Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Внеклассное мероприятие "9 МАЙ - ЕҢЕҮ КӨНӨ" 1-4 класс
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Внеклассное мероприятие "9 МАЙ - ЕҢЕҮ КӨНӨ" 1-4 класс

библиотека
материалов

9 МАЯ - ДЕНЬ ПОБЕДЫ! 9 МАЙ - ЕҢЕҮ КӨНӨ!

Төҙәлә инде, төҙәлә

Ил тәнендәге яра.

Еңеүселәр һаны ғына

Йылдан - йыл кәмей бара.

Ҡырҡ биштең яҙ башына

Йырағайһа ла ара,

Еңеү көнөнөң ҡәҙере

Кәмемәй , арта бара.





1-се бала. Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн

Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.

Ләйсән төҫлө сафһың.Ә бит үҙең

Тамуҡ яфалары күргәнһең.

2-се бала. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама.

9 май - Еңеү көнө...Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән.

Ҡәҙерле туғандар!Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

Тын ҡалайыҡ...тылда һыйыр егеп ер һөрөүсе,балаларын астан үлтермәҫ өсөн,баҫыуҙа серек бәрәңге, башаҡ эҙләүсе,бар ауырлыҡтарға үс итеп,атай-әсәйҙәребеҙҙе үҫтереүсе өләсәйҙәребеҙ алдында баш эйәйек.

Тын ҡалайыҡ... Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып,аяҡ-ҡулһыҙ килеш тә илде емереклектәрҙән күтәргән,бөгөнгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай,яу яраларынан,ауырыуҙарҙан үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын хәтергә алып,тын ҡалайыҡ, зинһар.Бер минутҡа...

1 минут тынлыҡ.



Олатайым миҙалдары” йыры .

Бәләкәстәрҙең сығышы. Шиғырҙар һөйләү.

Ерҙән һалдат атлай” йырын башҡарыу.



Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән.Күпме әсәләр - улһыҙ,балалар - атайһыҙ, ҡыҙҙар - һөйгән йәрһеҙ,ҡатындар - ирһеҙ ҡалған.Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәлдәр булып әйләнеп ҡайтты көткәндәр янына.

Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан,1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.

Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,

Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,

Ауылымдан киткән ир- егеттәр

Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа



Ауылымдан киткән ир-егеттәр,

Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа

Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ

Илебеҙҙе уттан һаҡларға.



Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,

Күп һалдаттар кире ҡайтманы.

Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар

Окоптарҙан яҙған хаттары.

Атай- олатайҙар яуҙа

Еңеү яуланы,

Фашистарҙы дөмөктөрөп,

Илен данланы!

Мәңгелек дан, тигән кеүек

Батыр халҡыма,

Май ҡояшындай, нурланып,

Байраҡ талпына!



Мәңгелек ут” йырын башҡарыу.

Һикереп төшөп уйнай бала,

Гүйә, алтын тубырсыҡ.

Тубырсыҡтай сабыйға ла

Бик тә кәрәк тыныслыҡ.



Ап-аҡ сәсле яугир атлай,

Йөҙҙәрендә йыйырсыҡ.

Ут- һыу кискән яугирға ла

Бик тә кәрәк тыныслыҡ!



Әрней һаман һуғыштарҙан

Ҡалған ер яралары.

Төҙәлһен иҫке яралар,

Булмаһын яңылары.



Һалҡын да була йылға,

Алҡын да була йылға.

Тыныслыҡта йәшәгәндә

Алтындай була донъя.



Йондоҙ яна ялтырап,

Йондоҙҙай ай яҡтыраҡ.

Тыныс тормош ҡояшҡа тиң,

Бар нәмәнән яҡшыраҡ.



Алһыуланһын алһыу алма!

Балаларҙың усында.

Ерҙе йәмләп алһыу ҡояш

Алланһын баш осонда!

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры башҡарыла.

Күпме ғазаптар татылған

Атһын өсөн ирек таңы.

Байраҡтарҙа алһыулана

Атайҙарҙың йөрәк ҡаны.

Бирешмәбеҙ-

Көрәш еле

Бәргән саҡта беҙҙең йөҙгә:

Атайҙарҙың үлмәҫ даны-

Мәңге һүнмәҫ өлгө беҙгә!



Ил һаҡлаған олатай

Ауыр һуғыш мәлендә.

Һалдат булған атайым

Таулы Чечня ерендә.

Изге бурысын үтәй

Бөгөн һалдат ағайым.

Ул торғанға ил һағында

Мин бит тыныс йоҡлайым.



Болондарҙы күмеп майҙың

Нәфис гөлөнә,

Еңеү көнө балҡып килде

Тыуған илемә.

Тик Еңеү үҙенән – үҙе

Килмәне ергә,

Уны яулап ҡаһармандар

Көрәште бергә.

Атай- олатайҙар яуҙа

Еңеү яуланы,

Фашистарҙы дөмөктөрөп,

Илен данланы!

Сафта килә олатайҙар,

Орден, миҙал таҡҡандар.

Шул бөркөттәр дошман ҡырып,

Еңеү яулап ҡайтҡандар.

Килегеҙ һәйкәлдәр янына,

Сәсәкәләр килтерегеҙ.

Яуҙа үлгән һалдатты

Иҫтәргә төшөрөгөҙ.

Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ

Мәңгелек ут янында:

Илен яҡлап үлгәндәр

Йәшәй мәрмәр ташында.

Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.

1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 86 -87 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!

Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!

Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.

Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,

Илен яҡлап һуңғы һулышта.

Медалдәре сыңлай күкрәктәрҙә,

Шундай туған, шундай яҡындар.

Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,

Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,

Яу эсенән, утлы ялҡындан.

Батырҙар йыры” йыр башҡарыла.


















Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Краткое описание документа:

Сценарий внеклассного мероприятия, посвященная Победе в Великой Отечественной войне для учащихся начальных классов. 

Цели:

воспитывать чувство гордости за героическое прошлое родной страны и ее народа; 

 

- уточнить и расширить представления и знания детей о Великой Отечественной войне;

- создать у детей настроение сопереживания прошедшим событиям войны;

- развивать чувство принадлежности к истории Родины, чувство гордости за своих земляков.

         День победы – Великий праздник, сделавший счастливыми миллионы людей, но, как известно, «День победы – это праздник со слезами на глазах», ведь победа досталась ветеранам поистине нечеловеческим трудом.  

Автор
Дата добавления 19.03.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров1169
Номер материала 449867
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх