Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Воспитательная работа / Другие методич. материалы / Внеклассное мероприятие" Осенний бал"

Внеклассное мероприятие" Осенний бал"


  • Воспитательная работа

Поделитесь материалом с коллегами:

Көҙгө муллыҡ байрамы

Маҡсат. Балаларҙы тәбиғәт миҙгелдәре менән таныштырыу. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү. Икмәккә, хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһон уятыу. Балаларҙың физик, музыкаль һәләтен үҫтереү.

Байрам барышы

Вальс көйөнә бейеп, йәшелсә костюмдарында япраҡ тотҡан балалар инә.

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ. Ә ниндәй байрам икән, кем белә? Дөрөҫ, көҙ байрамы, мул уңыш, йәшелсә байрамы.

Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,
Көҙ килде бит, көҙ килде.

Аяҡ аҫтына һары, ҡыҙыл, йәшел төҫтәге япраҡтар һибелгән. Кескәйҙәр «Саған» (С. Муллабаев һүҙҙәре, С. Ишбулатова көйөнә) йырын башҡара.

Алып барыусы. Афарин, балалар, ҡайһылай матур йырлайһығыҙ. Беҙ кемде байрамға саҡырырға онотҡанбыҙ? Эйе, Көҙһылыуҙы. Әйҙәгеҙ уны бергәләшеп саҡырайыҡ.

Балалар. Көҙһылыу, Көҙһылыу!Көҙһылыу инә.

Көҙһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Һаумыһығыҙ, балалар! Мин – уңыш, муллыҡ килтереүсе Көҙһылыу булам.

Һеҙгә ашығып килдем мин,
Һеҙҙе һағынып килдем мин,
Һеҙгә сәләм килтерәм
Йыраҡ-йыраҡ илдәрҙән
Көҙгө әсе елдәрҙән.
«Сулпылар» баҡсаһында
Мине көттөләрме икән?

Балалар. Көттөк, көттөк.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, Көҙһылыу, түрҙән үтегеҙ, байрамда бергәләп күœел асайыҡ.

Алып барыусы.

Баҡсаларға көтмәҫтән,
Ниндәй алтын төҫ керҙе.
Япраҡтар яуҙы юлға,
Көҙ килде бит, көҙ килде.

«Көҙ килде» бейеү-уйыны.

Алып барыусы.

Бөгөн беҙҙең баҡсабыҙҙа
Йәшелсәләр ҡунаҡта.
Шуға күрә һөйләшәбеҙ
Тик ошо ғына хаҡта.

Һуған.

Мин – йәшел һуған
Йыл әйләнәһе тыуған.
Тәмгә әсе булһам да,
Витаминдарға тулам.

Х. Әхмәтов көйө, Г. Юнысова һүҙҙәренә «Һуған» йыры башҡарыла.

Һарымһаҡ.

Мин – һарымһаҡ
Бүлкәт-бүлкәт,
Бик батыр мин,
Бик көслө.

Кишер.

Мин – һарғылт кишер,
Буйы ҙур тип һоҡланһаң,
Ҙур булып үҫәм тиһәң,
Ашыңа һалып бешер.

Сөгөлдөр.

Мин бит – ҡыҙыл сөгөлдөр,
Үҙем шәп, үҙем өлгөр.

Шалҡан.

Ә мин – шалҡан,
Бар ауырыуға – ҡалҡан.

Ҡабаҡ.

Мин – ҡабаҡ,
Минән һеҙгә шул һабаҡ
Орлоҡтарымды алып
Сәсегеҙ ҡабат-ҡабат.

Помидор.

Мин үҙем – помидор,
Үҙем кескәй,  үҙем ҙур.
Ҡыҙыл булам йә һары,
Витаминдарҙан торам бары.

А.Имаева көйөнә «Уңыш байрамы»  йыры яœғырай.

Көҙһылыу. Афарин, балалар. Көҙ көнө баҡсанан мул йәшелсә-емеш йыйып алалар. Балалар, ошо йомаҡты сисһәгеҙ,  тағы ниндәй үҫемлек хаҡында һөйләргә онотҡаныбыҙҙы белерһегеҙ.

Яҙын сәсәләр,
Көҙөн уралар,
Тирмәндә тарталар.
Нимә ул?

– Дөрөҫ, икмәк.  Икмәк – беҙҙеœ иң ҙур байлығыбыҙ.  Кем икмәк тураһында мәҡәлдәр белә? Икмәк – ил байлығы. Икмәктән оло аш юҡ. Ерҙе һөйгән ас булмаҫ. Икмәкте ер уңдырмай, тир уңдыра.

Көҙһылыу. Мәҡәлдәрҙе ҡайһылай күп беләһегеҙ, афарин!

Ҡапма-ҡаршы әйтешеү.

Көҙһылыу. Мин һеҙгә «Кем тиҙерәк япраҡ йыя?» уйынын алып килдем. (Уйнайҙар.)

Алып барыусы. Афарин, балалар. Ә хәҙер йомаҡ ҡойоп алайыҡ. 1. Алма тиһәң, алма түгел, ҡыяр тиһәң – түңәрәк. (Помидор.) 2. Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым. (Еләк.) 3. Осо нәҙек, төбө йыуан, ярата уны ҡуян. (Кишер.)   4. Башы юҡ – эшләпәле, аяғы бар – итекһеҙ. (Бәшмәк.) 5. Илай ҙа илай, бала-сағаны өйгә ҡыуалай. (Көҙ.)

«Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштереү.

Көҙһылыу. Рәхмәт, балалар. Байрамығыҙ бик оҡшаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә китергә лә ваҡыт етте. Икенсе йылға тиклем һау булығыҙ.

Сценарийҙа Г. Юнысова һәм Ф. Ғөбәйҙуллина шиғырҙары файҙаланылды




Автор
Дата добавления 23.10.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров38
Номер материала ДБ-284940
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх