Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Выступление по башкирскому языку на тему "Патриотическое воспитание"

Выступление по башкирскому языку на тему "Патриотическое воспитание"


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының үҙҙәренә хас ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, шул иҫәптән башҡорт хылҡының тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, милли кейемдәре, байрамдары һәм Республикабыҙҙың ижтимағи тормош ваҡиғалары, символикаһы менән даими таныштырып тороу кәрәк. Милләтебеҙҙең дини йолалары, ауыҙ-тел ижады, һынлы сәнғәте һәм архитектураһы, музыкаһы менән таныштырып тороу ҙа Тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләргә булыша. Бында китап материалдарына ғына ҡайтып ҡалыу ҡыҙыҡһыныу уятмауын яҡшы белеп торабыҙ. Шулай уҡ видеояҙмалар ҡарау, өйҙә интернеттан төрлө ҡыҙыҡлы материалдар эҙләп табыу, уларҙың иң мауыҡтырғыстарын дәрестә балаларға күрһәтеү, ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә иншалар яҙыу һәм мәктәп гәзитендә баҫтырып сығарыу отошло ысул.

Балаларҙа толерантлыҡ, бер-береңә хөрмәт, түҙемлелек кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләнергә тейеш. Беренсенән, төрло халыҡ, дин кешеләренең береһенә түҙемлелеге генә нәфрәткә, күрәалмаусанлыҡҡа ҡаршы тора ала. Икенсенән, үҙендең ризаһыҙлығыңды матур итеп еткерә белеү ҙә мөһим сөнки үҙенең фекерен әйтмәгән осраҡта агрессия йә депрессияға бирелергә мөмкин.

Ватансылыҡ тәрбиәләгәндә уҡытыусыларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә әһәмите ҙур. Сөнки бала иң беренсе булып үҙ халҡының мәҙәниәте тураһында мәғлүмәтте ғаиләлә ала. Баланың тәүге тойғолары ла ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә, башҡа туғандарына булған һөйөү хистәренән башлана. Ошонан сығып, балалар менән йыш ҡына "Иң яҡшы дуҫ-әсәйем``, " Минең атайым``, "Беҙҙең татыу ғаиләбеҙ``, "Олатайым батырлыҡтары`` кеүек темаларға әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү, иншалар яҙыу, фотоларын ҡулланып проекттар, презентациялар эшләү ватансылыҡ тәрбиәләүҙең башланғысы булып тора.

Бала ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә, төрлө түңәрәк, студияларҙа ла, ҡалала ла үҙен кәрәкле итеп тойорға тейеш. Ҡаланың киләсәге, уның тормошо һәм ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр хәл ителгәндә баланың тауышы ла әһәмиәткә эйә булыуын аңларға һәм шул уҡ ваҡытта үҙен иркен, ышаныслы итеп тоторға тейеш.

Ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләгәндә кесе тыуған илгә Өфө ҡалаһына, уның тарихына, традицияларына ла ҙур урын бирәм. Кесе тыуған илгә ватансылыҡ тойғолары юҡлығы оло патриотизмға юлдың ҡапланыуына килтерә. Уҡыусылар менән ҡалғандан һуң, "Минең кесе тыуған илем``, "Тау башында балҡый бер ҡала`` тигән темаларға һөйләшеүҙәр үткәрелә. Булған ерҙәрҙә видеоға төшөрөү ҙә мөһим.

Ватансылыҡ тойғоһон йылдан-йыл уҫтерергә кәрәк. Уҡыусыларҙа ошо сәскән илһөйәрлек орлоғо йылдар үтеү менән генә емешен бирә. Минең маҡсатым-ваҡыт үтеүенә ҡарамай, һәр бала күңелендә ошо изге тойғоно кимәлгә тиклем үҫтереп уның һөҙөмтәһен күреү.




Автор
Дата добавления 16.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров73
Номер материала ДВ-458006
Получить свидетельство о публикации


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх