Инфоурок Другое Научные работыВыступление "Телебеҙ киләсәге хаҡына"

Выступление "Телебеҙ киләсәге хаҡына"

Скачать материал

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар, ҡунаҡтар! Мин Садыкова Альбина Вәкил ҡыҙы Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Сығышымдың темаһы: Телебеҙ киләсәге хаҡына.

Был сығышымдәң әһәмиәте шунда: телебеҙ яҙмышы һуңғы йылдарҙа күп кенә үҙгәрештәр кисерә. Ҙур мәктәптәрҙә, ҡала ерҙәрендә башҡорт балаларының урыҫ телендә белем алырға теләүе, йәки башҡорт ауылында йәшәп, башҡорт ата-әсәләренән үҙ балаларын башҡорт телендә уҡытыуҙарын һорап ғариза яҙҙыртыу беҙгә, уҡытыусыларға,  шул тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Шулай уҡ тәжрибәле коллегаларымдың элегерәк беҙҙең башҡорт теле дәрестәре һәр класта алтышар-етешәр ине, тип уфтаныуҙарын ишеткәндән дә бөгөнгө менән сағыштырып, баҙап ҡалаһың... Ә киләсәктә дәрестәребеҙҙең һаны һаҡланырмы, телебеҙҙең киләсәге өмөтлөмө икән?

Апрель айында Өфөлә Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тәүге съезында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Төрлө тарафтарҙан йыйылған уҡытыусылар етәкселек менән берлектә мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны артабан үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң?

-Башҡорт теленән ижади йүнәлештә эшләү өсөн түңәрәктәр булдырыу;

-Олимпиада еңеүселәренә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәлмә балдар индереү;

-Сифатлы белем биреү өсөн шарттар булдырыу, шул иҫәптә йыһазландырылған кабинеттар һәм методик әҙәбиәт;

-Булған дәрес һандарын ҡыҫҡартмаҫҡа тигән өмөтлө генә тәҡдимдәр ишетелде.

Съезда уҡытыусылар ғына түгел, етәкселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә, хатта Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы булды. Ике көн барған съездан һуң мөһим ҡарарҙар сығарылды һәм улар һис шикһеҙ тормошҡа ашыр тип ышанам.

Бөгөнгө көндә уҡытыусы булыуы ауырмы? Уларҙы нимәләр борсой һәм нимәләр һөйөндөрә? Йәш педагогтарға үҫеүгә мөмкинселектәр бармы?

Эйе, коллегаларымдың бөгөнгө көндә ҡағыҙ эштәре күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Һәр эш ҡағыҙын ваҡытында тапшырыу менән бер рәттән уҡыусыларға сифатлы белем бирергә лә, уларҙы үҫтереү маҡсатында төрлө конкурстарҙа сығыш яһарға ла, тәжрибә арттырыу маҡсатында үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып өлгөрөргә тейеш уҡытыусы.

Һайлаған һөнәренә тоғро булған, балалар менән уртаҡ тел таба алған, яңы технологиялар менән ҡуллана белгәндәргә мәктәп, уҡытыу эше ауырлыҡ тыуҙырмайҙыр. Һуңғы йылда ил етәкселегенең йыш ҡына уҡытыусыларҙың эшен еңеләйтергә саҡырған өндәмәләре, дәртләндереү саралары күңелгә өмөт бирә. Мәҫәлән, быйылғы йылдан ауыл ерендә уҡытҡан 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәргә 600 мең күләмендәге грант тапшырыу ҡарары һөйөндөрҙө.  Был мөмкинселек менән байтаҡ ҡына яҡташтарыбыҙ файҙаланып ҡалыр моғайын. Тағы ла дәреслектәрҙең федераль исемлеккә индерелеүе, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт теленән яңы вариатив уҡыу ҡулланмаларының донъя күреүе яҡшы киләсәккә өмөт уята. Уҡыу ҡулланмалары уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн 5-9 класс уҡытыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Уҡыу ҡулланмалары тулы комплектта: дәреслек, эш дәфтәре һәм контроль эш дәфтәрҙәре, программа һәм методик ҡулланмалар менән сығарыласаҡ.

Ә тел уҡытыусыларын бөгөн нимә борсой һуң?

Йылдан-йыл балаларҙың телмәрҙәре ярлыланыуы күҙәтелә. Был бит өйҙә тейешенсә аралашыу етмәгәндән килә. Ата-әсәйҙәр күп ваҡыттарын социаль селтәрҙәрҙә үткәрә, берәүһе компьютер алдында ултырһа, икенсеһе телефон аша виртуаль донъяла гиҙә. Ә балалар тере аралашыуға, иғтибарға мохтаж. Әсәйҙәр “йән киҫәккәйҙәре” тураһында социаль селтәрҙә матур шиғырҙар, афоризмдар ҡуйғансы, шуларҙы йышыраҡ балаларына уҡып ишеттерһендәр ине лә ул... Темәстә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының зона конференцияһында ла ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатылды.

Бәйләнештә селтәрендәге үҙ сәхифәмдә мин ата-әсәйҙәргә мөрәжәғәт итеп: “Ә һин бөгөн башҡортса һөйләштеңме?” “Һөйләшәйек башҡортса!”, “Балаларыбыҙ менән башҡортса һөйләшергә ваҡыт табайыҡ!” , “Ишет мине, әсәй!” тигән һүҙҙәр менән һүрәттәр һалдым. Былар битараф булмаған әсәйҙәр һәм коллегаларым араһында хуплау тапты.

Эйе, һуңғы йылда башҡорт телен үҫтереү маҡсатында күп кенә маҡсатлы эштәр алып барыла. М.Аҡмулланың тыуған көнөндә, башҡорт теле көнө, май айында башҡорт теленән региональ диктант яҙыу кеүек саралар йылдан-йыл үҙ майҙанын ҙурайтып, киңерәк ҡолас ала бара. Диктант яҙыуҙа республика кимәлендә беҙҙең Баймаҡ районынан иң күп ҡатнашыусы – 5000 кеше теркәлеүе генә лә телебеҙҙең киләсәгенә өмөт уята. Шуныһы ҡыуаныслы, был сараларҙа мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ата-әсәләр ҙә, олораҡ быуын вәкилдәре лә теләп ҡатнаша. Тимәк, улар телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәгенә битараф түгел.

         Йәш уҡытыусыларға бөгөн “йөҙөп йөрөп” эшләргә мөмкинселек бармы? Ошо һорау борсой күптәрҙе. Әлбиттә бар! Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурстар, фәнни-эҙләнеү эштәре, олимпиадалар, һөнәри бәйгеләр... Ҡатнашып ҡына өлгөр. Беҙҙең районыбыҙҙа ғына ла үткән уҡыу йылында “Баймаҡ- йәш таланттарға бай яҡ”, “Игебай уҡыуҙары”, Бабич уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһы кеүек яңы конкурстар үткәрелде, шулай уҡ “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсының да быйыл  ҡайтанан тергеҙелеүе һөйөнөслө булды.  Ә йәш педагогтарға инде таяныс булған коллегалары араһында эшләү икеләтә бәхет. Мин мәктәптә уҡыта башлаған саҡта өйрәнеү өсөн дәрес өлгөләре табыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Сағыштырыу өсөн интернет селтәрендә рус теле дәрестәренән бөтә темалар буйынса ла дәрес өлгөләре етерлек, ә башҡорт телендә улар юҡ кимәлендә ине. Тиҙҙән беҙ “Ҡанатлан” мәғариф проектының интерактив башҡорт теле модуле һәм башҡа телде һаҡлау һәм үҫтереү проекттары ярҙамында беҙ дәрес өлгөләрен ала аласаҡбыҙ. Шулай уҡ башҡа төбәк уҡытыусылары менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында үҙебеҙҙең дә иң яҡшы дәрес өлгөләребеҙҙе тәҡдим итә алабыҙ.

Йәнә шуныһы: 2020 йылда Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында телебеҙ киләсәге өсөн мөһим ике һорау буласаҡ. Милләтең кем һәм туған телең ниндәй? Әгәр ҙә телебеҙҙең һаҡланыуын, милләтебеҙҙең үҫеүен теләһәк нимә тип яуап бирербеҙ был һорауға? Уйланырға урын бар...

Эйе, бөгөнгө заман уҡытыусыларға яңы талаптар, яңы бурыстар менән бер рәттән яңы мөмкинселектәр ҙә аса. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа шуның менән ваҡытында файҙаланып, һөҙөмтәле эшләргә, рухлы уҡыусылар тәрбиәләргә тырышайыҡ!

Ошоноң менән минең сығышым тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Выступление "Телебеҙ киләсәге хаҡына""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Старший рекрутер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 512 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.01.2020 425
    • DOCX 18.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Садыкова Альбина Вакилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Садыкова Альбина Вакилевна
    Садыкова Альбина Вакилевна
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4504
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Основы гештальт-терапии: история и теория

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Современные тренды в физкультуре и спорте: организация обучения и методика тренировок

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Музыка в мире: народные и культурные аспекты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе