Инфоурок Всеобщая история КонспектыВнеклассное мероприятие Әҙәби – музыкаль кисә. “Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ !”

Внеклассное мероприятие Әҙәби – музыкаль кисә. “Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ !”

Скачать материал

             Һеҙҙең тормош – үҙе батырлыҡ !

Әҙәби – музыкаль кисә.

Зал байрамса биҙәлгән.Уртала “Мәңгелек ут” яна.    Ҡурай моңо яңғырай.

Һыҙҙырт ,ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын.

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт,Һөйләп башҡорт моңдарын.

Һөйлә, тарихыңдан, яуҙарыңдан,

Һөйлә,ҡанлы башҡорт болаһын.

Һөйлә, олатайҙар хәлдәренән

Йөрөш, торош, заңын, йолаһын.

Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын,

Нур уйнаһын баштар өҫтөндә!

 Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен,

Гөлдәр үҫһен таштар өҫтөндә!

      Һабантуй күренеше. Йәштәр, ололар бейеп-йырлап күңел асалар. Шул ваҡыт һуғыш башланыуы тураһында хәбәр килә.

-          Балалар! Һуғыш башланған, һуғыш!

Фашистар беҙҙең илгә баҫып ингәндәр!

( “Изге һуғыш” көйө яңғырай.  Барыһы ла ҡатып ҡала. Һуғышҡа оҙатыу күренеше. )

 Ул йылдарҙы нисек онотаһың,-

Ил яҙмышы ҡылыс йөҙөндә.

Ир-егеттәр китте яу ҡырына,

Алып көсө тойоп үҙендә.

 Ирҙәр китте, ҡыҙҙар илап ҡалды,

Шаулап ҡалды иген өлгөрөп.

 Баҫыу ҡапҡаһына саҡлы оҙата барҙы

Йәше , ҡарты, барыһы өҙөлөп.

Ирҙәр китте, ҡыҙҙар илап ҡалды,

Илап ҡалды күпме ҡатындар…

Туйҙа кейгән күлдәктәре ҡалды,

Күпме бала ҡалды, йәтимдәр…    Йыр   “Һалдаттар” . Вокал.

Тыуған ауылыбыҙ ҙур түгел

 Илем картаһында бер төрткө.

 Шул төрткөнән Ватан һуғышына

Күпме егет, күпме ир китте.

 Был донъяның бөтә эше үтте,

 Йәтим ҡалған ҡатын ҡулынан.

  Был ҡулдар бит бесәнен дә сапты,

 Ер ҡаҙыны, ҡарын көрәне.

  Кәртә тотто, өйөн терәне,

  Иркәләне үҙе кеүектәрҙе

   Ә үҙҙәре –

   Бер кемдән дә иркә күрмәне.

    Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәшүҫмерҙәрҙең батырлығы һуғыш ҡырында тыуған батырлыҡҡа тиң.

 Сәхнәлә ауыл көйө, кис ултырыу күренеше.

Шиғыр “Ҡыр ҡаҙҙары” . Кулакова Л.Б

Йыр “Һине көтәм ғәзиз балам” Шәмсетдинова Г.

Башҡорт бейеүе . Исламова Р.Г.

Йыр “Әсәйем”. Яҡупов И., Кулакова И.

Балалар йүгереп килеп инә.

-         Һөйөнсө, һөйөнсө! Сельсовет председателе Сәймә апай райондан ҡайтҡан – һуғыш бөткән !

-         Атайҙар ҡайта, атайҙар!  Улар еңеп ҡайталар!

Эйе, Еңеү көнө ҙур ҡорбандар аша килде. 1418 көн, 1418 йоҡоһоҙ  төн буйы еңеүгә килдек.

Еңеү ул – һауалар сафлығы,

Еңеү ул –күңелдәр аҡлығы,

Еңеү ул –сабыйҙар шатлығы,

Ҙурҙарҙың бәхетле ҡартлығы!

Еңеү ул –дуҫтарым теләге,

Еңеү ул –тыныслыҡ теләге,

Еңеү ул –халыҡтар дуҫлығы,

Еңеү ул –күңелдәр хушлығы!

    Еңеү ул –иң бөйөк ғорурлыҡ,

    Нимә бар уға тиң торорлоҡ!

   Йәшә һин илемдең муллығы,

   Ҙур еңеүҙең 70 йыллығы!

  Йыр “Батырҙар йыры” . Вокал.

Һәр йәшел төҫ – яҙғы йән эйәһе,

Һәр йәшел төҫ йәшәй ҡабаттан.

Ерҙә йәшәү, йәшлек һәм йәшеллек

Уяна ер йәшел ҡабаттан.

Һәр яҙыбыҙ – Еңеү! Һәр бөрөбөҙ

Яңғырауыҡлы һәр бер иртәбеҙ.

Донъякүләм яҙға бар!анда беҙ,

Ал офоҡто байрам итәбеҙ.

Иркәләнә йәш ер! Тыныс яҙҙа

Аңҡып тора бөйөк эш тәме.

Яҙ. Йыр. Ҡояш. Сәскә. Бала-саға.

Бар ҙа  Еңеү – 45 – тәге.

Хор  “ Һәрваҡыт булһын ҡояш! ”

Ҡатнашыусыларҙың ҡулында шарҙар, сәскәләр, күгәрсендәр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 Һеҙҙең тормош –

               үҙе батырлыҡ !

                    Әҙәби – музыкаль кисә.

 

 

 

 

 

Үрге Ласынтау - 2015

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие Әҙәби – музыкаль кисә. “Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ !”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по выставочной деятельности

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 865 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.10.2015 996
    • DOCX 4.8 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Якупова Гульнара Фагамановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Якупова Гульнара Фагамановна
    Якупова Гульнара Фагамановна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 4221
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 16 регионов

Курс повышения квалификации

Достижение эффективности в преподавании истории на основе осуществления положений историко-культурного стандарта

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 638 человек

Курс профессиональной переподготовки

История и обществознание: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель истории и обществознания

500/1000 ч.

от 8900 руб. от 4150 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 115 человек
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания курса «Россия в мире» на основе синтеза историко-культурного и социально-экономического знания

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 85 человек

Мини-курс

Психоаналитический подход: изучение определенных аспектов психологии личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Детские и взрослые эмоции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе