Инфоурок Классному руководителю КонспектыВнеклассное мероприятие на тему "Последний звонок" (11 класс)

Внеклассное мероприятие на тему "Последний звонок" (11 класс)

Скачать материал

Һуңғы ҡыңғырау байрамы

Йыр. “Мәктәбем”

1-се алып барыусы. Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн. Сығарылыш синыф уҡыусыларынына ғүмерҙәренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле – бала саҡ менән хушлашыу, шатлыҡтары ла, борсолоуҙары ла бергә үткән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.

Ә хәҙер залға мәктәпте тамамлаусыларҙы 11-се синыф уҡыусыларын саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ түргә.

Ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директоры Загриев Әсҡәт Мортаза улына бирелә.

(Директорҙан һуң ҡунаҡтар ҡотлайҙар.)

 

Шаулап - гөрләп, бергә - бергә

Мәктәп йылдары үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы

Сағыу нурҙарын һипте.

Бармаҡты бөкләп һанарлыҡ

Көндәр ҡалды “осорға”,

Мәктәп ҡосағынан китеп,

Ят тормошто ҡосорға.

Һүҙҙе 11-селәргә бирәйек.

Алина

Май айының бөгөнгө

Иҫтәлекле бер мәле

Бик күп йылдар ошо көн

Хәтергә төшөр әле.

Артур

Хәтергә төшөр әле

Мәктәптәге тәүге көн

Шатланған саҡтарыбыҙ

Алған бишлеләр өсөн

Миләүшә

Алған бишлеләр өсөн

Ҡыуаныс кисереүҙәр

Икелеләр эләккәндә

Илағылар килеүҙәр

Ильнур

Илағылар килеүҙәр

Булдылар һирәгерәк

Уңышҡа ҡыуаныуҙар

Юлдаш булһын күберәк

Альфира

Юлдаш булһын күберәк

Мауыҡтырғыс дәрестәр

Берҙәмлектә бит ул көс

Гөрләп торҙо һәр эштәр

Х.Денис

Гөрләп торҙо һәр эштәр

Үтте лә киттеме ни?

Хәҙер инде һағынып

Һөйләргә ҡалдымы ни?

 

Рита

Ни эшләйһең шулай инде

Ваҡыт белә саманы

Ваҡыт һанай ғүмерҙе

Ҡуя ваҡыт баһаны.

Рәфис

Ун бер йыл да шулай

Ҡалды инде тарихта

Һуңғы ҡыңғырау бөгөн

Иҫкәртә ошо хаҡта

 

Эй, мәктәбем! Һин бар, һин йәшәйһең!

Тормошобоҙ һинән башлана.

Бабайҙарҙан килгән изге һүҙҙәр

Туған телдә һөйөп ятлана.

 

Юғалтмаған тарих исемеңде,

Алып килгән беҙҙең көндәргә.

Ант итәбеҙ, мәктәп, күтәрербеҙ

Һине һәр саҡ бейек үрҙәргә.

 

Йыр “Мәктәп тураһында”

 

Бүләк өсөн һиңә уҡытыусым,

Сәскәләр ҙә һайлап өҙмәнем.

Бәлки йөрәгемдән табырмын, тип

Һиңә тиңдәш һүҙҙәр эҙләнем.

 

Таба алмайым. Әллә ҡояшҡамы

Тиң итергә нурлы йөҙөңдө?

Белем бирҙең беҙгә кескәй саҡтан,

Көн-төн аямайса үҙеңде.

 

Әллә бүләк итергәме һиңә

Йондоҙҙарҙы аяҙ күктәге?

Йондоҙ булып балҡыһындар әйҙә

Күңелемдәге рәхмәт хистәре.

 

Мәктәпте тамамлап, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан һәр кем уҡытыусыһын оҙон-оҙаҡ хәтерендә һаҡлай, сөнки уҡытыусы – баланың яҡын серҙәше лә, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай иптәше лә.

Мәктәп баҫҡысына тәү башлап баҫҡан һәр бер бала ғорурлыҡ, тулҡынланыу тойғолары кисерә. Уны ҡаршы алған тәүге уҡытыусы ошо юлдан артабан барырға көс, ҡеүәт, дәрт, белем бирә. Беҙҙе ике мәктәптә ике уҡытыусы ҡаршы алды. Флүзә Мортаза ҡыҙы һәм Венера Рөфҡәт ҡыҙы. Һеҙ беҙҙе ҡатмарлы белем иленән ҡурҡмайса атларға өйрәттегеҙ. Нимә яҡшы, нимә насар икәнен тәү башлап һеҙ өйрәттегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

 

 

 

 

Йыр ”Әсәйемдең туған көнө”

1.        Хәтерләйһеңме икән, мин хәтерләйем

Әлифбаның һәр бер һүрәтен

Һүрәттәргә ҡарап хәрефтәрҙе

Һин танырға мине өйрәттең

               Белем сере менән һуҡмаҡтарҙан

               Астың миңә юлдың яҡтыһын

               Венера апа, уйҙарымда сағыла

               Изге уйҙарымдың яҡтыһы

2.        Тормош серҙәренә төшөнөү

Башлана бит хәреф таныуҙан

Һеҙгә асыҡ булған күп нәмәләр

Беҙгә ауыр ине шул заман.

 

Артабан эстафетаны апайҙар Фаил Наил улына тапшырҙылар. Беҙ шаулап гөрләп урта синыфтарға киттек. Фаиль Наил улы, һеҙ беҙҙең өсөн иң яҡын кешебеҙ булып ҡалдығыҙ. Һеҙҙең атайҙарса әйткән аҡыллы һүҙҙәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ беҙгә ғүмер буйы яҡты маяҡ булып торһон. Беҙгә ҡарата күрһәткән түҙемлелегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

 

Үҙебеҙ үҙгәрһәк тә,

Шундай уҡ шат һәм шуҡбыҙ

Тик беренсе дәресең, яратҡан уҡытыусың

Онотолмай икән шул.

Эстафетаны ағайыбыҙ Айгөл Хәмзә ҡыҙына тапшырып беҙҙең мәктәпте ташлап китте. Айгөл апай кәрәк саҡта йомшаҡ һүҙе менән башыбыҙҙан һыйпап яратты ла, эш боҙғанда хатабыҙҙы танытып шелтәләне лә. Донъя серҙәренә төшөндөрә - төшөндөрә тормошҡа үҙ ҡарашы булған һәм әле һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып торған ысын кешеләр, шәхестәр тәрбиәләне ул.

 

Йыр “Ысын дуҫым”

1.        Беҙгә яҡты йөҙөң һәр саҡ асыҡ булды

Һәр ваҡыт һин беҙҙе аңланың

Һинең изгелегең күңелдәрҙә ҡалыр,

Аҡларбыҙ һинең өмөтөңдө

          Кәңәше, аҡылы һәр ваҡыт күңелдә,

          Рәхмәт һиңә рәхмәт, уҡытыусым,

          Һәр ваҡыт булдыҡ беҙ ҡанатың аҫтында

          Ҡанаттарыбыҙ нығынды хәҙер.

2.        Беҙҙең класта һәр саҡ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ

Бер бөтөн ғаилә булдыҡ беҙ

Бөгөн таралабыҙ тик һеҙҙең һүҙегеҙ

Изгелек булып ҡалыр һәр саҡ.

 

    Вы были строгими порой

Но не щадя себя

Без страха шли за правдой в бой

Нас непосед любя

Учили жить и жизнь любить

Мир красить добротой

Учили не казаться, быть

Всегда самим собой.

 

Гульшат Газзалиевна спасибо Вам что вы понимали и принимали непосед такими, какие есть на самом деле. Вы не жалея себя старались нас обучить грамматически правильно писать и грамотно выговаривать.

 

Йыр “Тала беләгем”

1.Башҡортса ҡайҙа бараһың, урыҫса Куда пойдешь

ЕГЭ ләргә әҙерләнеп пожалуй с ума сойдешь.

                     Гөлшат апа дәрестәре

                     Ҡыҙыҡлы итеп уҙа

                     ЕГЭ ләргә беҙгә мотлаҡ

                     Әҙерләнергә кәрәк.

 

2.Был донъяға һәр беребеҙ

Бер генә тапҡыр килә

Ошо ябай ҡағиҙәне айырылғас аңларбыҙ.

 

Минигуль Ишкалиевна вы обучали нас и грамоте и старались показать культуру других стран. Мы премного благодарны за ваши уроки, за ваше понимание, за ваше терпение.

Рәбиға Әнүрбәк ҡыҙы һеҙгә булған сикһеҙ ихтирамыбыҙ беҙҙең күңелдә гел һаҡланыр. Киләһе йырыбыҙ апайҙар һеҙҙең өсөн.

 

               Йыр. “Ҡыҙыл розалар көйөнә”

1.Беҙҙең мәктәп алды йәйҙәр етһә

Төрлө-төрлө сәсәкәләргә Төрөнөп һөйөнә.

Рәбиға апа тырышлығы менән улар

Шулай матур сәскә аталар.

                      Рәбиға апай

                      Һеҙҙең дәрестәр

                      Беҙгә бик кәәрәк

                      Шуға бик ҡыҙыҡ

                      Тик оҙаҡҡа етһен 45 минут

                       Һулымаһындар һәр саҡ гөлдәрең.

 

2.Кемдәр генә һеҙгә һоҡланмай

Сәскә кеүек йәшһегеҙ Миңлегөл апай.

Һеҙҙең менән бергә төрлө илдәрҙең

Мәҙәниәттәрен белдек беҙ.

                       Миңлегөл апай, һеҙҙең дәрестәр

                       Беҙгә бик кәрәк шуға бик ҡыҙыҡ

                      Тик оҙаҡҡа етһен 45 минут

                       Һәр саҡ йәш булһын күңелегеҙ.

 

Беҙҙең өсөн көстәрен ваҡыттарын йәлләмәй, тырышҡан уҡытыусыларыбыҙ Наилә Миңлебай ҡыҙы, Зөлфирә Әмир ҡыҙы беҙ типтәрҙәрҙе дөрөҫ итеп башҡортса һөйләшергә, яҙырға өйрәттегеҙ. Иншаларыбыҙҙы яҙмай этләтһәк тә, беҙгә һеҙҙең дәрестәрегеҙ бик оҡшай ине.

 

 

 

 

Йыр “Йәшлегем шишмәләре”

1.        Наилә апай дәрестәре

Һәр саҡ күңелдәрҙә ҡалыр

Моңло ғына бер йыр булып

        Йәшлегем дәрестәре

        Йыраҡта ҡалһа ла хәтерҙә

        Уйҙарым һеҙҙең менән бергә

        Рәхмәтлебеҙ һеҙгә ғүмергә.

2.        Зөлфирә апай беҙҙең өсөн

Яҡты маяҡ булып торор

Һеҙҙең һүҙҙәр һәр саҡ иҫтә.

 

       Фәндәр араһында иң ауыры, шул уҡ ваҡытта бик кәрәклеһе – теүәл фәндәр: алгебра, геометрия , физика, информатика. Үҙебеҙсә бик тырышһаҡ та, тейешле үрҙәрҙе бәлки яуламағанбыҙҙыр. Шуға ҡарамаҫтан беҙгә ышаныстарығыҙҙы юғалтманығыҙ. Рәхмәт Һеҙгә, Лилиә Мөхәммәт ҡыҙы, оло йәштә булһағыҙ ҙа беҙҙең өсөн янып-көйҙөгөҙ, Рөстәм Мөхәрәм улы, йәш булһағыҙ ҙа беҙҙе аңланығыҙ, Фаил Наил улы, Вячеслав Мефодий улы Һеҙҙе алдығыҙҙа бөгөн башыбыҙҙы эйәбеҙ.

 

Йыр “Теймәһен тик күҙҙәрем”

1.        Эҙләнек, күп китаптар аҡтарҙыҡ

Яуаптарын тапманыҡ

Килгәс күсерергә өмөтләндек

Миҫалдар йылдан-йыл ауырлашты

Баштар буталып бөттө

ЕГЭләрҙе нисек бирербеҙ?

            Эҙләнек, килереңде белдек беҙ

            Килерһең тип көттөк беҙ

            Ярҙам иттегеҙ беҙгә, Лилиә апай

                  Бик бәхетле булырбыҙ

                  Имтихандарҙы биргәс

                  Имтихандарҙы тапшырып бөткәс

2.        Һүҙҙәрең һинең наҙлы һүҙҙәрең

Йөрәктә һәр ваҡыт

Онотмабыҙ беҙ һеҙҙе, апай

Кәңәштәр, һеҙҙең биргән кәңәштәр

Китаптарҙан көслөрәк

Күңелдәргә үтеп инделәр.

 

 

 

Йыр “Гөрләшеп йәшәйек”

1.        Белмәгән сағымда, физика фәнен дә,

Рөстәм ағайыбыҙ ярҙамға килде

Уның менән беҙгә еңел дәрестәрҙә

Информатика фәнендәлә

         Эх, ярай һеҙ бар,

         Рәстәм ағайыбыҙ

         Түҙемлегегеҙгә

          Рәхмәт йырлайбыҙ.

 

2. Фаил ағайыбыҙ, бик тә етеҙ итеп

Беҙгә теүәл фәндәрҙе уҡытты

Директор булғас ул

Беҙҙе ташлап китте

Һеҙҙең дәрестәрҙе һағынып ҡалдыҡ

         Эх, ярай һеҙ бар,

         Фаил ағайыбыҙ

         Түҙемлегегеҙгә

          Рәхмәт йырлайбыҙ.     

2.        Вячеслав ағай ҙа, беҙгә белем бирҙе

Ҡай сағында аңлашмай ҙа ҡалдыҡ

Һеҙҙең дәресегеҙ беҙҙең күңелдәрҙә

Рәхмәт һеҙгә, ағай, ғәйепләмә.

         Эх, ярай һеҙ бар,

         Вячеслав ағай,

         Түҙемлегегеҙгә

          Рәхмәт йырлайбыҙ.

          Эх ярай һеҙ бар,

          Уҡытыусылар,

          Түҙемлегегеҙгә

           Юҡтыр ҙа сиктәр.

     Флүзә Зинур ҡыҙы, һеҙ уҡытҡан дәрестәр быйыл бик аҙ булһалар ҙа, улар һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә.

 

Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә

Юлығыҙға ынйы һибелһен

Тормошоғоҙҙоң алһыу таңы һеҙгә

Мәңге һүнмәҫ бәхет килтерһен.

 

Йыр”Их, һеҙ, матур ҡыҙҙар”

1.        Гуд мониң, сет даун, тиеп

Дәрес башлана

Дөрөҫ булһа вери гуд, тип

Апай ҡыуана.

      Их, һеҙ, Флүзә апай

      Ташлап киттегеҙ

       Һеҙҙең дәрестәрегеҙҙе

       Һағынып бөттөк беҙ

2.        Хәҙер инде Һоум уоркты

Тикшерәйек,ти

Беҙҙең һея эйеләлер

Партаға тейеп.

 

     Наил Абрар улы менән дәрестәрҙә беҙ быуат төпкөлдәренә төшөп, бөтә ваҡиғаларҙы ла күҙ аллап бөттөк. Кешеләр илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә беҙгә ағай аңлатҡанда бик еңел кеүек булып торҙо. Тик тарихтан һуң бәлки физкультура булғандыр. Ул белемдәр елгә китеп бөтә торҙолар. Бәлки Әнүр Юнир улы беҙҙе шәберәк йүгерткәнгә төшөп тә ҡалғандарҙыр. Һеҙҙең менән беҙгә бик еңел булды, һеҙ һәр ваҡыт үҙегеҙҙе беҙҙең менән бер тиң күрҙегеҙ. Ҙур Рәхмәт һеҙгә.

 

Йыр “Ҡайындар араһында”

1.        Тарих дәрестәре етә

Беҙҙе тулҡынландырып

Бөтә йылдар ваҡиғалар

Башта бөттө буталып.

Һеҙ беҙҙе алып индегеҙ

Тарихтар төпкөлөнә,

Унда төрлө ваҡиғалар

Уҡыһаң иҫтә ҡала.

        Ҡайһы йылда һуң, ҡайһыһы

         Был ваҡиға булғаны

         Наил ағай ҙа йылмайҙы

         Уф “ике” ҡуймаҫ әле.

 

2.        Икенсе дәрес ОВС

Шунан Физкультуралыр

Әнүр ағай беҙҙе һағынып

Инде көтөп торалыр

Тормошта төрлө хәл була

Беренсе ярҙам кәрәк

Әнүр ағайҙың һүҙҙәре

Булырҙар һәр саҡ терәк.

         Бер километр, икенсе,

         Уф ҡасан етә финиш,

         Бик арыһаҡ та оноттоҡ

         Әнүр ағай ҡуйғас биш.

 

       Уҡытыусының хеҙмәтен бизмәндәргә һалып үлсәп булмай. Уның эшенә иң ҙур баһа – уның уҡыусылары, уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары. Венера Рөфҡәт ҡыҙы һәм Альбина Зинур  ҡыҙы һеҙҙең дәрестәрегеҙ беҙҙең күңелдәргә илһам нурҙары һалды, донъяның матурлығын күреп ҡыуанырға өйрәттегеҙ беҙҙе.

         Йыр “Гармун алайыҡсы, дуҫҡай”

1.        Буяу алайыҡсы, апай,

Һүрәт төшөрик әле

Натюрморт, портрет, пейзаждар

Бөтәһен белик әле.

Альбина апай, матурлыҡтың

Серен төшөник әле.

2.        Йөрәктәрҙе елкендерһен

Баяныңдың моңдары

Йырҙа төрлө жанрҙың барын

Венера апай өйрәтте

Тыуған яҡтың да моңдарын

Яратырға өйрәтте.

3.        Музыкаға һәм рәсемгә

Оҫталыҡтар тиҙ артты

Бына һеҙҙең алдығыҙҙа

Апайҙарҙың емеше

Һеҙгә рәхмәт һүҙебеҙҙе

Йыр ҙа әйтә алмаҫ төҫлө.

 

     Мәктәп беҙҙе алдағы тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләй. Бөтә оҫталыҡтарҙың башланғысын беҙгә мәктәптә бирәләр. Егеттәргә төрлө инструменттар менән эш итергә, трактор, машина серҙәрен өйрәнергә, иҡтисад торшон, бәйләү, тегеү, сигеү серҙәрен ун бер йыл буйы беҙ ҙә өйрәндек. Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ: Әминә Йәғәфәр ҡыҙы, Айгөл Хәмзә ҡыҙы, Әсҡәт Мортаза улы, Хәлим Әфтәхетдин улы.

 

Йыр “Гармун һайрай”

1.        Бармаҡтары менән ғүйә

Ул тылсым эшен йөрөтә

Тормошта кәрәк һөнәрҙе

Хеҙмәт дәресе өйрәтә.

         Хәлим ағай беҙҙән төрлө

         Инструменттар эшләтә

         Бер таҡтаны алып ҡуя

         Бысып формаға кертә.

         Хәлим ағай дәрестәрең

         Көнкүрештә бик кәрәк

           Рәхмәт, ағай, һеҙҙең кеүек

           Оҫталар беҙҙә һирәк.

2.        Тракторҙа ерҙе һөрөргә

Ҡайһы рычаг тартырға

Евроларҙы, долларҙарҙы

Нисек бутап бөтмәҫкә.

         Әсҡәт ағай дәрестәре

         Тракторҙарҙы  өйрәтте

         Ҡайһы шөрөп ҡайҙа ҡуйыла

         Береһе артып китте

         Әсҡәт ағай дәрестәре

         Көнкүрештә бик кәрәк

         Рәхмәт, ағай, һеҙҙең кеүек

         Оҫталар беҙҙә һирәк.

3.        Ҡыҙҙарға хеҙмәт дәресе

Бәйләргә өйрәнәләр

Тәмле-тәмле аштарҙы ла

Бешерә белер кәрәк

          Әминә апай дәрестәре

          Төрлөһөнә өйрәтте

          Ҡул эштәрен дә беләбеҙ

          Оҫта апай өйрәткәс.

          Әминә апай дәрестәре

         Көнкүрештә бик кәрәк

         Рәхмәт, апай, һеҙҙең кеүек

         Оҫталар беҙҙә һирәк.

 

Беҙҙе география фәненә тәү башлап алып ингән Фәниә Рәхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Фәниә апай һеҙҙең дәрестәрегеҙ нурлы әкиәт донъяһы булып хәтерҙәрҙә ҡалыр

 

Йыр “Һыу  буйында усаҡ яна”

1.        Дәрестәрҙә төрлө илдәр буйлап

Йөрөнөк беҙ гүйә ысында

Фәниә апай һеҙҙең менән бергә

Илдәр ҡитғаларҙы буйланыҡ

      Һыу буйында усаҡ яна.

      Беҙҙең синыф сыҡҡан походҡа

      Фәниә апай шул усаҡтай

      Ҡалырһығыҙ һәр саҡ хәтерҙә

2.        Рәхмәтебеҙ сикһеҙ диңгеҙ кеүек

Күңелдәрҙә һәр саҡ һаҡланыр

Кисеп сыҡмаҫлыҡ океан кеүек

Беҙҙгә кире ҡайтып булмаҫтыр

    

     Мәктәп тормошо һәр ваҡыт йылы, наҙлы хистәр, яҡты көндәр булып Күңелебеҙҙә, хәтеребеҙҙә ҡалыр. Беҙҙең турала өҙлөкһөҙ хәстәрлек күргән хөрмәтле мәктәп директоры Әсҡәт Мортаза улы, уның урынбаҫарҙары Гөлшат Рәүеф ҡыҙы һәм Айгөл Хәмзә ҡыҙы рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ.

         Йыр “Ғүмерҙәр үтә икән ул”

Ғүмерҙәр үтә икән ул

Үтә лә китә икән

Ун бер йыл да һиҙҙермәй

Үтте лә китте шулай

         Әсҡәт ағай, һеҙ булғанға

         Мәктәптә беҙҙең тәртип

         Һәр беребеҙгә иғтибар

         Яғымлы һүҙҙәр. Рәхмәт!

1.        Уҡыуҙар ауыр икән ул

Экзамендар ҙа бик ауыр

Уҡытыу эшен етәкләү

Һис еңел түгелдер ул.

          Гөлшат апай, уҡытыу эшен

          Алып барҙығыҙ етеҙ

          Һәр беребеҙгә иғтибар

          Бик тигеҙ етте. Рәхмәт!

2.        Уҡыуҙар бөтә икән ул

Кисәләр етә икән

Беҙҙең кеүек тәртипһеҙҙәрҙе

Тыңлатып ҡара икән

          Айгөл апай, тәрбиә эше

          Һеҙгә ауыр булғандыр

          Һәр беребеҙҙең күңелен

          Күрә белдегеҙ, рәхмәт.

   

Һәр баланың йөрәгенә

Урау – урау юлдар илтә,

Шул юлдарҙы таба белгән

Һеҙҙең аҡыл ҡөҙрәтенә

Мин һоҡланам уҡытыусы.

Мин баш эйәм, уҡытыусы!

Күпме ғүмер кисерһәк тә

Күңелебеҙҙең тылсым ҡошо

Һине эҙләр балалыҡтан,

Һине табыр яҡшылыҡтан,

Сабырлыҡтан, батырлыҡтан,

Ябайлыҡтан, матурлыҡтан – тип тибә бөгөн һә беребеҙҙең йөрәге һәм иң изге хистәр, оло рәхмәттәребеҙ тик һеҙҙең өсөн, уҡытыусылар.

 

Беҙҙе мәктәптең һәр бер мөйөшөндә йылы ҡараш, наҙлы һүҙ көтөп торҙо, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ беҙҙе көн дә йылмайып, йылы аш менән ҡаршы алдылар, техничка апайҙар беҙ килеүгә мәктәпте тап- таҙа итеп йыуып ҡуйҙылар, оператор ағайҙар һалҡын ҡышҡы көндәрҙә лә беҙҙе өшөтмәнеләр, Дәриғәт ағайыбыҙ йырлы автобусында беҙҙе уҡырға алып килде. Ҙур рәхмәт һеҙгә апайҙар һәм ағайҙар.

 

Хөрмәтле “Ләйсән ” балалар баҡсаһы коллективы, беҙ һеҙгә үҙебеҙҙең күңелдәрҙән сыҡҡан изге хистәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Белем баҫҡысына үрләр өсөн һеҙ беҙгҙең менән  бик ҙур  әҙерлек эше алып барҙығыҙ.

 

Донъяла иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеләребеҙ. Бала саҡтан төн йоҡоларын ҡалдырып, беҙҙе ҡараған, илағанда ҡосағына алып йыуатҡан ата - әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ.

 

Йыр “Мөхәббәт емештәре”

1.        Яҙҙар үтеп, йәйҙәр еткәс,

Килә йылдың көҙҙәре

Беҙ уҡырға китәбеҙ бит

Һеҙҙе һағынып бөтәрбеҙ.

           Иҫән-имен тороғоҙ һеҙ

           Атайҙар һәм әсәйҙәр

           Беҙ бит һеҙҙе һағынып, һағынып

           Аҙна һайын ҡайтырбыҙ.

2.        Йыраҡтарға илтер яҙмыш

Һеҙҙең фатихағыҙҙа

Юлыбыҙҙа булыр уңыш

Доғаларығыҙ һаҡлар

 

3.        Тормош юлдары ҡатлаулы

Төрлө саҡтары булыр

Күңелдәргә шифа булыр

Һеҙҙең яғымлы һүҙҙәр.

           Иҫән-имен тороғоҙ һеҙ

            Атайҙар һәм әсәйҙәр

            Һеҙгә башыбыҙҙы эйеп

            Рәмәтебеҙ әйтәбеҙ.

 

Беҙгә алмашҡа килеүсе буласаҡ 1-се синыф уҡыусылары! Һеҙҙең тырышып, тик “4” һәм “5” билдәләренә уҡыуығыҙҙы, тәртипле, әҙәпле кешеләр, ерен, телен һөйгән яҡшы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ. Иҫтәлеккә һеҙгә Белем асҡысы бүләк итәбеһ.Был асҡыс һеҙгә бик күп фән ишектәрен асырға ярҙам итер. Ун йылдан һуң һеҙҙең менән, эстафетаны ҡабул итеүселәребеҙ менән ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ булһын!


 


Ҙур үҫтегеҙ туғандар

Уҡыусылар булдығыҙ

Хәҙер индн тырышып

Яҡшы итеп уҡығыҙ.

 

Тәрпитлеләр булығыҙ

Бөхтә булһын өҫтөгөҙ

Тырыш булығыҙ гелән

Уңған булһын эшегеҙ.

 

Уҡығыҙ “4”-кә, “5”-кә,

Итәғәтле булығыҙ

Алдашмағыҙ һис ҡасан

Намыҫлылар булығыҙ.

 

Рәхмәт кескәй дуҫтарыбыҙ

Һеҙҙең йылы һүҙҙәрегеҙ

Теләктәрегеҙҙе һеҙҙең

Һаҡларбыҙ күңелдәрҙә.

 

Алып барыусы. әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын аша атлап ингән инегеҙ. Ун бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һеҙгә бала саҡтан килгән сәләмде 1- се синыф ҡа киләсәк балалар атпшырыр. Уларҙың һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар.

 

Балалар баҡсаһы әҙерлек төркөмө балалары сығышы

 

Ун бер йыл уҡыу дәүерендә беҙ меңдәрсә ҡыңғырау тауышы ишеттек. Ә хәҙер беҙҙең өсөн фәҡәт беҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлар мәл етте.

 

Бөгөнгөһө уның – һуңғы звонок,

Һаубуллашыу көнөн белдерә

Бөгөнгөһө беҙҙең хыялдарҙың

Ысынға әүерелгәнен һиҙҙерә.

 

Һуңғы звонок яңғырай – сихри ауаз,

Ул ғәжәйеп, моңһоу, һағышлы;

Шундай көнбыл, оло байрам үҙе

Үҙгәртә лә ҡуя яҙмышты.

 

Ҡыңғырауҙы шылтыратыу ҙы директор иғлан итә.

 

Йыр “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары”

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша

Һау бул инде тыуған оябыҙ

Офоҡтарға ҡарап осор өсөн

Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ.

        Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте,

        Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

         Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалды

         Ошо һуңғы, моңло сыңлауы.

Ҙур юлдарға беҙҙе сығарҙың һин

Күңелдәргә бирҙең ынтылыш

Һуңғы звонок булһын беренсеһе

Һин ҡаршыла беҙҙе ҙур тормош

 

Алда әле заман имтиханы

Күп һынауҙар әле үтәһе

Маҡсаттарға әле ирешәһе

Хыялдарҙы ысын итәһе.

 

 

 

 

Алып барыусы

Ә хәҙер 11-се синыф уҡыусыларын һуңғы мәктәп вальсына саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.

 

 Вальс 11-се синыф.

 

Алып барыусы

Уларға алмашҡа килеүсе 11-се синыф уҡыусыларына һуңғы вальс булһа, 1-се синыф ҡа килеүсе уҡыусылар өсөн был вальс беренсеһе рәхим итегеҙ. Апай-ағайҙарығыҙға лайыҡлы алмаш булығыҙ, улар яуламаған үрҙәрҙе лә яулағыҙ.

 

Вальс 1-се синыф.

 

Алып барыусы.

 Хуш мәктәбем, дуҫтар, остаздарым,

Бала сағым, йәшлек, мөхәббәт!

Барлыҡ хистәр бында ихлас, ысын,

Бөтөнөһө өсөн мең рәхмәт!

 

Директор һөйләй.

 

Алып барыусы.

Хәйерле юл, егеттәр!

Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!

Юлдарығыҙ уң булһын!

Күгебеҙ яҡты булһын!

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие на тему "Последний звонок" (11 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель научной организации

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 063 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.11.2015 1981
    • DOCX 120.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Загриева Альбина Зинуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Загриева Альбина Зинуровна
    Загриева Альбина Зинуровна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11338
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Уверенность, уверенное поведение, воспитание волевых привычек, развитие учебной мотивации у детей и подростков

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 247 человек

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 54 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 141 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 93 человека из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 120 человек

Мини-курс

Финансовое руководство: от планирования до успеха

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Создание и продвижение сайтов для достижения максимальных результатов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 14 регионов

Мини-курс

Проведение и применение трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 108 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 50 человек