Рус мәктәптәре
өсөн башҡорт
теле һәм әҙәбиәтенән
олимпиада
һорауҙары һәм эштәре
10 кл.
1.Башҡорт
телендәге үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ниндәй өс төркөмгә бүлеп ҡарау ҡабул ителгән?
2.Билдәле
һүҙенә синонимдар килтерегеҙ. Уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлығыҙ.
3.Яңғырау
һәм һаңғырау тартынҡылар. Улар ниндәй принцип буйынса бүленәләр?
4.Нимә
ул диссимиляция? Миҫалдар килтерегеҙ.
5.Исемдең
эйәлек категорияһы . Ул нимәләр ярҙамында белдерелә? Миҫалдар килтерегеҙ.
6.Бирелгән
сифаттарҙы дәрәжә менән үҙгәртегеҙ: һары, аҡ, ҡыҙыл, йәшел.
7.Мәргәндәрҙе
көтәбеҙ – бында килмәксе улар(М.Боранғолов) һөйләмендә ҡылымдарҙы
табырға, морфологик анализ яһарға.
8.Тунға
һөрөү, арыш сәсеү, һалам эҫкертләү – бөтәһе лә бер юлы бара(Б.Ноғоманов)
һөйләмендә ҡылымдарҙы табырға, төрөн билдәләргә.
9.Әйтерһең
дә сыйырсыҡ һандуғасҡа һайрарға ярамай сәпсеккә сипылдарға ярамай(Я.Хамматов)
һөйләмен тыныш билдәләрен ҡуйып күсереп яҙығыҙ.
10.Теркәүесһеҙ
теҙмә ҡушма һөйләм. Миҫалдар килтерегеҙ.
11.Айһылыу,
Йәркәй, Үлмәҫбикә образдары С.Мифтаховтың ниндәй әҫәренән?
12.Кем
ул М.Өмөтбаев?
13.
“Ҡарағол” драмаһының авторы?
14.Башҡорт
әҙәбиәтендә тәүге трилогия нисек атала һәм уның авторы кем?
15.
“Хәтирәләр” китабының авторы?
16.Башҡорт
әҙәбиәтендә тәүге роман авторы һәм уның исеме?
17. “Ай
тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларының авторы?
18.С.Ағиштың
“Фәтхи һалдат” әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?Ни өсөн?
19.М.
Кәрим трагедиялары.
20. ….Сәйҙәл
менән Зәйнәп
Икәү
бергә сыҡты кинонан.
Урам
тынған,
төн
дә – һуң, буғай.
Улар
икәү килә.
Тирә
– яҡ тын,
Һүҙҙәрҙе
һуң кем урлаған?
Был
юлдар ниндәй әҫәрҙән һәм авторы кем?
Яуаптар:
1. 1)Фарсы
теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр,2)ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр,3)рус теленән
һәм Көнбайыш Европа тнлдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
2. Атаҡлы,
күренекле, данлы, танылған, данлыҡлы, шөһрәтле, мәшһүр, шанлы.
3. Тартынҡы
өндәр, тауыштың ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларға
бүленәләр.
4. Йәнәш
торған тартынҡы өндәрҙең бер-береһенә оҡшамауы, диссимиляция тип
атала:берлек, көнлөк, йәйлек, йыллыҡ, ғүмерлек,
тоҙло,атһыҙ.
5. 1.Эйәлек
заты ялғауҙары менән- китаб-ым,2.алмаш +исем һүҙбәйләнеше–минең
китап,3.алмаш+исем һүҙбәйләнеше+эйәлек заты ялғауы ярҙамында минең китаб-ым.
6. һары-һарыраҡ-һап-һары-һарғылт;аҡ-ағыраҡ-ап-аҡ-аҡһыл;ҡыҙыл-ҡыҙылыраҡ-ҡып-ҡыҙыл-ҡыҙғылт;йәшел-йәшелерәк-йәп-йәшел-йәшкелт.
7. Көтәбеҙ,
килмәксе.
8. Һөрөү,
сәсеү, эҫкертләү-исем ҡылым.
9. Әйтерһең
дә, сыйырсыҡ, һандуғасҡа һайрарға ярамай, сәпсеккә сипылдарға ярамай.
10.Беҙ
йәш инек, студенттар инек.Үҙебеҙ ас, күңел туҡ ине;Ул көндәрҙә беҙҙән
матурыраҡ,Бәхетлерәк кеше юҡ ине.
11. “Дуҫлыҡ
һәм мөхәббәт”.
12. Мәғрифәтсе,сәсән.
13.Д.Юлтый.
14. З.Биишева
“Яҡтыға”.
15. Ә.-З.Вәлиди.
16. Ғ.Хәйри
“Боролош”.
17. М.Кәрим.
18. Хикәйә,граждандар
һуғышында ҡатнашҡан төп персонаж тормошонан бер хәл – ваҡиға хикәйәләнә.
19. “Ай
тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”
20. “Бала”
поэмаһы, Ғ.Сәләм.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.