Йәнлектәр
йыйылышы.
Башланғыс
класс уҡыусылары өсөн сценарий.
Ҡатнашалар:
Айыу
Тейен
Ҡуяндар
Терпе
Төлкөләр
Бүре
Ҡар бөртөктәре
(Йыр
малайҙар Әйҙәгеҙ дуҫтарым)
Бер көндө урман хужаһы айыу тейенде
саҡырып алды ла ,былай тине
-Үҙең беләһең,оҙаҡламай һалҡын ҡыш етә, минең ҡышҡы йоҡоға талыр ваҡытта
етә,шуға ҡәҙәр мин йәнлектәрҙең хәлдәрен,күңел тороштарын,ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген
белгем килә,.Хәҙер һин дуҫҡайым елдәй елеп кенә бар йәнлектәрҙе шыршылыҡтағы
аҡланға саҡыр. Тик, ҡара уны, бүре менән төлкөнө саҡырма яуыздарҙың этлектәрен
беләм, Ҡыш баһадир уларға тейешле язаһын бирер.
Тейен ағастан-ағасҡа һикереп , йәнлектәрҙе
йыйылышҡа саҡыра
-Йыйылышҡа, йыйылышҡа ,урман хужаһы айыу
ағай, бөтәгеҙҙе лә шыршылыҡ эргәһендәге аҡланға саҡыра.
Айыу шыршылыҡҡа килеп, бүкәнгә ултыра
ла,йәнлектәрҙе көтә башлай.Һикерешә-һикерешә йыйылышҡа ҡуяндар килеп керә.
-Йәгеҙ әле шешҡолаҡ,ҡышҡылыҡҡа
әҙерһегеҙме?
-Эйе,айыу ағай,беҙ әҙер,тундарыбыҙҙы
алыштырҙыҡ .Йыйылышҡа ла буш килмәнек ,бейеү әҙерләнек,риза булһағыҙ бейеп
күрһәтер инек.
-Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ
-Афариндар, ярай ҡышҡылыҡҡа әҙер,
күңелегеҙ көр икән
(Предшкольный бейеү).
-Минең уландарым ҡайҙа әле. Уларҙа бик
килештереп бейей белә.
(айыу балары бейей. Мишка Гумибер
! класс)
Төлкө менән буре килеп керә, ҡурҡа-ҡурҡа
ғына айыуҙың артына барып баҫала.
-Айыу ағай, айыу ағай, ағаҡайым рөхсәт ит
инде, беҙҙең дә һеҙҙең менән бергә булғыбыҙ килә.Ғәйеплебеҙ ,беләбеҙ.
-Минән түгел,ана йәнлектәрҙән ғәфү
үтенегеҙ,улар нимә тип әйтер.
-Ярай ғәфү итәйек. Яуызлыҡтарынан тыш
файҙаларын да онотмайыҡ. Урманды кем таҙартыр.
Төлкө шатланып китә.
-Улай булғас беҙ бейеп күрһәтәйек әле.
(Данил,Вилиә бейеү)
Оһо-һо-һо өшөтә башланы,әллә ҡар яуырға
итә инде.
(Дүрт миҙгел,ҡыҙҙар)
Тейен терпене һөйрәп алып керә.
-Уф, һуңланыҡмы әллә.Терпене эҙләп
йөрөнөм,ул шыршы төбөндә йоҡлап ятҡан.
-Терпе дуҫ ,уян инде.Әйҙә бейеп кенә
күрһәтәйек инде.
(Дошколята. А ты меня любишь йырына
бейеү)
-Ярай,балаҡайҙар Ҡар күҙҙәре төшә
башланы, беҙгә китергә ваҡыт етте ,хәлегеҙҙе белдем,күңелегеҙҙең көр,
ҡышҡылыҡҡа әҙер икәнлегеҙҙе күрҙем, инде тыныс ҡына йоҡоға талырмын. Әйҙә терпе
дуҫ.
Һау бул айыу ағай.Яҙға хәтлем.Тыныс йоҡо
,айыу ағай.
(Тәгәрәй йөҙөк малайҙар йырлай)
Ҡар бөртөктәре керә.-Беҙ һеҙҙе һауанан
күҙәтеп торҙоҡ. Бигерәк оҫта икәнһегеҙ.
-
Һәр ваҡыт дуҫ-татыу булығыҙ.Дуҫ- татыу
булһағыҙ ҡышҡы һалҡындарға,бурандарға бирешмәҫһегеҙ.Дуҫлыҡ булһа арала эштәр
гел алға бара.(Дуҫлыҡ йыры 2,3,4 класс ҡыҙҙары)
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.