе менән дә һәйбәт булырға, күңелгә яҡын, ҡолаҡҡа ятышлы, ҡулланыуға уңай булырға тейеш.

Һәр бер кешенең шәхси исеме, генә түгел, уның фамилияһы ла булырға тейеш. Сөнки бер төркөмдәге кешеләрҙе  бер-береһенән айырыу өсөн исемдәр генә етмәй. Башҡорттарҙа, татарҙарҙа, ғөмүмән төрки халыҡтарҙа ҡулланылған һәр бер шәхси исемдең мәғәнәһе бар.

Теманың актуаллеге. Үҙебеҙҙең эшебеҙҙә «миң» компонентлы исемдәрҙең, фамилияларҙың русса яҙылышына туҡталдыҡ. Халҡыбыҙҙа бындай исемдәр бихисап, ә уларҙың мәғәнәһенә төшөнөп етмәү иһә исемдәргә һалынған мәғәнәне юғалтыуға килтерә – тап ошо мәсьәлә эшебеҙҙең актуаллеген билдәләне.

 Теманың өйрәнелеү кимәле.  Башҡорт исемдәрен өйрәнеү өлкәһендә рус ғалимдары Г.Ф. Благова «Тюркские средневековые женские личные имена», Н.Ф. Катанов «Алфавитный указатель собственных имен», Д.П. Никольский «Башкиры», В.А. Никонов «Актуальные проблемы процессов в антропонимии татар и башкир», А.В. Суперанская «Как вас зовут? Где вы живете?», хеҙмәттәре билдәле. Шулай уҡ тарихсылар Р.Г. Кузеев «Происхождение башкирского народа», С.И. Руденко «Башкиры. Историко-этнографические очерки», А.Г. Шайхулов «Татарские и башкирские имена тюркского происхождения», Г.Х. Бухарова «Башкирская ономастика в контексте духовной культуры», башҡорт телселәре Т.Х. Кусимова, С.Ә. Биҡҡолова «Башҡорт исемдәре», С.Х. Төпәев «Башҡорт фамилиялары», З.М. Рәйемғужина «Башкирский антропонимикон в свете языковой картины мира», Ф.Ф. Илембәтов «Личные имена как источник при изучении древних верований башкир» татар телселәре Гомәр Саттар-Мулилле «Татар исемнәре ни сөйли?», Г.Ф. Саттаров «Исемең матур, кемнәр куйган?», К.З. Хәмзин,               М.И. Мәхмүтов,  Г.Ш. Сәйфуллиндың «Гарәпчә-татарча-русча алынмалар сүзлеге», Р.Ә. Сөләймәнова «Хәҙерге башҡорт телендәге антропонимдар һәм уларҙың үҫеш тенденциялары» билдәле.

Эштең маҡсаты«миң» компонентлы исем һәм фамилияларҙың русса дөрөҫ яҙылышын асыҡлау.

Эштең  бурыстары:

        исем һәм фамилияларҙың кеше тормошонда тотҡан урынын билдәләү; 

        бөгөнгө көндә ҡушылған ҡайһы-бер исемдәргә байҡау яһау;

        «миң» компонентлы исемдәрҙең, фамилияларҙың русса дөрөҫ яҙылышына ҡарата үҙ фекеребеҙҙе, тәҡдимебеҙҙе белдереү.

Ғилми эштең гипотезаһы: башҡорт исемдәренең тарихын, килеп сығышын, этимологияһын тикшереү аша “миң” компонентлы исем-фамилияларҙың русса дөрөҫ яҙылышын билдәләү.

Ғилми-тикшеренеү эш барышында ҡулланылған методтар. Эш барышында күҙәтеү, эҙләнеү, анализлау методтары ҡулланылды.

 

 

 

 

 

 

 

1.     КЕШЕ ТОРМОШОНДА ИСЕМДӘР ҺӘМ ФАМИЛИЯЛАР

 

Бала тыуа – донъяға яңы кеше килә. Баланың донъяға килеүе беҙҙең йәмғиәттә уға исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә. Балаға исемде ата-әсәһе ҡуша. Күп ата-әсәләр балаға исемде алдан уйлап, ололар, туғандары менән кәңәшләшеп ҡуша. Исем һайлағанда уның ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы-аһәңе, яҡшы мәғәнәле булыуы, башҡортса-русса әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә алына. Бала исемен ғүмере буйына йөрөтә, исем кеше булмышының бер сифатына, билдәһенә әйләнә. Ҡыҙҙар исеменә ҡарағанда малайҙарға исем ҡушыуҙа ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Малай, ир бала, киләсәктә атай булыр кеше, уның исеме нәҫел-нәсәпте дауам иткән балаларҙың аталығына (отчествоға) әйләнә, ҡайһы бер осраҡтарҙа фамилия ла яһай. Бала исеменең тәрбиәүи мәғәнәһен белеп, уны яратып үҫһә, унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна. Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн өсөн ата-әсә баланы бәләкәйҙән өйрәтергә тейеш. Исем ҡушҡанда ата-әсәнең ниндәй теләк, ниндәй уй менән шул исемде ҡушыуын балаға аңлатыу уға ыңғай тәьҫир итә, сөнки исемдәрҙең күбеһендә балаға ҡарата тик изге теләктәр: һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, мул тормош, аҡыллы, тәүфиҡлы булыу төшөнсәләре һалынған. Юҡҡамы ни ата-әсә балаһына «исемеңә тап төшөрмә», «исемеңде сығарма», тип иҫкәртә. Һәр халыҡтың теленә, йәшәү рәүешенә, тарихына бәйле үҙ исемдәре, исем ҡушыу йолалары бар [3, 10-сы бит]. 

Балаларға яҡшы мәғәнәле, матур әйтелешле исем ҡушыу теләге тел өйрәнеү фәненең бер бүлеге булған, исемдәрҙе тикшерә торған ономастика фәнен барлыҡҡа килтерҙе.

Заман үҙгәреү менән исемдәр ҙә үҙгәрә. Фән, техниканың, элемтә ысулдарының үҫеше, гәзит-журналдарҙың киң таралыуы, халыҡтың белем кимәле күтәрелеүе яңы, быға тиклем милләткә хас булмаған исемдәрҙе барлыҡҡа килтерҙе. Мәҫәлән: Ганс, Тельман, Спартак, Фикус, Изольда, Оливия, Млада һ.б.

Һис тә исем тимәҫлек, һуҡраныу йәки ҡушаматҡа оҡшаған, мәғәнәһеҙ, аңлайышһыҙ исемдәр барлыҡҡа килде. Бындай яңы исемдәрҙе бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсе төркөмгә сит телдәрҙән алынған исемдәр инә. Күп осраҡта улар шул тиклем боҙолоп алынғандар, хатта ҡайһы телдән икәнен дә аңлап булмай. Мәҫәлән: Атилла (Отелло), Даларис (Долорес), Тилман (Тельман), Розбилт (Рузвельт) һ.б.

Ҡайһы бер исемдәр үҙ заманында ҡулланылып, һуңынан онотолоп, бөгөн тағы әйләнеп ҡайттылар. Бындай исемдәрҙе яңы тип атаһаҡ та хата булмаҫ. Мәҫәлән, Салауат исеме бөгөн ныҡлы урын алған. Был исемдең мәғәнәһе - Алланы маҡтауға арналған доға. Был исемдең уңышында, әлбиттә ҡаһарман Салауат Юлаевтың роле ҙур. Күп ваҡыт үткәс төрки халыҡтарына баһадирҙар исеме Руслан (Арыҫлан) әйләнеп ҡайтты.

Ғөмүмән, яңы исемдәр күбәйә бара, әммә исем ҡушыу, исем биреү эше күп осраҡта йомоҡ күҙ менән башҡарыла. Һуңғы ваҡытта мосолман исемдәрен ҡушыуға йәштәрҙең етди ҡарай башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Нефтекама ҡалаһында һуңғы 3 айҙа  400 сабый донъяға килгән һәм уларҙың 30%-на  мосолман исемдәре бирелгән. Шулар араһында бигерәк тә Сөләймән, Әмир, Данияр, Йондоҙ, Әминә, Асия, Әмирә һ.б. исемдәр иғтибарға лайыҡ. Күрнеүенсә, был исемдәрҙе ҡушҡанда ата-әсәләр, иң беренсе сиратта, уларҙың мәғәнәһенә иғтибар иткән.

Шулай итеп, башҡорттоң исеме – уның башҡортлоғон күрһәтеп торорға тейеш.

 

 

 

 

 

2.     «Миң» компонентлы башҡорт фамилиялары һәм

исемдәренең рус телендә дөрөҫ яҙылышы

 

 

Р.Ғ. Кузеевтың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, мосолман исемдәре бер нисә ҡушма һүҙҙән торған. Был ҡушма һүҙҙәр араһында элекке титулдар ҙа (дәрәжәләр) булған. Бындай исем ҡушыу ысулын исем дине дауам итә һәм дин һүҙҙәре – эпитеттары менән байыта. Исемдәргә абд-, -улла, дин, ислам, ғәле һ.б. һүҙҙәр өҫтәлә: Абдрәшит, Абдрахман, Фәтхулла, Фәсхетдин, Хәйрислам, Исламғәле һ.б. [2, 57-се бит]. 

Бөгөнгө көндә төрки халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, ҡатмарлы, бер нисә һүҙҙән торған исемдәр осрай башланы. Исемдәрҙең ислам дине менән бәйле булған өлөштәре (-дин, -улла, -истам, ислам-, -йән) һәм элекке титулдар менән бәйле булған өлөштәре (-хан, -бәк) ныҡ һирәгәйҙе. “Йән” (фарсы телендә – жан) һүҙе ҡушып яһалған ҡатмарлы исемдәр әле лә сағыштырмаса йыш осрайҙар: Йәнбикә, Ғәлимйән, Ғарифйән һәм башҡалар.  Йыш ҡына ҡатмарлы исемдәрҙең беренсе өлөшөндә “миңле” һүҙе осрай: Миңлерәйес, Миңлегөл.

Үҙебеҙҙең эшебеҙҙә «миң» компонентлы исемдәрҙең, фамилияларҙың русса яҙылышына туҡталдыҡ. Халҡыбыҙҙа бындай исемдәр бихисап, ә уларҙың мәғәнәһенә төшөнөп етмәү иһә исемдәргә һалынған мәғәнәнең юғалтыуға килтерә. 

Халыҡта, әгәр миңле балаға «миң» һүҙе менән исем ҡушмаһаң, миңе аҙып китеп бөтә тәнен ҡаплап алыуы бар, тигән ышаныуҙар йөрөй. 
«Миң // мин (минле, минде, минне) башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-ат исеменә ҡушыла торған һүҙ-исем компоненты. Борон миңле тыуған балаға «миң» һүҙе менән исем ҡушыу йолаһы булған. Миң бәхет, ырыҫ, талант билдәһе тип ҡаралған. Тәндәге һәр төрлө миңдең айырым мәғәнәһе, ырымы булған» [3, 157-се бит].
 

Айырым антропонимдарға туҡталып үтәйек: Миңзада баш., фарс. – миңле; бәхетле, иң һәйбәт бала. Миңзифа баш., фарс. – миңле, зифа буйлы, матур. Миңкамал баш., ғәр. – миңле+камал, кәмселекһеҙ, шәп. Миңлеғәле // Миңлеғәли баш., ғәр. – бәхетле, бөйөк кеше [3, 127-се бит]. 

Күренеүенсә, «миң» компонентлы кеше исемдәре күп мәғәнәгә эйә, ләкин уларҙың күбеһе «бәхет» тигәнде аңлата. Бындай антропонимдарҙың күп булыуы, уның кеше яҙмышында ҙур роль уйнауы менән бәйлелер, моғайын. Боронғо йола буйынса, кеше исемен үҙгәртһә, уның тормошо, яҙмышы үҙгәрергә мөмкин, тип һаналған. Һуңғы ваҡытта исем үҙгәртеү, уның мәғәнәһенә иғтибар итмәйенсә, заманса исемдәр ҡушыу кеүек күренештәрҙе осратырға тура килә. Ләкин ата-әсәң яратып ҡушҡан исемгә тоғро булып ҡалыу зарур, сөнки исем кешене биҙәмәй, ә кеше үҙ исемен үҙе биҙәй. 

«Миң» компонентлы исем һәм фамилияларҙың русса яҙылышы – үҙе бер сетерекле мәсьәлә, сөнки рус телендә яҙыу процесында «миң» компоненты, рус телендә «ң» хәрефе булмау сәбәпле, «мин» формаһына күсә һәм үҙенең мәғәнә төҫмөрлөгөн юғалта. Мәҫәлән, «Миңлебай» исеменең русса яҙылышында «Минибай» тип биреү дөрөҫ түгел. Сөнки, был осраҡта, яһалыш компоненттарына күҙ һалһаҡ, «мини» һәм «бай» һүҙҙәре килеп сыға. Яңғыҙлыҡ исемдәрен русса яҙғанда «ң» хәрефе, «н» хәрефе булараҡ ҡына түгел, ә «нл» булараҡ күсергә тейеш. Ошолай яҙғанда исемдең мәғәнә төҫмөрлөгө юғалмай һәм  шуға ла дөрөҫ яҙылышы – «Минлибай» булырға тейеш. Фамилияларҙың дөрөҫ яҙылышын түбәндәгесә тәҡдим итәбеҙ: Минлибаев, Минлиханов, Минлиахметов һәм башҡалар.

Шулай итеп, «миң» компонентлы исем һәм фамилияларҙың русса яҙылышы уларҙың мәғәнәһен һаҡлар ҡалырға тейеш.

 

 

 

 

Йомғаҡлау

 

Үҙебеҙҙең “Миң” компонентлы башҡорт исемдәре һәм фамилияларының дөрөҫ яҙылышы” тип аталған ғилми-тикшеренеү эшебеҙҙең беренсе бүлегендә беҙ кеше тормошонда исемдәр һәм фамилияларҙың тотҡан урынын билдәләнек. Исем менән фамилияның тарихын, килеп сығышын ҡарап үттек. Антропоним һәм ономастика фәне тураһында мәғлүмәт бирҙек.

Заман шауҡымы аҫтында барлыҡҡа килгән ҡайһы бер исемдәрҙең мәғәнәһенә лә туҡталдыҡ. Нефтекама ҡалаһында һуңғы өс айҙа мосолман балаларына ҡушылған исемдәрҙе барланыҡ һәм улар араһында иҫке исемдәргә өҫтөнлөк бирелеүен билдәләнек.

Шулай итеп, балаға исем ҡушыу – бик яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Исем ҡушҡанда уның мәғәнәһенә, яңғырашына, башҡортса-русса яҙылышына ныҡлы иғтибар бирелергә тейеш.

“Миң” компонентлы башҡорт исемдәре һәм фамилияларының дөрөҫ яҙылышы” тип аталған икенсе бүлектә бындай исемдәрҙең мәғәнәһенә, килеп сығышына туҡталдыҡ. Мәғәнәһенә ҡарап, исем-фамилияларҙың дөрөҫ яҙылышына ҡарата үҙ фекеребеҙҙе, тәҡдимебеҙҙе белдерҙек.

«Миң» компонентлы исемдәрҙең беренсе өлөшө «миң» (рус.: «родинка») һүҙенә тура килеп, «бәхетле», «ырыҫлы» мәғәнәһен белдерә. Шуға ла уларҙың русса дөрөҫ яҙылышында “миң” компоненты “мини” һүҙенә әйләнергә тейеш түгел.

Тыуыу тураһындығы таныҡлыҡ, паспорт кеүек документтарҙы тултырғанда, хаталы яҙылған исем, фамилия һине ғүмерең буйына оҙата бармаһын өсөн, уларҙың русса дөрөҫ яҙылышына ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

 

1.   Бухарова, Г.Х. Башкирская ономастика в контексте духовной культуры / Г.Х. Бухарова. – Уфа:Гилем, 2006. – 116 с.

2.   Кузеев, Р.Г. Историческая этнография башкирского народа / Р.Г. Кузеев. – Уфа: Наука, 1960. – 125 бит.

3.    Кусимова, Т.Х. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә / Т.Х.Кусимова. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 192 бит.

4. Саттаров, Г.Ф.Татар исемнәре сүзлеге / Г.Ф. Саттаров. – Казан: Китап, 1981. –  300 бит.

5. Суперанская, А.В. Как вас зовут? Где вы живете? / А.В. Суперанская. – М.:Наука, 1964. – 350 с.

6. Тупеев, С.Х. Башкирский именник / С.Х Тупеев. Уфа: Наука, 2004. – 360 с.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Выступление на тему "Правописание башкирских фамилий с компонентом "мин" на русском языке""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист контроля качества

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 510 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.02.2018 698
    • DOCX 32.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Байбулатова Гульфира Галимьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 34086
    • Всего материалов: 17

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Создание и продвижение сайтов для достижения максимальных результатов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 15 регионов

Мини-курс

Стратегии карьерного роста и развития

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стартап: от идеи к успеху

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 18 регионов