Инфоурок Другое КонспектыВнеклассное мероприятие по башкирскому языку "Сигу сигэ кыззар" М.Карим. Аулак ой

Внеклассное мероприятие по башкирскому языку "Сигу сигэ кыззар" М.Карим. Аулак ой

Скачать материал

Аулаҡ өй

Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” әҫәре буйынса

 

Сәхнә биҙәлеше: боронғо өй. Һандыҡ өҫтөндә түшәк, юрған, яҫтыҡтар. Иҙәндә балаҫ, сәхнә уртаһында тәҙрә. Таҫтамал, сигеү өлгөләре, сәңгелдәк эленгән.

Ҡыҙ, малай, әсәһе, атаһы күренә. Ҡыҙ тирмән тарта, малай атаһы менән сыбыртҡы үрә, әсәһе бәпәйен көйләп сәңгелдәктә йоҡлата.

Әлли-бәлли итер ул,

Йоҡоларға китер ул,

Бәү-бәү итеп, күҙ йомоп,

Тирләп йоҡлап китер ул.

Атаһы: Ҡыҙым, самауырҙы борҡотоп ин әле, тамаҡ кибеп киттесе.

Шул саҡ бер малай килеп инә, һаулыҡ һораша

Малай:Инәй, олатай, тиҙ генә беҙгә ҡунаҡҡа барығыҙ.

Атаһы: Саҡырыуыңа рәхмәт, улым! Эңгер төштө бит, баланы ла йоҡлатырға һалғайныҡ. Бара алмабыҙ шул.

Малай: Юҡ инде. Әсәйем бергә алып ҡайтырға ҡушты. Беҙгә йыраҡтан ҙур ҡунаҡтар килгән. Ат менән килдем. Әйҙәгеҙ, йәһәт кенә!

Атаһы: Ярай, улай булғас, әсәһе, барырға тура килә инде.

Әсәһе: (балаһын төрә). Ҡыҙым, беҙ өйҙә юҡ тип, өйгә кеше индерәһе булма! Ҡустыңды ҡара!

Ҡыҙ: Ярай, ярай, әсәй!

Сығып китәләр

Ҡыҙ: Ҡустым, кил әле. Һин тиҙ генә минең дуҫтарымды саҡырып кил! Аулаҡ өй яһайбыҙ, тик әсәйгә әйтә күрмә!

Малай: Ярай, апайым. Мин хәҙер! (Сыға)

Ҡыҙ өй йыйыштыра.

Төйөнсөктәрен тотоп, сырҡ-сырҡ  көлөшөп, ҡыҙҙар килеп инәләр. Түргә уҙып ҡул эштәре эшләйҙәр, көй көйләйҙәр.                       

                                                                        (Ситтән шиғыр уҡыла)

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Сиккәндәре, беләм – бирнәлек.

Апайымды былтыр һораттылар-

Әле йәшерәк тип бирмәнек.

Сана юлы төшкәс, үәт, күр ҙә тор,

Йәнә килер әрһеҙ яусылар.

Телдәренән балдар тама: имеш,

Һеҙҙә аҡҡош, беҙҙә аусы бар.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.

Биҙәктәре шундай гүзәл, матур,

Тик йырҙары өҙә үҙәкте…

Ҡыҙҙар: (йырлай)

Күпер аҫты күк томан,

Күпһенмәгеҙ, күп тормам.

Айҙар торһам, йылдар тормам,

Һағынырһығыҙ, мин булмам.

 

Мин бәләкәс, бик бәләкәс әле,

Тар һәндерә - барлыҡ йыһаным,

Шул йыһанда бөгөн тағы,

Йомма йәшем түгеп иланым.

Мин иланым: бына килерҙәр ҙә

Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа,

Берәм-берәм алып, елдерерҙәр

Ете ҡыҙҙы ете яҡтарға…

Тышта егеттәр тауышы ишетелә

Беҙ үҙебеҙ Дәү аҡтаныҡ-

Йөрөмәйбеҙ маҡтанып.

Беҙ урамдан  үткән саҡта,

Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.

Һай, илдәре, илдәре,

Илдәрендә күлдәре.

Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,

Һандуғастай телдәре.

 

Ҡыҙҙарҙан берәү: (тәҙрәнән ҡарап) Ҡыҙҙар, егеттәр килә!

Хужабикә ҡыҙ: Әсәйем бер кемде лә индермәҫкә ҡушты. Тик кенә ултырығыҙ. (уны ике ҡыҙ ситкә алып китеп ҡолағына шыбырлайҙар һәм бүләк бирәләр)Булды былай булғас. Егеттәргә ишекте асайым әле.

Егеттәр: Бөркөттәрҙән һандуғастарға сәләм!

Бергәләп: Сәләм!

Шаян ҡыҙ: Кәнфитте һүҙҙәрҙе алдыҡ

Егеттәр:

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Сәсен тарап үрә  белмәй-

Егет һайлаған була

Ҡыҙҙар:

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә белмәй-

Ҡыҙҙар һайлаған була.

Егеттәр:
Алын алырһың микән

Гөлөн алырһың микән?

Минең кеүек шәп егетте

Ҡайҙан табырһың икән?

Ҡыҙ:

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ-

Бата күрмә, атлап сыҡ.

Һин дә минән артыҡ түгел-

Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Егет:

 Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл салбар,

Беҙгә ҡараһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар  беҙгә үҙе килә,

Барып алаһы ла юҡ.

Ҡыҙ:

Ҡалын юрғандарығыҙҙы

Ябынырһығыҙ әле.

Беҙгә түгел, әбейҙәргә

Ялынырһығыҙ әле.

Үәт!

(Үпкәләйҙәр)

Егет:

Ҡыҙҙар, үпкәләмәгеҙ инде. әйҙәгеҙ, булмаһа  бейеп алайыҡ.

Ҡыҙ: Мин егеттәр менән бейергә яратмайым, әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ.

Бергә: Ә ниндәй уйын?

Егет: “Аҡ тирәк, күк тирәк” (бергәләп уйнап алалар)

Ҡыҙ: “Ҡалаҡ”. Бына, исмаһам, уйын!

Егет: Нисек уйнайбыҙ?

Ҡыҙ: Көй уйнап туҡтаһа, ҡалаҡ кемдә ҡала, шуға яза бирәбеҙ. Ә хәҙер кемдә туҡтай, шул бейеһен.

Ҡыҙ:  Һеҙгә  йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ,  шиғыр һөйләйем, әйтмәһегеҙ – юҡ! Ҡара урман башында ала ҡарға ултыра. Нимә ул?

Балалар: Ер өҫтөндә трактор.

Ҡыҙ: Дөрөҫ түгел, үҙем әйтәм – түбәтәй. Шиғыр һөйләмәйем. Үәт!

(күмәкләшеп бейеп алалар)

Ҡыҙ: Таң атҡан да баһа, хәҙер әсәйемдәр ҡайта бит. Егеттәр! Фышт!

Егеттәр: Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Ҡыҙҙар тауында таң ҡаршылайбыҙ (Йырлап сығып китәләр)

Ҡыҙҙар тауында

Әлиләү генәйем,

Бәлиләү генәйем,

Һары һандуғасҡайым да,

Ҡара ҡарлуғасҡайым.

Әлиләү генәйем,

Бәлиләү генәйем,

Әсмәбикә, тыпырлатып,

Баҫып килә генәйем.

Иртән дә кил, кис тә кил,

Тәҙерәмде сирт тә кил.

Сиртеүеңде танырмын да,

Ҡаршы сыҡып алырмын.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие по башкирскому языку "Сигу сигэ кыззар" М.Карим. Аулак ой"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Портной

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 997 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.02.2017 938
    • DOCX 42 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Байрамшина Миляуша Наиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Байрамшина Миляуша Наиловна
    Байрамшина Миляуша Наиловна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 49045
    • Всего материалов: 40

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой