Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Воспитательная работа / Конспекты / Внеклассное мероприятие по башкирскому языку в 5 классе на тему "Морфология"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Воспитательная работа

Внеклассное мероприятие по башкирскому языку в 5 классе на тему "Морфология"

библиотека
материалов

Кластан тыш дәрес

Тема : Туған телем – иркә гөлөм.

Класс: 5

Маҡсат :


1) Башҡорт телендә алған белемдәрен тикшереү ;

2) Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу ;

3) Уҡыусыларҙа коллективта ойошҡанлыҡ тойғоһо, уларҙың күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ нәфислек тойғолары тәрбиәләү;

4) Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү;


Йыһазландырыу: Карточкалар, интерактив доска.

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1). И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : «Китап», 2002.

2). Толомбаев Х. А. Тылсымлы бүләк. – Өфө: «Китап», 1995.

3). Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. Өфө: «Китап», 1998.

  1. Ойоштороу.


Уҡытыусы:

Кем башҡорт телен ярата,

Кем теләй күп белергә.

Шулар бөгөн беҙгә килһен,

Рәхим итһен «Бәйге»гә.


Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ бөгөн грамматика байрамына йыйылдыҡ. 5 класс уҡыусылары башҡорт теле буйынса көс һынашасаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы тәбрик итәйек! Бөгөнгө уйынды хөрмәтле жюри хөкөм итә. (Класс ике командаға бүленә).


  1. Төп өлөш.

Уҡытыусы: Хөрмәтле уҡыусылар! Үҙегеҙҙең командағыҙға булған һөйөүегеҙҙе көслө алҡыштар менән күрһәтегеҙ. Хәҙер һәр бер команда үҙе менән таныштырып үтәсәк. (балаларға командаға исем, девиз, йыр уйларға алдан уҡ бирелгән була.)

Уҡытыусы: Һүҙҙе «Ҡарлуғас»тарға бирәбеҙ.

Ҡарлуғастар.

Девиз: Ҡарлуғас бәләкәй булһа ла оса ул бик юғары.

Йыр: Осайым тиһәм, ҡанатым бар,

Мин бит ҡара ҡарлуғас.

Осоп килдем яндарыңа

Бер күреүгә зар булғас.

Мин бит ҡара ҡарлуғас

Ҡанатым ҡыйғас-ҡыйғас

Ҡанатһыҙ ҡалырмын әле

Мин һинән айырылғас.

Сәләм: Ҡайнар сәләм ебәрәбеҙ,

Моңло, матур һандуғастар.

Уңыштар ғына килтерһен

Бүләк иткән беҙҙең шар.

Уҡытыусы: Һүҙҙе « Һандуғас»тарға бирәйек.

Һандуғастар.

Девиз: Һандуғас керҙе күңелгә, йырламай мөмкин түгел.

Йыр: Һайра әле, һары һандуғасым,

Аҡһын әле һыуҙар кирегә.

Онотайыҡ тормош мәшәҡәтен,

Төшәйексе, дуҫым, бейергә.

Сәләм: Күңелдәр иреп китте

Ҡайнар сәләм тыңлағас.

Тел асҡысын алығыҙ,

Яҡшы уйҙарҙа булғас.


I тур.

Һорауҙарға яуап бир.

Ҡарлуғастар.

1. Өфөнөң уртаһында нимә бар? ( “ф” хәрефе)

2. Республиканың ниндәй районы оса ала?үгәрсен районы)

3. Башҡортостандағы иң бейек тау. (Ямантау, 1640 м.)

Һандуғастар.

  1. Дәрес аҙағы нимә менән бөтә? (“с” хәрефе менән)

  2. Башҡортостандағы иң ҙур күл. (Асылыкүл)

  3. Яҙғы сәсеү бөткәс, башҡорттарҙың ниндәй байрамы үткәрелә? (Һабантуй байрамы).

II тур.

Мәҡәлдең яртыһын тап.

Мәҡәлдең яртыһы һеҙҙә, яртыһы - минең өҫтәлдә. Мәҡәлде дөрөҫләп уҡып күрһәтергә кәрәк.

    1. Тырышлыҡ бәхет килтерер,ялҡаулыҡ астан үлтерер.

    2. Эшсән бәхетте эштән эҙләр, ялҡау бәхетте ситтән эҙләр.

    3. Ялған һөйләгән - тотолор, дөрөҫ һөйләгән - ҡотолор.

    4. Үҙеңде үҙең маҡтама, кеше һине маҡтаһын.

    5. Яҡшынан үрнәк ал, ямандан ғибрәт ал.

    6. Йәшлегең тырыш булһа, ҡартлығың тыныс булыр.

    7. Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде.

    8. Уңған эшләшергә килер, ялҡау ашашырға килер.

    9. Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

    10. Ата-әсәне тыңлаған әҙәм булыр, тыңламаған -- әрәм булыр.

III тур.

Рус һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә ит. Кем тиҙерәк!?


Гора - тау, окончание – ялғау, лось– мышы, грибы - бәшмәк, угол – мөйөш, ящерица – кеҫәртке, загадка – йомаҡ, простой – ябай, ведро – биҙрә, предложение – һөйләм, чисто – таҙа, утка - өйрәк, одуванчик– бәпембә, радуга –йәйғор, ягода – еләк.


IV тур.

Үҙ аллы эш: «Һандуғас»тарға – ил, «Ҡарлуғас»тарға – гөл һүҙҙәре менән кеше исемдәре уйларға. Кем күберәк?

Мәҫәлән: Илһам, Илшат, Илнур, Гөлназ, Гөлсәсәк, Гөлшат.



V тур.

  1. башҡортса аҙна исемдәрен әйтеп сығығыҙ; ( дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе).

  2. килеш һорауҙарын әйтергә; төп килеш – кем? нимә?; эйәлек килеш – кемдең? нимәнең?; төбәү килеш – кемгә? нимәгә?; төшөм килеш – кемде? нимәне?; урын-ваҡыт килеш – кемдә? нимәлә?; сығанаҡ килеш – кемдән? нимәнән?;

  3. сифаттарҙың дәрәжәләрен әйтегеҙ; (төп дәрәжә, артыҡлыҡ дәрәжәһе, аҙһытыу дәрәжәһе, сағыштырыу дәрәжәһе).


VI тур. Карточкаларҙа эш : дөрөҫләп яҙ.

  1. Ке…е холҡон күҙәт, үҙеңдекен тө…әт. 2. Үҙеңде ҙ..рлама, кешене хурлама. Ололаһаң о...оно, ололарҙар үҙе...де. 3. Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға х..рмәт ит. 4. Бауҙың оҙоно, һүҙ...ең ҡыҫ...аһы яҡшы. 5. Дөйәләй алтының бул...ансы, төймәләй а...ылың булһын. 6. Ҡаты һүҙ...ән тал һына, йом...аҡ һүҙҙән таш ирей.


VII тур. Фразеологик берәмектәрҙе беләһегеҙме?

Һеҙгә рәсемдәр бирелә. Кем күпмеһен табыр (кәкере ҡайынға терәтеү, баш ватыу, ауыҙы менән ҡош тота, бер аяғын алғансы икенсеһен эт ашар һ.б.)


VIII. Антонимдарын әйт:

ваҡ –эре, аҫ - өҫ, бысраҡ – таҙа, еүеш – ҡоро, егә - туғара, ауыр – еңел, инә - сыға, көйөнөс – һөйөнөс, көн – төн, иркен – тар, асыҡ – ябыҡ һ.б.


IX. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:

Йыйылғандар икән бында

Яратҡандар туған телен.

Башҡорт теле дәресендә

Алыусылар төплө белем.

Белемгә ҡушып «Бәйге»лә

Етеҙлек, сослоҡ кәрәк.

Кемдәр алда икәнлеген

Белге килә тиҙерәк.

Һүҙҙе жюри рәйесенә бирәбеҙ.


Уҡытыусы: Шуның менән кластан тыш дәресе тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!


Автор
Дата добавления 03.04.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Конспекты
Просмотров194
Номер материала ДБ-006498
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх