90420
столько раз учителя, ученики и родители
посетили сайт «Инфоурок»
за прошедшие 24 часа
+Добавить материал
и получить бесплатное
свидетельство о публикации
в СМИ №ФС77-60625 от 20.01.2015
Дистанционные курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации для педагогов

Дистанционные курсы для педагогов - курсы профессиональной переподготовки от 6.900 руб.;
- курсы повышения квалификации от 1.500 руб.
Престижные документы для аттестации

ВЫБРАТЬ КУРС СО СКИДКОЙ 50%

ВНИМАНИЕ: Скидка действует ТОЛЬКО сейчас!

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок")

ИнфоурокКлассному руководителюКонспектыВнеклассное мероприятие на тему "Дружная семья - гордость страны"

Внеклассное мероприятие на тему "Дружная семья - гордость страны"

библиотека
материалов
Скачать материал целиком можно бесплатно по ссылке внизу страницы.















Дружная семья – достояние страны “

Татыу ғаилә - ил күрке”

















1. Инеш һүҙ.

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

Күрешеү бит шунан башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана.


Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар. Бөгөн һеҙҙең менән “Татыу ғаилә - ил күрке” тип аталған ғаилә байрамына йыйылдыҡ.

Кем генә булмайыҡ, ҡайҙа ғына эшләмәйек, һәр кемебеҙ эш көнөнән һуң үҙенең бәләкәй генә “дәүләтенә”-ғаиләһенә ашыға. Бына ошондай меңәрләгән, миллионлаған бәләкәй “дәүләттәрҙән” ҙур дәүләт хасил була.

Тимәк, ошо бәләкәй “дәүләттәр” ни тиклем ныҡ, ни тиклем һау булһа, илебеҙ ҙә шул тиклемкөслө һәм ҡеүәтле буласаҡ.

Тирә-йүнебеҙҙә балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, сабыйҙарын тәрбиәләүгә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу ғаиләләр бихисап. Бөгөн ошо залда тап шундай ғаиләләр йыйылған. Әйҙәгеҙ улар менән танышып үтәйек.


2. Ғаиләләр менән танышыу.


Хәлитовтар ғаиләһендә 3 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы- Миңлебай ағай, һөнәре буйынса шофер. Гармунда уйнап,йырлап ултырырға ярата. Ҡатыны – Гөлшат апай, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Уңған, бөхтә, йыйнаҡ ҡатын. Үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ҡыҙҙары – Гүзәлиә, Әлиә, Илүзә - өсөһө лә уҡыу алдынғылары. Йырға, бейеүгә оҫталар. Мәктәп байрамдары уларҙан башҡа уҙмай.


Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе. Урта быуын вәкилдәре – Йәмилә апай менән Фәрүәз ағай ауылда абруйлы өләсәй һәм олатай. Улар икеһе лә уңған, дәртле, ярҙамсыл кешеләр. Уларҙың улдары – Фәнис ағай, һөнәре буйынса шофер. Ул да дәртле, уңған. Уның ҡатыны – Фәүзиә апай, ауыл мәҙәниәт йртонда художество етәксеһе булып эшләй. Балаларҙы бейеү сәнғәтенә өйрәтә. Улар 2 ул тәрбиәләйҙәр. Оло улдары – Илдар, 1-се синыфта уҡый. Әсәһе кеүек бейергә ярата.


Гильдиндар ғаиләһендә 3 бала; 2 ҡыҙ һәм 1 ул тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы – Хәмзә ағай, һөнәре буйынса шофер. Ул бик оҫта ҡуллы кеше. Тал сыбығынан төрлө кәрәк-яраҡтар үрергә оҫта. Ҡатыны - Әлфиә апай балалар баҡсаһында эшләй. Бик ярҙамсыл, тапҡыр һүҙле, бик матур йырлай. Балалары Марсель 11-се синыфта, Алһыу 5-се синыфта уҡыу отличниктары. Мәктәптә уҙғарылған сараларҙа актив ҡатнашалар.


Рәхимовтар ғаиләһендә 4 бала; 2 ҡыҙ һәм 1 ул үҫә Ғаилә башлығы – Ғәлим ағай, һөнәре буйынса токарь. Ул тыныс холоҡло, йор һүҙле, талапсан ағай. Гармунда уйнарға ярата. Ҡатыны – Рәмилә апай – һатыусы булып эшләй. Ул егәрле, үткер һүҙле, ҡул эштәренә оҫта. Балалары – Рәсимә - 6-сы синыфта уҡыу алдынғыһы, мәктәп өсөн, үҙ синыфы өсөн янып йөрөүсе ҡыҙ.


Валитовтар ғаиләһе 1 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы – Хафиз ағай, ул Әфғанстанда интернациональ бурысын үтәп ҡайтты. Һөнәре буйынса – шофер. Уның ҡатыны – Фәнирә апай. Ул өйҙә бәләкәс ҡыҙҙары Алһыуҙы тәрбиәләй. Балалары Регина ( 8-се синыфта), Руслан ( 6-сы синыфта) уҡыу алдынғылары. Руслан беҙҙең барлыҡ байрамдарҙа ҡатнашырға әүәҫ.


I һынау- “Ғаилә презентацияһы”


Мин ғаиләләр менән таныштырҙым, хәҙер ғаиләләр үҙҙәре менән яҡындан таныштырһындар. Һеҙгә һүҙ.


II һынау – “Мәҡәлдәр”


Киләһе һынау бөтә ғаиләләр өсөн дә. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар, унда һүҙҙәр яҙылған, ҡайһы ғаилә тиҙерәк ҡағыҙҙарҙы тағатып ғаилә тураһындағы мәҡәлде уғып бирер.


III һынау – “Ситуациялар”


Киләһе һынау ата-әсәләр өсөн. Мин һеҙгә ситуациялар тәҡдим итәм. Һеҙ шуларҙы һайлап алып сисеү юлдарын әйтегеҙ. Бына улар.


Көнбағыш сәскәһе формаһында һынауҙар бирелә


IV һынау – “Балалар һәм атайҙар”


Атайҙарҙы алға саҡырам. Һәр ғаилә иртән эшкә ашыға; кемдер мәктәпкә, кемдер – балалар баҡсаһына. Ҡабаланып кейенгән ваҡытта ҡапыл ут һүнә. Баланың кейемдәрен алып кейендерергә кәрәк.


V һынау – “Балалар ата-әсәйҙәр тураһында”


Һеҙҙең балаларығыҙ атайҙары тураһында мини-иншалар яҙҙылар. Мин уларҙы уҡып ишеттерәм.

Атайҙар үҙҙәрен танырмы икән?

  1. Был атай тәмле итеп аш бешерә икән. Матур итеп гармунда уйнай. Ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләргә ярата. Төрлө китаптар уҡый. Ҡоймаҡ бешерергә ярата. (Миңлебай ағай)

  2. Был атай трактор ремонтларға ярата. Бишбармаҡ ярата. Шаян һүҙле, дәртле; боевик фильмдарын ҡарарға ярата. (Фәнис ағай)

  3. Был бала ошолай тип яҙа : “Минең атайым тәмле итеп аштар бешерә. Бөтә атайҙар кеүек үк гәзит уҡырға, телевизор ҡарарға ярата. Техника менән мауыға. (Хәмзә ағай).

  4. Минең атайым буш ваҡытында бейеү көйҙәрен һыҙҙыра. Китап, гәзиттәрҙе очки кейеп уҡый, комедия, боевиктар ҡарарға ярата. Минең атайым ҡара мыйыҡлы. (Ғәлим ағай).

  5. Атайым детектив уҡырға, саңғыла йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ярата. Ул хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Техника ярата. Телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуын ҡараға яратып ҡарай. (Хафиз ағай)






Әсәйҙәр үҙҙәрен танырҙармы икән?


  1. Минең әсәйем тәмле итеп аштар бешерә. Мине “үҫкәнем тип ярата. Уның йөҙө һәр ваҡыт йылмайып тора”. (Фәүзиә апай)

  2. Минең әсәйем балалар ярата. Йомшаҡ телле, таҙалыҡты ярата. Минең әсәйем матур итеп йырлай.” (Әлфиә апай)

  3. Минең әсәйем кешеләр менән аралашырға ярата, ул буш ваҡытында тегергә әүәҫ. Беҙгә тәмле аштар бешереп ашата. Әсәйем йәш ваҡытында төҫлө ептәр менән матур итеп сигеү сиккән.” (Рәмилә апай).

  4. Минең әсәйем тәмле еҫле духиҙар ярата. Матур итеп һүрәт төшөрә. Өйҙөң таҙа булғанын ярата. Төрлө биҙәүес әйберҙәр тағырға ярата. Уның сәсе ҡыҫҡа, ул һәр саҡ йылмайып йөрөй.” (Гөлшат апай).

  5. Минең әсәйем кроссвордтар сисергә ярата. Таҙалыҡ, тәртип ярата. Ул өйҙә булғанда бөтәһенә лә рәхәт. Әгәр ҙә барлыҡ әсәйҙәр ҙә минең әсәйем кеүек булһа, ерҙә бәхетле балалар күберәк булыр ине.” (Фәнирә апай)


VI Һынау – “Ғаилә йәдкәрҙәре”


Киләһе һынауыбыҙ өй эше итеп бирелгән ине. Һәр бер ғаиләлә борондан, ата-әсәләрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡылар бар. Ни өсөн был әйберҙәр иң ҡәҙерле әйберҙәр рәтендә һандыҡ төптәрендә ята?


VII Һынау – “Ғаилә аштары”


Һәр бер ғаиләнең яратып ашаған, тик уларҙың әсәләре генә тәмле итеп бешерә белгән аштары була. Бөгөнгө байрамға әсәйҙәр үҙҙәренең бешергән ризыҡтарын алып килгәндәр һәм аҙ ғына һөйләп үтерҙәр.


VIII Һынау – “Һөнәрҙәр”


Һәр бер ғаиләнең үҙенә күрә бер оҫталығы, үҙенсәлеге була. Беҙ ҙә ғаиләләребеҙҙең сәнғәт оҫталары икәнен беләбеҙ. Әйҙәгеҙ ошо оҫталыҡтарығыҙҙы ҡунаҡтарға ла күрһәтегеҙ. Рәхим итегеҙ.


IX Һынау – “Һорауҙар

Киләһе һынау балалар өсөн.

Мин һеҙгә һорауҙар бирәм. Ә һеҙ шул һорауҙарға яуап бирерһегеҙ.


  1. Атайың менән әсәйеңдең осрашыу тарихын беләһеңме?

  2. Һинең ғаиләң ниндәй буласаҡ?

  3. Һинең 3 мең аҡсаң бар. Ни эшләр инең?

  4. Һин икеле алдың. Ата-әсәйеңә был турала нимә тип әйтерһең?

  5. Әгәр ҙә һин тылсымсы булһаң ғаиләң өсөн нимә эшләр инең?

  6. Әсәйең менән атайыңдың тыуған көнөн беләһеңме?

  7. Әсәйеңдең яратып йырлаған йырын беләһеңме?

  8. Атайыңдың иң яҡшы һыҙаты?

Ата-әсәләр өсөн.


  1. Балағыҙ ниндәй предметтарҙы ярата?

  2. Балағыҙ ниндәй проблемаларҙы яратмай, ситләтеп үтергә тырыша?

  3. Балаларығыҙҙың дуҫтарын яҡшы беләһегеҙме? Улар һеҙҙең өйҙә буламы?

  4. Һеҙҙең эшегеҙ күп, ә балағыҙ үҙенә иғтибар талап итә. Нимә тип яуап бирерһегеҙ?

  5. Һеҙ оло быуын кешеләре булараҡ йәштәргә ғаилә ҡороуҙа, бала тәрбиәләүҙә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

  6. Һеҙҙе мәктәпкә саҡыралар, был турала дневниктан белдегеҙ. Һеҙҙең реакция?


X Һынау – “Ултырғыс”


Ултырып ялҡып та киткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр уйын уйнап алайыҡ.


XI Йомғаҡлау.


Бөгөн беҙҙең өсөн байрам яһаған ғаиләләргә ҙур рәхмәт, тамашасыларыбыҙға ла ихтирамымды белгертәм. Байрамды шиғыр юлдары менән тамамлар инем.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте барһын күңелдә.

Сәләмәтлек, бәхет-ҡыуаныстар,

Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.












Краткое описание документа:

Тема внеклассного мероприятия. Дружная семья - гордость страны

Язык. Башкирский

Цель и задачи. Формирование будущих хороших семьянинов

Воспитывать уважение к взрослым.

Һаумыһығыҙ,  тип башлайым әле,

                                                    Күрешеү бит шунан башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

                                                    Күңелебеҙ шундай шатлана.

 

        Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар. Бөгөн һеҙҙең менән “Татыу ғаилә - ил күрке” тип аталған ғаилә байрамына йыйылдыҡ.

        Кем генә булмайыҡ, ҡайҙа ғына эшләмәйек, һәр кемебеҙ эш көнөнән һуң үҙенең бәләкәй генә “дәүләтенә”-ғаиләһенә ашыға. Бына ошондай меңәрләгән, миллионлаған бәләкәй “дәүләттәрҙән” ҙур дәүләт хасил була.

        Тимәк, ошо бәләкәй “дәүләттәр” ни тиклем ныҡ, ни тиклем һау булһа, илебеҙ ҙә шул тиклемкөслө һәм ҡеүәтле буласаҡ.

 

        Тирә-йүнебеҙҙә балалары тураһында ихлас ҡайғыртып, сабыйҙарын тәрбиәләүгә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу ғаиләләр бихисап. Бөгөн ошо залда тап шундай ғаиләләр йыйылған. Әйҙәгеҙ улар менән танышып үтәйек.

 

Общая информация

Номер материала: 294438

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Организация работы с одаренными детьми в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация проектно-исследовательской деятельности учащихся в рамках реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Использование мини-проектов в школьном: начальном, основном и среднем общем и среднем профессиональном естественнонаучном образовании в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Воспитание и социализация учащихся в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Сетевые и дистанционные (электронные) формы обучения в условиях реализации ФГОС по ТОП-50»
Курс повышения квалификации «Использование игр в развитии и обучении»
Курс повышения квалификации «Теория и практика инклюзивного обучения в образовательной организации в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Методика обучения игре детей с особенностями развития в рамках реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Содержательные аспекты профессионального и личностного развития педагогических работников в рамках реализации профессионального стандарта»
Курс повышения квалификации «Система работы специалистов ОО по подготовке учащихся старших классов к сдаче экзаменов»
Курс повышения квалификации «Психолого-педагогическая диагностика в современном образовательном процессе»
Курс повышения квалификации «Основы музейной педагогики в работе учителя как одно из условий реализации Федерального государственного образовательного стандарта (ФГОС)»
Курс повышения квалификации «Целеполагание как основа современного образования в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация и проведение культурно-досуговых мероприятий в соответствии с ФГОС НОО»
Курс повышения квалификации «Инструменты и методы воспитания российской гражданской идентичности согласно ФГОС»
Оставьте свой комментарий
Для того чтобы задавать вопросы нужно авторизироватся.
Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.