Инфоурок Классному руководителю КонспектыВнеклассное мероприятие “Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы- Аҡмулла”

Внеклассное мероприятие “Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы- Аҡмулла”

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

 СТӘРЛЕТАМАҠ  ҠАЛАҺЫ  ҠАЛА  ОКРУГЫ

МУНИЦИПАЛЬ  АВТОНОМИЯЛЫ  ДӨЙӨМ  БЕЛЕМ  БИРЕҮ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

17–СЕ  УРТА  ДӨЙӨМ  БЕЛЕМ  БИРЕҮ  МӘКТӘБЕ”

 

 

 

 

 

 

 

 

МӘҢГЕ  ЙӘШӘ,

ЯҠТЫЛЫҠ  ЙЫРСЫҺЫ - АҠМУЛЛА

 

 

 

 

 

 

 

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

1.  ТӨП ӨЛӨШ ...........................................................................................

2.  ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ...............................................................

3.  ӨҪТӘЛМӘ МАТЕРИАЛ......................................................................

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ТӨП ӨЛӨШ

“МӘҢГЕ  ЙӘШӘ,

ЯҠТЫЛЫҠ  ЙЫРСЫҺЫ – АҠМУЛЛА”

Әкрен генә ҡурай моңо ағыла (Ҡурайҙа“Илсе Ғайса” көйө).

1-се алып барыусы:

      Ай, Аҡмулла, Аҡмулла,

Хаслыҡ күргән хаҡ мулла.

Яйыҡ буйла, Дим буйла,

Халҡың яҙмышын уйла.

2-се алып барыусы: Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең, заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы. «Мулла» төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала.

1-се алып барыусы:

Аҡмулланың шиғырҙарына яҡшылап баҡ,

Күңелеләй яҙғандары пактарҙан пак.

Һәр әйткәне йәнгә дауа, хаҡтарҙан хаҡ,

Зиһенеңә нур һибелер ана шул саҡ.

2-се алып барыусы: Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. (Арба һөйрәп Аҡмулла килеп сыға)

Аҡмулла: Ай, донъя! Ҡыуҙым һине ун йәшемдән,

Яраным шул ваҡыттан юлдашыңа.

Мәхрүм ташлап китәрең белмәгәнмен,

Юламай китмәҫ инем моңдашыңа.

1-се алып барыусы:

 Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла

Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа.

Аҡмулла күпте күреп һырғалаған,

Һәр ерҙә наҙандарҙы ҡуҙғалаған.

2-се алып барыусы: Аҡмулла тере сағында уҡ халҡының, заманының бөйөк улы булып танылған данлыларҙың береһе. Ул мәғрифәткә өндәүсе дәртле бер сәсән-шағир булып йәшәне, шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәтте. Аҡмулла иһә халыҡты ғилем-һөнәргә эйә булырға, яҡтылыҡҡа, хөр тормошҡа саҡырып хитаптар ижад иткән.

 Аҡмулла: Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

(Шәкерттәр сығып ултыралар, Аҡмулла уларҙы уҡыта).

Аҡмулла: Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдәр ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл  килһә, французса  белгән яҡшы.

1-се шәкерт: Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

2-се шәкерт: Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле,

Тормошо наҙан илдең төн шикелле.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Мейегә һалып:

Күренә ошо ере миң шикелле.

3-сө шәкерт: Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан,

Йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм.

Башҡа йорт, ғилем эҙләп талпыныуҙа,

Һис юҡтыр ер йөҙөндә беҙҙән яман.

4-се шәкерт: Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан,

Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм.

Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан –

Беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан.

5-се шәкерт: Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.

Баҡсалай, егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһә, бал шикелле.

1-се алып барыусы: Бөтә ҡалған ғүмерен шағир ил гиҙеп, башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙҙырып, уҡытыусылыҡ итеп тә, ғилем - мәғрифәт өләшеп үткәрә.

2-се алып барыусы: Халыҡ батырын онотмай. Яҡтылыҡ йырсыһы – Аҡмулла мәңге халыҡ күңелендә. 1989 йылда Миәкә районы Советы ҡарары менән Аҡмулла исемендәге премия булдырылыуы, баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарының береһенә бөйөк шәхестең исеме бирелеүе, йыл һайын Халыҡ – ара “Аҡмулла уҡыуҙары”, Республика күләмендәге “Аҡмулла вариҫтары” бәйгеләренең үткәрелеүе быға асыҡ дәлил булып тора.

1-се уҡыусы:  “Башҡорттарым, уҡыҡ кәрәк!” –

Ораны Аҡмулланың.

Шул оранды ҡабул итеү

Бурысы һәр баланың.

2-се уҡыусы:  Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

Бөгөн дә бик ҡәҙерле.

Өгөт - нәсихәттәре лә

Беҙҙең өсөн фәһемле.

3-сө уҡыусы:  Аҡмулланың шиғырҙарын,

Уҡыйбыҙ ҡабат-ҡабат.

Унда ғилем һәм тәрбиә,

Бирәләр беҙгә һабаҡ.

4-се уҡыусы:  Сал быуаттар аша үткән

Шиғриәте – аманат.

Уҡырбыҙ, белем алырбыҙ,

Сығармабыҙ яманат.

5-се уҡыусы: Аҡмулланың шиғырҙары,

Һөйөү кеүек үлемһеҙ.

Киләсәккә маяҡ булып,

Аң-белемдең нуры һеҙ.

1-се алып барыусы: Йылдар үткән, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, беҙҙе, йәш быуынды дөйөм кешелеклек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, белем алыуға – яҡтылыҡҡа ынтылыуҙа маяҡ булып тора.

Аҡмулла: Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

                  Тибрәһен шул телем һәр даим.

                  Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,

                 Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

2-се алып барыусы: Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтан һуң “Башҡорттарым” тип тәүге тапҡыр туған халҡына мөрәжәғәт иткән Аҡмулла тормошо һәм ижады беҙҙең өсөн ифрат әһәмиәтле. Салауаттан һуң Аҡмулла  үҙенең ижадында туған халҡын алға, белем алыуға, яҡтылыҡҡа әйҙәгән бөйөк шағир ул. Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы – Аҡмулла.

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1. www.akmulla.ru М.Аҡмулла тураһында сайт.

2. Вильданов Ә.Х. Аҡмулла. (Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт телендә), Өфө - 1981

3. Ҡәҙим Аралбай “Аҡмулла” шиғыры.

4. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.

5. Уҡыусылар ижады, “Аҡмуллаға эйәреп”.

 

 

 

 

 

 

 

ӨҪТӘЛМӘ МАТЕРИАЛ

Картинка 9 из 190

 

 

 

(2009 ЙЫЛ)  М.АҠМУЛЛА  ИСЕМЕНДӘГЕ  ПРЕМИЯ  ЛАУРЕАТТАРЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

М.АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯ ЛАУРЕАТТАРЫ

1989 йыл – Рәшит Шәкүр (“Поэзия йондоҙо” һәм “Быуаттар аша барам” китаптары)

1900 йыл - Әхәт Вильданов (М.Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнгән өсөн)

1991 йыл – Розалиә Солтангәрәева (М.Аҡмулланың ижадын дауам итеүсе)

1992 йыл – Зөлфәт Басыров (М.Аҡмулланың портреты)

1993 йыл -  Роза Сәхәүетдинова (Миәкә районы тураһында йырҙар циклы)

1994 йыл – Риф Абдуллин (Миәкә районының тәбиғәтен һүрәтләүсе)

1995 йыл – Ғәзим Шафиҡов (“Аҡмулла” повесы)

1996 йыл – Заһир Исмәғилов (“Аҡмулла” операһы)

1997 йыл – Азат Мағазов ( “Тирмән ташы әйләнә” трилогияһы)

1998 йыл – Нурия Ирсаева (М.Аҡмулланың ижадын өйрәнеүсе)

1999 йыл – Хәкимйән Зарипов (Миәкә районынын өйрәнеүсе)

2000 йыл – Гөлфиә Юнысова (Миәкә районынына бағышлаған шиғырҙар һәм йырҙар циклы)

2001 йыл – Яныбай Хамматов ( әҙәби ижад өсөн)

2002 йыл – Рамазан Шәғәлиев (М.Аҡмулланың ижадын өйрәнеүсе)

2003 йыл – Наил Ғәитбаев (“Аҡмулла” драмаһы)

2004 йыл – Йәмил Әбделмәнов (“Аҡмулла” арияһын башҡарыусы)

2005 йыл – Факил Мырҙаҡаев (Миәкә районынын өйрәнеүсе)

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие “Мәңге йәшә, яҡтылыҡ йырсыһы- Аҡмулла”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Режиссер монтажа

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Туҡһанбай ауылында аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.(Арба һөйрәп Аҡмулла килеп сыға)

Аҡмулла: Ай, донъя! Ҡыуҙым һине ун йәшемдән,

Яраным шул ваҡыттан юлдашыңа.

Мәхрүм ташлап китәрең белмәгәнмен,

 

Юламай китмәҫ инем моңдашыңа. 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 048 материалов в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.02.2015 2471
    • DOCX 1.3 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Нигматуллина Раиля Ахмадулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 9 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 18915
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 16 регионов

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 52 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 143 человека

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 96 человек из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 120 человек

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 171 человек

Мини-курс

Принципы эффективного использования аграрных ландшафтов

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стартап: стратегия, развитие, и инвестиции

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Воспитание будущего поколения: от педагогики до игровых технологий

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 18 человек