Инфоурок Другое Другие методич. материалыВнеклассное мероприятие"Бүре һәм кәзә бәрәстәре"

Внеклассное мероприятие"Бүре һәм кәзә бәрәстәре"

Скачать материал

                                    Кәзә  менән бүре.

                                  Башҡорт халыҡ әкиәте.

 Ҡатнашалар.

Бүре, Кәзә, Эт, Хужа, ете кәзә бәрәсе.

  Беренсе күренеш.

  Ауыл өйөнөң ишек алды. Алғы планда  эт ояһы. Оянан башын сығарып Эт ята. Уның күҙҙәре йомоҡ. Аяҡ остарына ғына баҫып алан –йолан ҡаранып Бүре килеп  сыға.

 Бүре. Әбей менән  бабай

 Ғыр- ғыр йоҡлай

 Һарайҙа  биш кәзә

 Мырт- мырт көйшәй.

 Биш кәзәнең береһен

 Ашарға ине  миңә…

( Бүре  өй тирәләй  йөрөй башлай. Эт уянып китнеп, ояһынан сығып  өрә  башлай.)

 Эт. Тәф-тәф, уян, хужам, тиҙ уян.! Бында  килгән бүрене мин  хәҙер ашайым!

 Йүгереп  хужа сыға. Уның ҡулында  мылтыҡ. Хужа  ата, ләкин  теймәй.

 Хужа. Аһ. ,ҡомһоҙ! Йәш  сағыңда  күпме һарыҡтарҙы  ташының, ҡарт  тәре!

Бүре ҡаса.

                                                                           

                                                                                  Икенсе күренеш.

 Ялан. Ҙур таш өҫтөндә  Бүре  илап  ултыра.

Бүре. У-У-У! Тамаҡ өсөн башты һәләк итеп  ҡуйыуы бар! Бынан һуң ауылға бармайым, ҡуяндар  япраҡ ашап көн күрә бит. Мин дә шулай итәйем  әле.( һикереп тороп ағастан  бер- ике япраҡ өҙөп ашап ҡарай ҙа төкөрөп ташлай) Тфү! Ниндәй әшәке  нәмә! Шуны ҙа ашарҙар икән! Былай ни астан үлеп әрәм булыуың мөмкин. Ниндәй  ҙә берәй йәнлек тотоп ашар кәрәк! У-У-У!

Олой. Бүре китеп барған була. Сәскәле  яланда   ете  бәрәсе менән Кәзә  уйнап  бейеп йөрөй. Бүре тиҙ генә  боҫа. Бәрәстәр түңәрәк яһап әйләнә, уртала Кәзә йырлап  бейей.

Кәзә.            Минең бәләкәстәрем

 Уҫал Бүре  килмәһен,

Һеҙгә тейә күрмәһен.

 Ултырығыҙ  шым  ғына,

 Шауламағыҙ,  шаярмағыҙ,

 Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү

 Ҡырҙан ҡырға  йөйөрмөн,

 Үлән ашап туйырмын

 Һөттө  яһап ҡуйырмын.

 Шунан һеҙҙе эсерермен,

Бутҡалар  бешерермен!

Бәрәстәр өйгә инеп бикләнә. Кәзә ишекте тартып ҡарай ҙа китә... Ҡая артынан бүре килеп сыға.

Бүре.  Тештәрен шығырлатып.

 Әһә, хәҙер  барам да  ишектәрен  астырам.(Ишек янына килеп ҡаға башлай, йәмһеҙ тауыш менән  ҡысҡыра). Балаҡайҙарым, ишек асығыҙ, мин  ҡайттым!

Бәрәстәр.(Өй эсенән).Беҙҙең  әсәй  улай һөйләшмәй. Ишекте асмайбыҙ.

Бүре(елкәһен асыулы  рәүештә күтәреп)Нисек һөйләшә икән  һуң  ул(Өй алдында  бер аҙ йөрөй, ҡулдарын уйсан хәлдә артҡа ҡуйып, шунан һуң бер нәмә иҫкә төшкәндәй, ҡапыл башына һуғып ала. Ҡабат ишек янына килеп, әкрен генә шаҡый һәм нәҙек тауыш менән  һөйләшә). Балаҡайҙарым, ишекте  асығыҙ, мин  ҡайттым!.

Бәрәстәр.(эстән).Беҙҙең әсәй  улай һөйләшмәй ҙә, әле, үәт!

Бүре аптыраулы  ҡиәфәттә ишек эргәһенән китә, елкәһен  ҡашып  ала, уйланып йөрөй.

 Бүре.(ишек янына ҡабат килеп).Инде   минең тештәрҙән  һеҙгә ҡотолоу  юҡ!(Бик килештерергә тырышып, бер – ике тапҡыр Кәзә  булып мыҡырлап  ебәрә) Бә-ә-ә!Бә-ә-ә!Мә-ә!Мә-ә!. Балаҡайҙарым, ишек асығыҙ!Мин ҡайттым!Әү бәпескәйҙәрем!

Бәрәстәр.(өй эсенән) Беҙҙең әсәй  улай һөйләшмәй! Асмайбыҙ!

Бүре.Һе! Нисек  иттереп ул ишекте астыра икән  емтек Кәзә!(ҡасып ята. Йырлай –йырлай Кәзә ҡайтып килә, ҡулына үлән тотҡан)

Кәзә. Балаҡайҙар, асығыҙ!

Балаҡайҙар  асығыҙ!

(ишекте асып, Бәрәстәр йүгерешеп килеп  сыға, Кәзәне ҡосаҡлап әйләнешә)

Бәрәстәр. Ур-ра! Әсәйебеҙ ҡайтҡан! Тәмле үлән алып ҡайтҡан!(кәзә бәрәстәренә стакандарға һөт һалып бирә. Бәрәстәр эсәләр) Рәхмәт һиңә әсәйебеҙ! Бик тә тәмле  булды!

Кәзә. Тағы ла  шулай  аҡыллы ултырығыҙ! Минән башҡа  бер кемгә лә ишекте асмағыҙ. Тағы һөт алып ҡайтырмын, яраймы , бәләкәстәрем!

       Сығып китә. Кәзә  китеү менән Бүре йәшенгән урынынан һикереп тора.

Бүре. Әһ-һә!. Булды, хәҙер ишекте нисек астырырға белдем!

Бүре ҡулдарын  ыуалап  ала. Ишек  янына килеп.

Балаҡайҙар  асығыҙ!

Балаҡайҙар асығыҙ!

Бәрәстәр йүгерешеп килеп ишек асып ебәреүгә, Бүре бәреп  инеп китә.

Бәрәстәр.Ай-ай-ай, уф! Беҙҙең әсәй түгел дә! Был  бит  Бүре!

(Бәрәстәрҙең  ҡайһыһы  өҫтәл аҫтына инә, ҡайһыһы өҫтәл,  ултырғыстарға менеп китә. Бүре  баҫтыра  башлай. Бер генә һандыҡ  эсенә иеп йәшенеп ҡала, ҡалғандарын бүре алып сығып китә. Бер аҙ ваҡыт үткәс Бүре  ҙур ҡорһағын һыйпап  килеп сыға.)

Бүре. Бәрәстәр тәмле булды, Хәҙер миңә йоҡлап алырға кәрәк!

Ағас төбөнә  бары пята. Күңелле итеп йырлай- йырлай Кәзә  ҡайтып килә.

Кәзә. Ҡырҙан ҡырға йөрөнөм, Илдән илгә йөрөнөм

Балаҡайҙар  асығыҙ!

Балаҡайҙар асығыҙ!

Асыҡ ишекте күреп Кәзә аптырап ҡала. Ҡулындағы үләндәре төшөп китә. Өйгә йүгереп инә. Өҫтәл аҫтарын ҡарап сыға. Һандыҡты  асып ебәреп, Бәрәсен ҡосаҡлап ала.

Бәрәскәйем!, бәпесем, ҡайҙа һуң апайҙарың?

Бәрәс.(илап). Бүре килде, әсәй, апайҙарымды алып сығып  китте…

Кәзә.Бүре! Ах! Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?

 Бәрәс. Эйе, әсәй. Бүре…

Кәзә(күҙ йәштәрен һөртөп) Балаҡайҙарым, ниңә һуң уға астығыҙ? Ниңә әсәйегеҙҙе тыңламанығыҙ?

Бәрәс. Ул һин булып инде. Әсәй мин ҡурҡам, мине йәшер!

 Кәзә. Әй балаҡайым минең!( Үкһеп илай)Т уҡта, балаҡайым, Һин ошонда ултырып  тор! Мин ул  ҡарт бүренең ҡорһағын ярам  мөгөҙөм  менән!. Баребер үс аласаҡмын!

Кәзә ҙур  күҫәк  тотоп сығып китә.

 Өсөнсө  күренеш.

 Ағас төбөндә  Бүре йоҡлап ята. Күҫәк тотҡан Кәзә килеп сыға. Бүренең башына бер- икене тондора.

 Бүре.( уянып китә)Кәзәкәйем минең, миңә  һуға күрмә! Бынан һуң үҙеңә лә, балаларыңа ла теймәҫ инеем( теҙләнеп ялбара) Дуҫ булыр инек, у-у-у!, у-у-у!(һикереп тороп ҡаса башлай. Сәхнә артына йүгерешеп сығып китәләр. Сәхнә артында Бүре яман итеп  ҡысҡыра) А-а-а, ҡорһағымды ярҙы, Кәзә  Үлтерҙе, у-у-у!

Кәзә  уның артынан алты  бәрәсе тәкмәс ата- ата   килеп сығалар, ҡосаҡлашалар, һикерешәләр, бейейҙәр. Бәрәстәр түңәрәк  яһап әйләнә, Кәзә уртала йырлай.

Кәзә. Бәрәскәйҙәрем минең,

 Ҡотолдоҡ бит  бүренән.

 Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,

Бишәү, алтау, етәү

 Бүренән иҫән ҡотолдоҡ.

 Ҡурҡып йәшәү  етте лә,

 Минең  бәләкәстәрем!

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие"Бүре һәм кәзә бәрәстәре""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Садовод

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 551 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.10.2016 1304
    • DOCX 22.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хасанова Римма Санигалиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хасанова Римма Санигалиевна
    Хасанова Римма Санигалиевна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11081
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Детско-родительские отношения: эмоциональный аспект

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 32 человека из 20 регионов

Мини-курс

Управление рисками в бизнесе: анализ, оценка и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное взаимодействие с детьми: стратегии общения и воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 661 человек из 74 регионов
  • Этот курс уже прошли 554 человека