Инфоурок Окружающий мир КонспектыВнеклассное мероприятие "Природа и мы"

Внеклассное мероприятие "Природа и мы"

Скачать материал

Кластан тыш сара. КВН

Тема:  Тәбиғәт һәм беҙ.

Маҡсат: Балаларҙың тәбиғәт тураһында белемдәрен нығытыу. Уҡыусыларҙың танып-белеү активлығын,логик фекерен,иғтибарын һәм телмәрен үстереү. Балаларҙың тыуған яҡҡа һөйөү,үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар,проектор

Уйын барышы

Алып барыусы: Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, ҡунаҡтар.!Бөгөнгө тәбиғәткә арналған ярыш кисәһенә рәхим итегеҙ! Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа 1-4 класс командалары көс һынашырҙар. Уйын барышын хөкөм итеү өсөн жюри ағзаларын менән таныштырып үтәйек.

Ярышты башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ командаларҙы алҡышлап түргә саҡырайыҡ. Һүҙҙе командаларға бирәбеҙ.

1-се  бәйге. Визитка

1 –се команда   Бөркөттәр

2- се команда   Ыласындар

 

 2 –се бирем. Һәр бер команданан берәр уҡыусы

 шиғырҙы тасуири уҡып күрһәтһен.

Мин – Башҡортостандан.

Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан,тип,

Ғорур ғына ҡарап торам да,

Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,

Башҡортостандан, тим, Уралдан

Күккә ашҡан уның күк тауҙары,

Былбыл ҡунған муйыл , талына.

Алтын, көмөшкә бай, бай нефткә,

Еләк- емеш, ҡымыҙ, балына.

Эйе, тәбиғәт- тиңһеҙ хазина. Ул беҙҙе йылыта, кейендерә, ашата, һоҡландыра, һыйындыра. Электән –элек кешеләр урманда саф һауа һулап, ағастарҙың серләшкәнен тыңлап, рәхәтләнеп ял  иткәндәр, шишмә һыуҙары эсеп көс алғандар. Күрәһегеҙме, тәбиғәтебеҙ ниндәй матур (слайдтар)

Башҡортостанды” Икенсе Швейцария “тип әйтәләр, был юҡҡа түгелдер.

1-сө бирем. Разминка. Уҡыусыларға һорау бирелә, белмәһәләр икенсе команда яуап бирә ала.

1)    Ниндәй хайуандарҙың балалары башҡа хайуандарҙың әсә һөтө менән туҡлана? (ҡуян)

2)    Ниндәй ағастың олоно аҡ төҫтә?

3)    Ниндәй йәнлек  һыуҙа өй эшләй?
 (ҡондоҙ)

4)     Ниндәй ҡош  йомортҡаһын сит ояға һалып китә?
 (кәкүк)

5)    Һәр ҡыш мышы нимә юғалта? (мөгөҙ)

     6)Урман барабансыһы тип ниндәй ҡошҡа әйтәләр? (тумыртҡа)

      7) Әрмәнде ҡыш көнө нимә ашай? (йоҡлай)

     8)Ниндәй йәнлек терпегә оҡшаған? (дикобраз)

     9)Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный? (кесерткән)

    10)Ниндәй ағастан шырпы эшләйҙәр? (уҫаҡ)

 

2-се бирем

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Ошо хәрефтәрҙән ҡош исемдәрен төҙөп яҙ (3 мин.)

ҒАЙТУР (турғай)                                                     БРӨӨКТ (бөркөт)

ҒАРҠА (ҡарға)                                                          ҠАҠШО (аҡҡош)

АРОНТ (торна)                                                          КҮККӘ (кәкүк)

 

 

3-сө  бәйге “Беҙ һеҙгә, һеҙ беҙгә”- тип атала.

Командалар бер-береһенә 4-шәр һорау бирәләр

1 команда  һорауҙары :

-         Һаулыҡты нығыта, миндек әҙерләйҙәр,һуты,бөрөһө файҙалы (ҡайын)

-         Ниндәй күсмә ҡош оя ҡормай? (кәкүк)

-         Ниндәй йәнлек ҡыш көнө йоҡлай? (айыу, терпе)

-         Урман алдаҡсыһы (төлкө)

2 команда һорауҙары:

-         Беҙҙең яҡтарҙа иң оҙаҡ йәшәгән ағас (имән)

-         Яҙын кешеләр ниндәй ҡоштарға оя әҙерләй? ( сыйырсыҡ)

-         Ниндәй ҡош ғүмер һанай? (кәкүк)

-         Төндә оса торған ҡош (өкө)

4-се бәйге. Капитандар конкурсы.  Тасуирлама буйынса таныу.

(Ҡарабаш турғай)

 

5-се бәйге. Беҙҙең почтаға хат килгән. Был хаттарҙы кем яҙған, шуны таныр кәрәк.

1)Уф кешеләр мине яратмайҙар.Минең тауышым оҡшамай уларға, етмәһә күҙҙәрем дә насар имеш,бигерәк ҙур.Мине бәлә килтерә тип уйлайҙар. Шулай мы икән? Әгәр ҙә мин булмаһам, ҡайһы берәүҙәр икмәкһеҙ ултырыр ине әле. Яҡшылап уйлағыҙ: мине хөрмәтләргәме, әллә ҡыйырһытырғамы? (өкө, 1000 сысҡанды үлтерә)

 

2) Үҙем беләм: мин йәмһеҙмен, йәшел төҫтә,шыумалаҡмын. Эргәләрендә булһам, күптәр минән ҡурҡалар, тертелдәйҙәр.Миңә таш бәрәләр, йә аяҡтары менән тибәләр.Ә нимә өсөн? Бөтәһенә лә матур булырға тимәгән бит. Минең файҙам бар. (бер әрмәнде ҙур баҡсаны бөжәк-ҡорттарҙан һаҡлай

 

 

 

Ял минуты.

Беҙҙең Башҡортостанда

ошондай киң йылғалар(ҡулдарҙы йәйергә)

Ошолай бейек тауҙар(ҡулдарҙы күтәрергә)

Ошолай бөгөлә талдар(ҡулдарҙы күтәргән килеш бөгөлөргә)

Ошолай осалар ҡоштар(ҡулдарҙы йәйергә)

 

6-сы бәйге. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән эш.

Мәҡәлдең аҙағын тамамлау.

1)Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй.

2)Бөркөттө осорға өйрәтмә, ә һандуғасты –йырларға.

3)Бүрене аяҡтары туйындыра.

4)Тумыртҡа сәләмәт ағаста ҡорт эҙләмәй.

5)Бүрене һоро булғаны өсөн түгел, ә һарыҡты ашағаны өсөн яратмайҙар.

6)Өргән эттән түгел, ә ҡойроҡ болғап килгән эттән ҡурҡ.

 

7-се бәйге. Һүрәттә ниндәй хайуандар йәшенгән,һанап сығыу.

(альбом битендә )

 

8-се бәйге. Пантомима.

1 команда. Өйрәк һәм уның бәпкәләре

2 команда. Зоопаркта ситлектәге маймылдар

9-сы бәйге. Йомаҡтар ҡойоу.

 1) Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,

     Бер ни тегә алмай йүнләп. (Терпе)

2) Йәйен урманда батша,

    Ҡышын – ҡарҙан да аҫта (айыу)

3) Хәйләкәрҙең хәйләкәре

    Уның төҫө һап-һары

    Ҡуян,сысҡандарҙы аулай (төлкө)

4) Һоролор төҫө,

Үткерҙер теше,

Урманда йөрөй,

Быҙауҙар эҙләй. (бүре)

5) Ҡош түгел –оса,

Ябалаҡтан ҡурҡа,

Сәтләүек ярата,

Һыҙҙырһа, урманды яңғырата. (тейен)

6) Төҫө һоро, ләкин бүре түгел.

 Тояғы бар,ат түгел,

Урманда  йәшәй, бесән ашай. (мышы)

 

- Әйтеп киткәнебеҙсә ,тышта һалҡын ҡыш. Ҡоштар, йәнлектәр беҙгә өндәшә. Һыуыҡ көндәрҙә беҙгә ярҙамға килегеҙ. Тағараҡтар элегеҙ. Ваҡытында аҙыҡ, ем ҡуйырға онотмағыҙ! Ҡош ояларын туҙҙырмағыҙ! Урманда һәм паркта шаулама,ҡоштарҙы ҡурҡытма. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ,һоҡланайыҡ!

Беҙҙең КВН тамам.

 Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ.

Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын,  бигерәк тә  йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын  һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...  

Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң?

 

 

 

Алып барыусы: Хөрмәтле уҡыусылар!

Ошо ярышты йомғаҡлау өсөн  һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Бүләкләү.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие "Природа и мы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Юрист

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Внеклассное мероприятие проводится на башкирском языке в начальной школе. Игра в форме КВН, посвященная на тему "Природа". Класс делится на две команды, и участвуют в разных конкурсах, набирая определенное количество баллов. Выигрывает та команда, которая набирает максимальное количество очков. Используется презентация.


Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 269 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.12.2018 527
    • DOCX 13.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гибадатова Клара Ишмуратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гибадатова Клара Ишмуратовна
    Гибадатова Клара Ишмуратовна
    • На сайте: 5 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3562
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Мини-курс

Жизненный цикл продукта и методология управления проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Поиск работы: карьерные ориентиры и мотивы выбора профессии

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы политической науки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе