Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Внеклассное мероприятие "Хуш киләһең, Яңы йыл" 1-4 класс

Внеклассное мероприятие "Хуш киләһең, Яңы йыл" 1-4 класс



  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Сценарий новогоднего праздника. Здравствуй, Новый год! Хуш киләһең, Яңы йыл!

( “В лесу родилась ёлочка”.)

Марсель. Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа элгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.



Аклима.Иҫәнме , шыршы, иҫәнме

Яңы йыл килеп етте.

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө.



Айгиза. Иң бейектә йондоҙ яна

Шыршыбыҙға йәм биреп.

Ҡыш бабай аҙашмай килер

Беҙҙең шыршыны күреп.

( Вой ветра. Музыка.)

Аждаһа. Һаумыһығыҙ, балалар

Көндәрем бөтөп бара,

Иҫке йыл үтеп бара.



Ведущий . Аждаһа,аждаһа,

Илай дәү булһа ла.

Иҫке йыл китһә лә,

Яңы йыл килер.



Вильдан. Эйе, йылың бик матур үтте. Йәй эҫе булды. Туйғансы ҡыҙындыҡ, һыу индек. Рәхмәт һиңә, ун бер йылдан тағы килерһең.



Аждаһа.

Бойомға ашһын хыялдарығыҙ.

Уҡыуҙарығыҙ уң булһын.



Эй, иҫемә төштө , Ҡыш бабай хат тапшырырға ҡушҡайны бит әле.

-Һау булығыҙ, балалар! ( илап сыга).



Ведущий. Балалар, Ҡыш бабайҙың хатын уҡып ишеттерәйемме:

Балалар, Яңы йыл кисәһенә мин һеҙгә бик матур шыршы ебәрҙем.Биҙәй тороғоҙ.Ҡарһылыу ҡыҙым менән тиҙҙән килеп етербеҙ.Күп сәләмдәр менән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу.”

(“Ёлочка.”)

Ведущий. Хушлашыуы күңелһеҙ,әммә яңы йыл яҡынлашып килә.Йыр-моң ишетелмәһә, Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа, Йыланбай ҙа килмәҫтәр бит.Әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.

(Музыка. Ҡыш бабай килеп инә.)

( выезд Деда Мороза. Музыка.)

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар!

Эйе, байрамға ашығып,

Байтаҡ юл үттем әле.

Яңы йыл килер юлдарға

Аҡ ҡарҙар һиптем әле.



Ведущий ,балалар. Һаумы,һаумы Ҡыш бабай,

Ниңә оҙаҡлап киттең?

Беҙ һине ныҡ көткәнгә,

Төштәргә инеп бөттөң.

(«Ҡыш бабай килде выжлап”).



Ҡыш бабай. Аҙашып киткән инек,

Юлдар табылды. Тик

Ҡарһылыуым әллә ҡайҙа юғалды.



- Бүләктәрем дә Ҡарһылыуҙа бит әле. Ҡайҙа йөрөй икән был ҡыҙыҡай?



Ведущий. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ.

Ҡарһылыу, Ҡарһылыу, Ҡарһылыу.



Балалар. Ҡарһылыуҙы көтә-көтә,

Әҙерләндек байрамға.

Ҡыш бабайҙың бүләген тейәп,

Килеп етер байрамға.

Ведущий. Балалар, Ҡарһылыу килеп еткәнсе йырлап алайыҡмы әллә?

( “Хоровод”).

( музыка. Ҡарһылыу килеп инә.)

( снежинка. )



Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, балалар. Мине саҡырыуығыҙҙы ишетеп киләм. Рәхмәт һеҙгә!

Ҡыш бабай бүләген,

Булмай уны өләшеп.

Йыр йырлап, шиғыр һөйләп,

Алалар тик ярышып.

  • Йә, балалар,кемдең ниндәй һөнәре бар, күрһәтегеҙ әле.

( балаларҙы тыңлау).

Ведущий. Балалар, беҙҙең Ҡыш бабай бейей белә микән, әйҙәгеҙ әле бейетеп алайыҡ...

(Ҡыш бабайҙы бейетеү).



Ҡыш бабай. Уф, арып киттем. Ултырып алайым әле. Ә ҡайҙа йыл хужаһы буласаҡ Йыланбай?



Ҡарһылыу. Йыланбай ни: “ Минең турала йыр ҙа, шиғыр ҙа юҡ “ ,- тип үпкәләп ултыра.Ул килмәйенсә Яңы йыл да килмәйәсәк.



Ведущий. Ә күпме хикәйәттәр, әкиәттәр бар, шулаймы, балалар?

Балалар. “ Эйе” тип ҡысҡыралар.



Йыланбай, һылыубай,

Һин бит йылға хужабай.

Иң аҡыллы, сос, зирәк,

Һин беҙгә бик-бик кәрәк.

( Йыланбай килеп инә.)



Ведущий. Балалар, әле Йыланбай менән йырлап- бейеп алайыҡ.

(“ Беҙҙең ҡулдар”.)



Рузил. Рәхим ит беҙгә, Яңы йыл,

Һиңә бүләгебеҙ бар.

Яңы йырҙар әҙерләнек,

Ҡотлау һүҙҙәребеҙ бар.



Надир. Теләгебеҙ шул һиңә

Бәхет, шатлыҡ алып кил.

Тыныс булһын көндәрең,

Балҡып торһон Тыуған ил.



Вильдан. Йылан йылы йылы булыр,

Йылы булһа, иген уңыр.

Мул уңыш менән келәттәр,

Буралар ҙа тулып торор.



Айгиза. Йылы булыр ҡараштар ҙа,

Тойғолар ҙа йылы булыр.

Тыуып үҫкән илебеҙҙә

Бәхет- шатлыҡ тулып торор.



Йыланбай. Һеҙҙең саҡырыуҙы ишетеп,

Ашҡынып килеп еттек.

Бәхет, шатлыҡтар тейәп,

Тырышлыҡ алып килдек.

( Беҙҙең ҡулдар.)



Ҡарһылыу. Аждаһа бик тә тырыш булды,

Йылыбыҙ яҡшы үтте.

Йыл тәхетен тапшырырға

Уға ла ваҡыт етте.

(Корона кейҙереү).



Йыланбай.Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Теләктәрегеҙҙе аҡлармын, үҙегеҙҙе бәлә- ҡазанан һаҡлармын.

( “Ш ы р ш ы”.(урман.шырш.һалҡын)).

( Ҡыш бабай бүләктәр тапшыра.)

Ҡарһылыу. Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ.

Был илебеҙҙә тыныслыҡ булһын,

Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ торһон.

Һәр әсә шатланып балаһын ҡосһон.

Баҫыуҙар ҙа игендәр тулышып торһон.

Ҡыш бабай(оҙатыу).



Балалар. Һау бул, һау бул Ҡыш бабай!

Һау бул, һау бул Ҡарһылыу!

Балалар. Хуш килдегеҙ, Яңы йыл, Йыланбай,

Әйҙә үтегеҙ түргә.

Әйлән- бәйлән уйнайыҡ та,

Йырҙар йырлайыҡ бергә.

Йырҙар йырлау;

Йәшел шыршы матурлана”.

Бейеү. “Змейка.”

Тек- тек итеп сәғәт һуға.”





Яңы йыл етте, Яңы йыл,

Беҙ көткәнде белгәндер.

Яңы йыл ул- сер тоҡсайы,

Ниҙәр алып килгәндер.



Яңы йыл - яңы юл башы,

Хәйерле була күрһен.

Аҡ теләкле күңелдәрҙе

Аҡ өмөттәргә төрһөн.










Краткое описание документа:

Сценарий Новогоднего праздника в начальной школе.

 

Цели:

1) формировать у учащихся стремление к активной интеллектуальной деятельности;

2) воспитывать у детей и родителей интерес к совместной деятельности;

3) воспитывать умение общаться, дружить, делать друг другу праздник.

         4) развивать творческие способности учащихся, эстетический вкус, способствовать созданию положительной эмоциональной атмосферы, развитию фантазии и творческих способностей учеников.

Оформление: украсить зал новогодней атрибутикой. 

 

Подготовительная работа:
1. Дать детям задание подготовить необычные новогодние поздравления.
2. Выбрать детей на роли
3. Подготовить исполнение новогодних песен, танцев, хороводов.

 

Автор
Дата добавления 19.03.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров434
Номер материала 449891
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх