Инфоурок Другое Другие методич. материалыВнеклассное мероприятие на башкирском языке "Ҡыр ҡаҙҙары"

Внеклассное мероприятие на башкирском языке "Ҡыр ҡаҙҙары"

Скачать материал

Ҡыр ҡаҙҙары

Маҡсат: халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән байрамдары, уйындары менән танышыу, киләсәк быуынға еткереү, башҡорт рухында тәрбиәләү тәрбиәләү.

Бурыстары: Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы халҡыбыҙҙың ул һәм ҡыҙҙарының батырлығын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының  йәш граждандарын халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән йолалары рухында тәрбиәләү; уларҙың тирә- яҡ мөхиткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен, балаларҙың сәләмәт, зиһенле булып үҫеүҙәренә ярҙам итеүен асыҡлау.

 

Ауылда яҙғы таң мәле. Таң тынлығы эсендә ҡыр ҡаҙы ҡаңғылдауы ишетелеп ҡала.Таяҡ таянған Ҡәмәр ҡарсыҡ күренә. Ул сәхнә алдына уҡ килеп баҫа. Күлдә йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙы күреп, текләп ҡарап тора.

Ҡәмәр (ҡаҙҙы саҡырып)Дигә-дигә-дигә-дигә! Дигә-дигә-дигә!

Кер һалынған тасын күтәреп Ямал керә.

Ямал  Һау ғынамы, Ҡәмәр апай?

Ҡәмәр (ҡапыл төҫө үҙгәреп) Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Бә-әй! Кем...Ямал! Ҡыр ҡаҙы түгелме шул?

Ямал Собханалла! Ҡайҙа?

Ҡәмәр Ана бит, ана

Ямал Ҡара инде, вәт әй! Ҡыр ҡаҙы икән бит, ысынлап та.

Ҡәмәр Тағы килгән ҡәһәр төшкән ҡыр ҡаҙы. Көш, көш! Йөрөмә бында илгә шом һалып! Көш, көш!

Ямал Ҡуй, Ҡәмәр апай, ҡыума, ниңә ҡыуаһың? Күпме саҡырып килтерә алмағайныҡ, килгәненә шөкөр итәйек.

Ҡәмәр Ниңә саҡыраһығыҙ? Нимәгә кәрәк ул? Илгә бәлә алып килә бит ул.

Ямал Ниндәй бәлә? Кит, шундай һүҙ буламы ни! Ишетәһеңме, ана, нисек матур итеп ҡайғылдай. Күл өҫтөнә йәм биреп торалар бит.

Ҡәмәр. Һуғыш башланыр алдынан да шулай булғайны., ҡайғылдашып ҡыр ҡаҙҙары осоп йөрөнө. Минең ике баламды, ике улымды һуғышҡа алып киттеләр ҙә, үлеп ҡалдылар. Шунан бирле күренгәндәре юҡ ине. Көш, Көш! Йөрөмә бында, эҙең булмаһын!

Ямал. Кит инде, кит!

Ҡәмәр. Кәкүк Вәлиҙең мылтығы бар ине, бит әле. Ҡайҙа йөрөй икән, ниңә атмай икән был ҡаҙҙарҙы! (Таяғын мылтыҡ итеп тоҫҡап) Ҡх-х, кх-х,кх-х!

Ямал (аптырап, үҙенә- үҙе) Әллә башы эшләмәй башлаған инде, был ҡарсыҡтың! Нимә эшләйһең һин, Ҡәмәр апай! Ҡарға түгел, ҡоҙғон түгел, изге ҡош бит ул. Бәлки балаһы  юҡ кешеләргә бала алып килә торғандыр ул. Ҡара әле, ҡара, ауылды урап – урап оса, кемделер эҙләгән кеүек.

Ҡәмәр (илап) Эй, балаҡайҙарым ҡайта алманылар шул һуғыштан, ҡайта алманылар!

Ямал (йомшаҡ ҡына итеп) Йә, сеү, Ҡәмәр апай, сеү! ҡайтырҙар әле, алла бойорһа ҡайтырҙар. Әйҙә беҙгә инәйек, самауырым ҡайнап ултыра, сәй эсеп алайыҡ.

Ҡәмәр Ҡайта алманылар шул балаҡайҙарым.

Ямал Әйҙә, Ҡәмәр апай, әйҙә!

Ҡәмәр әбей менән Ямал сығып китәләр

Сәхнәгә бер ҡыҙ сыға. Презентация бара.Сәхнәлә яҙғы тәбиғәт, күл буйы күренеше.

Муллайәнова Гүзәл:

Өндә түгел, төштә күрҙем уны;

Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,

Көмөш сылбыр булып, теҙелешеп,

Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.

 

Ер йәм-йәшел ине, күк- зәп-зәңгәр.

Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине,

Ергә, күккә- төпһөҙ зәңгәрлеккә

Баҡ та аҡылыңдан яҙ ине.

Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине.

 

Ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине,

Таң нурына мансып түштәрен...

Ниңә әле шул төш онотолмай,

Онотолһа ла башҡа төштәрем?

 

Ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө

Тымыҡ күл буйына- таллыҡҡа.

(Шул арала ҡыҙҙар- ҡаҙҙар килеп инәләр ҙә күл ситендә бейейҙәр.

-Һаумыһығыҙ, ҡаҙҙар!- тигән инем...

Һаумы яҡташ!- тигән тауышҡа ышанмай ҙа торҙом

Минең алда ҡаҙҙар түгел ине, -һалдаттар.

Түштәрендә сыңлай миҙалдары,

Шинелдәрен тотоп алғандар.

Һалдаттар сәхәнәгә сығалар.

Асхабутдинов Тимур:

Һаумы туған! Беҙҙе онотманымы әле яҡташтар?

Иҫләйҙәрме әле?

Беҙ бит, -яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар.

Ер уянған саҡта нисек итеп

Йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә.

Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа

Ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.

Вәхиуллин Рәмил:

Тәбиғәттең уяу  бер мәлендә

Яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ:

Һабан һөрөп киткән еребеҙҙе,

Һаман көткән әсәләребеҙҙе,

балаларыбыҙҙы,

бисәләребеҙҙе,

Яҙ һайын бер күреп китәбеҙ.

Тик үҙҙәре генә күрмәй ҡала.

Күренәбеҙ бары төштә беҙ.

Кашапов Ренат:

Төштә генә беҙгә, төштә генә

Осрашырға хоҡуҡ бирелгән,

Һәм бары тик ҡаҙҙар булып ҡына

Ҡайталабыҙ осоп беҙ илгә.

Һеҙҙән беҙгә бер ни кәрәк түгел,

Тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ:

Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!

Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ!

Әхмәҙиев Альберд:

Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ, аяҙ күкте ҡаплар болот та.

Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ

Ҡайталмабыҙ ҡаҙҙар булып та.

(егеттәр ипләп кенә сәхнә  артына инеп китәләр)

 

Ҡыҙ дауам ит            ә

Шулай тинеләр ҙә юғалдылар.

Ә бөгөн мин, бөгөн, таң ҡалып,

Төштә түгел, өндә ҡарап торҙом

Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,

Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,

Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.

 

ҡыр ҡаҙҙары- ҡыҙҙар осоп сығып, күл тирәләй бейейҙәр ҙә осоп китәләр.Бер ҡыр ҡаҙы кире боролоп:

 

Һуғыш ҡырҙарында ауһаҡ та беҙ,

Таң алдынан күреп ятырбыҙ.

Тыуған еркәйҙәрҙә таң атҡанда,

Тыуған еркәйҙәрҙә таң атҡанда

Ҡыр ҡаҙҙары булып ҡайтырбыҙ.- шулай тип әйтә лә осоп китә.

 

 

Ролдәрҙе башҡарҙылар:

Ҡәмәр әбей- Имамова Рәмилә

Ямал- Миңлеғәлиева Рәмилә

Һалдаттар- Вәхиуллин Рәмил

                    Асхабутдинов Тимур

                    Кашапов Ренат

                    Әхмәҙиев Альберд

Ҡыр ҡаҙҙары: Гәрәева Гүзәл

                        Шәкүрова Гөлнур

                        Ғәрифуллина Эльвина

                        Лоҡманова Регина

Ҡумыҙҙа -Вәлиева Илзида  

Тол ҡатын- Муллайәнова Гүзәл

 

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт

 

Яңыбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары» романы буйынса әҙәби кисә



Маҡсат: Уҡыусыларҙа ата-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында Яңыбай Хамматовтың «Төнъяҡ Амурҙары» романын анализлау; йөкмәткеһен асыу нигеҙендә патриотизм, интернационализм, эстетик тәрбиә һәм әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Әҙәби кисә барышы:

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Беҙҙең бөгөнгө әҙәби кисә Яңыбай Хамматовтың «Төнъяҡ Амурҙары» романы буйынса үткәрелә. Яҙыусы ҙур күләмле тарихи әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яуланы. Уның әҫәрҙәре башҡорт халҡының тарихына арнала. 1910 йылда яҙыусының 85 йыллыҡ юбилейы билдәләп үтелде, ә киләһе 1912 йылда Ватан һуғышының 200 йыллығы киң билдәләп үтеләсәк. Тыуған илде һаҡлауҙа башҡорт һуғышсылары батырлыҡ күрһәтә. Ошо батырлыҡтар тураһында яҙыусы үҙенең романында бәйән итә лә инде. Ә хәҙер иптәштәрегеҙ һеҙҙе яҙыусының ижады менән таныштырып үтер.

1-  се алып барыусы:

Яңыбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуа. Йәштән етем ҡала, шуға күрә бик күп ауырлыҡтар кисерә. 

2-  се алып барыусы:

Ҡыш көндәрендә Инйәр урта мәктәбендә уҡыһа,йәй көндәрендә Әүжән приискыһында алтын йыуыусы булып ялланырға мәжбүр була.Ул моторсы, лебедка күтәресе, ат йөрөтөүсе, забойщик ярҙамсыһы, бригадир кеүек төрлө эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерә.

1-  се алып барыусы:

Ул 1942 йылда хәрби хеҙмәткә алына, фронтта була. 1946 йылда яңынан приискыға эшкә ҡайта, старатель эшенә тотона. Ошо йылдарҙа ул яҙыша башлай. Алтын йыуыусыларға арнап шиғырҙар яҙа. Район һәм өлкә газеталарында очерктары, хикәйәләре баҫыла башлай.

   2-се алып барыусы:

         1960 йылда уның рус телендә «Райком йондоҙҙары»исемле йыйынтығы баҫылып сыға. Уға «Бөртөкләп йыйыла алтын»романы билдәлелек алып килә. Был романда эшселәр синыфы тормошо, хеҙмәте һүрәтләнә. Шулай уҡ «Аҡман- тоҡман», «Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” исемле романдары китап һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителде.

1-  се алып барыусы:

Был пенталогия өсөн 1994 йылда Салауат Юлаев премияһы бирелә. Яңыбай Хамматов тиҫтәләгән роман һәм повестар авторы. “Тыуған көн” романы Бөйөк Ватан һуғышы геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға бағышлана.Уның ижадында тарихи тема ла өҫтөнлөк итә. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошо тарихи темаға яҙылған “Төнъяҡ амурҙары” романы буйынса һөйләшеү алып барырбыҙ.

2-  се алып барыусы:

Бынан 199 йыл элек 1812 йылдың июнендә Рәсәйгә ҡаршы француздар һуғыш башлаған. Уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап, париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай тартып, дан- шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ бер ваҡытта ла халыҡ хәтеренән сыҡмаҫ.

1-  се алып барыусы:

Ата бабам күптән донъя ҡуйған,

Көл тупраҡҡа инде әйләнгән…

Әммә йәнем мең- мең быуат аша

Улар рухы менән бәйләнгән!

2-  се алып барыусы:

Күкрәгемдә- ата- бабам көсө,

Ә ҡандары тибә тамырҙа!

Мин тыуғанмын ерҙә ғүмерем буйы,

Атайсал тип өҙөлөп янырға!

1-  се алып барыусы:

Юҡ! Юҡ! Рәнйетмәнем һис ҡасан да

Ата- бабаларҙың рухын…

Маҡтап йырлармын мин улар данын,

Киң илемдең күркен, ырыҫын!

2-  се алып барыусы:

Абдулхаҡ Игебаевтың был шиғыры ата- бабалар рухына арналған. А.С.Пушкин да «Ата- бабаларҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел, был хатта бик мөһим һәм мотлаҡ” тип әйткән.

 

1-  се алып барыусы:

“Төнъяҡ амурҙары” ике китаптан тора. 19- сы быуат башында башҡорт халҡының тормош- көнкүреше. Кантондарға бүленеш (1798 йыл- 11 кантон). Урыҫ армияһы составында башҡорт полктары хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа ҡатнаша.

2-  се алып барыусы:

Башҡорттарҙың батырлыҡтарына һоҡланырға ғына ҡала. Бик күп батырлыҡтар күрһәтә улар был һуғышта. Романда Ҡаһым түрә етәкселегендәге башҡорт полктарының Бородино һуғышында, Мәскәүҙе азат итеүҙә, Польша, Германия, Франция ерҙәрендә һуғыштарҙағы батырлыҡтары һүрәтләнә. 

Уҡытыусы: Ә хәҙер уҡыусылар ошо роман буйынса һорауҙарға яуаптар бирәйек, әңгәмәләшеп алайыҡ.

Роман йөкмәткеһе буйынса һорауҙар:

 

1.     Ҡасан Ватан һуғышы башлана?(1812)

2.     1812 йылда Башҡортостан ниндәй губернаға ингән?(Ырымбур)

3.     Башҡорттар һуғышҡа нисә полк оҙата?(28)

4.     Яугирҙарҙың төп ҡоралы нимә булған?(уҡ, һөңгө, ҡылыс, ян)

5.     Ни өсөн башҡорт яугирҙарын француздар “Төнъяҡ амурҙары” тип йөрөткәндәр?

6.     Бородино һуғышынды башҡорттар нисек һүрәтләнә?

7.     Башҡорт яугирҙары тураһында генерал де Марбо нимәләр яҙған?

8.     Гете тураһында был романда нимәләр яҙыла?

9.     Был романдағы төп геройҙарҙы һанап үтегеҙ?

10.Башҡорттарҙың оло батырлыҡтары тураһында ниндәй йыр ижад ителә?

Ял минуты “Любизар” йырын тыңлап китеү.

Йомғаҡлау

Уҡытыусы: уҡыусылар кисәне йомғаҡлап ошо роман буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп китегеҙ әле. Һеҙгә иң оҡшаған, тетрәндергән урындары ҡайһы урындар? Ни өсөн оҡшаны

 

 М. Кәримдең“Өс таған” әҫәре буйынса тамаша

Ҡатнашалар:

Вәзир- Ишемғулов Руслан

Ғабдулла- Ғәлиев Илшат

Гөлнур- Имамова Рәмилә

Шәрифулла- Вәлиев Руслан

Айҙар- Шәрипов Руслан

1-      се күренеш

Шәрифулла һарыҡ көтөп йөрөй. Уның эргәһенә Вәзир килеп сыға

Вәзир: Һаумыһығыҙ Шәрифулла ағай!

Шәрифулла: Һау ғына әле, улым. Ни эшләп йөрөйһең бында.

Вәзир: Кирәмәт тауы бигерәк бейек, шунда менеп төшөргә ине.

Шәрифулла: Беләһеңме, улым Кирәмәт башында элек бер күл булған. Тик бәлә төшкән уның башына. Күлдең балыҡтары бөткән. Бер яман кеше һәләк иткән уларҙы. Күлгә суртан ебәргән. Балыҡтарҙы шул суртан ашап бөткән дә инде. Күл балыҡһыҙ булмай бит, улым. Тау бик ҡайғыра икән.

Күлгә балыҡ ебәреүселәр табылһа, күл кипмәҫ ине… Шулай түгелме ни ,улым.

Вәзир: Шәрифулла ағай был хәл  ысынмы ул?

Шәрифулла: Эйе, ысын хәл был. Тәбиғәтте һаҡламаһаң, уларҙы ҡарамаһаң нимә ҡалыр ошо матурлыҡтан.

Вәзир: Ярай мин ҡайтайым. Һау булығыҙ!

Шәрифулла: Мин дә ҡуҙғалайым, һарыҡтарым йыраҡлаша башланы.

Вәзир бер яҡҡа, Шәрифулла икенсе яҡҡа сәхнәнән сығып китә.

2-      се күренеш

Малайҙар уйнап йөрөйҙәр. Вәзир ухылдап килеп инә.

Вәзир: Малайҙар, Шәрифулла ағай Кирәмәт тауының башында күл бар тип һөйләне.

Айҙар: Булған да ти, шунан

Вәзир: Элек шул күлдә балыҡтар бик күп булған икән. Тик бер кеше шул күлгә суртан ебәргән. Суртан күлдәге балыҡтарҙы йотоп бөтөргән ти, шаҡшы.

Ғабдулла: Шул тиклем ас булдымы икән ни?

Вәзир: Тау быға ҡайғырған. Ҡайғынан күле кибә башлаған икән. Шәрифулла ағай әйтте, әгәр батыр егеттәр табылып ошо күлгә балыҡ ебәрһәләр ул кипмәй тей, белдегеҙме!

Айҙар: Кирәмәттең хәле насар икән.

Ғабдулла: Бер суртан арҡаһында

Айҙар: Суртан түгел, бер яман кеше  арҡаһында. Кирәмәтте был хәлдә ҡалдырырға ярамай.

Вәзир: Күп итеп ыуылдырыҡ йыяйыҡ та, илтеп һалайыҡ. Балыҡ ул ыуылдырыҡтан ярала.

Айҙар: Ыуылдырыҡ түгел тере балыҡ ебәрергә кәрәк.

Гөлнур: Ҡыҙыл ыуылдырыҡ магазинда  ла бар…

(малайҙар бер- береһенә ҡараша)

Айҙар: Ысҡын бынан!

Гөлнур: Ысҡынмайым!

Айҙар: Шыл тиҙәр һиңә!

Гөлнур: Шылмайым!

Айҙар: Тыңлаһаң, турғай балаһы тотоп бирәм, һылыуым.

Гөлнур: Антмы?

Айҙар: Ант

(Гөлнур ауылға табан йүгерә. Малайҙар үләнгә теҙелеп ултыралар)

Айҙар: Әйҙәгеҙ колхоздың балыҡсылар бригадаһынан ярҙам һорайыҡ.

Вәзир: Ярҙам, ярҙам, имеш. Бар, бөтә ауылға сығып ҡысҡыр, ярҙам һора. Бахыр…

Ғабдулла: Башта уҡ ант итәйек, был- сер. Өндә лә, төштә лә, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә серҙе сисмәҫкә. Кем дә кем телен тыя алмай, ул һатлыҡ йән! Антмы!

Вәзир: Ант!

Айҙар: Ант!

Ғабдулла: Ыуылдырыҡлыһын һайлап бер ҙур биҙрә балыҡ тоторға кәрәк.

Вәзир: Ниңә тоторға, колхоз балыҡсыларының балығы ҡайҙа икәнен беләм. Ҡараңғы төшкәс, берҙе түгел икене сәлдерәм!

Ғабдулла: Ярамай! Тура эште кәкре ҡул менән эшләргә ярамай!

Вәзир: Ҡалайыраҡ сирттергән була, әйтерһең башлыҡ!

Вәзир: Беҙгә ысынлып та башлыҡ кәрәк. Кем башлыҡ була?

Ғабдулла: Башлыҡты һайларға кәрәк!

Вәзир: Малайҙар, малайҙар минең бер генә лә башлыҡ булғаным юҡ. Айҙар класта староста, Ғабдулла стена газетаһына һайланды. Бер мин генә…

Ғабдулла: Башлыҡты һорап алмайҙар!

Вәзир: Әйҙә шыбаға тотабыҙ. Кем өҫкә сыға, шул башлыҡ.

Айҙар: Шыбағаны уйнағанда тоталар, ә беҙ уйнамайбыҙ. Беҙгә ярышырға кәрәк.

Вәзир: Харап икән, йүгеректе башлыҡ итергә. Башлыҡ ул “аяҡ” һүҙенән түгел “баш” һүҙенән алынған- белмәһәң бел!

Ғабдулла: Әйҙәгеҙ иң беренсе йүгереүҙә, шунан мәргәнлектә, аҙаҡ ҡул көрәшендә ярышайыҡ.

Айҙар: Мин риза! Әйҙәгеҙ анау ҡайынға тиклем йүгерешәйек.

Вәзир: Раз, два, пли!

(Йүгереп китәләр. Ғабдулла -беренсе, Айҙар -икенсе, Вәзир- иң аҙаҡтан килә)

Вәзир: Аяғыма сүп керҙе!

Айҙар: Ултыр, ҡарайыҡ әле.

Ғабдулла: Бында бер ниндәй сүп тә юҡ. Әйҙә, тор, сәпкә атышабыҙ!

(Сәпкә атыш. )

Айҙар:(береһе лә эләкмәгәс) Эх, малайҙар, булманы!

Вәзир: (беренсеһе эләкмәй, икенсеһе эләгә) Бер ҡоймаҡты майланыҡ.

(Ғабдулланың барыһы ла эләгә)

Айҙар: Во, булдырҙың молодец!

Вәзир: Ҡул көрәшен башлайыҡ.

Айҙар: Әйҙә иң беренсе икәүләп ярышайыҡ

Вәзир: Әйҙә һуң ( ул еңелә)

Ғабдулла: Хәҙер беҙ икәү инде!

Айҙар: Шулай әйҙә, көрәшеп ҡарайыҡ. Кем- кемде!

Вәзир: Ғабдулланы еңә алмаҫһың шул!

Ғабдулла: Кем көслө шул еңер! (Ғабдулла еңә)

Айҙар: Малайҙар ярыш бөттө. Башлыҡҡа суҡмарҙы тапшырырға кәрәк.

Вәзир: Теләһәң утҡа, теләһәң һыуға ин. Беҙ һинең дуҫтарың.

Ғабдулла: Әкиәттә лә бит батырҙар өсәү булған. Ҡалай һәйбәт булды әле ул.

Айҙар: Батыр өсәү, тик башлыҡ берәү була. Ул - һин, ура!

Ғабдулла:  Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа “Өс таған” тип исем ҡушырға! Ризамы?

Малайҙар бергә: Риза!

Ғабдулла: Былай булғас Кирәмәтте ҡотҡарабыҙ! Әйҙәгеҙ хәҙер өйгә ҡайтайыҡ, һуң инде. Беҙҙе иртәгә мөһим эштәр көтә! Күлде ҡотҡарырға кәрәк!

 

Башҡортостан ынйылары

“Халыҡтың рухи байлығын һаҡлайыҡ”

Ҡыҙҙар тауына сығыу

Маҡсат: халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән байрамдары, уйындары менән танышыу, киләсәк быуынға еткереү, башҡорт рухында тәрбиәләү тәрбиәләү.

Бурыстары: халыҡ байрамдарын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының йәш граждандарын халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән йолалары рухында тәрбиәләү; уларҙың тирә- яҡ мөхиткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен, балаларҙың сәләмәт, зиһенле булып үҫеүҙәренә ярҙам итеүен асыҡлау.

 

Ауыл өйө күренеше. Өй алдында эскәмйә. Залдың икенсе яғында тау битләүе. Унда сәскәләр үҫә. Эскәмйәлә 2-3 ҡыҙ ултыра.

Һаумыһығыҙ, хәйерле көн!

1- се ҡыҙ:Әйҙәгеҙ, Рәмиләне Ҡыҙҙар тауына саҡырабыҙ.

Ҡыҙҙар күмәкләп: Әйҙәгеҙ.

Өй эргәһенә киләләр ҙә:

- Рәмилә, сыҡ әле бында.

Рәмилә: Әү, нимә булып китте, ҡыҙҙар.

Алһыу: Ҡыҙҙар тауына сығырға ине, әйҙә беҙҙең менән.

Регина: Һинһеҙ күңелһеҙ була

Алина: Йырҙар йырлап, уйнап- көлөп ҡайтайыҡ

Рәмилә: Хәҙер ҡыҙҙар, көтөп кенә тороғоҙ!

Ҡыҙҙар күмәкләшеп китә башлауға ситән артында ҡасып тороусы малайҙар ҡаршыларына сығалар:

Тимур: Егеттәр, ҡыҙҙар бында табан киләләр.

Рәмил: Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ!

Ниңә кәзә һаумайһығыҙ?

Әтәсегеҙ күкәй һалған,

Ниңә сығып алмайһығыҙ?

Алһыу: Гәрәй, Гәрәй,

Тау башында тәгәрәй.

Айнур: Гөлшат, гөлшат

Ватылмаған көршәк!

Алһыу: Ә һеҙ шулаймы ни әле! Ҡыҙҙар әйҙәгеҙ әле!

Ҡыҙҙар:Егеттәре килгәндәр,

Тауға килеп еткәндәр.

Беҙҙең уйынға сыҡҡанды,

Әллә ҡайҙан белгәндәр.

Егеттәр: Алын алырһығыҙмы,

Гөлөн алырһығыҙмы?

Беҙ барырға ҡаршы түгел,

Һайлап алырһығыҙмы?

Алһыу: Ҡыҙҙар, егеттәр үсекләшмәйек әле. Әйҙәгеҙ, Ҡыҙҙар тауына.

Алина: Ҡарағыҙ әле ниндәй матур сәскәләр үҫеп сыҡҡан. Тағы ла ләйсән ямғыр яуһа шәп булыр ине

Балалар күмәкләп:

Ямғыр, яу, яу

Иген үҫһен тау- тау

Беҙ йәшәрбеҙ һау- һау!

Тимур: Ә көнө ниндәй йылы!

Ринат: Эх дуҫтар!

Бар ине йәш саҡтар,

Кеҫә тулы борсаҡтар!

Рәмилә: Ошо Ринат ҡыҙыҡ һөйләп кенә торор инде!

Илзида: Ниндәй матур тау буйы.

Альберт: Әйҙәгеҙ уйнап- йырлап алайыҡ.

Тимур: “Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнайыҡ.

Алина:Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, түңәрәкләп баҫығыҙ.

Рәмилә: Ҡулъяулығым йәшел, йәшел

Йәшел сирәм артында

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

(шулай итеп 2-3 тапҡыр йырлана)

Регина: Ял да итеп алайыҡ, арытып та ебәрҙе. Мин һеҙгә йомаҡ ҡоям, тыңлағыҙ әле!

Һырлы, һырлы, һырлы ул,

Беҙҙең менән йырлай ул.

Бейетә лә, йырлата ла,

Күңелле ул, моңло ул.

Тимур: гармун, гармун бит ул.

Ринат: Гармун , мин дә белдем инде, әйтмәнем генә.

Алина: Шулайҙыр шул, ултырып шыуғандыр...(көлөшәләр)

Айнур: Ә хәҙер минең йомаҡты тыңлағыҙ.

Өрмәй- тешләмәй,

Бер кемде лә индермәй.

Ринат: Этме ни ул?

Илзида: Йоҙаҡ бит ул.

Рәмилә: Йомаҡ ҡойоп ҡына ултырмайыҡ инде, бейегем килә. “Милли уйын”!

(4 кеше бәләкәй түңәрәк, 6-8 кеше ҙур түңәрәк эшлп баҫалар. Түңәрәктәр төрлө яҡҡа әйләнәләр. )

Ситтәге түңәрәктәгеләр йырлай:

Һеҙ уртала, беҙ ситтә,

Әйләнәйек түңәрәк.

Уйыныбыҙ матур булһын,

Уйнайыҡсы бергәләп.

Эстәге түңәрәктәгеләр:

Ағиҙелдең аръяғынан

Йөҙөп килдегеҙме әллә?

Ауыҙығыҙҙы энә менән

Тегеп килдегеҙме әллә?

Ҙур түңәрәккә баҫып, бергәләшеп йырлайҙар:

Ярма ярмағыҙ әле

Ярма ярмағыҙ әле.

Дүрт кешенең таҡмағынан

Файҙаланмағыҙ әле.

Икешәрләп әйләнәләр:

Таянабыҙ бөйөргә лә

Тотонабыҙ бейергә.

Тыпыр- тыпыр, тыпырлашып,

Әйләнәбеҙ бит бергә

Алһыу: Түңәрәктә бейей- бейей башығыҙ әйләнмәһен! Бүтән уйын уйнайыҡ.

Тимур: “Йөҙөк һалыш” уйнайыҡ, баш әйләнер тип ҡурҡаһы түгел.

Алһыу: Йөҙөк кемдә һикереп сыҡ!

Уйын бер нисә тапҡыр уйнала. Наказдар бирелә. Беренсе тапҡыр Иринаға эләгә- бейергә, Илзида- ҡумыҙҙа уйнай, Рәмил-әтәс булып ҡысҡыра.

Рәмилә: Ҡыҙҙар, малайҙар һуң булып китте бит!

Алина: Ҡайтабыҙ, ҡайтырға ваҡыт!

Айнур: Үрге остар әйҙәгеҙ минең арттан

Ринат: Әйҙәгеҙ, түбән остар! (Күмәкләп йырлап сығып китәләр.”Бүләк” йыры.)

Килдек дуҫтар Иҙел диңгеҙ кисеп,

Һеҙҙе һағынып ҡоштар кеүек осоп.

Ҡош ҡанаттары түгел иңемдә

Йыр ҡанаттары минең күңелемдә

Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә

Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына

Иңматур йырҙарҙы һайлап ҡына

Йәшәйек донъяла һайрап ҡына.

 

 

Әҙерләүсе: Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы

 

Шишмә – йәшәү сығынағы

Бабай сыға ла доға ҡыла башлай, шул ваҡытта ике малай ат булып сабып килеп инәләр.

1-    се малай: Йә, шәберәк, но- но

2-    се малай: Олатай нимә эшләйһең ул?

Олатай: Йәшәү сығанағы булған шишмәне өшкөрәм.

2-се малай: Ҡалай ҡыҙыҡ, ә ни өсөн?

Олатай: Шишмәнең һыуы юҡ булмаһын, һыуы таҙа булһын тип өшкөрәм. Улдарым, килегеҙ әле миңә яҡыныраҡ. Бына был шишмәне һаҡларға кәрәк. Шишмә ҡороһа, был тирәлә бөтөн тереклек юҡҡа сығыр. Һыу кешеләргә лә, ағастарға ла, йәнлек- ҡоштарға ла бик кәрәк. Кеше аслыҡҡа түҙә ала, ә бына һыуһыҙ оҙаҡ тора алмай. Ер ҙә һыуһыҙ тора алмай

1-    се малай: Олатай һин ер күп тигәйнең бит.

Олатай: Ер күп ул, улым, ләкин уны һаҡларға кәрәк. Мин уны ваҡытында фашистарҙан һаҡланым. Күпме кешеләр һуғышта ошо ерҙе һаҡлап үлеп ҡалды. Ә хәҙер барыбыҙға ла ерҙе бысраныуҙан, һыуҙарҙы ҡороуҙан һаҡларға кәрәк. Кеше үҙе лә бит һыуҙан яралған. Әйҙәгеҙ әле үҙемдең ҡобайырымды тыңлап китегеҙ:

Ай, тыуған ер, тыуған ер

Атам-әсәм тыуған ер.

Дүрт аяҡлы януарға

Төйәк булған тыуған ер.

Йылғалары, шишмәләре,

Сылтырап аҡҡан, тыуған ер

Таҙа һыулы шишмәләре

Йәшәү сығанағы ул.

 

2-    се малай: Олатай беҙ бит был шишмәне йыл да таҙартып торабыҙ.

Олатай: Һай афарин, уландарым, бик яҡшы эш эшләйһегеҙ.!

1-                    се малай:  Олатай ҡайғырып ултырма әле. Һин бит донъяла һыу күп тигән инең, бөтмәҫ әле. Ана, өйҙә кранды асып ҡына ебәр, күпме теләһең шуныңса аға.

Олатай: Юҡты һөйләмә улым! Донъяла бөтмәҫ нәмә юҡ. Ана кешеләр бик күп ағас киҫәләр, Ағиҙел, Апайыш буйҙарын бысраталар. Ағиҙелгә генә ҡарағыҙ, һыуы кәмене, параходтар йөҙә алмай. Күп йылғалар ҡороно. Шишмә ул улым, ер аҫтынан бер урында килеп сыға. Шул урынды шишмә башы тейҙәр. Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең шишмә башын кәртәләп бөтөрәйек, ҡош- ҡорт, малдар тапамаһын, бысратмаһын

2-се малай: Әйҙә  олатай . (китәләр)

Олатай: Эш бөткәс шишмә һыуы менән сәй эсеп алырбыҙ.

Әбей ҡыҙҙары менән шишмәгә килә.

Ҡыҙ: Өләсәй, һин шишмә буйына ниңә ҡаҙан тотоп килдең?

Өләсәй: Ямғыр яумаған йылды беҙ шулай ҡаҙанды шишмәгә ҡаплап ҡуябыҙ. Ул ямғыр теләү йолаһы була, балам. Әйҙәгеҙ әле, ямғыр теләү теләктәрен әйтеп алайыҡ,

Ямғыр яу, яу, яу

Иген үҫһен тау, тау, тау

Ямғыр яу, яу, яу

Иген үҫһен тау, тау, тау

Ҡыҙ: Ямғыр яу, яу, яу

Иләкләп, силәкләп,

Илгә лә бир, көнгә лә бир

Күберәген беҙгә лә бир.

Ҡыҙ: Ямғыр яу, яу, яу

Ашлыҡ үҫ тау, тау

Ҡороған ер һыу эсһен

Ағастар бейек үҫһен.

Өләсәй: Теләгебеҙ ҡабул булһын, амин!

Ҡыҙ: Өләсәй, ана кемдәр килә ул!

Өләсәй: Ә улар, беҙҙең ауыл егеттәре. Илебеҙҙе һаҡларға, хәрби хеҙмәткә  китергә йөрөүсе йөрөүсе егеттәр.

Егеттәр: Һаумыһығыҙ, Гөлсара әбей! Хәлдәрегеҙ нисек?

Өләсәй: Аллаға шөкөр балалар, әйҙәгеҙ шишмә һыуын тәмләгеҙ. Саф шишмәләй булһын уйығыҙ, иҫән- һау йөрөп ҡайтығыҙ.

1-    се егет: Эй һин шишмә ҡорома

Тик насарға юрама

Тәңкә- тәңкә хәйер һалам

Иҫән әйләнеп ҡайтырға

2-    се егет: Эй, тыуған ҡалам, Апайышым, Ағиҙелем, һағынырмын инде мин һеҙҙе. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. (хәйер  һалып, хушлашып сығып китәләр)

-         Һау булығыҙ Гөлсара әбей

Өләсәй: Хәйерле юл, балалар.

Ҡыҙҙар һыу алалар, ошо ваҡытта малайҙар сабышып килеп сығалар Һәм ҡыҙҙарҙы ирештерә башлайҙар

1-    се малай: ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, һауалағы йондоҙҙар

1-    се ҡыҙ: Малайҙар, малайҙар, сүплектәге ҡалайҙар.

2-    се малай: Түбә тигән

-         Түбә

-         Иртәгә һине малайҙар үбә.

2-се ҡыҙ: Кит инде, нимә һөйләп торған була. Һөт, тигән,

-Һөт

-Танауыңды һөрт- тип малайҙың танауын ҡыҫа ла, көлөшә- көлөшә ҡасып сығып китәләр.Бер аҙҙан биҙрәләрен ҡалдыры кире сығалар.

Ҡыҙ: Һеҙ ҙә шишмә буйына килдегеҙме?

1-    се малай: Беҙ күптән бында инде.

2-    се малай: Олатайым менән шишмә башын таҙартабыҙ

Ҡыҙ: Әйҙә берәй уйын уйнап алабыҙ.

1-    се малай: Ниндәй уйын уйнайбыҙ?

2-    Ҡыҙ: Өләсәйемдән һорайыҡ әле, ул берәй уйын өйрәтер әле. Өләсәй берәй уйын өйрәт әле

Өләсәй: Беҙ элек ҡырҡ таш уйынын яратып уйнай торғайныҡ. Уның өсөн шишмәнән матур ғына  ҡырҡ таш йыйып алырға кәрәк.

Балалар таш йыялар, өләсәй ергә балаҫ түшәй. Балалар килеп шунда ултыра. Өләсәй уйнап күрһәтә.

-         Бына был таш бәхет ташы, быныһы иман ташы, быныһы намыҫ ташы, был таш белем ташы. Таштарҙы бына ошолай һикертәһең (күрһәтә)

Ҡыҙ һикертә. Өләсәй: Бәхет ташы был ҡыҙым, бәхетле булырһың,

Малай һикертә: Олатайың кеүек иманлы булырһың, иман ташын тотҡанһың улым

Ҡыҙ һикертә: белем ташы был балам, белемле булырһың, алла бойорһа

Малай һикертә: Һин балам ошо ерҙең хужаһы булырһың, еребеҙҙе, һыуҙарыбыҙҙы һаҡларһың. Ана олатайығыҙ ҙа килә.

Олатай: Әйҙәгеҙ шишмә һыуы менән сәй эсеп алайыҡ.

Өләсәй: Ҡыҙҙарым ашамлыҡтарҙы килтерегеҙ (сәй эсәләр)

Ҡыҙ: Өләсәй ҡалған ризыҡтарҙы нимә эшләтәйек ул?

Өләсәй: Икмәк валсыҡтарын ташларға ярамай, ҙур гонаһ ул, ана балыҡтарға,шишмәгә һалығыҙ.

Олатай: Гөлсара һин йәш саҡта бик матур итеп ҡумыҙҙа уйнай торғайның йә баларға уйнап күрһәт әле.

Өләсәй: Әйҙә тыңлағыҙ улайһа, ҡумыҙым гел үҙем менән инде минең. Уйнайым булмаһа.

Олатай, малайҙар: Эй, рәхмәт, бигерәк матур уйнанығыҙ.

Олатай: Бына уландарым, бик яҡшы эш эшләнегеҙ, шишмә башын таҙартап, кәртәләп ҡуйҙыҡ. Алла бойорһа, шишмәбеҙ һыуы бөтмәҫ әле

Өләсәй: Балалар, ә һеҙ ошо йылғаның исеме ни өсөн Апаиш тип аталғанын беләһегеҙме?

Балалар:  Юҡсы, белмәйбеҙ.

Өләсәй: Тыңлағыҙ улайһа. Был ерҙә элек Ағиҙел ҡалаһы булмаған әле. Ошо йылға эргәһендә ике ҡыҙ осрашҡандар. Улар еләк йыйып йөрөгәндәр ти. Ҡыҙҙарҙың береһе башҡорт, береһе урыҫ ҡыҙы булған икән. Бер- береһен күргәс шатланып киткәндәр.  Алып килгән ашамлыҡтарын ашарға ултырғандар. Башҡорт ҡыҙы: “Аша , апай, аша, тип әйтә- икән, Ә рус ҡыҙы “Ешь, ешь” ти икән. Башҡорт ҡыҙы ешь- тигән һүҙҙе иш, тиң тип аңлаған. Апа иш тигән. Ҡыҙҙар ашап туйып,  ярҙан менгәс, бер ауылды күреп ҡалғандар, шул ауылға килгәс кешеләр уларҙы бик ихлас ҡабул иткәндәр, ашатып, оҙатып ҡуйғандар икән. Шунан алып был ике ҡыҙ бик дуҫ булғандар, ә был матур йылғаны Апаиш тип атағандар.

Ҡыҙ: Бик ҡыҙыҡлы был риүәйәт.

Ҡыҙ: Эйе, миңә лә оҡшаны. Йылғабыҙға, урмандарға теләк теләп алайм әле:

 Сылтырап аҡһын шишмәләр

Урмандар үҫһен шаулап.

Иламаһындар улар

Кешенән ҡурсыу һорап.

 

Өләсәй: Амин, шулай булһын.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие на башкирском языке "Ҡыр ҡаҙҙары""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по выставочной деятельности

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 866 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.11.2016 727
    • DOCX 40.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Денисламова Алия Заитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Денисламова Алия Заитовна
    Денисламова Алия Заитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11545
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Финансовый анализ

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 12 регионов

Мини-курс

Современные тенденции в архитектуре

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологическая помощь и развитие детей: современные вызовы и решения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе