Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Воспитательная работа / Другие методич. материалы / 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнала

1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнала

  • Воспитательная работа

Поделитесь материалом с коллегами:

1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнала



/ «Урал» көйө яңғырай.Сәхнәгә башкорт кейеменән ҡыҙҙар,егеттәр сыға/

1.Алыҫтарҙан ағарып,ай,күренгән

Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.

Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй,

Ир-егеткәй менән ат башы.



2.Менгән генә атым ,ай,кир булыр,

Тибенгеһе уның тир булыр.

Атҡа менеп,яуҙы ҡыуған

Үҙ илендә данлы ир булыр.



3.Борон-борондан башҡорт яугирҙары Рәсәйҙе сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа ҡатнашҡан.Үҫеп буй еткәс,егет кеше ҡулына ҡорал алып,ата-әсәһе,туғандары менән хушлашып,ил сигенә киткән.



4.16-быуттан уҡ башҡорттар хәрби хеҙмәткә йәлеп ителә.Уларға Рус дәүләтенең көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә.



5.1812 йылғы Ватан һуғышы тарихында башҡорт һыбайлылары айырыуса яҡты эҙ ҡалдыра.Улар тыуған илде Наполеон баҫҡынсыларынан һаҡлап ҡалыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанай.

/Башҡорт һәм рус хәрби кейемендә егеттәр алға сығып:/

6.”Һөйөклө тыуған Ватанды!

Юҡ,бирмәйбеҙ,дошманға!”-тип

Ант итеп,бәһлеүәндәр

Күтәрелгән ҙур яуға.

Һай,айбарлы баһадирҙар,

Ни генә кисермәгән,

Ҡайғыһы баштан ашһа ла,

Рухын һис төшөрмәгән.

Көрәшкән...Еңгән...Яуҙдың

Күккә осорған көлөн...

Һәм тыуған ерҙе ҡотайтып,

Ҡөҙрәтле иткән илен!

/Ҡаһым түрә ант әйтә/

Ҡаһым түрә:.Уралымдың терәге,

Ҙур илемдең йөрәге-

Мәскәү тигән ҡалаға

Дошман ҡулын һуҙғанда,

Илде һаҡлап ,батырҙар

Ҡан даръяла йөҙгәндә,

Илем һайлап,данлашып,

Мине ҡорбаш ҡылғанда,

Ил дошманын ҡыйрат ,тип

Ил намыҫын биргәндә,

Ил намыҫын һаҡламай,

Илдең йөҙөн аҡламай,

Дошманыма яу сапмай,

Дошман яуын ҡыйратмай,

Илгә аяҡ баҫмамын,

Ҡаһым батыр буламын!



/Ҡурай моңо. Ҡаһым түрәне ,егеттәрҙе һуғышҡа оҙаталар.Әсә,ҡатын-ҡыҙҙар һау буллашып ҡалалар./

Әсә:-Исән-һау бул, улым.Еңеү менән әйләнеп ҡайт туған яҡтарға.

Ҡатын-ҡыҙҙыр: Һау булығыҙ!Еңеү менән ҡайтығыҙ!

/Ҡыҙҙар егеттәргә ҡулъяулыҡ бүләк итәләр/

Егеттәр: Һау булығыҙ!Еңеү менән ҡайтырбыҙ,көтөгөҙ.



/ «Төньяҡ амурҙары» бейеүе башҡарыла/

/Сәхнәлә башкорт һәм рус һалдаттары усаҡ тирәгендә гитара көйөн тыңлап ултыралар.Йоҡоға талалар.Барабанщик француздарҙың килеүен күреп, барабан ҡағып һалдаттарҙы уята. Ҡаты һуғыш сценаһы.Француздарҙы еңеү тантанаһы./

/Еңеү парады.Рәсәй императоры Александр 1 сыға./

Александр 1 . -Амурҙармы?

Ҡаһым түрә. -Төньяҡ амурҙары!

Александр 1. -Полковник,Ватанға тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм!/Ҡаһым түрәгә яғымлы ҡарап./

/Көслө «Ура»яңғырай./

Александр 1. -Полковник,һеҙҙең хаҡта бик йыш ҡына яҡшы һүҙҙәр ишеттем.Хәҙер тартынмай –нитмәй әйтегеҙ,һеҙҙе нимә менән бүләкләйем?

Ҡаһым түрә. -Мәрхәмәтле булыуығыҙға рәхмәт ,Ваше высочество!Беҙ бүләк өсөн һуғышманыҡ,Рәсәй өсөн,уның азатлығы,бәхете өсөн һуғыштыҡ.Һеҙгә әйтер теләгебеҙ шул,үҙегеҙ вәғәҙә иткән ер-һыуыбыҙҙы кире ҡайтарып,ирек бирһәгеҙ,башҡа нәмә кәрәкмәй...

/Кутузов сыға/

Кутузов.-Любезные мои,башкиры,молодцы!

/Көслө «Ура!» яңғырай. /

/Башҡорт халыҡ йыры «Любизар»башҡарыла/



Дәһшәтле һуғыш йылдары артта ҡала,башҡорттоң батыр,ҡаһарман улдары 1812-1814 йылғы походтан ҡайта.Еңеүселәрҙе илдә йыр,һый-хөрмәт менән ҡаршы алалар.









































Бишбүләк районы Бишбүләк ауылы 1 –се һанлы муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбе











1812 йылғы Ватан һуғышының

200 йыллығына

арналған сценарий”











Сценарийҙы төҙөнө:

Рәхмәтуллина Гөлнара Тимерғәле ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы









Автор
Дата добавления 28.10.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров19
Номер материала ДБ-297207
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх