Инфоурок Внеурочная деятельность КонспектыВнеклассный урок по башкирской литературе "Письма пилота" по творчеству народного поэта Р.Гарипова

Внеклассный урок по башкирской литературе "Письма пилота" по творчеству народного поэта Р.Гарипова

Скачать материал

Зарипова Рәмзиә Шакир ҡыҙы.

Әлшәй районы Раевка ауылы

 гимназияһының юғары категориялы

 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Тема : Рәми Ғарипов « Пилот яҙмалары » нда көндәлектәр.

              Кластан тыш уҡыу дәресе.

Маҡсат :1)  Рәми Ғариповтың ижад юлын,үҫмер саҡтағы көндәлектәре-

нә  күҙәтеү яһау ;

2) үҫмер осоро шиғырҙарын анализлау ,телмәр үҫтереү ,көн-

дәлек яҙыуҙың серҙәрен асыу ;

3) уҡыусыларҙа үҙтәрбиә менән шөғөлләнеү ,уҡыуға,белем-

гә  ынтылыш,юғары һәм матур маҡсаттар менән йәшәү

кәрәклеген тәрбиәләү ;

Йыһазлау : Рәми Ғариповтың китаптарынан күргәҙмә , портреты,

компьютер , медиопроектор , презинтация материалдары.

Дәрес барышы :

Психологик

инеш

Һаумыһығыҙ , уҡыусылар.Хәлдәрегеҙ нисек? Ҡыш миҙгеленең февраль айына аяҡ баҫтыҡ. Һеҙ тәбиғәттә ниндәй  үҙгәрештәр күрәһегеҙ?

( уҡыусылар яуаптары )

Уҡыу ситуацияһын

тыуҙырыу

Уҡыусылар ,ә хәҙер экранға ҡарайбыҙ. Слайд

                                                                    

 

Уҡыу мәсьәләһе

ҡуйыу

 

Бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәбеҙ ?

( уҡыусылар яуаптары)

А) уҡыу көндәлеге

Б) көндәлек –яҙма

В) Рәми көндәлектәре

Уҡытыусы. Эйе, көндәлектәр тураһында һүҙ барасаҡ.

Көндәлек һүҙе нисә мәғәнәгә эйә икән?

Экранға күҙ һалайыҡ.                            Слайд

  Көн-дә-лек

 Исем . Существительное.

    Мәғәнәһе.  Значение.

1.     дневник, ежедневник  Ысынлап та, классик булып танылған яҙыусыларҙың көндәлектәре генә киң уҡыусы өсөн баҫылып сыға. — Действительно, для широкого читателя публикуются дневники только тех писателей, кто был признан классиком.

2.     школьн. дневник  Беҙ, уҡытыусылар, йыш ҡына уҡыусыларыбыҙға: “Көндәлек — һеҙҙең йөҙөгөҙ”, тип әйтергә яратабыҙ. — Мы, учителя, часто любим говорить ученикам: "Дневник — это ваше лицо."

3.     адъектив. ежедневный  Көндәлек гәзит — ежедневная газета.  Музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеү еңелдән түгел: көндәлек күнекмәләр, ныҡышмалылыҡ талап итә. — Обучение игре на музыкальном инструменте — (занятие) не из легких: (оно) требует ежедневных упражнений и упорства.

4.     адъектив. повседневный  көндәлек тауарҙар — товары повседневного спроса  көндәлек икмәк — хлеб насущный .

 

Маҡсат ҡуйыу,эште планлаштырыу

 

Уҡытыусы. Һеҙ дәрескә көндәлекһеҙ килмәйһегеҙ.

Көндәлек- ул документ.                              Слайд

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү

Унда һеҙҙең йыллыҡ дәрестәр теҙмәһе,уҡытыусылар исем ,фамилияһы яҙыла. Шулай уҡ уҡытыусы дәрестә белемеңде баһалап ,көндәлегеңә баһа ҡуйырға тейеш.Уҡыусы ,үҙ йәһәтендә, дәрестә уҡытыусы биргән өйгә эште теркәп барырға онотмаҫҡа кәрәк.

Беҙ бөгөн Рәми Ғарипов көндәлектәренә туҡталабыҙ.

Ул ни өсөн «Пилот яҙмалары » тип атала икән ? Ошо һорауға яуап табырға тырышырбыҙ.

Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

(Егерме  беренсе февраль.Рәми Ғариповтың көндәлектәре.)

 

Кем ул Рәми Ғарипов ?                                 Слайд

 

(Шағирҙың биографияһы,ижады тураһында уҡытыусы һөйләй )

12.02.1932 – Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Йәғәфәр  Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әсәһе Гөлмәрйәм яңғыҙы дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра.

1946 – 1950 – ауылында етенсе синыфты тамамлағас, Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡый.

1950 – 1955 – Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тәҡдиме буйынса Мәскәү ҡалаһында М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә.

27.05.1955 – Надежда Василий ҡыҙы Друмға өйләнә.

1955 – Өфөгә ҡайта. “Совет Башҡортостаны” гәзите, «Ағиҙел» журналы редакцияларында эшләй.

1956 – шул уҡ гәзиттә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

1958 – «Әҙәби Башҡортостан» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.

1959 – 1962 – тыуған яҡтарына ҡайта. Салауат районының «Йөрүҙән» колхозында, «Һарғамыш» совхозында - комсомол комитеты секретары. «Октябрь юлы» район гәзитендә – хаттар бүлеге мөдире.

1962 йылдың авгусы – 1967 – ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләй.

1967 – 1972 – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй.

16.11.1971 – Башҡорт телевидениеһында һуңғы сығышы.

1973 – 1974 – СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалында кесе ғилми хеҙмәткәр.

1976 – Ғүмәр Хәйәм һәм башҡа боронғо көнсығыш әҙиптәрен тәржемә итеү маҡсатында Урта Азия илдәрендә оҙайлы командировкала була.

20.02.1977 – йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнә.

 

1991 йылдан гимназия үҙенең арҙаҡлы уҡыусыһы Рәми Ғариповтың исемен йөрөтә.

1994 йылдаРәми Ғарипов исемендәге премия булдырыла. Тәүге премия лауреаты - Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты Рауил Бикбаев.

1997 йылда БР Министрҙар кабинеты ҡарары буйынса гимназия-интернаты урамында бюст ҡуйыла. Авторы Николай Калинушкин.

Шағирҙың үҙе тере саҡта баҫылған китаптары

  1. 1954 – «Йөрүҙән».
  2. 1958 – «Таш сәcкә».
  3. 1959 – Иван Франконың проза әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
  4. 1964 – «Һабантурғай йырҙары».
  5. 1966 – «Осоу».
  6. 1969 – «Умырзая».
  7. 1969 – «Аманат».
  8. 1974 – «Миләш-кәләш».

Шағир үлгәндән һуң баҫылған китаптары

  1. 1979 – «Йондоҙло уйҙар» (башҡорт телендә).
  2. 1981 – «Ҡайтыу» (рус телендә).
  3. 1981 – «Умырзая йыры» (башҡорт телендә).
  4. 1990 – «Минең антологиям» (башҡорт телендә).
  5. 1994 – «Бер ҡыл» (татар телендә).
  6. 1996 – «Һайланма әҫәрҙәр». 1-се том (башҡорт телендә).
  7. 1998 – «Һайланма әҫәрҙәр». 2-се том (башҡорт телендә).
  8. 1998 – «Шиғырҙар һәм хаттар» (рус телендә).
  9. 2001 – «Һайланма әҫәрҙәр». 3-сө том (башҡорт телендә).
  10. 2002 – «Йырҙарыма ҡайтам» (башҡорт телендә).
  11.  2005 – «Киләсәккә юл». Дон далаларындағы көндәлек яҙмалар (башҡорт телендә)
  12.  2006 – «Пилот яҙмалары». Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).
  13.  2007 – «Уҡыу океаны» Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).

Рәми Ғариповтың көндәлектәренә килгәндә ,нәшер ителгәндәренән : Киләсәккә юл ярам.Ундағы ваҡиғалар 1946-1948 йылдарҙы үҙ эсенә алған.

Пилот яҙмалары. 2 ғинуар 1949 йыл- 25 июнь 1949 йыл.

«Уҡыу океаны» Үҫмер көндәлектәре.

Ә ни өсөн ул – пилот яҙмалары тип атала ? Слайд

Ошо һорауға яуап алыр өсөн түбәндәге өҙөктө уҡыйбыҙ. ( уҡыусылар көндәлектәрҙең 6 февраль яҙмаларын сылбырлап уҡыйҙар.) (28 бит)

Уҡытыусы. Рәми үҙенә ниндәй маҡсат ҡуйған ? Шул юлдарҙы табып уҡып күрһәтәбеҙ.

Яуаптар. Был яҙмала уның осоусы булырға теләүе ярылып ята. “Ашҡынып көтә ул көндө. Эйе ,ысындан да да ул көн Рәмиҙең тормошҡа яңынан тыуыу көнө буласаҡ ! Яңынан тыуыу !”

Шулай итеп, Рәми алдына ҡуйған маҡсатын һис шикһеҙ үтәргә тип уйлай.

Укытыусы. 3 март яҙмаларына иғтибар итәйек. (83 бит)

                 Яҙмалар таратылып бирелә.

( прогнозлап уҡыу)

-         Рәмиҙең экипажда беренсе осоуы;

-         Рәмиҙең биш ҡабат 32 минут ваҡыт эсендә маневрҙар яһауы;

-         Дуҫтарына булған ярҙамы тураһында ;

-         Ҡышҡы осоуҙың һуңғыһы икәнен дә онотмауы ;

Уҡытыусы. Рәми Ғарипов үҙен  ябай осоусы итеп түгел,ә

Чкалов,Байдуков,Беляков,Мересьев  кеүек герой ыласындарҙы тыуҙырған һөйөклө Ватанының улы булыуы менән ғорурлана.

         Дәрескә рефликсив анализ.

Уҡыусылар,хәҙер бөгөнгө дәрес буйынса көндәлек яҙып ҡарағыҙ.(уҡыусыларҙың дәфтәрҙә эше)

Бер уҡыусының эше.

21 февраль 2019 йыл.

Бөгөн дәрестә мин Рәми Ғариповты шағир ғына түгел,ә осоусы булырға теләүен күрҙем. Ябай кеше –осоусы була алмай икән.Уның өсөн күп уҡырға, ана,герой- осоусылар кеүек штурвал артында батырлыҡтар күрһәтергә кәрәк...

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

   Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

 

 Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ ?

Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ ?

 

Уҡыусылар яуаптары.

-         Билдәле кешеләр кеүек , мин дә көндәлек яҙыр инем. Ул яҙыу минең балаларыма ҡалыр ине. Көндәлек уҡып ,ошо осорҙа ниндәй ваҡиғалар булғанын белеп була...

Уҡытыусы.

Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе мин штурвал артында ултырған осоусылар итеп күрҙем. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн ,мәктәпте тик яҡшы билдәләренә тамамларға ,бер урында тапанмай алға барырға саҡырам . Дәрестә актив ҡатнашыусы-штурвалсыларға « 5 ».

Өйгә эш биреү.

-         Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡып бөтөрөргә ;

-         Көндәлек яҙыуҙы дауам итергә ;

-         Проект эше башларға ;

Йомғаҡлау.

Уҡытыусы.

Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡыуҙы киләсәктә дауам итербеҙ.Шағир һүҙҙәре менән әйткәндә

«Ыласындар һеҙ! Бер кем дә белеп тыумаған,ләкин ялҡынлы теләк булғанда – барыһы ла була икән !..»

Дәресебеҙ бик матур үтте.Ҙур рәхмәт һеҙгә. Һау булығыҙ.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассный урок по башкирской литературе "Письма пилота" по творчеству народного поэта Р.Гарипова"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Медиатор

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 617 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.05.2020 319
    • DOCX 668.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зарипова Рамзия Шакировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Зарипова Рамзия Шакировна
    Зарипова Рамзия Шакировна
    • На сайте: 3 года и 10 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1618
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Педагогика дополнительного образования (техническая направленность)

Педагог дополнительного образования

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс повышения квалификации

Спортивная секция «Карате Кекусинкай» как дополнительное образование в рамках общеобразовательной школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 37 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы психологии детского спорта в деятельности тренера-преподавателя, спортивного психолога в учреждениях физкультурно-спортивной направленности

108/144 ч.

от 2500 руб. от 1250 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 38 человек

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Формирование здоровых детско-родительских отношений: влияние и преодоление сепарации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 161 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 79 человек

Мини-курс

Эффективная работа с Wildberries: от создания личного кабинета до выбора продукта

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 32 человека из 18 регионов